+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Май 2021, 15:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Икенсе өлөшө

Әмилә тәҙрә аша бер ут әҫәре күренмәгән һигеҙ ҡатлы йортҡа баштан-аяҡ күҙ һалды. Ҡайһы бер ҡаттарҙа тәҙрәләр алынғанлығы, ишек алдында иҙелмә иҙеү өсөн тотонолған ҙур-ҙур бадьялар, төрлө ҡоролмалар тороуы ятаҡта ремонт барғанын да асыҡ күрһәтеп тора. Ҡыҙ, шулай ҙа, аптыраныуын һиҙҙерергә теләмәне.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Икенсе өлөшө
Әмилә тәҙрә аша бер ут әҫәре күренмәгән һигеҙ ҡатлы йортҡа баштан-аяҡ күҙ һалды. Ҡайһы бер ҡаттарҙа тәҙрәләр алынғанлығы, ишек алдында иҙелмә иҙеү өсөн тотонолған ҙур-ҙур бадьялар, төрлө ҡоролмалар тороуы ятаҡта ремонт барғанын да асыҡ күрһәтеп тора. Ҡыҙ, шулай ҙа, аптыраныуын һиҙҙерергә теләмәне.
– Тетя Аня йә Тәскирә апай булырға тейеш вахтала... Хәҙер туҡылдатып астырам да...
Әмилә, һүҙҙәрен иҫбатларға теләгәндәй, сыға һалып ишеккә ыңғайланы. Ишекте башта ипле итеп, унан ҡатыраҡ шаҡыны. Эстән шылт иткән тауыш та юҡ. Эргә-тирә тәңгәлендәге бер-ике тәҙрәне лә ҡағып ҡараны, унан тағы ишеккә килде, тағы туҡылдатты. Үҙ-үҙен ҡулға алырға, паникаға бирелмәҫкә тырышып тештәрен ҡыҫты. “Туҡта, башта был кешене ебәрергә кәрәк”. Ҡыҙыу ғына атлап машина янына килде лә, артҡы ишекте асып сумкаһын тартып алды һәм “Һау булығыҙ”ҙы ырғытып “шап” иттереп ябып та ҡуйҙы. Әммә боролоп китергә өлгөрмәне, уны бәрә яҙып алғы ишек киң асылып китте. Егет, үҙенә хас булғанса, ҡабаланмай ғына сығып баҫты ла ҡулдарын бөйөрҙәренә таянып “Йә” тигән ҡиәфәттә ҡыҙға баҡты. Бигерәк бейек икән үҙе. Оялыуын, ғәрләнеүен асыу менән баҫып, егеттең күҙенә тура ҡарау өсөн ҡыҙға башын күпкә өҫкә күтәрергә тура килде.
– Килтереп еткерҙегеҙ, тәҡдим ителгән аҡсаны алманығыҙ, һеҙгә тағы нимә кәрәк?
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй ҙә ул, һиңә бына ярҙам кәрәк, буғай.
– Мин һеҙҙең ярҙамға мохтаж түгел, беренсенән, икенсенән, аңғармай ҡалдым, беҙ ҡасан “һин”гә күстек әле?! – ҡыҙ ярһып уҡ китте.
Ете төн уртаһындағы кешеһеҙ, дөм ҡараңғы ятаҡтар араһында ҡаршыһына баҫып, ҡыйыу булырға тырышып тауыш күтәреп маташҡан йәш кенә ҡыҙ баланың истерика сигендә икәнлеген аңлау өсөн күп аҡыл кәрәкмәй ине. Ринат та быны аңғарҙы һәм машина уты яҡтыһында Әмиләнең йәш эркелә башлаған күҙҙәренә, ҡалтыранған ирендәренә, шытырлатып бармаҡтарын һындырыуына ҡарай биреп торҙо ла, ҡыҙҙың ерҙә ултырған сумкаһына ынтылды.
– Теймәгеҙ минең сумкаға! – ҡыҙ ике ҡуллап сумка һабына йәбеште.
– Тыныслан. – Әмиләне егеттең әйткән һүҙенән бигерәк һалҡын ҡаты ҡарашы тыйылырға мәжбүр итте, ҡыҙ ипләп кенә ҡулдарын бушатты. – Инеп ултыр машинаға.
Бара биргәс, инде апаруҡ тынысланған ҡыҙ тағы телгә килде:
– Беҙ ҡайҙа барабыҙ?
– Миңә.
– Һеҙгә? Ә һеҙҙә кемдәр бар?
– Берәү ҙә юҡ.
– Мин һеҙгә бармайым. Иртәнсәккә тиклем вокзалда ла ултырырға була, ҡалайым ошонда.
– Иртәнсәккә ятаҡта ремонт бөтөр тейһеңме?
– Ятаҡҡа түгел, миңә вокзалға иртәнсәк.
– Ҡайҙа бараң?
– Әлшәй районына.
– Унда кемгә?
– Әхирәтемә.
– Вокзалға иртәнсәк тә барырға мөмкин.
Унан күңелле генә итеп өҫтәп ҡуйҙы:
– Әйттем бит ашамам, тип.
– Улай тимәйем бит.
– Әйтмәһәң дә уйланың, тауышыңдан һиҙелеп тора.
Ҡыҙ башҡаса өндәшмәне. Бына улар яңы райондың бейек ҡатлы бер йорто янына килеп туҡтаны. Егет ашыҡмай ғына башта үҙе сыҡты, унан Әмиләнең ишеген асып әлеге сумкаһын алды, ҡыҙҙы ла сығарып, брелок төймәһе аша “тыңҡ” иттереп машинаһын бикләткәс, баш ҡағып ҡына “әйҙә” тигәнде аңлатып инеүгә юлланды. Нишләптер, лифт саҡырманылар, етенсе ҡатҡа йәйәү менгәс, баҫҡыстың ҡаршыһындағы тимер ишек салтыр-солтор асылып китте.
Яңы проект менән эшләнгән иркен бер бүлмәле фатирҙа яңғыҙаҡ ир кеше йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора: тәҙрәләрҙә шторалар, йомшаҡ мебелдә ябыуҙар юҡ. Ҙур залда махсус ҡоролма өҫтөнә беркетелгән киң экранлы телевизор ҙа, йомшаҡ мебель. Ә ярты залды ике төрлө тренажер, түбәгә эленгән бокс грушаһы, иҙәндә төрлө ҙурлыҡтағы гирҙәр, гантелдәр биләй.
Егет аяҡ кейемен һалмай ғына иҙәндә туҙышҡан кәрәк-ярағын ашатлап үтеп бүлмә уртаһына сумканы ултыртты ла, артынан эйәреп инеп, ишек төбөндә баҙнатһыҙланып ҡалған ҡыҙға күптән өйрәнгән кешеһенә өндәшкәндәй:
– Хәҙер нимә табабыҙ шуны ҡапҡылайбыҙ ҙа – отбой. Бөтә пландар ҙа иртәгәгә ҡалдырыла, – тине һәм кухняға инеп китеп, һыуытҡыстан шатыр-шотор нимәләрҙер сығарып өҫтәлгә теҙә лә башланы. Әмилә лә, туфлиҙарын сисеп ситкә ултыртҡас, кухняға үтте. Кухняһы ла иркен икән. Яңы кухня гарнитурының ике бүлеге генә теҙеп ҡуйылған да, ҡалғандары ҡағыҙҙа көйө, нисек килтерелгән булһа, шулай ята. Аш бүлмәһенең ҡап уртаһында овал формаһындағы өҫтәл ултыра.
Егет өҫтәлгә сыр, колбаса, ҡаҡланған ярты тауыҡ ите һәм ике банка һыра теҙҙе лә, һыйына ҡарай биреп торғас:
– Өйҙә һирәк ашайым....- тип ҡуйҙы. Һүҙҙәрендә бер тамсы ла аҡланыу, уңайһыҙланыу ишараты һиҙелмәне.
Әмилә баш тартыуҙы яйһыҙ һанап, бер-ике киҫәк сыр ҡапты ла, крандан алып һыу эсмәксе булғайны, Ринат һыуытҡысынан сығарып минералка бирҙе. Шуны бер аҙ уртлағас, һораулы ҡарашын хужаға төбәне. Тегеһе лә ашарҙан түгел күрәһең, бер банка һыраһын асып, яҙа-йоҙа эскеләп усында өйөрөлтә ине, ҡыҙҙың иғтибарын ғына көтөп ултырған икән, шундуҡ урынынан торҙо.
– Әйҙә, диванды ҙурайтып бирәм, шунда ятырһың. Теләһәң душҡа ин.
– һеҙ ҡайҙа ятаһығыҙ?
– Кухняла.
– Иҙәндәме?
– Раскладушкала. Башҡа берәй төрлө тәҡдим бармы әллә?
– Юҡ-юҡ.
– Юҡ икән – юҡ.
Егет залдың мөйөшө менән ярты стена буйын биләп ултырған йомшаҡ мебелдең бер өлөшөн асып, өс-дүрт кеше һыйып ятырлыҡ урын йәйеп ташланы. Шул уҡ дивандың аҫҡы йәшнигенән простыня менән йомшаҡ одеял сығарып һалды. Яҫтыҡ тигән нәмә күренмәне, юҡтыр, күрәһең. Үҙенә балкондан раскладушка алып, ултырғыс башында элеүле торған простыня төҫөндәге юрған тышын эләктереп, залдың ишектәрен ябып уҡ сығып китте. Унан ҡайҙалыр шарт-шорт итеп раскладушкаһын урынлаштырғаны, бер аҙҙан һыу шаптырлағаны ишетелә биреп торҙо ла, тауыштар тынып ҡалды. Әмилә, бысраҡ кейеме менән мебелгә ултыра ла, егет ятмайынса йыуынырға сыға ла алмайса иҙән уртаһында баҫып ҡалғайны. Теге яҡта һил булғас, аяҡ остарына ғына баҫып ваннаға үтте, спорт костюмын һалып, һылы һыу менән тиҙ генә сайынып алды ла, урынына бара һалып ятты. Нисек кенә арыған, йонсоған булмаһын, ят урында йоҡлай һалып китә алманы. Ишек аръяғындағы һәр ҡыштырлауҙы тыңлап, тын алыуын да баҫып ҡатып ятыуы, ята торғас, үҙенә бик тә таныш, йән әсеттергес булып китте. Ҡайҙа тағы ошолай аптыранып ятҡайны әле ул? Ә-ә... эйе... интернатта.... Рәйсә инәй интернатҡа алып килеп ҡалдырып киткәс, бөгөнгөләй шаҡ ҡатып ятып төн уҙғарғайны. Ул ваҡытта Әмиләгә бары ун бер йәш ине.
... Бала сағын яҡты, ҡояшлы көндә шау сәскәле болонда йөрөгәндәй генә итеп хәтерләй Әмилә. Уға йылы, рәхәт, эргәһендә әсәһе менән атаһы. Улар өсәүләшеп ҡырҙа сәй эсә. Бесәндә булдылармы, әллә тәбиғәткә сыҡтылармы, уныһын асыҡ ҡына иҫләй алмай. Әммә әсәһенең ҡоромло ҡара баҡырсанан сәй яһауы, көлә-көлә нимәлер һөйләүе, атаһының ҡырын төшөп ятыуы, үҙенең атаһы өҫтөндә аунап йөрөп уйнауы, табын тирәләй эт менән баҫтырышыуы әллә төштән, әллә томан эсендәгеләй үткәндәрҙән күҙ алдына килә …
…Атаһы совхозда баш зоотехник булып эшләгән, унан бер һауынсыға әүрәп киткән, әсәһе имеш-мимештәрҙе юллап ете төн уртаһында йәйләүгә барған да, атаһының УАЗ-игын теге ҡатын өйө янында күргәс, яҡындағы урманға барған да аҫылынған. Үҙенең ғаилә трагедияһы хаҡында ошоларҙы ғына белә Әмилә. Мөнирә инәһе шулай ғына һөйләне.
Өләсәһе, әсәһенең әсәһе, әле яңы иллене генә үткәйне әле. Бер бөртөк ҡыҙының башына еткән кейәүен күрергә лә, ишетергә лә теләмәне, әлбиттә баланы ла күрһәтмәне. Йәшлек яуапһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан оло бәләнән шаңҡыған йәш ирҙе тупһаһына баҫтырыу ғына түгел, урамдан үтеп йөрөрлөк тәҡәт тә ҡалдырманы уға. Әрләп-ҡарғап, хатта эшенә барып туҙынып йөрөнө. Атаһы сит өлкә кешеһе, был ауылға институттан һуң эшкә килеп, әсәһенә өйләнеп ҡалған ине. Шунлыҡтан, әллә ҡайғыһынан алйып, әллә үҙе сәбәпсе булған бәләләрҙән ҡурҡып, башын ситкә олаҡтырыуҙы хуп күрҙе. Мөнирә инәһе башта атаһынан хаттар ҙа, посылкалар ҙа килгеләгән, ти, тик Әмилә ул хаҡта белмәй, уға уларҙы уҡытҡан, күһәткән кеше булманы. Бер юлы онотһон да төңөлһөн тигәндер инде өләсәһе. Шулай булды ла…
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: