+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2021, 15:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯЛТЫРМА Хикәйә Икенсе өлөшө

Малайҙар йыуынып сыҡҡас, мунсаның тандыр ҡыҙыуына ире китте. Айгөл уның сабынып бөтөүенә самалап, кейем-һалымдарҙы алып барҙы. Нишләптер уға Илшаты бүләген ошонда тапшырыр һымаҡ. Ауылда ир менән ҡатын өсөн иң ... нимә тейҙәр әле... эйе, романтичный... романтичный урын мунса инде ул. Йыуыныр урын ғына түгел, һөйләшер-серләшер ҙә, күңелдәрҙе асыбыраҡ аралашыр ҙа урын. Улар тағы ҡайҙа былай бер-береһе алдында шәрә йөрөй ала? Яланғас булғанда йөрәк тә сисенә, хистәр ҙә яланғасланып ҡала. Башҡа урындарҙа әйтелмәй торған һүҙҙәр әйтелә. Тән менән бергә йән дә ебей, йомшара, рәхәтләнә...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ЯЛТЫРМА
Хикәйә
Икенсе өлөшө
Малайҙар йыуынып сыҡҡас, мунсаның тандыр ҡыҙыуына ире китте. Айгөл уның сабынып бөтөүенә самалап, кейем-һалымдарҙы алып барҙы. Нишләптер уға Илшаты бүләген ошонда тапшырыр һымаҡ. Ауылда ир менән ҡатын өсөн иң ... нимә тейҙәр әле... эйе, романтичный... романтичный урын мунса инде ул. Йыуыныр урын ғына түгел, һөйләшер-серләшер ҙә, күңелдәрҙе асыбыраҡ аралашыр ҙа урын. Улар тағы ҡайҙа былай бер-береһе алдында шәрә йөрөй ала? Яланғас булғанда йөрәк тә сисенә, хистәр ҙә яланғасланып ҡала. Башҡа урындарҙа әйтелмәй торған һүҙҙәр әйтелә. Тән менән бергә йән дә ебей, йомшара, рәхәтләнә...
– Уй... ҡалай эҫеткән бит әлүк, — Айгөл ингәс тә ҡолаҡтарын ҡаплап, аҫҡы эләүкәгә ыңғайланы. Сабынып арманһыҙ булып ултырған ир, ҡатыны һонған һыуҙы йотлоғоп эсте лә, ҡабаттан миндеккә тотондо:
– Әйҙә, ят.
Ҡатын һомғол кәүҙәһен иркәләп һуҙғылай биреп инәлтеп кенә ҡыбырланы:
– Эҫе һалмайһың түл...
Шул мәлендә үк аҙаҡҡы һүҙе ташҡа ырғытылған ҡайнар һый сажлауына күмелеп, ҡуйы быу аҫтында ҡалды. Йылы һыу менән ҡойондора-ҡойондора әйләндереп-тулғандырып сапты ҡатынын ир. Ап-аҡ тәнде ҡып-ҡыҙыл иткәнсе, ҡайын япраҡтары менән сыбарланғансы, күҙҙәре туйғансы...
Артабан йыуынғанда күп нәмәләр тураһында һүҙ сыҡты, тик уларҙың береһе лә теге алҡаларға барып ялғанманы. Йәмәғәтенең киң арҡаһын ышҡығанда ла, сайынып сығып мунсаның алға бүлмәһендә ял иткәндә лә ҡатын бик һаҡ булып көттө. Иренең һәр хәрәкәтен, һәр ымын йотоп ултырҙы. Тик теге һоңғайлай. Ымһынған ҡатындың күңеле лә, ҡулдары ла, күҙе лә бүләккә өмөтләнде. Ҡайҙалыр кәнфит йәшерелгәнен белеп тә, көскә тыйылып йөрөгән бала һымаҡ. Йә, һуң?.. Йә!..
Кибенеп-кейенеп бөткәс Илшат аяҡтарын кирә баҫып тороп бер кирелде лә, сыҡты ла китте. Артынан солан ишеге “шап” итеп кенә ҡалды. Ул әйтерһеңдә Айгөлдөң маңлайына һуғылып ҡаҡлыҡҡандай булды. Ҡатын ҡаш өҫтөн усы менән һыпырып алды хатта: вәт, һиңә ир...

Яңы ғына мунсала һәүетемсә ултырып ҡалған ҡатынының ни арала кәйефе боҙолоп өлгөргәнен аңламаны Илшат. “Сәй” тип ауыҙын асҡайны ғына, тегеһе “Башым ауырта” тип йоҡо бүлмәһенә инде лә китте. Ярай, сәй генә ҡайната ала ул, бер үҙе ултырып эсеп, янына барып ятҡайны, артын ҡуйған. Мунсанан һуң ул бит ҡатынының йомшаҡ таҙа тәнен ҡосағына алырға ярата. Белә лә инде уны Айгөлө лә. Тик ҡатын биленә ятҡан ауыр ҡулды терһәге менән төртөп төшөрҙө. Быныһы ҡатыраҡ тотонғайны, сәсрәп үк сыҡты:
– Башым ауырта тинем бит! Шунан башҡа һиңә нимә кәрәк? – ир уның ыҡҡа килмәҫен төшөнөп, ыңғайына һыпырҙы:
– Ярай, йоҡла. Яр һалма ул хәтлем, балларҙы уятаһың.
Айгөл иһә ысынлап ҡыҙғайны:
– Ятма вапще бында! Бар, ана, залға кит!Үлеп барһаң да бисә итеп тотонор! Хайуан!!
Был хәтлене көтмәгәйне ир. Башта ҡаушап ҡалды. Унан асыуы ҡабара төштө лә, шулай ҙа эште ҙурға ебәрмәҫкә булып, яҫтаған мендәрен тотоп ҡуҙғалды, уныһын карауат эргәһендә төйгөләп тора биргәс, Айгөлгә ырғытты:
– Дура!
Битенә килеп бәрелгән яҫтыҡтан ҡатындың әйтер һүҙҙәре өҙөлөп ҡалды. Әйткәндә лә уны тыңлаусы юҡ ине инде.

– Э-эй, енде бисә, тораңмы? – тип шаяртып уятты уны иртәнсәк ире. Иртә тора Илшаты. Һауынға ла йыш ҡына ул уята. Яуап бирмәһә лә тороп кейенде ҡатын һәм тышҡа сығып әйләнгәндә теге фуфайканың кеҫәһен тикшереп ҡарарға булды. Ике яғын да, эске бүлектәрен дә ҡапшап-һәрмәп сыҡты – алҡалар юҡ ине. Әһә! Алған! Ниһайәт, бирергә булған. Шуны кисә үк тапшырып ҡуйһа була бит инде, алйот, юҡҡа тауыш сығарып...
– Кисә эҫе һалма тип торам бит, юҡ, тыңламайһыңда инде... Давлением күтәрелгәйне, ахыры... – тип аҡланғандай ҙа, ғәфү үтенгәндәй ҙә һөйләнде ҡатын иртәнге сәй артында. Ире ишетмәмешкә һалышты. Ә Айгөл уға күҙҙәрен тултырып-тултырып ҡараны. Моғайын, шуға ғына үпкәләп ултырмайҙыр бит инде. Хәҙер, алҡаларын бирһә, араларында бер төйөр ҙә ҡалмаясаҡ...
Ҡатынының ихлас төбәлеп ҡараған һораулы ҡараштарын үҙенсә аңланы ир:
– Ярай, все – мир.
Көтөлгән бүләк тағы ла тапшырылманы.

Фото: mftrade.net
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: