+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Май 2021, 21:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ Повесть Туғыҙынсы өлөшө

Шау-шыу бер аҙ баҫылғас, артабанғы теҙгенде әсәһе ҡулына тапшырып, Ринат, әҙәп өсөн уның-бының менән гәпләшкән булып, яйлап ҡына сығыу яғына шылышты. Инде китһә лә була. Уның был байрамдағы миссияһы атҡарылды. Үҙенән нимә көтөлә, нимә талап ителә – үтәне, артабан кәрәге юҡ. Иркә ҡыҙҙың ағаһы, нисек әйткәндә лә билдәле спортсмен булараҡ, үҙенән ҡунаҡтарҙың һушын китәрерлек бүләк көтөләһен аңлай ине бит инде. Һәм бына – булды. Регина ла, әсәһе лә ҡәнәғәт. Ринат атаһы өсөн борсолдо, сөнки уға ла шундай уҡ талаптыр, бәлки юғарыраҡтыр ҙа әле. Ә ул һаман ҡайтмаған. Ниндәй ғауға буласаҡ был өйҙә!


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КҮҢЕЛЕМ ЙЫЛЫ ТЕЛӘЙ
Повесть
Туғыҙынсы өлөшө
Шау-шыу бер аҙ баҫылғас, артабанғы теҙгенде әсәһе ҡулына тапшырып, Ринат, әҙәп өсөн уның-бының менән гәпләшкән булып, яйлап ҡына сығыу яғына шылышты. Инде китһә лә була. Уның был байрамдағы миссияһы атҡарылды. Үҙенән нимә көтөлә, нимә талап ителә – үтәне, артабан кәрәге юҡ. Иркә ҡыҙҙың ағаһы, нисек әйткәндә лә билдәле спортсмен булараҡ, үҙенән ҡунаҡтарҙың һушын китәрерлек бүләк көтөләһен аңлай ине бит инде. Һәм бына – булды. Регина ла, әсәһе лә ҡәнәғәт. Ринат атаһы өсөн борсолдо, сөнки уға ла шундай уҡ талаптыр, бәлки юғарыраҡтыр ҙа әле. Ә ул һаман ҡайтмаған. Ниндәй ғауға буласаҡ был өйҙә!
Ринат атаһының больницаһына һуғылып, хәлде асыҡлап ҡайтмаҡсы булды. Ҡарауылсы ҡарт уны быяла ишектәр аша танып, ашығып йоҙаҡтарын асып ебәрҙе.
– О-о, Рәжәпеч килгән бит. Әйҙүк-әйҙүк, улым.
– Һаумыһығыҙ. Рәжәп Рамазанович эштәме икән?
– Бында-бында, өсөнсө ҡатта дежурҙа булырға кәрәк, хәбәр итәйемме?
– Ярай – үҙем.
Ринат өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп, постағы медсестра күрһәткән палатаға ыңғайланы һәм ишекте ҡыҫа биреп кенә атаһын саҡырырға тигән иҫәп менән эскә күҙ һалды ла, күргәндәренән аптырап ауыҙын асты. Атаһы, хирургия бүлеге мөдире, санитар сүрәтендә ниндәйҙер ауырыуға ҡалаҡ менән аш ҡаптырып маташа ине. Үҙе хайран ҡалдырыр иркә тауыш менән һөйләнә:
– Во-от, шулай… Йот-йот әйҙә, йот… Маладис, аҡыллым. Ана шулай, беҙгә бирешергә ярамай әле, ярамай… Беҙ әле…
Ринат тамаҡ ҡырҙы. Атаһы «ялп» итеп әйләнеп ҡараны ла, ҡаушауынан ҡалағын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Үҙе һаман да күңелендә кисергән хистәренән арына алмайынса сабыйҙарса бер ҡатлы итеп йылмайған булды. Ауырыу яй ғына ишек яғына башын борҙо һәм егеткә ап-аҡ йонсоу йөҙлө ҡатындың арыған ҡарашлы ҙур йәшкелт күҙҙәре төбәлде. Уныһы ла ҡурҡып ҡына йылмайҙы:
– Һау-умыһығыҙ…
Атаһы ҡапыл уянып киткән кешеләй һикереп торҙо һәм саманан тыш алсаҡланып:
– Был минең улым, Фәрзәнә. Әйҙә, әйҙә, Ринат, үт, Фәрзәнә апайың менән таныш, – тип ҡайнап китте.
Ринатҡа палатаға үтеүҙән башҡа сара ҡалманы. Хәлдең атаһы күрһәтергә тырышҡанса ябай ғына түгеллеген тәүге ҡараштан уҡ аңғарһа ла, был мәсьәләгә төшөнөргә, кәрәгенән артығын белергә теләмәй ине ул.
– Улым, был – Фәрзәнә… Операциянан һуң яңы терелеп килә… ашай башланы.., – атаһы бер яҡтан ысынлап был ҡатындың ашай башлауына ҡыуанысын йәшерә алмай, икенсе яҡтан үҙ хистәренең үтә лә ярылып ятыуына, йөрәгендәген йәшерә алмауға уңайһыҙланды. Ринат атаһының ҡояштай балҡыған йөҙөнә, арыған, әммә бәхетле күҙҙәренә ҡарап, уны бындай хәлдә тәүгә күргәндән, аптырап албырғауынан сыға алмай тора ине.
– Бөгөн иртәнсәк үҙем операция эшләгәйнем… уңышлы үтте… Һауығып китер… ауыры артта ҡалды инде, шулай бит, Фәрзәнә, – атаһы һаман һөйләнде.
– Аяҡҡа ла баҫтырырһың, йүгертеп тә ебәрерһең һин мине Рәжәп Рамазанович, алтын ҡуллы, алтын йөрәкле бит һин, – ҡатыны ла саҡ һөйләшеп ятыуына ҡарамаҫтан, матур һүҙҙәрен таба бит әле.
Ниһайәт, Ринат та телгә килде:
– Ҡотлайым һеҙҙе… уңышлы операция менән… тиҙерәк һауығырға… Мин нигә килгәйнем?.. Ә, атай һөйләшергә һүҙ бар ине, мөмкин булһа бер минутҡа…
– Эйе-эйе, хәҙер. Фәрзәнә, мин бер минутҡа ғына, йәме.
Аталы-уллы коридорға сығып ҡара ҡаршы баҫҡас, күҙмә-күҙ текәлешеп һүҙһеҙ торҙолар. Һәр ике яҡ ҡаршы яҡтан аңлатма көттө. Ахыр атаның түҙеме бөттө:
– Йә, улым, ни әйтерһең?
– Ҡайта алмауыңдың сәбәбен белеп китергә генә һуғылғайным.
– Мин бөгөн оҙайлы ҡатмарлы операция үткәрҙем, ауырыуҙы ташлап китә алмайым.
– Ауырыуҙы ғынамы? – Ринат мыҫҡыллы йылмаймайынса ла булдыра алманы.
– Эйе, ул минең өсөн ябай ауырыу ғына түгел, әммә бында мыҫҡыл итерлек бер нәмә лә юҡ, – атай кешенең тауышы ҡалтыранды. – Ринат, һин бит ир кеше, аңларға тырыш, миңә Фәрзәнә оҡшай, бик оҡшай…
– Күренеп тора. Күптәнме инде?
– Нимә күптәнме?
– Ну, күптән «оҡшаймы» ул ҡатын һиңә?
– Һин яңылыш аңланың, улым. Беҙҙең арала бер ни ҙә юҡ. Фәрзәнә бында ауырыу хәлдә килде, мин уны дүрт ай операцияға әҙерләнем һәм бына, уңышлы…
– Уныһын ишеттем. Ары нимә буласаҡ?
– Ары?.. Ары нимә булырын бер Хоҙай ғына беләлер инде… Әлеге ваҡытта миңә Фәрзәнәнең һауығыуы ғына мөһим.
Ринат сараһыҙҙан атаһын йәлләп ҡараны:
– Ну, атай, эләккәнһең… Проблемаларың аҙ инеме?
– Фәрзәнә минең өсөн проблема түгел, улым, ул минең өсөн – бәхет.
– Ну-ну… Ярай, атай, миңә һине өйрәтергә түгел, үҙең башлы кешеһең. – Ринат был хаҡта хәбәр оҙайтыуҙы яйһыҙ һанап, теманы үҙгәртергә ашыҡты, – Регинаның тыуған көнө бөгөн, оноттоңмо ни?
– Онотманым. Иртәгә ҡотлармын. Мин бөгөн бында кәрәгерәк.
– Күпме тауыш буласаҡ…
– Уныһына борсолма – өйрәнгәнмен. Бер янъялға күп, бер янъялға аҙ – айырма юҡ.
– Ярай улайһа… Мин ҡайтайым.
– Ярай… Һин ҡайҙа хәҙер: беҙгәме, үҙеңәме?
– Үҙемә. Һеҙҙә булдым… ҡотланым… кәрәгем булмаҫ тейем.
– Аң-ңлашыла-а…
– Ярай, атай, бывай, – Ринат атаһының ҡулбашынан ҡағып буш коридор буйлап атланы. Иҙән уртаһында баҫып ҡалған йомшаҡ күңелле, аҡыллы ҡарашлы атаһы йәл ине уға, бик йәл ине.
* * *
Әмилә чемпионатты телевизорҙан ҡараны. Ике аҙна буйына төн йоҡоларын йоҡламайынса төркөмдәш егеттәре бүлмәһенә спорт каналының төнгө тапшырыуын күҙәтергә йөрөнө. Егеттәр башта ҡыҙҙың кикбоксинг чемпионаты менән ҡыҙыҡһыныуына аптыранылар, аҙаҡ өйрәнеп, үҙҙәре үк саҡыра башланылар. Әмилә лә буш ҡул менән бармай. Йә картуф ҡыҙҙырып, йә ҡыҫыр һалма ашы булһа ла бешереп алып бара, бик булмаһа, егеттәрҙең нимәһе бар шунан берәй ашарлыҡ аҙыҡ әтмәләй. Һәр хәлдә тегеләре ҡәнәғәт.
Тәүге дүрт төндә күпме генә көтһә лә таныш йөҙҙө күрә алманы Әмилә зәңгәр экрандарҙа. Шикләнеп тә ҡуйҙы. Ә бәлки?! Әллә чемпионлығы ҡоро һүҙ генәлер? Бәлки, уны чемпионатҡа алмағандарҙыр? Әмилә бит уны бөтөнләй белмәй!
Егеттәрҙән һорашып үҙен һатҡыһы ла килмәне.
Шулай ҙа бишенсе көн көтөп алды ҡыҙ һуғышсыһын. Уртаса ауырлыҡтағыларҙың һуңғы баҫҡысындағылар менән көс һынаша икән. Сит ил коментаторы үҙҙәренсә көйләп «Баярамаф! Россия!» тип иғлан иткәс тә, Байрамовтың сыға һалып үҙен танып ҡалырынан ҡурҡҡандай, эргәһендә ултырған төркөмдәшенең арҡаһына йәшенде. Унан ипләп кенә шыуып, егеттәрҙең яурындары аша һыңар күҙе менән генә ҡыҙылға күк яҙыулы шорта кейгән һуғышсының ринг мөйөшөндә мускулдарын уйнатыуын, тренерының һуңғы әҙерлектәр үткәреүен күҙәтте. Ҡаршыһындағы һуғышсы оҙонораҡ та, ҡалыныраҡ та күренде. Еңелеп ҡуйһа? Туҡмалһа?! Әллә ҡарамай сығырға ла китергәме?
Бына һуғыш башланды. Уйындың тәртиптәрен йүнләп аңламаһа ла, көйҙө, янды, борсолдо Әмилә. Төркөмдәштәре ниндәйҙер хаталары өсөн Байрамовты әрләгәндә яҡлашып тегеләрҙең ауыҙҙарын япҡыһы килгәндә лә түҙҙе. Тын алмай, күҙ йоммай экрандағы һәр хәрәкәтте, һәр һүҙҙе йотоп ултырҙы. Судья әленән -әле күк шорталы һуғышсының ҡулын күтәрткәндә эстән әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Өс көн рәттән һуғышты Байрамов, өс көн рәттән еңеүсе булып килде һәм һуңғы алыштан һуң үҙ ауырлығында чемпион булып танылды. Әмиләнең яурындарынан тауҙай йөк төшкәндәй булды. Төркөмдәш егеттәр менән һыға ҡосаҡлашып, «Ура» ҡысҡырып шатлыҡ уртаҡлашты.
Төн уртаһында ҡайтып, асҡыс сылтырауына уянған әхирәтенең: «Кит, йүнсез, төн жоклами тапкан карар әйбер. Иртән ни дийәрсен икән»,- тип асыулы мығырлауына шым ғына көлә-көлә юрған аҫтына сума ла, күҙҙәрен йомоп бер килке йоҡлай алмай ята әле. «Хәтерләй микән уны? Хәтерләй ти! Америкала әллә ниндәй һылыуҡайҙар менән типтерәлер әле. Үҙеңә нимә тәҡдим иткәнен оноттоң дамы ни?!»
«Хәҙер ниҙәр кисерә икән? Чемпион булғас тағы ла һауаланыбыраҡ китте инде. Былай ҙа эре кеше. Ә шулай ҙа килешә үҙенә һауалы булыуы ла, һалҡынлығы ла… Килешә шул…»
«Үҙем инде алйот, ҡырағай. Теге ваҡыт әллә аңлап та етмәгәнмендер әле, тот та һуҡ битенә. Иҫәр! Ҡырағай!»
«Ғашиҡ булдым, ахыры… Ошо мөхәббәтме икән? Ҡайһылай ҙа татлы хис…»
«Ары ни эшләргә? Юғалтты бит инде мөхәббәтен дә… Шулай уҡ та юғалттымы икән ни?..»
Башы аша бөркәнгән одеялын асып ташлап «Ринат, китмә! Юғалма!» тип ҡысҡырғыһы килде ҡыҙҙың. Ҡара-ҡаршы хистәренә баш була алмайынса, тауышһыҙ һыңҡылдап, яҫтығына ҡайнар йәштәрен ҡойҙо.
* * *
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: