-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2021, 18:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯЛТЫРМА Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Йөҙ төрлө уйҙары, хис-тойғолары эсендә бер янып, бер туңа хәҙер Айгөл. Кәртә яғында төҙөлөш менән булған ирен тәҙрә аша күҙәтеп тороп ала. Йөрөшөн ҡырҙан самалай, төҫөн-буйын һынай. – Кемгә? Кемгә алған атыу ул алҡаны? Кеме булырға мөмкин? Неужели?.. Неужели хыянат итә?.. Уффф... Үлергә генә ҡала...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ЯЛТЫРМА
Хикәйә
Өсөнсө өлөшө
Йөҙ төрлө уйҙары, хис-тойғолары эсендә бер янып, бер туңа хәҙер Айгөл. Кәртә яғында төҙөлөш менән булған ирен тәҙрә аша күҙәтеп тороп ала. Йөрөшөн ҡырҙан самалай, төҫөн-буйын һынай.
– Кемгә? Кемгә алған атыу ул алҡаны? Кеме булырға мөмкин? Неужели?.. Неужели хыянат итә?.. Уффф... Үлергә генә ҡала...
Аш араһында ҡайнай бирә лә, тағы тәҙрә тәңгәленә килә:
– Алдап йәшәй микән ни шулай? Яратам тип өйләнде бит әле, эт! Ҡандай ике ул табып бирҙем, тас үҙе булып йөрөйҙәр... Битһеҙ...
Ярһып китмәҫ, асыҡламайса ҡаңғырмаҫ өсөн иренең барлыҡ яҡшы яҡтарын һанап йыуанмаҡсы булып башлай:
– Эсмәй... Эшлекле... Өйҙәге ваҡ-төйәккә ҡыҫылып йөрөмәй бит ул... Кейеменә лә, эшенә лә ҡыҫылмай тигәндәй. Әллә битараф микән?.. Бер бүләк биргәне юҡ инде. Эйе, шундай нәмәне белмәй. Ауыл балаһы тиер инең, ана, еҙнәһе лә ауылдыҡы, апаһын бүләкләп, күңелен табып ҡына тора. Ә был туң шул яҡҡа... Улай тиһәң, әлеге алҡалар... Кемгәлер алған бит... Тапшырғандыр ҙа әле...

Өйгә килеп ингән бәләкәй улын да аңғармай ҡалған икән.
– Әсәй! Нишләп ишетмәйһең ул? Баянан бирле ҡысҡырам: атай айран һорай!
– Атаң ба..! – тип башлай ҙа, шымып, тиҙ генә айран һыулап банкаға ҡоя. Унан ҡапыл башына бер уй килә лә, улына өндәшә:
– Үҙем апарырмын. Хәҙер артыңса киләм.
Малайы өҫтәлдән икмәк эләктереп алып, ҡайыра тешләп сығып китә.

Эшселәре эргәһенә аҙбар башына уҡ барып менде Айгөл.
– Ипләп, аяҡ аҫтыңа ҡара, эләгеп ҡолама, - тип иҫкәртте уны күргән Илшат, — Проверка менән киләңме?
– Атыу, кем белә һеҙҙе, бәлки бында ҡояшта рәхәтләнеп шахмат уйнап ятаһығыҙҙыр.
– Перекур, егеттәр, — тине ир улдарына, тегеләре “йәлп-йөлп” һикерешеп төштө лә, етемһерәп көтөп ятҡан футбол тубын типкеләргә кереште. Ир менән ҡатын бер арауыҡ балаларының уйнағанын ҡарап ултырҙы. Икеһендә лә бер уй ине: үҫеп китте быйыл уландары. Ҡатын ғорур ҙа, бәхетле лә ҡарашын иренә күсереп, эйәген уның яурынына терәне, сәсенә һырыған бысҡы вағын һыпырҙы. Ошолай онотолоп, бирелеп, илһамланып эшләгәнен ярата ул иренең. Тир еҫе лә, ҡояшта көрәнәйеп кипкән йөҙө лә, әрһеҙләшеп шытып сығып килгән һаҡал-мыйыҡ төктәре лә яҡын һәм үҙ.
— Өлкәнен хәрби училищеға әҙерләй башлайым, спортҡа...
– Бынау яғы бөтәшкән әллә... – ҡолаҡ осон тартҡылаған ҡатыны уны тыңламай ине, бөтөнләй икенсене һөйләне. Ире иһә ул күрһәткән ҡолаҡ япрағына күҙ һирпеп кенә ала ла, башлағанын дауам итмәксе:
– Сәләмәтлеге яҡшы, тырышлығы бар. Унан берәй йылдан бәләкәсен дә...
– Ҡарале, бөтәшкәнме тием дә һуң?
– Ҡайҙан беләйем мин һинең ҡолағың тишеген? – ирҙең ризаһыҙлығы бөтөн йөҙ-ҡиәфәтенә сыға.
— Ә нишләп һин уны белмәҫкә тейеш? Үҙеңә кәрәген беләһең дә инде.
– Һуң... – Илшаттың ҡаршы торор аргументы юҡ, ул ҡулдарын ғына йәйә.
– Алҡам булһа урыны бөтәшмәҫ ине.
– Таҡ һуң, ҡайҙа алҡаларың?
– Алтынымдың һыңарын юғалттым, беләһең дә инде. Көмөш алҡам юҡ.
– Айгөл, бар ҙа һатып ал тип әйттем дә инде, теге мәл үк. Ҡатындар нәмәһен мин ҡайҙан беләйем?
Шул саҡ ҡатын ҡапыл боролоп туп-тура иренең күҙҙәренә ҡараны. Ныҡ итеп, үтә тишеп, тикшереп. Ире аптырай төшһә лә был ҡарашты күтәрҙе. Унан ҡатын ҡапыл һикереп тороп яңы таҡталарға ныҡ баҫып атлап китте. Нығытылмаған түшәм уның аяғы аҫтында дерелдәп бәүелде. Быға ғына үсе ҡанмай, алдында тура килгән сөй ҡумтаһын түңкәрә тибеп китте. Ире артынан ҡысҡырып ҡалды:
– Аяғың аҫтыңа ҡара тинем бит!
Фото: mftrade.net
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: