+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Май 2021, 21:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Алтынсы өлөшө

…Ринат төшөндә Әмиләне бөгөлә-һығыла көлә икән тип күрҙе… Төнө буйына күренде микән ул төш, әллә таң алдынан ғына индеме?.. Нимә тип көлгән булды икән? «Һин Робин Гудмы әллә» тинеме, әллә «Ахмаҡ һин, дурачок» тинеме? Ошо уйҙан Ринаттың тик-томалға асыуы ҡупты. Үҙен көлкө, мыҫҡыллы хәлдә итеп тойҙо һәм, быларҙың киреһен иҫбатларға теләгәндәй, һикереп тороп һауаны төйгөсләп ташланы.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Алтынсы өлөшө
…Ринат төшөндә Әмиләне бөгөлә-һығыла көлә икән тип күрҙе… Төнө буйына күренде микән ул төш, әллә таң алдынан ғына индеме?.. Нимә тип көлгән булды икән? «Һин Робин Гудмы әллә» тинеме, әллә «Ахмаҡ һин, дурачок» тинеме? Ошо уйҙан Ринаттың тик-томалға асыуы ҡупты. Үҙен көлкө, мыҫҡыллы хәлдә итеп тойҙо һәм, быларҙың киреһен иҫбатларға теләгәндәй, һикереп тороп һауаны төйгөсләп ташланы. Шул ҡыҙыулыҡ менән ванна бүлмәһенә юлланды ла, Әмиләнең кер йыуыу машинаһы өҫтөндә онотолоп ятып ҡалған ағас һаплы сәс щеткаһына күҙе төштө. Тәүге көн, ошо әйберҙе аңғарып ҡалғас, ҡулына алып, бындайҙы тәүгә күргәндәй, әйләндереп-әйләндереп ҡарағайны, хатта ҡырағай кеше шикелле еҫкәп тә торғайны бит. Әле килеп шартларҙай булды. Теге ҡыҙ быларҙың барыһын да беләлер ҙә, шуға ла төшөндә көләлер кеүек тойолдо. «Көлкөңдө яңыртырмын әле, соплячка!» Ринат щетканы коридорға ҡарай атты, тегеһе фатирҙың тимер ишегенә «шаҡ» итеп бәрелде лә, бер нисә киҫәккә бүленеп сәселеп китте. «Бына шулай, абзың менән шаярмайҙар!»
Тренировкаға ҡашы емерелгән килеш, эсендә бөтөн донъяға асыу һаҡлаған кешеләй килде ул. Бөгөн расписание буйынса һуғышсылар махсус ауырлыҡтарҙа көс һынаша. Петрович Ринатҡа бер генә һынсыл ҡараш ташланы ла, барыһына ла «Әҙерләнергә!» тигән команда бирҙе.
Тәжрибәле тренерҙы Байрамовтың «дошман»ына яҙылып, «уйнап» алырға ваҡыт бирмәүе, туранан-тура һөжүмгә күсеүе, үҙ таҫыллығының, көсөнөң өҫтөн икәнлеген белә тороп, аяуһыҙ ҡыланыуы һағайтты. «Нимә булды әле был малайға? Ул бит уны ун ике йәшенән үҙе «әүәләп» үҫтергән, сәғәт системаһына һалған… Күп йыллыҡ ауыр хеҙмәт талап иткән, яҡты өмөттәрен аҡлап килгән иң оҫта һуғышсыларының береһе… » Тренер ауыр ҡарашын, парын дөрөп алып барған, ураған һайын хаталар ебәргән, ярамаған хәрәкәттәр, алымдар ҡулланып, ҡағиҙәһеҙ, тәртипһеҙ дөмбәҫләшеү асып ебәргән һуғышсыһына ҡаҙап, баш ватты. Ул арала «еңеүсе», судьяның әсе һыҙғырыуына ла ҡолаҡ һалмайынса, «дошман»ына һуңғы «суҡмарын» ултыртты ла, ҡапыл һикереп әйләнеп китеп, ялан аяғы менән тегенең каскалы башына типте. Уныһы күҙ йомоп асҡансы салҡан әйләнеп төштө һәм… иҫен юйҙы.
Ринг тирәләп сүгәләп ултырған һуғышсылар аптырашып әле асыуынан сәсәп киткән тренерға, әле шыбыр тир булып, үҙ кисерештәренән арына алмай аһылдап торған боксерға ҡараны. Уларҙы, барыһынан да бигерәк, һәр ваҡыт һалҡын аҡыл, һәр секунды уйланған, үлсәнгән хәрәкәттәр менән генә эш итеү оҫтаһы булып танылған, йәштәрҙе лә шулай өйрәткән, тәрбиәләгән боксерҙың күҙ менән ҡаш араһында ҡарашы аңһыҙланып, тештәре ыржайып, алдындағыларҙы өҙгөләп ташларҙай йыртҡысҡа әүерелеү күренеше тетрәтте шикелле.
– Байрамов! Һин нимә, төрмәгә ингең киләме?!
Тренерҙың гөрһөлдәк тауышы барыһын да айнытып ебәрҙе. Егеттәр матала ятыусыға ярҙамға ташланды. Ярай әле тегеһе тиҙ генә иҫенә килде һәм башына, битенә бөркөлгән һыуҙы һыпыра-һыпыра тороп ултырҙы. Ул арала Ринат та айнып киткәндәй булды һәм өйкөлөшкән иптәштәрен йырып инеп, ҡыйырһытылған һуғышсының эргәһенә сүгәләне, яурынына ҡағылды:
– Ғәфү ит, брат, ғәфү ит… ысҡындым…
Тегеһе иһә Байрамовтың кәйефен тәүге «суҡмарҙан» уҡ һиҙгәйне, шуға ла тынысландырырға ашыҡты:
– Ярай, ярай, үтте инде… ялтанып өлгөрмәнем бит… ярай…
– Ярамай! Вот, бына былай ярамай! – түңәрәккә килеп ингән Петрович сүместәй йоҙроғонан һуҡ бармағын көмөрәйтеп өҫкә сығарып һауала һелкте, – Был – тупаҫ рәүештә ҡағиҙәне боҙоу, аңлы рәүештә кеше һаулығына зыян килтереү, тип атала. Был – енәйәт!
Тренерҙың әйткәндәре ярһыуын баҫырға теләп тырмашҡан Ринаттың асыҡ яраһына сыбыҡ менән төрткәндәй тәьҫир итте, ултырған еренән ҡаш аҫтынан һөҙөп өҫкә ҡараны. Был ҡараш та таныш ине Петровичҡа. Ул бит бындай ир-егеттәр менән тәүге йыл эшләмәй. Бер генә һуғышсыны ҙур рингтарға сығармаған да, уларҙың төрлө ҡатмарлы хәлдәрен аҙ кисермәгән. Үҙе лә оҙайлы спорт юлы үткән ҡарт бүре бит әле ул. Шунлыҡтан, теле һәм ҡулы ҡысытып торһа ла, хәлде «бушатып» ебәреүҙе яйлыраҡ күрҙе һәм, ғәҙәттән тыш бер ни ҙә булмағандай, уңлы-һуллы бойороҡтарын һирпте:
– Тор, Савельев, ҡояшта ҡыҙынырға килмәгәнһең! Барығыҙ ҙа урындарығыҙға! Райкин, Горбатко – матаға! Маратыч, һин тренер урынына! – унан Ринаттың арҡаһынан ҡаҡты, – Һин, әйҙә – миңә!
Үҙ ғәйебен белеп килгән бала шикелле башын эйеп, ҡаршыһындағы ултырғысҡа «гөрҫ» итеп ултырған уҡыусыһына, өндәшмәҫтән оҙаҡ ҡына текәлеп ултырҙы ла, тренер, тыныс итеп:
– Башыңды күтәр, улым, күҙемә тура ҡара, – тине.
Тегеһе шуны ғына көткәндәй «ялп» итеп башын күтәрҙе һәм һаман ярһыуы баҫылмаған ҡарашын туп-тура уҡытыусыһының күҙҙәренә ҡаҙаны. Егеттең ҡараштарында асыу, юғалып ҡалыу, асырғаныу, ҡурҡыу, тағы ла әллә ниндәй тойғолар сағыла ине.
– Байрамов, һин берәй нәмә ҡабул итәһеңме әллә, йәшермә, әйт, мин белергә тейеш… – Петрович үҙен әллә нисә көн борсоған был һорауҙы бирмәй булдыра алмай ине.
– Юҡ.
– Эстеңме?
– Юҡ.
– Берәй ерең ауыртамы?
– Юҡ.
– Психиатрҙа күптән булдыңмы?
– Псих тимәксеһегеҙме мине, Петрович, – егет көсәнеп көлмәксе булды, әммә көлөүе теш ыржайтыу кеүек килеп сыҡты.
– Бөгөнгө ҡылығыңа ҡарағанда, үҙеңде кем тип атарға бойорорһоң? Һине бит бер мин генә күҙәтмәйем. Башҡа ваҡыт булһа, елкәңә һуғыр ҙа ялға ебәрер инем, әле бит ваҡыт – алтын, ә һин беҙҙең өсөн алтындан ҡиммәт, Байрамов, аңлайһыңмы шуны?..
– Аңлайым… аңлайым, Петрович… Ғәфү итегеҙ мине… Белмәйем, нисектер аңғармаҫтан килеп сыҡты…
– Аңғармаҫтан килеп сыҡманы, Байрамов, һин инде дүрт-биш көн аңлайышһыҙ хәлдә, ошо торошоң агрессияға алып килде лә. Мин һине ун өс-ун дүрт йыл буйына эмоцияларыңды арҡанларға ла өйрәтә алманыммы ни? Улай булһа, мин – эшкинмәгән уҡытыусы, хаҡым һуҡыр бер тин…
Белә шул Петрович, белә егеттәренең нескә ерҙәрен дә, өҙөлмәҫтәй урындарын да, юҡҡа ғына тәжрибәле тренер, яҡшы психологмы ул? Әле лә, һуғышсыһының «һаҡланмаған» урынын тапты, тапты ла оҫта «удар» яһаны. Егет үҙенән яман бөтөп киткәндәй булған тренерға ынтыла биреп үк ҡуйҙы:
– Һеҙ нимә, Петрович? Мин бит былай ғына… Ваҡытлыса был хәл… Петрович… Ант итәм: мин үҙемде ҡулға алам!
Ҡарт төлкөгә ошо һүҙҙәр кәрәк тә инде. Йәһәт кенә ҡайғылы ҡарт сүрәтенән элекке хәленә ҡайтты:
– Вот, шулай. Шулай кәрәк тә. Бына хәҙер мин үҙемде ысын оҫта итеп хис итәм. Ә хәҙер – врачҡа, тикшереләһең, анализдар бирәһең, – унан сығыр алдынан ҡайырылып ҡараған егеткә йылы итеп, – Мин һиңә ышанам, улым, – тип өҫтәне.
* * *
Ҡыҙҙарҙы Рәмиләнең атаһы үҙ машинаһында алып килде. Коменданттың артынан сабып йөрөп бүлмә алғансы, ул бүлмәгә тимер карауаттарҙы, тумбочкаларҙы, өҫтәлдәрҙе ташып урынлаштырып, матрац-одеялдарҙы йүнләгәнсе, төш ауҙы. Морат ағай арып әлһерәшкән, шулай ҙа күңелдәре көр, йөҙҙәре шат булған ҡыҙҙар менән, ҡатыны һалып ебәргән аҙыҡ-түлекте уртаға һалып тамаҡ ялғаны ла, балаларҙы урынлаштырып өлгөрөүенә ҡәнәғәт булып, ҡайтырға сыҡты. Ҡыҙҙарға уны оҙатҡас та эш күп ине әле.
Киске сәйҙе иһә инде, ике ҡыҙ, көлөшә-көлөшә, иҙән-тәҙрәләре ялтыратылған, аллы-гөллө ҡорғандар эленгән, йыйнаҡ карауаттарға сағыу түшәмдәр түшәлгән, иҙән уртаһына кескәй келәм йәйелгән, стеналарына китап кәштәләре, картиналар беркетелгән, тумбаларға сәскәләр ҡуйылған йәмле бүлмәлә ултырып эсте. Әленән-әле курсташтары, дуҫтары инде. Үҙҙәре лә эйәртенешеп йөрөп башҡаларҙың «өй»ҙәрен ҡарап сыҡты. Ятаҡ, әле күптән төн ауғанда ла, шау-гөр, сыр-сыу, даһыр-доһор тауыштар менән гөрләп торҙо.
* * *
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: