-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Май 2021, 15:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Һигеҙенсе өлөшө

… Таныш машинаны ҡырҙан уҡ аңғарҙы Әмилә. Ҡаушаны, баҙаны, күңеле генә түгел, бармаҡтары ла дерелдәне. «Тыныслан, нимә ҡырағай кешеләй ҡыланаһың! Кейәүгә саҡырмай бит, «һөйләшәбеҙ» генә тине. Һөйләшербеҙ… һөйләшер һүҙ булһа».


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Һигеҙенсе өлөшө
… Таныш машинаны ҡырҙан уҡ аңғарҙы Әмилә. Ҡаушаны, баҙаны, күңеле генә түгел, бармаҡтары ла дерелдәне. «Тыныслан, нимә ҡырағай кешеләй ҡыланаһың! Кейәүгә саҡырмай бит, «һөйләшәбеҙ» генә тине. Һөйләшербеҙ… һөйләшер һүҙ булһа».
Егет тә ҡыҙҙы күҙәтеп ултырған, күрәһең, шунда уҡ ҡаршы сыҡты. Ишеген тота биреп торҙо ла, ҡыҙ етәрәк кенә машинанан гүзәл букет тартып сығарҙы.
– Ой. – Алырға ла, алмаҫҡа ла белмәне Әмилә. «Биргәс, алырға кәрәктер инде, сәскәне үҙе тотоп йөрөмәҫ бит.» – Рәхмәт.
Ары һүҙ ялғанманы, урында тапандылар. Нимәлер хаҡында һөйләшергә кәрәктер бит, тик нимә хаҡында? Егет ҡыҙға, ҡыҙ сәскәләргә текәлгән килеш тора торғас, хәл уңайһыҙлыҡтан үтеп, мәрәкәгә әүерелде. Ирекһеҙҙән, икеһе лә көлөп ебәрҙе. Егет телгә килде:
– Осрашыуҙың инеш өлөшө тамамдыр, моғайын. Һайлау – дамаға: ҡайҙа барабыҙ?
– Әллә… Әйҙә ошонда ултырайыҡ.
– Ошонда?.. – егет аптыранып тирә-яғына ҡаранды, уның бығаса ҡыҙҙар менән паркта ултырғаны юҡ ине. – Ә ресторанға барырға теләгегеҙ юҡмы?
– Мин – туҡ, үҙегеҙ ас булмаһағыҙ – ниңә аҡса туҙҙырырға?
Ринат көлмәй булдыра алманы:
– Аҡса туҙҙырыуға ҡаршы булған ҡыҙҙы тәүгә күрәм.
Мөһабәт күк шыршылар төбөнә йәшенгән эскәмйәгә ҡунаҡланылар. Егет өҙөлгән һүҙҙе ялғамаҡсы булды:
– Уҡып йөрөйһөңмө?
– Эйе.
– Нисәнсе курста?
– Икенсе.
«Икенсе курс студенткаһына нисә йәш була һуң әле?.. Һәр хәлдә ун һигеҙ барҙыр. »
– Кемгә уҡыйһың инде?
– Инглиз теле буйынса…
– Ә-ә, англичанка, тимәк.
– Эһе. Ә һеҙ кем һуң?..
– Ринат, – егет һорауҙы шаяртыуға бормаҡсы булды.
– Уныһын беләм дә, уҡыйһығыҙмы – эшләйһегеҙме?
– Ну-у, шунда, ике уртала: уҡып та, эшләп тә китәм…
– Һеҙ спортсмен шулаймы? – ҡыҙ тәүге көн үк башында яралған һорауҙы бирҙе.
– Шулай тиһәң дә була.
– Ниндәй спорт буйынса инде?
– Кикбоксинг. Ишеткәнең бармы?
– Телевизорҙан ҡарағаным бар, аяуһыҙ һуғыш инде.
– Һинең фекерең шундай, тимәк, – егет йылмайған булды.
– Күмәкләп ҡарап тороп кеше һуғыштыралар, туҡматалар кеүек.
– Боронғо гладиаторҙар һуғышы, Әмилә, был спорт көс һәм таҫыллыҡ талап итә.
– Ҡатылыҡ, ҡанһыҙлыҡ…
– Бәлки, бәлки… Спортта йомшаҡ булып булмай.
«Туҡта, һөйләшеүҙәре бөтөнләй икенсе ыҙанға төшөп китте түгелме? Бәхәсләшеп йәки фекерләшеп ултырыу планға инмәгән. Йә, Ринат, нимә бер икенсе курс студенткаһы алдында тәтелдәп ултыраһың?!»
Егет етди, мөһим нәмә әйтергә теләгәнен белдереп тамаҡ ҡырҙы, унан нисек тә яйлыраҡ һүҙҙәр эҙләп табырға тырышып, һаҡ ҡына башланы:
– Әмилә, мин һинең менән һөйләшергә килгәйнем, ну-у… беҙ килешһәк, тигәйнем…
– Һөйләшеп ултырабыҙ түгелме, – ҡыҙға егеттең нимәлер әйтә алмай аҙапланыуы ирмәк ине.
– Тыңла әле, хәҙер мин һиңә бер тәҡдим яһайым, ҡабатлап әйтәм – был тәҡдим генә, ҡабул итергәме–итмәҫкәме – һинең эш.
– Йә, тыңлайым.
– Беләһеңме, һинең менән танышҡандан алып… ну-у, ҡыҫҡаһы, һин минең башымдан сыҡмайһың… Ғүмерҙә булмағанса хистәремде аҡылыма буйһондора алмайым һәм был миңә ҡамасаулай.
– Ҡамасаулай?..
– Эйе, ҡамасаулай. Мин чемпионатҡа әҙерләнәм һәм мөхәббәт уйнап йөрөү йәки хисләнеп ултырыу… ну-у, аңларға тырыш, ҡыҙҙар артынан йүгереп йөрөргә ваҡытым да юҡ, өйрәнмәгәнмен дә…
– Һәм нимә тәҡдим итәһең инде миңә: ҡаланан сығып китергәме?
– Юҡ, нишләп китергә. Киреһенсә, миңә ҡунаҡҡа инеп йөрөргә. Ҡыйырһытмам… һаран түгелмен…
– Аңламаным…
– Аңламаҫлыҡ бер ниҙә юҡ бында, Әмилә, һин сибәр йәш ҡатын, мин ир кеше һәм беҙҙең шәхси тормошобоҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Килешәйек тә, икебеҙгә лә яйлы ваҡытта килеп алырмын.
Ул, һүҙен тамамланы ла, яуап көтөп ҡыҙға төбәлде. Һәм көтөп алды. Әмиләнең нәфис ҡулдарында ятҡан күркәм сәскә гөлләмәһе күҙ йомоп асҡан арала «Шап!» иттереп егеттең битенә килеп бәрелде лә, асфальтҡа тәгәрәне. Оҫта ҡулдар йыйып беркетеп, ялтыр төҫлө ҡағыҙға ураған ҡиммәтле гөлләмә, аҡ туфлиҙарҙың асыулы тыҡылдауы алыҫайғанда ла, егеттең шартларҙай булып, үҙен саҡ ҡулда тотоп ултырып ҡалыуында ла эше булмағандай, хуш еҫтәрен аңҡытып, дымлы таштар өҫтөндә аунап ята бирҙе.
* * *
Звонокка баҫып, хужаларҙы бимазалап тормаҫҡа булып, ишекте Ринат үҙ асҡысы менән асып инде. Әсәһе менән һеңлеһе былай ҙа бушамайҙарҙыр. Һәм ысынлап та, фатир ҡунаҡтарҙан ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләй ине. Төрлө затлы кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың хушбуй еҫтәренә тәмле аш-һыу быуы ҡушылып, һауала күңелде лә, йөрәкте лә елкендерер тәм-тат яһай. Был ҡәҙәре халыҡ кемдең дуҫ-ишелер? Һәр ваҡыттағыса, һеңлеһе үҙен күрһәтергә, әсәһе күренеп ҡалырға тырышалыр.
Ринат белгән-белмәгәненә баш иҙәп иҫәнләшә-иҫәнләшә төпкә үтте. Нәҙек билле бокалдар тотоп йомшаҡ дивандарға теҙелешкән әхирәттәренең күңелен асҡан һеңлеһе, уны аңғарып ҡалды һәм фатир яңғыратып сәрелдәп тә ебәрҙе:
– Ой! Ринатик килде! Әсә-әй, Ринатик бында! – Ул арала килеп муйынына ла аҫылынды. – Нишләп һуңлап йөрөйһөң?!
Егет һеңлеһен һөйҙө, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар менән уратып алған ҡыҙ-ҡырҡын менән иҫәнләште. Регина һаман ҡуймай:
– Нишләп һуңланың тейем? – тип ныҡышты.
– Эш булды… Бына килдем бит.
– Беҙҙең өйҙәге ир-аттың эше бөтәме?! – әсәһенең ғәҙәттәге һауалыраҡ тон менән өндәшкән тауышына боролдо Ринат. Әсәһе… һәр ваҡыттағыса ҡараулы, нәзәкәтле, яҡын бара алмаҫтай һауалы һалҡынлыҡ бөркә үҙенән. Әсәһе… хатта берҙән-бер улына ла ихлас, йылы була белмәй бит…
Ринат атаһынан өйрәнгәнсә, джентльмендарса баш эйеп йылмайҙы:
– Кеселекле рәүештә ғәфү үтенәм, һеҙҙең өсөн, ғаилә өсөн тир түккән көн.
Әсәһе менән бәхәсләшергә, талашырға йәки һүҙ көрәштерергә ярамай. Был – файҙаһыҙ. Ошо хәҡиҡәтте ни тиклем иртәрәк аңлайһың – шул тиклем яҡшыраҡ. Өй эсендәге был яҙылмаған законды ла Ринатҡа атаһы төшөндөрҙө. «Әсәйеңә ҡаршы төшөү һиңә баш ауыртыуынан башҡа нәмә бирмәйәсәк, шунлыҡтан уның менән әҙәпле генә итеп ризалаш та, үҙеңсә эшлә», – тигәйне ул. Үҙе лә шулай йәшәй, күрәһең.
– Роджи һаман юҡ. Ул ниндәй эш булырға мөмкин төнгәсә? Хөкүмәт больницаһының ауырыуҙары бөтмәҫ. Әйттем бит, шәхси кабинет ас, тип. Йөрөй шунда бушҡа эшләп.
«Роджи» тигәне – атаһы. Рәжәп уның исеме. Әлеге әсәһе үҙенсә ҡулайлаштыра инде барыһын да, исемен дә, атамаһын да.
– Бушамайҙыр, үҙең әйтмешләй, хөкүмәт больницаһында бит, – Ринат атаһын яҡлап һүҙ әйтмәй булдыра алманы. Был әсәһен оторо ярһытты ғына:
– Пенсионер әбей-бабайҙарҙың зарын тыңлап ултыралыр инде шунда. Кит, нервым етмәй, – әсәһе осло үксәләрендә паркет буйлап тыҡылдап үтте лә, зал уртаһына барып баҫты һәм гәүһәр-мәрйен таштар менән биҙәлгән балдаҡ-беләҙекле ап-аҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп устарын усҡа һуҡты, – Ҡәҙерле ҡунаҡтар, өҫтәл артына рәхим итегеҙ!
Шау-шыулы табындарҙы өнәп етмәй Ринат. Бәләкәйҙән дә әсәһенең ҡунаҡтарын яратманы. Әле лә бүләген тапшырып сығып тайырға микән тип уйлағайны ла, атаһының һаман ҡайтмауын иҫәпкә алып, ҡалырға булды. Икәүһе лә булмаһа әсәһенә янъял ҡуптарырға оло бер сәбәп буласаҡ. Әйткәндәй, атаһын күптән өйҙә тап итә алғаны юҡ Ринаттың. Шулай эше күпме, әллә… әллә ҡырҙа булмауың хәйерле тип йөрөймө? Дөрөҫөн генә әйткәндә, атаһының түҙемлегенә һоҡлана ла, уны йәлләй ҙә. Ғүмер буйы әсәһенең эргәһендә көн итеүҙе батырлыҡҡа тиң сабырлыҡ тип һанай. Һәр ваҡыт ирҙәрсә тотанаҡлы, ваҡлыҡтарҙан юғары, ҡайһы саҡ хатта вайымһыҙ һәм иғтибарһыҙ ҙа булғандай бит ул. «Ысынлап та, атаһы ҡайҙа һуң әле?»
Ринат атаһының урынына, йәғни өй хужаһы булараҡ һүҙ әйтеп, табынды асып ебәрҙе. Унан шулай уҡ тәүгеләрҙән булып Регинаны ҡотланы һәм дәррәү ҡул сабыуҙар аҫтында, бәләкәс балалай тыпырсынып сәпәкәйләгән һеңлеһенең муйынына чемпионатҡа барғанында Американан ҡарап алып ҡайтҡан мунсаҡты таҡты. Нескә муйынды уратып ятҡан биҙәүес аҫылташтары гәлсәр шәмдәл уттар сағылышында йөҙ төрлө төҫтәрҙә уйнап балҡып китте. Ҡунаҡтар «Ах!!!» итте, һеңлеһе ағаһының ҡулындағы бокалын сайпылдырып ҡосағына ташланды:
– Ринатик! Ҡәҙерлем! Рәхмәт! Рәхмәт!
Әсәһе лә, ҡәнәғәтлеге төҫөнә сығып, кәүҙәһен төҙ, башын юғары тотоп һауалы йылмайып тора. Уның бар ҡиәфәте асыҡтан-асыҡ: «Бына күрәһегеҙме минең балаларымды!», – тип ҡысҡыра ине.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: