+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Май 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Дүртенсе өлөшө

Ҡорғанһыҙ тәҙрәнән тура төшкән сағыу ҡояш нурҙары уятты ҡыҙҙы. Үҙе уянһа ла, зиһене уянып етмәй, ят бүлмә түбәһендәге нәзәкәтле шәмдәлгә мәғәнәһеҙ төбәлеп бер аҙ ятты ла, һикереп килеп торҙо. «Аһ-аһ, кеше өйөндә төшкәсә йоҡлап ятҡанмы әллә?! Таңдан тороп сығып китермен тигәйне бит». Ҡыҙ ипләп кенә баҫып ишеккә килеп, ҡолағын ҡуйып тыңланы.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Дүртенсе өлөшө
Ҡорғанһыҙ тәҙрәнән тура төшкән сағыу ҡояш нурҙары уятты ҡыҙҙы. Үҙе уянһа ла, зиһене уянып етмәй, ят бүлмә түбәһендәге нәзәкәтле шәмдәлгә мәғәнәһеҙ төбәлеп бер аҙ ятты ла, һикереп килеп торҙо. «Аһ-аһ, кеше өйөндә төшкәсә йоҡлап ятҡанмы әллә?! Таңдан тороп сығып китермен тигәйне бит». Ҡыҙ ипләп кенә баҫып ишеккә килеп, ҡолағын ҡуйып тыңланы. Теге яҡта тауыш-тын юҡ. «Йоҡлаймы икән…» Ишекте һаҡ ҡына ҡыҫа биреп аш бүлмәһенә күҙ атты. Ҡараһа – хужанан елдәр иҫкән. Раскладушкаһы йыйып ситкә ҡуйылған. Ванна бүлмәһендә лә юҡ. Ҡыҙ ҡото осоп ишеккә йүгерҙе. Уф-ф, уныһы эстән асыла икән…
Әмилә мыштырламаҫҡа булды, төшкә тиклем йоҡлап ятҡаны ла еткән. Тиҙ генә ваннаға инеп йыуынды, сәсен-башын рәтләне, сумкаһынан бөтәрләнеп ятҡан йәйге күлдәген алып үтек табып үтекләп кейҙе, еңел аяҡ кейемдәрен һөрткөләне. Ул арала йоҙаҡ-асҡыстар сылтыраны ла, ишек шар асылып китте. Бер ҡулына ҙур ҡарбуз, икенсеһенә аҙыҡ-түлек тултырылған оло пакет тотҡан хужа килеп инде. Ишекте аяғы менән һелтәп ябып, кисәгесә аяҡ кейемен һалмайынса, аш бүлмәһенә ыңғайланы. Унда шатыр-шотор килтереп нимәләрҙелер йыртып-ҡайырып асты, шаптырлатып йыуҙы, шаҡ-шоҡ телде, туҡылдатып өҫтәлгә теҙҙе лә, аяҡ тауышына ҡарағанда, залға юлланды. Диван мөйөшөндә башын баҫып тыңлап ултырған ҡыҙ күҙҙәрен күтәргәндә, тегеһе ҡаш аҫтынан һөҙә биреп һынсыл ҡарап тора ине.
– Прошу к столу, – егет көлөмһөрәгәндәй итте.
Әмилә, үҙен үлтереп өгөтләгәндәй, ҡулдарын сәбәләндереп һикереп үк торҙо:
– Юҡ-юҡ, рәхмәт, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Мин һеҙҙең килгәнде генә көтөп ултырам, хәҙер сығайым тигәйнем… Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә…
Тегеһе ҡыҙҙы тыңлап та тормай кухняға юлланды. Минең эшем тәҡдим итеү тинеме, әллә минең әйткәнем һис шикһеҙ үтәлергә тейеш тигәнде аңлаттымы уның ҡылығы – Әмиләгә хужаның артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Егет үтеп барышлай бер ултырғысты тарта биреп сығарып ултыртты ла, үҙе түргәрәк үтеп иркенләп ултырҙы һәм ҡыйыуһыҙ ғына кухняға инеүсе ҡыҙға баштан аяҡ күҙ һалды. Кисәге сәсе-башы туҙған, күҙ-танауы ҡыҙарған, өҫ-башы таушалған ҡыҙ түгел ине бөгөн уның алдында. Ҡыҙғылт ағас төҫөнә буялған сәстәрен шыма итеп тарап, соңҡаһына нимә менәндер ҡупшы итеп йыйып ҡыҫтырып ҡуйған, һирәк-һаяҡ айырым сәс бөртөктәре оҙонса тулҡындар яһап зифа муйынына төшөп, асыҡ тәҙрәнән иҫкән елгә талғын ғына тирбәлеп тора. Матур кәүҙәһенә күк болот төҫөндәге килешле еңел күлдәк кейеп ебәргән. Фил һөйәгенән оҫта ҡулдар һырлап эшләгән шикелле аҡ нәфис битенә кескәй тура танауы менән бүлтек ирендәре бигерәк ҡупшы төҫ бирә, ә инде ҙур ҡуңыр күҙҙәренең балаларса асыҡ ҡарашы донъяға бөгөн тыуғандай аптырап, хайран ҡалып ҡарағандай. Дөйөм алғанда, был ҡыҙ Ринатҡа ҡиммәтле ҡытай статуэткаһы кеүек булып күренде. Бала сағында әсәһенең йоҡо бүлмәһендәге затлы мебель өҫтәренә теҙелгән шундай статуэткаларҙы тотоп ҡарап йыш әрләнә торғайны. Үтә күренмәле аҡ фарфорҙан иҫ киткес нәзәкәтле итеп эшләнгән, бармаҡ менән төртһәң дә ыуалып төшөрҙәй булған был һындар, Ринатҡа терелеп китерҙәй тойола ине.
Әле килеп, шул һындарҙың береһе алдында торалыр, тигән уй үҙенә лә мәрәкә тойолоп, күңелле булып китте. Ҡыҙҙың һағайып ҡараған ҡарашын тотоп киң йылмайып ебәрҙе:
– Әйҙә, әҙәмсә тамаҡ ялғап алайыҡ та… китерһең.
Әмилә теге шылдырылған ултырғысҡа ҡунаҡлап, алдындағы ризыҡтарға күҙ һалды. Барыһы ла магазиндыҡы, ярымфабрикат, шулай ҙа тәмле еҫтәр сығарып, ауыҙға алғанды ғына көтөп ятҡандай. «Ҡарбуз да өлгөргән икән…» Әмилә егеттең ҡул хәрәкәттәренә эйәреп аҙыҡҡа үрелде.
– Ятағыңда ремонт бөгөн-иртән генә бөтмәй әле…
Ҡыҙ ашауынан туҡтап егеттең ауыҙына төбәлде.
– Шулай ҙа сентябрь башына өлгөртәбеҙ тиҙәр, – тип тамамлап ҡуйҙы теге.
– Кем әйтә?..
– Комендант.
– Ниндәй комендант?..
– Ну, һеҙҙең общяктың коменданты.
Ҡыҙ бөтөнләй аптырауға ҡалды:
– Һин… һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ?.. Әй, танышығыҙмы әллә?..
– Иртәнсәк инеп танышҡайным.
– Нишләп… танышҡайнығыҙ?..
– «Нишләп тә нишләп», һиңә кәрәк түгелме ни ятаҡ?
– Кәрәк булһа һуң, һеҙгә ниңә борсолорға.
– Борсолған юҡ, шулай ҙа һораштым инде, ғәфү итегеҙ, әгәр һеҙҙән рөхсәт алмаған булһам, – егеттең ирен ситендә мыҫҡыллы йылмайыу ишараты сағылып ҡалды.
– Имгәк булдым инде һеҙгә, ғәфү итегеҙ, – ҡыҙ ысынлап уңайһыҙланды.
Ҡарбуҙ киҫәге тышын тырнаҡ осо менән сыйғылап ултырған ҡыҙға бер аҙ текәлеп ултырғас, егеткә ул йәл булып киттеме, тауышына йомшағыраҡ тон бирергә тырышып, былай тип теҙҙе:
– Әмилә, әйҙә асығыраҡ һөйләшәйек әле. Аңлауымса, һин ҡатмарлы хәлдәһең, шулай бит…
Ҡыҙ «эйе» лә, «юҡ» та тимәне, әммә уның башын тәҙрә яғына бороп тынып ҡалыуы үҙе үк яуап ине. Егет быны үҙенсә аңлап дауам итте:
– Әмилә, минән ҡурҡырға ла, оялырға ла кәрәкмәй, һәр хәлдә әле түгел… Дөрөҫөн генә әйт әле: һиңә ниндәй ярҙам кәрәк?
Йомшаҡ ҡараш, йылы һүҙҙән былай ҙа саҡ торған ҡыҙ алдына бөтөнләй бәлйерәп китеү ҡурҡынысы баҫты. «Илап ебәрмәҫкә, тик иламаҫҡа! Бының алдында түгел!» Бер нисә секунд эсендә көсөргәнеш менән нисек тә үҙен ҡулға алды һәм бер нигә иҫе китмәгән ҡиәфәттә көлөмһөрәп егеткә тура ҡарарға көс тапты:
– Һеҙ хәйриә ойошмаһынанмы, әллә Робин Гудмы? Күрһәткән ярҙамдарығыҙ өсөн дә ҙур рәхмәт, миңә төшкө автобусҡа өлгөрөргә кәрәк.
Ҡыҙҙың был ҡылығы егеттең дә зитына тейҙе, күрәһең, ул да әллә ни инәлеп тормаҫҡа булды: «Кәрәкмәй икән кәрәкмәй, әйҙә юлында булһын!»
– Ну, үҙең ҡара… Әйҙә, улайһа вокзалда төшөрөп китәм.
Вокзалға тиклем бер һүҙһеҙ барҙылар. Машинанан сыҡҡанда Әмиләнең ихлас итеп: «Рәхмәт! Һау булығыҙ!»- тигәненә лә егет «Ярай» тигәнде белдереп баш ҡына ҡаҡты ла, ҡуҙғалып та китте. Күҙ йомоп асҡан арала боролошҡа инеп юғалған машина артынан «Үпкәләне, ахыры…» – тип уйлап ҡарап ҡалды ҡыҙ.
* * *
Әмиләнең ҡапыл килеп төшөүенә әхирәте Рәмилә лә, уның ата-әсәһе лә аптыраманы, киреһенсә, күптән көтөлгән ҡунаҡ килеп еткәндәй, шатландылар ғына. Әйтерһең дә, уның килерен белеп торғандар. Була бит алсаҡ кешеләр.
– Ябыгып беткәнсен әллә... йонсыгансың…, – тип Рания апай әле Әмиләнең арҡаһынан һөйҙө, әле, – Рәмилә бытылдамый тор әле, ашарга хот бир кешегә, – тип асыуланмай ғына сусылдығы сығып хәбәрҙәрен теҙгән ҡыҙын тыйҙы. Рәхәт тә, ҡыйын да ине Әмиләгә. Илағыһы ла, көлгөһө лә килде. «Нишләп уға ла ошо ғаиләлә тыумаҫҡа инде… »
– Нисә көнгә син, Әмилә тим, ойойсын әллә…, – әхирәтенең яурынынан этәреп сыңғыратып көлөп ебәреүенә ҡыҙ уянып киткәндәй итте лә, аҡтыҡ батырлығын йыйып ҡалтыранған тауыш менән хужабикәгә:
– Рания апай, рөхсәт итһәгеҙ… уҡыуҙар башланғансы һеҙҙә тороп торорға булмаҫ микән… – тип өндәште.
Әсәле-ҡыҙлы бер мәлгә тынып, мәғәнәле ҡараш менән алмашҡас, икеһе бер тауыштан:
– Нишләп булмасын! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Әхирәте килеп ҡосаҡлап та алды:
– Уй, Әмилә, су керербез, танцыга, костерга жөрөрбез!
Рания апай ҙа икенсе яҡтан килеп баҫты:
– Бер нигә борчылма, акыллым, күпме кирәк, шунса тор, син ни бында күптән үз, – унан асмалы тәҙрәнән ынтылып иренә өндәште, – Морат, мунча токандырсы, бала юлдан ич.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: