+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Май 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Етенсе өлөшө

Тәүге уҡыу айы тамамланып барғанда, көс -хәлгә көтөп алды уны Әмилә. Осрашыуҙарын йөҙ төрлө итеп күҙ алдына ла килтереп бөттө. Әйтер һүҙҙәрен дә мең төрлөгә үҙгәртеп ҡабатланы. Аҡылы: «Килмәҫ… Килеү түгел һине хәтерләмәйҙер ҙә әле, юҡҡа алйыма, ҡыҙыҡай, уның ише һауалы егет һине нимә итһен…» тип өмөтөн өҙөргә маташһа ла, йөрәге урынынан ҡупҡайны инде. Ә йөрәкте урынынан ултыртыу өсөн күп, бик күп кәрәк…


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Етенсе өлөшө
Тәүге уҡыу айы тамамланып барғанда, көс -хәлгә көтөп алды уны Әмилә. Осрашыуҙарын йөҙ төрлө итеп күҙ алдына ла килтереп бөттө. Әйтер һүҙҙәрен дә мең төрлөгә үҙгәртеп ҡабатланы. Аҡылы: «Килмәҫ… Килеү түгел һине хәтерләмәйҙер ҙә әле, юҡҡа алйыма, ҡыҙыҡай, уның ише һауалы егет һине нимә итһен…» тип өмөтөн өҙөргә маташһа ла, йөрәге урынынан ҡупҡайны инде. Ә йөрәкте урынынан ултыртыу өсөн күп, бик күп кәрәк…
Физкультура дәресендә студенттар төркөмөн паркка сығарып йүгерттеләр. Шунан өйкөлөшөп, шау-гөр килеп ҡайтып килгәндә, зиһененең ни ере менәндер үҙенә иғтибар тойҙо Әмилә һәм, автоматик рәүештә башын бороп, юл ситенән йәштәр ыңғайына яй ғына шылып барған машинаның асыҡ тәҙрәһенә ҡараны. Ул!.. Ҡыҙ ҡапыл ҡайылып ҡараш ташлағас, егет албырғағандай ҡаштарын өҫкә сөйҙө, шулай ҙа таныуын белдереп баш ҡаҡты ла, юл ситенә сыға биреп машинаһын һүндерҙе. Үҙе ҡаршы сыҡманы, эстә ҡалды. Әмиләнең йәне ысҡынып осҡандай булды. «Туҡтарғамы, юҡмы? Барырғамы янына, әллә танымамышҡа һалышырға ла…»
– Йә, нейә торасың, бә-әй?! – арыу уҡ китеп өлгөргән әхирәте әйләнеп сәрелдәп ебәрҙе. Аһ-аһ, төркөмдәштәре, ҡағыла-һуғыла үтеп, арыуыҡ китеп тә өлгөргән икән. Инде айырылып ҡалғас, күренгәс, йүгереп китә алмай бит инде. Был бөтөнләй ҡырағай икән, тиер…
– Китә тороғоҙ, мин хәҙер… – тип тегеләргә ҡул һелтәне лә, йомшарып киткән аяҡтарын көскә тыңлатып, машинаға ыңғайланы. Тәҙрә менән тиңләшкәс, ҡара күҙлектәрен кейеп өлгөргән егеттең күҙ өлгөләрендәге үҙенең сағылышына ҡарап, вайымһыҙ йылмайған булды:
– Һаумыһығыҙ! Танығас, һаулашмаһам яйһыҙ булыр, тинем. Һеҙҙең кеүек ярҙамсыл кешегә…
– Сәләм…
«Бәй, шул ғынамы? Башҡа һүҙе юҡмы икән һөмбаштың? Кит, ҡайҙан килде эргәһенә, кәмһенеп…»
– Хәлдәрегеҙ нисек?
– …
«Алдыңмы кәрәгеңә?! Шул кәрәк һиңә! «Хәлдәрегеҙ нисек?» имеш… Һин кем уға хәлен һөйләп ултырырға… Инде кит, нимә тораһың?! Ҡыуып ебәргәнен көтәһеңме?!»
– Ярай, һау булығыҙ…
– Ултыр… – егет ынтылып йәнәшә кресло яғындағы ишекте асты.
– Юҡ… рәхмәт… мин ашығам, дәрестәрем ба…
– Әмилә, ултыр әле, һүҙ бар, – ҡырҡа ғына әйтелгәнгә ҡыҙ нисек итергә лә белмәне. Тауыш йомшара төштө:
– Күп ваҡытыңды ла алмам… Әмилә…
Ҡыҙ ултырып өлгөрөр-өлгөрмәҫтән машина ҡуҙғалып китте.
– Ҡайҙа барабыҙ?
– Ошонда, парк мөйөшөндәге кафеға инеп ултырһаҡ… нисек ҡарайһың?
– Бәй, кафела ултырырлыҡ кейемдәме һуң мин?! Физкультуранан киләм бит, – Әмилә йәне көйөүен бөтөн торошона сығарып, водителгә боролоп уҡ ултырҙы.
Тегеһе бер ҡулы менән күҙлеген һалып, ҡыҙға тура ҡараны:
– Был кейемдә кафеға ингәнең бар бит инде…
Был ҡараштан ҡыҙ йөрәгенә «гөлт» итеп ут ҡапты. «Ҡарашында һағыш бар әллә… тойола ғынамы…» Ә теле бөтөнләй икенсене теҙҙе:
– Тәк, абзый, Ринат бит әле исемегеҙ яңылышмаһам, шулай бит?
– Ыһы.
– Былай һөйләшәбеҙ, Ринат, кафемы, ресторанмы – мәйелегеҙ, тик -минһеҙ. Миңә ҡайтып өҫтөмдө алмаштырып өлгөрөп, киләһе парға йүгерәһе бар. Һүҙегеҙ булһа әйтегеҙ ҙә, булмаһа – пока.
Еңел генә әйтелгән кеүек булған был телмәрҙән һуң Ринат машинаһын юл ситенә бороп уҡ һүндерҙе лә, рулға ике беләге менән таяна биреп бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы, унан ҡапыл:
– Әмилә, һинең телефоның бармы? – тип һораны.
– Ә ниңә?
– Булһа номерын алайым…
– Ниңә ул?
– Ну, кискә… һинең эштәрең бөткәс, осрашып һөйләшер инек… берәй ерҙә… ҡайҙа теләйһең?
– Ә ниңә…осрашырға?
– Нимәһен «ниңә лә ниңә»! – Егет ҡыҙып уҡ китте, – Ну, оҡшайһың һин миңә! Ну, эҙләп килдем! Осрашыуҙың осраҡлы түгеллеген аңлайһыңдыр бит инде!
Һөйләшеү темаһының, тонының ҡапыл бындай үҙгәреш алырын көтмәгән ҡыҙ, нисек ултырған булһа, шул килеш ҡатты.
– Шайтан… дөрөҫ килеп сыҡманы…ғәфү ит…- маңлайын ыуалап, башлағанын нисек тә яйлыраҡ итеп ослап ҡуйырға тырышты егет, – Әмилә, мин һиңә үҙемдең нимә кисергәнемде аңлата алмам, үҙем дә аңларға теләр инем…Миңә үҙ-үҙемде аңламауы ауыр, аңлайһыңмы?..
«Нимә аңлаһын инде ул, аңларлыҡмы?»
– Бөгөн етегә кил әле һин ошонда, йәме, эргәңдә генә бит… Ҡурҡма, зыян итмәм… Аңлашһаҡ – башҡа борсомам… Әмилә?..
Ҡыҙ аптыранған ҡарашын бер генә тултырып һирпте лә, ашығып машинаның ишегенә йәбеште. Тотҡаны тартҡыланы, һелкетте, ә уныһы тиҙ генә асылырға теләмәне. Егет ҡыҙ аша ынтылып ишекте асты. Хуш та юҡ, пока ла юҡ. Ләм-мим айырылыштылар. Береһе артына боролоп ҡарамай ғына тура атлап, икенсеһе тауыш-тынһыҙ ҡуҙғалып китте.
* * *
Әмилә кискә тиклем бер янды, бер һүнде. «Ни эшләргә? Барырғамы-юҡмы? Барһа – нимә һөйләшер? Бармаһа – үҙен кисерә алмаҫ…» Дәрестәрҙә кемдең нимә һөйләгәнен дә тыңламаны, тыңлаһа ла аңламаҫ ине, ҡайтҡас та әхирәтенең әйткәндәрен төшөнөп етмәй, ҡырҡ өндәштереп үпкәләтеп бөттө.
– Әмилә, йокын туймадымы шу? Инде дә ишетмәсән – сөләшмим – сукын! – тип үк ебәрҙе тегеһе.
– Йә, ярай, мин һинең өсөн ҙур бер ҡолаҡ. Тыңлайым.
– Күршеләр вис карап бөткән, барабызмы бүген?
– Ҡайҙа?
– Кая бусын, нисә кабатлим, «Голубая лагуна»га, «Искра»да бара, ди.
Данилларга билет алырга әйтим, син дигәннә жүгереп китер, хи-хи-хи.
– Әл-лә-әсе…Эшем бар ине бит әле…
– Нинди эш? Жүргәк жыуасын бар как бутты?! Барабыз кәнишне!
Әмилә нимә тип яуап бирергә белмәне. Тегендә бармаһа ла, киноға ла күңеле ятмай ине.
– Рәмилә, ҡарале, кино ҡарағым килмәй бит әле. Бар, һин тегеләр менән барып кил.
Унан тегеһе сәрелдәргә булып ауыҙын асҡансы әйтеп ҡалырға ашыҡты:
– Мин һеҙ ҡайтыуға берәй тәмлекәс бешереп ҡуям, телеңде йоторлоҡ итеп.
– Ы-ы-ы… ярый. Вареники бешерәсен, күп итеп суған кушып.
– Бер һүҙһеҙ.
Һылап-һыйпап әхирәтен сығарып ебәргәс, күңеле тулауын баҫа булып карауатында аунап ятып алды, былай ҙа бер ни ҙә үҙгәрмәгәс, тороп, сәсен йыйып, эшкә тотондо. Бер нисә йомортҡа һытып, ҡабаланмай ғына, һағыҙландырғансы ҡамыр баҫты. Ит үткәргес табып алып килеп, картуф менән мул итеп һуған үткәрҙе. Унан шул массаны төрлө тәмләткестәр һибеп болғатты ла, ҡамырынан йәймәләр йәйеп, түңәрәктәр ҡырҡып алды, кескәй генә «бәлеш»тәр бөрҙө. Бешерә һалырға иртә әле, етенсе ярты ғына… Рәмилә туғыҙһыҙ, унынсы яртыһыҙ ҡайтып та етмәҫ. Ярымфабрикаттарын шоколад коробкаһына теҙеп, һыуытҡыстың өҫкө бүлегенә тыҡты – тороп торһон. Инде нишләргә? Иҙәнде йыуып алырғамы икән…
Иҙән биҙрәһенә тип ишек яғына атланы ла, шунда торған кейем шкафына инеп китте – зәңгәр күлмәген тартып сығарҙы. «Ошоно кейһә… Бынан матур әйбере юҡ та инде. Был күлдәкте теге ваҡыт та кейгәйне… » Күлдәген бер алды, бер һалды, унан: «Күрһә һуң, модельмы ул ураған һайын бер кейемдә күренергә» тип ҡаты «һөйләшеп», әлегеһен кейеп алды. Килешә үҙенә күлдәге, муйын тәңгәле лә ҡупшы ғына асыҡ, биле лә урынында, һылашып тора, итәге ҡыҫҡа ла, оҙон да түгел, йоморо тубыҡтарын саҡ ҡына яба биреп ята. Аяғына йәйге аяҡ кейемен кейеүҙе килештермәне, йылы булһа ла йәй түгел бит инде, уҡыуға кейгән осло башлы, нәҙек үксәле аҡ туфлийын кейер. Сәсен дә бер йыйҙы, бер төшөрҙө, унан «Матурланырға тырышҡандыр» тип уйламаһын тип, бушаҡ ҡына итеп соңҡаһына йыйҙы.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: