-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Май 2021, 16:46

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Беренсе өлөш

– Мә, ал балаңды, саҡ ҡына булһа ла күтәреп йөрөт, – тип, санитарка сығып та китте. Ә Рәмзилә боролоп та ҡарамай. Ниңә ҡараһын, уның барыр ере юҡ. Баланы түгел, үҙен көткән кеше тойолмай. Рәмзилә ҡурҡа: әгәр баланы бер күтәреп ҡараһа, ҡулынан төшөрмәй эҫенер ҙә китер. Йәш әсә түҙмәне: үрелеп, сабыйға ҡараны. Бәй, уныһы бит күҙҙәрен асып ята! Сабыйҙар тыуғас та көндәр буйы йоҡлай, тигәйнеләр. Йоҡлар һиңә, ана, шым ғына әсәһен күҙәтә. Рәмзилә ҡыҙыҡайын ипләп кенә алдына алып һалырға йыйынғайны, коридорҙа ҡысҡырып һөйләшкәндәренә иғтибар итте. – Был палатала кем ята? – тип өндәште баш табип тауышы. – Теге балалар йортонан сыҡҡан ҡатынҡай. – Балаһы үҙе менәнме? – Эйе, үҙе менән, – ти шәфҡәт туташы. – Алығыҙ! – тине ҡәтғи рәүештә баш табип. – Ул ҡыҙыҡайҙы тәрбиәгә алырға теләгән ғаилә бар.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР

Хикәйә

Беренсе өлөш

– Мә, ал балаңды, саҡ ҡына булһа ла күтәреп йөрөт, – тип, санитарка сығып та китте.

Ә Рәмзилә боролоп та ҡарамай. Ниңә ҡараһын, уның барыр ере юҡ. Баланы түгел, үҙен көткән кеше тойолмай. Рәмзилә ҡурҡа: әгәр баланы бер күтәреп ҡараһа, ҡулынан төшөрмәй эҫенер ҙә китер. Йәш әсә түҙмәне: үрелеп, сабыйға ҡараны. Бәй, уныһы бит күҙҙәрен асып ята! Сабыйҙар тыуғас та көндәр буйы йоҡлай, тигәйнеләр. Йоҡлар һиңә, ана, шым ғына әсәһен күҙәтә.

Рәмзилә ҡыҙыҡайын ипләп кенә алдына алып һалырға йыйынғайны, коридорҙа ҡысҡырып һөйләшкәндәренә иғтибар итте.

– Был палатала кем ята? – тип өндәште баш табип тауышы.

– Теге балалар йортонан сыҡҡан ҡатынҡай.

– Балаһы үҙе менәнме?

– Эйе, үҙе менән, – ти шәфҡәт туташы.

– Алығыҙ! – тине ҡәтғи рәүештә баш табип. – Ул ҡыҙыҡайҙы тәрбиәгә алырға теләгән ғаилә бар.

Рәмзиләнең йөрәге ыңҡ итеп ҡалды: уның балаһын тәрбиәгә алырға теләүсе бар?! Ҡатын тиҙ генә ҡыҙын алып, алдына һалды. Юҡ, былай булмай. Үҙе менән бергә түшәгенә алып ятты. Бер нисә сәғәт элек кенә тыуған сабый асығып та өлгөргән: ҡомһоҙланып имә лә башланы. Сабый имә-имә лә, туҡтап ҡалып, әллә еҫкәй, әллә әсәһен танып ҡалырға итә. Белә Рәмзилә, ишеткәне бар, сабыйҙар тыуғас та күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә, улар еҫ кенә һиҙә. Эһем, тип яталыр әле, бынау тәмлекәсте эскәндә әскелтем-сөскөлтөм еҫ әсәйҙән килә, ти микән?

Ишекте дөбөрләтә асып, шәфҡәт туташы килеп инде.

– Ҡыҙыҡай, сабыйыңды бында килтер, – тине ул.

– Бәпесемде ҡайҙа алып бараһығыҙ? – тине хәүефләнеп, Рәмзилә.

– Был һорау миңә түгел, баш врач менән һөйләш. Һин баш тартҡанһың, тимәк, ул беҙҙең ҡарамаҡҡа күсә.

– Ә мин кире уйланым, – тине Рәмзилә тупаҫ ҡына итеп. Ҡатында балалар йортонда тәрбиәләнгән ҡыҙыҡайҙың әрһеҙлеге өҫкә ҡалҡып сыҡты.

– Нисек, кире уйланың? Беҙҙә ундай тәртип юҡ, – тине лә асыуланып сығып китте.

Алыҫтан уҡ һелкетә баҫып баш табиптың килгәне ишетелде. Гөрҫ-гөрҫ! Бына ул, ишеккә туранан да һыймай бит әле, бүлмәгә ҡабырғаһы менән килеп инде.

– Бында ниндә концерт?! – тине ул ҡаты ғына. – Иртән бирәм, кис бирмәйем! Һин ул баланы тәрбиәләй алмаясаҡһың. Әгәр балаңа яҡшылыҡ теләһәң, беҙҙең ҡарамаҡта ҡалдыр. Сабыйға ла, үҙеңә лә шулай еңелерәк булыр. Һиңә сер итеп кенә әйтәм: бер бик бай ғаилә килеп сыҡты, үҙеңде лә онотмаҫтар.

– Кемдәр улар? – тинә Рәмзилә, илай яҙып. – Нишләп мин үҙ баламды биреп ебәрергә тейешмен?

– Нисек үҙ балаңды? Ул бала хәҙер һинеке түгел. Бына ғаризаң, баланы һин беҙгә ҡалдырҙың. Мин ғаризаңды теркәнем, иҫәпкә ҡуйҙым. Хәҙер сабый һинеке лә, минеке лә түгел, ул хөкүмәттеке. Уны дәүләт ҡараясаҡ.

– Улай булғас, – Рәмзилә тамам илай башланы, – дәүләт үҙ ҡарамағына алғас, ниңә ғаиләгә бирәһегеҙ?

– Ниңә, шул ғаилә дәүләт түгелме ни? Дәүләт һинең сабыйҙы тәрбиәләүҙе ғаиләгә ышанып тапшыра. Ярай, етәр, килтер сабыйҙы.

– Бирмәйем, мин кире уйланым. Үтенеп һорайым, Аллаһ хаҡы өсөн, алмағыҙ сабыйымды!

– Ҡара, Алланы иҫкә төшөрҙө, быға тиклем бар тип тә белмәй ине. Һуңғы тапҡыр киҫәтәм: сабыйҙы бирәһеңме-юҡмы?

– Бирмәйем. Һорамағыҙ ҙа, йөрөмәгеҙ гә, бирмәйем!

– Ярай, әлегә һинеңсә булһын, – тине баш табип. – Әгәр кире уйлаһаң, иртәгә әйтерһең, – тине лә, кеҫәһенән телефон сығарып, шылтырата башланы.

Бына бер аҙҙан баяғы ҡырыҫ, уҫал йөҙлө баш табип йылмайып, кеселекле тауыш менән гөрөлдәй башланы:

– Һаумыһығыҙ, һеҙҙе тағы борсойбоҙ инде. Был таба табыу йортонан баш табип Әхмәрова. Һеҙ һораған ҡыҙыҡай буйынса һорауҙар килеп сыҡты бит әле, әсәһе кире уйланы. Эйе, әйттем мин уға, киҫәтеп ҡуйҙым.

– Күпме кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы! – тип баш табип нисек һелкетә баҫып килеп инһә, шулай сығып та китте.

Ҡыуанды Рәмзилә, шатлығынан үрле-ҡырлы һикерә яҙҙы. Бәй, ҡыуанмай ни, балаһын һаҡлап алып ҡалды бит.

Һаҡлап алып ҡалды? Әле һаҡлап алып ҡалыуға бик алыҫтыр. Ҡайҙа йәшәр икән, кем үҙенә һыйындырыр? Яңы тыуған сабый менән йәш әсәне кем көтөп торһон инде?

Дауахананан сыҡҡанда уны берәү ҙә ҡаршы алманы, сәскәләр тотторманы, шарҙар осорманы, етәкләп алманы. Шуныһы яҡшы: ҡыҙҙың атаһы, Вәзир, шылтыратты.

– Технологик урамы, 17, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Атайым шул хужалыҡ начальнигы. Минең башҡа юлым юҡ, атайыма барып керәбеҙ ҙә ярҙам һорайбыҙ. Урал Булатович, онотма, Урал Булатович!

Ҡатын, балаһын күтәреп, Технологик урамында урынлашҡан хужалыҡты эҙләп китте. Вахтер ҡайҙалыр булып ҡалдымы, Рәмзилә бер ауырлыҡһыҙ хужалыҡ етәксеһенең кабинетына тиклем үтте. Иҫке генә тоҡсай тотҡан, бала күтәргән ҡатынға күптәр сәйерһенеп ҡарай. Бына ул ҡабул итеү бүлмәһенә инде. Тура килеп тороуын әйт әле: ҡатын кереүгә секретарша ҡыҙыҡай начальник янына үтте. Рәмзилә саҡ ҡына икеләнеп, туҡтап ҡалды. Әлеге балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе әрһеҙлеге еңде.

– Һаумыһығыҙ, Урал Булатович! – тине ҡатын, яңғыратып. – Һеҙҙең янға инергә мөмкинме?

Кабинет хужаһы күҙлеген бер систе, бер кейҙе, секретаршаһына ҡарап алды.

– Был ҡатын кем ул? – тип һораны.

– Мин белмәйем, Урал Булатович. Мин һеҙҙең янға үткәндә ул юҡ ине. Аҫта вахтер йүнләп эшләмәй, урынын ҡалдыра ла китә, – тип сығырға ынтылды.

– Көтөп тороғоҙ, бәлки, һеҙ ҙә кәрәк булырһығыҙ, – тине Урал Булат улы. – Йә, һөйләгеҙ, ниндәй йомошоғоҙ бар?

– Әле генә бала табыу йортонан сыҡтым, алыҫ икән, саҡ килеп еттем, – тип башланы һүҙен Рәмзилә. – Миңә һеҙҙе ярҙамығыҙ кәрәк. Урал Булатович, миңә һеҙ генә ярҙам итә алаһығыҙ.

– Был бит ҡунаҡхана түгел, опека бүлеге лә хакимиәттә урынлашҡан. Беҙ һеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ?

– Минең барыр урыным юҡ, Урал Булатович, – тине Рәмзилә көс-хәл менән, үҙенең күҙҙәренән субырлап йәш аға.

Кабинет хужаһы нимә эшләргә белмәй ҡатынға ҡарай һәм автогараждың икенсе ҡатында ҡыш көнө ҡар таҙартыу техникаһында эшләйәсәк механизаторҙарға тәғәйенләнгән ваҡытлы ятаҡ тураһында уйлай. Шул, береһе этләшә инде, Уралға бар, ятағы бар, буш тора, тигәндәрҙер. Хәҙер ҡайҙа барһа ла, һинең ятағың бар, шуны файҙалан, ти ҙә ҡуялар.

– Ә миңә мөрәжәғәт итергә кем кәңәш бирҙе?

Рәмзилә һиҫкәнде: әйтергәме, юҡмы?

– Һеҙҙе яҡшы кеше тип әйттеләр, – тине ул.

– Ә ятаҡ хаҡында кем тиште?

– Юҡ, ятаҡты әйтмәнеләр, һеҙҙе генә әйттеләр.

– Кем әйтте?

Рәмзилә ауыр һулап ҡуйҙы: әйтергәме, юҡмы? Ә ниңә әйтмәҫкә?

– Вәзир әйтте, һеҙҙең улығыҙ.

– Вәзир?!...

Урал Булатович урынынан һикереп торҙо.

– Ә был сабыйға минең улымдың ниндәй мөнәсәбәте бар? – тине һәм уҫал итеп секретаршаһына ҡараны. Онотолоп, иҫе китеп тыңлап торған ҡыҙ бүлмәнән сығып осҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Әлеге әрһеҙлек: Рәмзилә Урал Булатовичтың күҙҙәренә туп-тура ҡарап:

– Ҡыҙымдың атаһы – һеҙҙе улығыҙ, – тине.

Шул ваҡыт йоҡлап ятҡан сабый уянды, мышҡылдап, үҙенең барлығын иҫкә төшөрҙө.

Эске телефондан секретаршаның баш инженерҙың инергә теләүе хаҡында өндәшкәне ишетелде.

Үҙ ғүмерендә сетерекле ваҡиғаларҙы күп күргән, уларҙы ваҡытында ватып-емереп хәл итергә өйрәнгән түрә сабыйҙы һаҡ ҡына ҡулына алды һәм ҡатынға:

– Әйҙәгеҙ минең арттан, – тип өндәште.

Урал Булат улы сабый менән әсәһен артҡы ял итә торған бүлмәһенә алып инде.

Ваҡытында өлгөрҙө, уның урынын күптән көҫәп йөрөгән баш инженерға сабыйҙарҙан һуң ҡала торған әүрәткес әскелтем еҫте еҫкәргә генә ҡалды. Шулай ҙа ҡолағына, ике ҡатлы ишектең берәүһе генә ябылыу сәбәпле, арғы бүлмәлә аңлайышһыҙ мышҡылдау ишетелде.

– Нимә бар? – тине кабинет хужаһы уҫал итеп.

– Беҙҙең грейдер йөрөтөүсене Авиаторҙар районы торлаҡ хужалығы үҙенә эшкә алған.

– Әлбиттә, ала, – тине начальник, – һеҙ ауыҙығыҙҙы асып йөрөгәс.

– Нисек ауыҙҙы асып йөрөйбөҙ, әйткәндәй, уны мин килтергәйнем. Беҙҙең күрше ауылдан. Өйләнмәгән, эсмәй-тартмай, бер мәшәҡәте лә юҡ.

– Ундай мәшәҡәтһеҙ механизаторҙарға күршеләр бүлмә бирә, ҡуртымға. Ә һин уға нимә бирҙең? Биш кешелек бүлмәлә туҙып бөткән матрас, таралырға торған карауат.

– Башҡалар йәшәй бит, – тине баш инженер.

– Мине башҡалар түгел, әлеге егетте һинең юғалтыуың борсой. Бар, ҡулыңдан килгәндең бөтәһен дә эшлә, ләкин егетте ситкә ебәрмә! Беләһеңме, ҡустым, бөгөн миңә баш инженер түгел, үҙ эшенең оҫтаһы механизатор ҡәҙерлерәк.

Баш инженер сығып китте, ә начальник Рәмзилә эргәһенә үтте һәм, эстән генә ауыр һулап, ҡараңғы мөйөштә күренер-күренмәҫ кенә булып ултырған килененә һәм ейәнсәренә ҡараны. Сәй ҡуйҙы, секретаршаһынан печенье-маҙар һорап алды.

– Ярай, сабый, – тине ул, Рәмзилә менән ҡыҙына ҡарап. – Төклө аяғың менән! Ә ниңә беҙҙең өйгә килмәнең? – тине ул йәш ҡатынға.

– Мин барҙым, – тине ҡыҙ. – Ҡатынығыҙ...

– Аңлашылды. Сығарып ебәрҙе тиһең инде? Ә Вәзир? Улымды әйтәм. Атайға бар, тигәндер инде. Атай намыҫлы, атай егәрле, атайҙың эше юҡ, һеҙҙе ул ҡарар, тинеме?

Рәмзилә өндәшмәне, йылмайып ҡына ҡуйҙы.

Урал Булат улы еңел генә итеп урынынан торҙо, сабый эргәһенә килде:

– Ҡайҙа, үҙем бер ҡарайым әле? Беләм, беләм мин һине, ҡыҙыҡай, әсәйең әйтте, ДНК үткәрәбеҙ, тине, ҡарарбыҙ, уйларбыҙ.

Олатай кеше бер сабыйға, бер әсәһенә ҡараны:

– Бында бер ниндәй ДНК-һыҙ ҙа күренеп тора,был сабый беҙҙеке, йәғни Вәзирҙеке. Ярай, мин һине ҡабул итәм, ҡыҙым. Өләсәһен аҡрынлап күндерербеҙ.

Мәсьәлә ярты сәғәт эсендә хәл ителде. Рәмзиләне ҡыҙы менән ятаҡта бер кешелек бүлмәгә урынлштырҙы. Хужалыҡта кеше-маҙар таралғас, водителе менән сауҙа үҙәгенә барып, балалар коляскаһы, йыуындыра торған тас, башҡа кәрәк-яраҡ һәм ашамлыҡтар алып килде. Былар барыһы ла ваҡ-төйәк кенә шул, сөнки алда ауыр, ҡатмарлы аңлашыу көтә. Урал һиҙә: үҙен шул хәтле уңайһыҙ тоя, иң беренсе ейәнсәре донъяға килде, ул әле генә үҙен олатай итеп таныны. Ә шул сабыйҙы ул өйөнә алып ҡайта алмай, сөнки ҡатыны рөхсәт итмәйәсәк. Һауалы, үҙен генә ҡарап өйрәнгән ҡатыны Саймә сабыйҙың өйөнә килеп инеүен бәлә сифатында ҡабул итәсәк һәм быға бер ваҡытта ла ризалыҡ бирмәйәсәк.

Ошондай уйҙар менән ҡайтып бара торлаҡ-коммуналь хужалыҡ начальнигы. Ҡул аҫтында меңләгән кешене бейетеп эшләткән түрә үҙенең ейәнсәре менән киленен ятаҡ сифатында ғына ҡулайлаштырылған бүлмәлә ҡалдырып китте. Ошо хаҡта уйлап, начальник водителенә боролоп былай тине:

– Эш урыны менән йәшәгән ер араһында бер бүлмәле фатир тап. Һин бит Авитонан ҡарай беләһең. Бына, ике айға түләп ҡуй. Иртәгә кис шунда барырбыҙ.

Дауамы: Икенсе өлөш


–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: