+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Май 2021, 21:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Өсөнсө өлөшө

Тик бына өләсәһе лә үҙ мөмкинлектәрен самаламаған булып сыҡты. Әмиләгә туғыҙ йәш тигәндә һыйыр һауып ултырған еренән ҡан баҫымы күтәрелеп тәгәрәне лә йән бирҙе. Шулай итеп Әмилә өләсәһенең алыҫ ҡына һеңле тейеш Мөнирә инәй ҡулына күсте. «Үҙем ҡыҙ тапмағас, һине ҡыҙымдай күреп үҫтерермен тип алып ҡайттым» тип аңлата инәйе был ҡылығын.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Өсөнсө өлөшө
Тик бына өләсәһе лә үҙ мөмкинлектәрен самаламаған булып сыҡты. Әмиләгә туғыҙ йәш тигәндә һыйыр һауып ултырған еренән ҡан баҫымы күтәрелеп тәгәрәне лә йән бирҙе. Шулай итеп Әмилә өләсәһенең алыҫ ҡына һеңле тейеш Мөнирә инәй ҡулына күсте. «Үҙем ҡыҙ тапмағас, һине ҡыҙымдай күреп үҫтерермен тип алып ҡайттым» тип аңлата инәйе был ҡылығын.
Әсәһен һағыныуын иҫләмәһә лә, өләсәһен һағынды Әмилә. Уның буш өйөнә барып илап йөрөгән еренән әллә нисә табып алып ҡайтты үҙен инәһе. Мөнирә инәйе лә яҡшы ҡараны уны, арҡаһынан тупылдатып һөйөп кенә торҙо, магазинға килгән һәр матур күлдәкте, ҡурсаҡты алып биреп барҙы. Ҡалала интернат-мәктәптә ятып уҡыған малайҙары ла үҙ итте бәләкәй ҡыҙыҡайҙы, ялға ҡайтҡандарында уны уртаға ҡуйып ҡыҙыҡ күреп ҡаранылар, төрлө һорауҙар биреп һөйләштерҙеләр, яуаптарынан мәрәкә табып көлөштөләр. Һәр береһе юл аҡсаһын ҡыҫып һеңлеләренә берәй шоколад, пирожный, уҡырға төшкәс төҫлө ҡәләм, значок, заколка кеүек ваҡ-төйәк ташыны. Ә Әмилә тора-бара уларҙың ҡайтҡанын көтөп тора башланы, хатта иркәләнеп, наҙланып ебәрергә лә өйрәнде. Шулай итеп йәшләй генә ирһеҙ ҡалып, үҙ елкәһендә дүрт ир баланы күтәреп килгән Мөнирә инәйенең даһыр-доһор малайҙар донъяһына йәм, наҙ алып килде ул.
Дүртенсе класты тамамлағас, ауылда мәктәп булмау сәбәпле, уға ла ҡалаға китергә тура килде. Мөнирә инәйе шулай уны интернатҡа алып килеп, һалдат казармаһындай оҙон бүлмәгә үҙе тиҫтерҙәре янына урынлаштырып, яйлап-көйләп ҡайтып киткәйне. Ят урындағы тәүге төнөн иларға ла ҡыймай ошолай ҡатып ятып үткәргәйне ҡыҙсыҡ…
Башта ҡыйын, ауыр, һәр нәмә ят кеүек күренһә лә, бында ла өйрәнде Әмилә. Бында әле үҙенең ике ағаһы ла уҡый ине, улар көн дә инеп хәлен белеп, асыҡҡанында үҙәк ялғатып, ҡурсалап-ҡарап торҙолар. Бала кешегә ней дуҫ-иш тә, әхирәттәр ҙә табылды, уҡыу һәм төрлө саралар онотолдороп үҙ эсенә йомдо.
Мәктәпте бөткәс, белемен иң яҡшы үҙләштергән предметтарынан дауам итергә булды һәм филология факультетының сит телдәрҙе өйрәнеү бүлегенә имтихандар тотто. Мөнирә инәйе лә: «Ҡыҙ кешегә иң ҡулайлыһы уҡытыусы булыу инде ул», – тип хупланы. Шулай итеп Әмилә студентка булып китте.
Мөнирә инәйенең малайҙары үҫеп ир етешеп, армия сафтарында хеҙмәт үтеп, бер-бер артлы өйләнешеп ситкә китеп бөттө. Һуңғы йылдарҙа һаулығы ныҡ ҡына ҡаҡшап, йыш зарлана башлағас, кинйә улы Азамат йәш кәләше Зифа менән күсеп ҡайтты. Әмилә еңгәһе һәм ағаһы менән тәүге курсты бөткән йәйҙә бер айҙай ғына йәшәп ҡалды. Уҡыу ваҡытындағы аҙна-ун көнлөк каникулдарҙа, байрамдарҙа һабаҡташтарына, ятаҡташтарына яҙма эштәр, тәржемәләр, төрлө бәләкәй фәнни эштәргә заказдар алып, ҡайтмаҫҡа тырышты. Был эштәргә түләү хаҡтары уның етемлек пенсияһына аҙ булһа ла ҡушымта ине. Ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың башҡалар кеүек үк матур итеп кейенгеһе, биҙәнеп-төҙәнгеһе лә килә шул. Был бер сәбәп, ә икенсе сәбәпте Әмилә берәүгә лә, хатта үҙенә лә аңлата алмаҫ кеүек. Сөнки, уның уйлауынса ундай хәл, ундай сәбәп булырға тейеш түгел. Бәлки улай ҙа булмағандыр, тойолған ғыналыр. Эш шунда: еңгәһе уны нимәгәләр оҡшатманы, яратманы шикелле. Икәү-ара аш бүлмәһендә ҡайнашҡанда алсаҡ кеүек тә, бына ағаһы яндарына килһә, әллә нишләй ҙә китә, тырт-мырт һөйләшә, юҡ-барға үпкәләй, екеренә башлай. Ә инде Азамат ағай Әмиләгә төбәп өндәшһә, арҡаһынан һөйһә йәки уға көҙгә ниндәй кәрәк-яраҡтар йүнләргә икәнлеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатһа, бөтөнләй ҡылтайып сығып китә. Ағаһы аптыранып кәләше артынан эйәрә. Бына ошолар күңеленә шик һалды, тыуған йортондай күреп үҫкән, ғәзиз булған төйәгенән өркөттө, биҙрәтте уны. Етмәһә, һуңғы ваҡытта Мөнирә инәйе лә больницала ғына йәшәй тигәндәй.
Икенсе курсты тамамлағас, практикаһын, унан башҡа төр эштәрен бөтөрөп, ярты йәйҙе үткәреп, ҡайҙа барһын, тағы ла шул инәйе йортона ҡайтты ул. Йәш ғаилә уға шатланғандай ҙа булды. Һәр хәлдә ағаһы ихлас ине. Уның бүлмәһен тегеләр алған, ҡыҙ Мөнирә инәйенең түшәген биләне. «Ярай, әсәй ҡайтһа, берәй яйын уйларбыҙ, ул бүлмәгә тағы ла бер карауат һыя…», – тип ҡуйған булды ағаһы.
Көйәҙ килендең көйөн көйләй-көйләй ай ярымдай бергә йәшәп ташланылар. Әмилә еңгәһенә һыйыр һауыу, иҙән-кер йыуыуҙы, йәшелсә, картуф утау эштәрен тейҙермәҫкә тырышты. Өйҙә лә ир менән ҡатындың һүҙҙәренә ҡыҫылмаҫҡа, бер нигә ҡамасауламаҫҡа булып, хатта залға телевизор ҡарарға ла сығып ултырмайса, күләгә кеүек кенә йөрөнө. Тик нимәһелер барыбер килешмәне, ахыры. Һуңғы көндәрҙә Зифа бигерәк көйһөҙләнде. Тамаҡ ашағанда Әмиләне күрмәне лә белмәне, иренә лә этеп-төртөп яуап бирҙе, күбеһенсә тумһайып ултырҙы. Әмилә ғаиләләге был сыйыштың ни ғиллә менәндер үҙенә ҡағылышлы икәнлеген һиҙҙе, тик сәбәптең тап нимәлә икәнлеген генә төшөнә алмай ине. Ағаһынан асыҡтан-асыҡ һорар ине, уныһы ла ҡыҙҙан тартынғандай ҡылана, аулаҡта бергә ҡалмаҫҡа тырышҡандай, ҡасып йөрөгәндәй күренә уға.
Йөрөй–йөрөй һыҙлаған шеш һытылғандай, уйламаҫтан был йомаҡтың да осо сыҡты. Ул көндө Әмилә, көнө буйы картуф утап саңланғас, йылғаға төшөп һыу инеп, көтөү ҡайтҡансы тегеләргә текәлеп ултырғансы иртәгә Мөнирә инәйгә алып барырмын тип бер аҙ еләк, мәтрүшкә йыйып, күңеле күтәрелеп, кәртә артынан ғына ҡайтып инде. Азамат менән Зифа, урам яғынан инмәгәс, уны аңғармай ҡалдылар, ахыры. Сәй эсәләр, күрәһең, аласыҡтан ҡашығаяҡ сылтыраған, шаптырлатып һыу ҡойған тауыштар айырым-асыҡ ишетелеп ҡала. Бына ағаһы йыуаш ҡына итеп мөңгөрләне:
– Ҡуйсәле, Зифа, юҡты башыңа индереп алдың да…
– Нишләп юҡ булһын, – ҡатыны уны ҡырҡа ғына бүлдерҙе, – һинең өсөн минең һүҙем юҡ һүҙме?! Бәлки үҙем дә юҡтыр, ә?!
– Аптыратаһың бит, кем икәнлеген белмәйһеңме инде…
– Ә кем ул һиңә, кем?! Ул бит һиңә туған түгел, улайһа кем? Ярай, бәләкәй сағында үҫкән тей, ярай әсәйеңә яҡын, ә һиңә ул һеңле лә, шуртым да түгел. Нимәгә килә бында һаман, һине күреү өсөнмө?
– Атыу ҡайҙа барһын…
– Теләһә ҡайҙа – тик бында түгел, һин мине алып ҡайтҡанда өйөмдә тағы бер ҡыҙым ултыра тимәнең.
– Ниндәй ҡыҙым?.. Һеңлем итеп ҡарай алмайһыңмы ней һуң, Зифа…
– Юҡ. Мин һораштым инде, уның һиңә бер туғанлығы ла юҡ. Мин һиңә инәлеп тормам, үҙең һайла, һуңынан үкенерҙәй булмаһын.
– Алйот хәбәреңде! Ниндәй һайлау, нимә һөйләйһең һин, Зифа?!
– Мин уға бала табам тип йөрөгән булам, ә ул мине мыҫҡыл итеп… ике бисә менән йәшәрһең, бәлки!
– Вот дура! – Азамат енләнеп аласыҡтан килеп сыҡты ла, ишек тотҡаһына ҡулын һуҙған килеш ҡатып торған Әмиләгә бәрелде. Асырғанған, ярһыған ир ҡапыл асылған ишек бәрелеүҙән ҡасып янтайып ҡолап барған ҡыҙҙы ҡырҡыу ғына итеп яурындарынан тотоп алды, тегеһе лә уның беләгенә йәбеште. Ҡараштары осрашты. Ир кеше ғазапланып, йәлләп, оялып ҡараны, ҡыҙ уйламаҫтан ҙур ҡурҡынысҡа юлыҡҡандай күҙҙәрен шарҙай асып текәлде…
Былай ғына бирешеп ҡалырға теләмәй, Зифа ла ире артынан эйәргән икән. Азамат менән Әмиләне бер-береһенә тотоноп текәлешеп торған был бер нисә секундлыҡ хәлдә күреп: «Ҡосаҡлашырын ҡосаҡлашҡас, үбешегеҙ инде», – тигән һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып һелтәне лә, боролоп өйгә инеп китте. Азамат, ҡулдарын утҡа бешкәндәй кинәт алып, тышҡа ташланды. Ә Әмилә иһә быуындары бөтөп һулып төштө. «Бына нимәгә асыуланышҡандар икән улар… Еңгәһе уны ағаһына көнләгән… Ағаһына!.. Нишләп һеңле булмаһын… атыу кем булһын тағы?! Ай, Хоҙайым, ҡалай оят… Алйот бисә… ҡалайтырға инде хәҙер...»
Ҡыҙ тороп ултырҙы, ҡапыл асыуы ҡабарҙы, ғәрлеге, ғорурлығы бәреп сыҡты. «Нишләп тора әле ул, китергә кәрәк бынан! Хеҙмәтсеме ни ул, бәйләп ҡуйылғанмы! Хәҙер үк сығып китергә кәрәк!» Ошо дауыллы уй менән йүгереп йөрөп йыйынды, күҙенә күренгәндәй кейемдәрен йомарлап сумкаһына тыҡты, ашыҡ-бошоҡ юл кейемен кейҙе, яҙа-йоҙа сәсен рәтләне лә, ҡыҙыу атлап ауылдан бер-ике километр ситтә ятҡан оло юл туҡталышына юлланды.
Оҙаҡ торҙо ул туҡталышта. Ул арала күк йөҙөн яйлап ҡына баҫып алған болоттар көйләп ямғыр башлап ебәрҙе. Ярһыуы баҫылған ҡыҙ ҙа, хәлдең бөтөн тәрәнлеген, асылын төшөнөп, ямғырға ҡушылып буҫлығып-буҫлығып иланы. Илауҙан башҡа сараһы ла юҡ ине уның. Ҡамасаулаусы ла, йыуатыусы ла, йәлләүсе лә, хатта ҡайғыһының шаһиты ла булманы. Тәүге тапҡыр үҙен ысын етем итеп тойҙо ошо ваҡыт Әмилә…
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: