+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Май 2021, 15:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Бишенсе өлөшө

« Бер.. бер… бер-ике-өс! Бер… бер… бер-ике-өс!» Ринат үҙенең бөтөн көсөн һалып эшләмәүен белә. Ниңәлер зиһенен йыйып ала алмай. Кисә лә шулай булғайны, элекке көн дә… Быны тренер ҙа һиҙеп-күреп йөрөй. Әленән-әле үҙәк рингтағы боксеры яғына һынсыл ҡарашын ташлап-ташлап ала, йә бөйөрҙәренә таянып текәлеп тора бирә лә, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп башын һелкеп, ауыҙ эсенән мығырлап китеп бара.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Бишенсе өлөшө
« Бер.. бер… бер-ике-өс! Бер… бер… бер-ике-өс!» Ринат үҙенең бөтөн көсөн һалып эшләмәүен белә. Ниңәлер зиһенен йыйып ала алмай. Кисә лә шулай булғайны, элекке көн дә… Быны тренер ҙа һиҙеп-күреп йөрөй. Әленән-әле үҙәк рингтағы боксеры яғына һынсыл ҡарашын ташлап-ташлап ала, йә бөйөрҙәренә таянып текәлеп тора бирә лә, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп башын һелкеп, ауыҙ эсенән мығырлап китеп бара. «Һүгенә…» тип уйлай Ринат һәм үҙе лә эстән һүгенеп йән көсөнә тоҡто төйгөләй. Тик, түгел, түгел… тейешенсә түгел… көндәгесә түгел… был хәрәкәттәр, был йылдамлыҡ профессионал һуғышсыныҡы түгел!
– Так! Байрамов! Что за чепуха?! – Павел Петровичтың талапсан тауышы дәү залды гөрһөлдәтте, – В чем проблема?!
– Да черт ти знай… – Ринат тыңлауһыҙ «суҡмарҙарын» аҫҡа төшөрөп, мығырҙауҙан башҡа яуап тапманы. Үҙен рентген ише үтә күреп торған тренерын нимә тип алдаһын инде ул?
Павел Петрович, бармағын иҙәп егетте үҙе артынан әйҙәне лә, кабинеты ишегенә юлланды.
– Ауырыйһыңмы? – тренер тура һорап тура яуап көттө. Улар шулай өйрәнгән, тәртип шулай.
– Юҡ, шикелле…
– Ауырыйһыңмы?!
– Юҡ.
– Улайһа мин һине аңламайым, Байрамов, ринг алдынан ул ниндәй илке-һалҡылыҡ? Беҙ һиңә күҙ терәп торабыҙ, һиңә ҡарап башҡалар эшләй. Өсөнсө көн, ни ҡыланыуың?! Минең йөрәк ауырта башланы… Өйҙә берәй нәмәме әллә?
– Юҡ… өйҙә барыһы ла һәйбәт.
– Тимәк, мин борсолорҙай сәбәп юҡ?
– Юҡ.
– Сәбәп юҡ икән, борсолтма бабайыңды, улым. Беләһең: мейеңде тренировканан башҡа уй биләргә, тренировканан башҡа эшең булырға тейеш түгел. Эсеү-тартыу, ҡайҙалыр төн уҙғарыу, ҡатын-ҡыҙҙар һинең өсөн түгел… әлегә. Ҡыҫҡаһы, һиңәме аңлатырға, үҙең йәштәрҙе өйрәтәһең. Беҙ аңлаштыҡ, шулай бит?
– Шулай.
– Улайһа, улым, бөгөнгә ҡайтып ял ит, – тренер боксерҙың ҡаршылашырға теләгәнен аңғарып тауышын күтәрә төштө, – Күреп тораһың, һин бөгөн барыбер һуғышсы түгел. Ҡайт, йоҡоңдо туйҙыр һәм иртәгә сәғәт һигеҙҙә һау-сәләмәт булып алдыма баҫ. Хуш!
– Хушығыҙ, Петрович, – Ринатҡа теләр-теләмәҫ булһа ла урынынан ҡуҙғалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Яңы күнекмәгә йөрөй башлаған малайҙай үҙ-үҙен ҡулға ала, аҡылы менән көсөн бер ыҙанға төшөрә алмай аҙапланыуынан, һис юҡтан тренерын борсоуҙан оялды, асыуынан уртын сәйнәне. «Нимә мәмәйләнә әле ул? Ул – клубтың «тимер йоҙроғо», ике тапҡыр Донъя чемпионы булыуға өлгәшкән һуғышсы әллә көсһөҙләнәме? Спортсыларҙы көс-кәр ташлай тигәндәре әллә ошолай башланамы икән? Ауырый тиһәң үҙен һау тоя… Нигә зиһене тарҡау әле… Ниңә?… Ниңә…?»
Күнекмә кейемдәрен сисеп ташлап, үҙенән үс алырға теләгәндәй, тешен ҡыҫып, елкәһе иҫ белмәй башлағансы һыуыҡ душ аҫтында торҙо ла, тәне янып киткәнсе ҡаты таҫтамал менән ышҡынып, кейенеп алды. Атаҡлы чемпиондың танау осондағы чемпионат алдынан тренировканан эңерҙә үк ҡайтырға сығыуына күптәр ауыҙ асып ҡарап ҡалды, Ринат аптыраулы ҡараштарҙы арҡаһы менән тойҙо, был уның асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартты. «Улар хаҡлы… хаҡлы, әлбиттә… Ә ул – дурак!»
Тренерҙың һүҙенән сыҡмаҫҡа булып, ҡайтҡас та йоҡларға ятты. Ул бит шулай өйрәнгән, Петровичтың инструкцияһы, тәртибе, планы менән йәшәргә, хәрәкәт итергә. Һәр ваҡыт уныңса эш итте һәм бер ваҡытта ла отолманы. Тренер ҡушҡан ваҡытта торҙо, ул яҙған рецепт буйынса туйынды, уның көн тәртибе менән йәшәне, тейешенсә ауыр, тейешенсә еңел атлетика менән шөғөлләнде, йүгерҙе, йөҙҙө, сыныҡты, кәрәкле ваҡытта аҙыҡтан, күңел асыу һәм башҡа ҡәнәғәтлек сараларынан сикләнде, тәнен генә түгел аҡылын да махсус тәртипкә буйһондорорға өйрәнде һәм, хатта, уйламаҫҡа кәрәктә уйламай ҙа булдыра ала ине бит… һуңғы көндәргә тиклем.
Егет күҙҙәре талғансы түбәгә ҡарап ятты, унан салҡан әйләнде, унан тағы түбәгә текәлде. Йоҡо юҡ. Нимә булды уға? Чемпионат алдынан шулай йөрәкһейме? Улай тиһәң, беренсе тапҡыр донъя кимәленә сығыуы түгел, тәүге тапҡырҙа ла былай ҡыланмағайны әле. Тағы ла бәйгегә тиклем әле өс ай бар. Өс ай буйына былайтып ятһа – белмәйем… Нимә һиҙенеп болоҡһой күңеле? Нимә булды әле һуңғы ваҡыт? Һәм ул инде нисәнсе ҡат үҙ-үҙенә шул һорауҙы бирә лә, бынан биш көн элек булған хәлдәрҙе ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәрә. Унан инде нисәнсе тапҡыр: «Фу-у, идиот, шул бер ауыл ҡыҙы кәлийәнән сығарҙымы һине?..»- тип көлөп ҡуйған була. «Юҡ-юҡ, уныһы инде – абсурд!» Унан тағы, ирекһеҙҙән, аш бүлмәһенең ишеге төбөндә уңайһыҙланып ҡына баҫып торған зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙы, уның аҡ мәрмәр йөҙөн, дымһыу ҡуңыр күҙҙәрен, ел ыңғайына талғын ғына бәүелгән сәс бөҙрәләрен, ҡарбуз тышын сыйған нәфис тырнаҡтарын, «Һеҙ Робин Гудмы әллә» тип ғәмһеҙ көлөүен күҙ алдына килтерә лә: «Да-ну! Чепуха!» тип, кәрәкмәгән уйҙарын ҡыуырға теләгәндәй башын һелкә: «Че-пу-ха!»
Ринаттың бит шул бешмәгән ауыл ҡыҙынан биш тапҡырға сибәрерәк, һомғолораҡ, ҡупшыраҡ ҡыҙҙарҙы күргәне бар. Һәм күргәне генә лә түгел… Үҫмер сағынан ҡыҙ-ҡырҡын уның муйынына үҙе аҫылына. Ҡыҙҙар ғына түгел, үҙен ир-ат иғтибарын йәлеп итерҙәй тип һанаған ханымдар ҙа осрашыу тәҡдим итә, эҙәрлекләй. Ул ҡатын-ҡыҙҙан кәрәген алып һәм уларға ла үҙҙәре теләгәнде биреп, үпкәләмәҫлек итеп бүләк йә аҡса менән ризалап өйрәнгән. Ике яҡ та ҡәнәғәт, ике яҡ та теләгенә ирешкән, уныңса. Етдиерәк мөнәсәбәт эҙләгәндәрен тиҙерәк һыуындырырға тырышты, ҡасты, шылтыратыуҙарын алманы. Әлбиттә, оҙайлы осрашҡан кешеһе лә юҡ түгел, тик ул да егеттең үҙе кеүек, уны ла билдәле спортсының иғтибары менән ҡиммәтле бүләктәре ҡәнәғәтләндерә әлегә. Етмәһә, ҡыҙ үҙе әйтмешләй, етди мөнәсәбәт, ниндәйҙер яуаплылыҡ, Хоҙайым һаҡлаһын – ғаилә – уның өсөн түгел. Ул, йәнәһе, ир-ат һоҡланһын, яратһын өсөн яратылған.
Һүҙ юҡ, сибәр шул Лариса, ҡиммәтле тышлыҡ талап иткән зиннәтле аҫылташ кеүек затлы, нәзәкәтле, һушты китәрер һауалы ҡыҙ. Әле ул Мәскәүҙә уҡый, бында ла йыш ҡайта. Ларисаны етәкләп ҡунаҡтарға, кисәләргә, төнгө клубтарға барғанда дуҫ-иштәренең, таныштарының, хатта ете-ят ир-егеттәрҙең дә ҡыҙығып, көнләшеп ҡарағанын тоя Ринат. Хас та спортсылар ҡиммәтле кубокка ымһынған кеүек. Башҡаларҙың ошо ҡарашы уның күңелендә ғорурлыҡ, өҫтөнлөк тойғоһо уята. Әллә ул спортсы булараҡ гел алдынғылыҡҡа, еңеүсе булыуға ынтылғанғамы икән? Нисек тә Лариса менән Ринат бер-береһенән ҡәнәғәт, бер-береһенә артыҡ дәғүәләре лә, талаптары ла, Ларисаға нимәлер кәрәк булмаған ваҡыттарҙан тыш, физик ылығыуҙан башҡа араларында наҙ ҙа, йылылыҡ та юҡ. Ә Лариса инде кәрәген һорай белә… Бер уйлаһаң, Ринат ҡатын-ҡыҙҙы тағы ниндәй яҡтан белә һуң? Бары һораусы, алыусы, талап итеүсе, ҡулланыусы булараҡ ҡына.
Бала саҡтан әсәһе һәр ваҡыт атаһынан нимәләрҙер һораны, таптырҙы, һәр ваҡыт уға нимәләрҙер кәрәк булды ла, нимәлер етмәне. Әле ҡайҙандыр килтерелгән люстра, әле модалы стенка, әле балаҫ, әле стилле гарнитур, әле тағы ла нимәләрҙер тип көйөндө, янды, аҡса тупланы, үҙенә лә, башҡаларға ла тынғы бирмәне ул. Атаһы ғүмер буйы ҡалала билдәле хирург, әсәһенең байлыҡ һөйөү нәфсеһен ҡәнәғәтләндерә алдымы-юҡмы, һәр хәлдә әсәһенең үҙенең дә табышы насар түгел – ул мода салонында косметолог.
Әсәһен бер ваҡытта ла, хатта йоҡо бүлмәһендә лә, тәпәрләнгән өҫ-башта күргәнен иҫләмәй Ринат, уның сәсенән алып аяҡ тырнаҡтарына тиклем һәр ваҡыт ниндәйҙер сағыу төҫтә, бөхтә, ҡараулы. Һуңғы мода менән килешле итеп кейенә, үҙен һәр ерҙә лә эффектлы, кешелә тәьҫир ҡалдырырлыҡ итеп тота белә. Ҡыҫҡаһы, атаһы төрттөрөргә яратҡанса «светская львица» инде.
Һеңлеһе Эльвира хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Атаһының бер нимәгә лә кире яуап алып өйрәнмәгән иркә ҡыҙы. Ринат үҙе лә иркәләтергә, шатландырырға ярата шул уны. Ә тегеһенең тәтәй йөҙө үпкәләп сирылырға ла, уймаҡ ауыҙы «алып бир», «бүләк ит», «кәрәк» тигән һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн генә яратылған кеүек. Ярата ул һеңлеһен, тик тегеһенең артыҡ шашып барыуын да һиҙмәй түгел. Ярай, ҙурая бара аҡылға ултырыр әле, тигән була ла, улай тиһәң, тиҙҙән ун һигеҙе лә тула инде. Эйе, ун һигеҙе… Иҫтә саҡта бүләккә нимә теләүен һорап ҡуйырға кәрәк. Юғиһә, үлгәнсе онотмаҫ…
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: