+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Май 2021, 11:25

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Икенсе өлөш

Рәмзилә бүлмәне ентекләп ҡарап сыҡты – йылы, яҡты, ҡоро. Бында йәшәргә була-а. Ошонда ғына тороп ҡалырға рөхсәт итһәләр, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Бәлки, ошонда уҡ берәй эш тә табылыр. Ана, бит ишек янында әбейҙәр, бабайҙар сәй эсеп йә йоҡомһорап ултыра. Йәш ҡатын шул хаҡта уйлай: ярай, Вәзире атаһына йүнәлтеп ебәрергә батырсылыҡ итте. Шул ваҡыт ҡатын Вәзирҙең әсәһен иҫкә төшөрҙө. Ҡара әле, икеһе бер ғаилә, ирле-ҡатынлылар, бер-береһенә һис тә оҡшамағандар. Әсәһе ниндәй һауалы. Нимә тине әле, һиңә, әлбиттә, ДНК анализы кәрәк буласаҡ, һиңә кәрәк, тимәк, аҡсаһын да һин түләйәсәкһең. Ә анализ хаҡының 20 мең һум икәнен беләһеңме? Ярай, аҡсаһын да таптың, анализы ла һинең файҙаға булды, ти. Ә беҙ һине өйгә кертәсәкбеҙме? Юҡ, әлбиттә, үҙ йүнеңде үҙең күрәсәкһең. Сабый мышҡылдап үҙенең барлығын иҫкә төшөрҙө. Эх, быны бит бөгөн йыуындырырға кәрәк. Ҡатын коридорға сығыуға ике иҫерек ир күренде. Уларға бер йәшерәге килеп ҡушылды.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Икенсе өлөш

Рәмзилә бүлмәне ентекләп ҡарап сыҡты – йылы, яҡты, ҡоро. Бында йәшәргә була-а. Ошонда ғына тороп ҡалырға рөхсәт итһәләр, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Бәлки, ошонда уҡ берәй эш тә табылыр. Ана, бит ишек янында әбейҙәр, бабайҙар сәй эсеп йә йоҡомһорап ултыра.
Йәш ҡатын шул хаҡта уйлай: ярай, Вәзире атаһына йүнәлтеп ебәрергә батырсылыҡ итте. Шул ваҡыт ҡатын Вәзирҙең әсәһен иҫкә төшөрҙө. Ҡара әле, икеһе бер ғаилә, ирле-ҡатынлылар, бер-береһенә һис тә оҡшамағандар. Әсәһе ниндәй һауалы. Нимә тине әле, һиңә, әлбиттә, ДНК анализы кәрәк буласаҡ, һиңә кәрәк, тимәк, аҡсаһын да һин түләйәсәкһең. Ә анализ хаҡының 20 мең һум икәнен беләһеңме? Ярай, аҡсаһын да таптың, анализы ла һинең файҙаға булды, ти. Ә беҙ һине өйгә кертәсәкбеҙме? Юҡ, әлбиттә, үҙ йүнеңде үҙең күрәсәкһең.

Сабый мышҡылдап үҙенең барлығын иҫкә төшөрҙө. Эх, быны бит бөгөн йыуындырырға кәрәк. Ҡатын коридорға сығыуға ике иҫерек ир күренде. Уларға бер йәшерәге килеп ҡушылды.

– Оһо, – тине иҫеректәрҙең береһе. – Беҙҙең эргәгә ҡыҙыҡайҙы индергәндәр.

– Сәйнәнмәгеҙ, – тине йәшерәге, – уны начальник үҙе алып килде, Урал Булатович үҙе күтәргәйне, мин күрҙем!

– Сеү! Беҙ тындыҡ, – тине иҫерек. – Ҡатынға һәм уның бәпесенә ҡамасауламаҫ өсөн беҙ шым ғына йөрөрбөҙ.

Йәш егет Рәмзиләнең эргәһенә килде.

– Танышайыҡ, мин Нәғим булам. Нә-ғим. Бәлки, һеҙгә ярҙам кәрәктер? Әйткәндәй, һин урынлашҡан бүлмәгә мин дәғүә итеп йөрөгәйнем. Баш инженер бирмәне. Үҙенең кемелер өсөн тота, тинеләр. Һиңә булған икән.

– Белмәйем, – тине Рәмзилә, – сөнки мине бында началник Урал Булатович үҙе урынлаштырҙы.

– О-о, шулай уҡмы? Начальник булғас, мин пас. Бәлки, начальник баш инженерға үҙе ҡушҡандыр. Әйҙә, мин һиңә ярҙам итәйем.

Әллә ҡайһы арала һыуын да таптылар, ярҙам итеүселәре лә күбәйеп китте.

Урал өйөнә ҡайтҡас, ҡатыны уны шым ғына ҡаршы алды.

– Ҡайҙа шул тиклем һуңланың? – тине ҡатыны һалҡын тауыш менән. – Белергә рөхсәттер?

– Уйнап йөрөнөм, – тине Урал. – Минең бит бер эшем дә юҡ. Ә Вәзир ҡайҙа?

– Ҡайҙа булһын? Тренировкала йөрөйҙөр, бәлки, берәй киске клубта күңел асалыр. Шулай ҙа һинең һуңлап ҡайтыуың мине борсой.

– Минең ҡайҙа булыуымды асыҡлау өсөн һиңә күп кәрәкмәй.

– Аңлашылды, – тине ҡатыны. – Тимәк, һин теге ҡатын эргәһендә булғанһың. Һиңә барып еткән икән.

– Эйе, мине ҡотлай алаһың, хәҙер ошо көндән башлап мин – олатай. Был миңә бик оҡшай башланы.

Саймә күҙ алдында утҡа кәрәсин һипкән һымаҡ тоҡанып китте.

– Һинән ниндәй олатай сыҡһын! Әллә һин ул ҡатынды балаһы менән өйгә индерергә йыйынаһыңмы?

– Ә ул сабыйға беҙҙең ниндәй мөнәсәбәтебеҙ бар? Ул сабый һинең менән минең ейәнсәребеҙ. Уны үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә беҙгә туранан-тура ҡатнашырға тура киләсәк.

– Юҡты һөйләмә! Ул детдомдан сыҡҡан ҡыҙҙың балаһының беҙҙеке булыуы мөмкин түгел.

– Юҡ шул, – тине Урал, – һин ул сабыйҙы күрҙеңме?

– Күрмәнем, күргем дә килеп тормай.

– Ә мин күрҙем. Бында бер ниндәй ДНК кәрәкмәй, Вәзирҙең тап үҙе, һуйған да ҡаплаған. Шулай булғас, баш тартыу хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

– Юҡ, мин быға юл ҡуймаясаҡмын! – тине ҡатыны, ҡысҡырып. – Урамдан бер ҡатынды алып кереп өйләнһен өсөн үҫтермәнек беҙ улыбыҙҙы! Хәҙер һин Вәзирҙе ғәйепле итергә уйлайһыңмы?

– Вәзиргә бер дәғүәм дә юҡ, – тине атаһы. – Ул бит әле уҡый, институтты тамамларға, эшкә урынлашырға кәрәк. Бәлиғ булған, үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә тейеш.

– Ә ул ҡатын менән нимә эшләргә уйлайһың?

– Беҙгә ярҙам итергә тура киләсәк, – тине Урал.

– Ярҙам итергә?! Һин нимә һөйләгәнеңде беләһеңме?

– Нишләп белмәҫкә? Фатир табырға, урынлаштырырға, баланы тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашырға тура киләсәк.

Шул ваҡыт өйгә Вәзир ҡайтып керҙе. Улдарын күргәс, әсәһе менән атаһы бер аҙ тынысланғандай булды.

– Бик үткер мәсьәлә хәл итәһегеҙ, ахыры, – тине Вәзир. – Хатта коридорға ишетелеп тора.

– Мәсьәлә бик ҙур, хатта фатирға һыймай, ә нимә хаҡында һүҙ барғанын беләһеңме, улым?

– Әлбиттә, беләм, – тине Вәзир. Был тема минең өсөн ят түгел. Шулай ҙа һөйләшеүҙең минең файҙаға бөтөрөнә ышанам.

– Ә һинең файҙа ниндәйерәк, улым? – тине атаһы.

– Миңә күп кәрәкмәй, үҙ яйың менән йөрө, уҡыуыңды дауам ит, өйләнергә ашыҡма, тиһәгеҙ, мин үҙемде бәхетле тоясаҡмын.

Әсәһе яңғыратып көлөп ебәрҙе:

– Мин шулай тип әйтерен көткәйнем дә, тик бына атайың икенсе төрлө уйлай бит әле.

– Эйе, минең фекер башҡаса шул, – тине Урал. – Һеҙ икәү, мин бер үҙем. Шулай булғас, бәхәс һеҙҙең файҙаға тамамланыр, ахыры.

Артыҡ бер нәмә лә булмаған һымаҡ һәүетемсә генә һөйләшеп алдылар. Ни хәл итәһең, заманаһы шулай. Әйтерһең дә, был йортта бер нәмә лә булмаған, хатта улар араһына яңы кеше лә өҫтәлмәгән. Урал шул хаҡта уйланды. Кешеләр ниңә шул хәтле битарафланды икән? Элек ауылда нисәнселер класта уҡығанда ҡустыһының донъяға килеүен иҫкә төшөрҙө. Эй, ҡыуанып йөрөгәйнеләр, үҙе бер байрам һымаҡ булғайны. Урал Булат улы улының битараф йөҙөнә һәм ҡатынының ярһыған ҡиәфәтенә ҡарап алды. Тормош үҙгәрә икән. Ә бая теге ҡыҙыҡайҙы күтәреп алғас, күңеле йомшарып, илап ебәрә яҙғайны.

Ә был ваҡытта Рәмзилә, сабыйын йыуындырып ашатҡас, йоҡларға һалды. Ҡайнаған сәйнүк тотоп, Нәғим килеп инде.

– Мин бында бөгөн һуңғы төн үткәрәм, – тине Нәғим. – Һин килереңде белгән булһам, эшемде ҡалдырмаҫ инем.

– Ә һин ҡайҙа китәһең? – тине Рәмзилә.

– Мине күрше районға эшкә саҡырҙылар. Бер бүлмәле фатир бирәләр.

– Оһо, ҡалай һин бәхетле! Бер бүлмәле фатир бирәләр? Һин шулай бик кәрәкле кешеме ни?

– Кәрәклеме, кәрәкле түгелме, түрәләр минән башҡа бер эш тә эшләй алмай.

– Ысынлапмы? – тип аптыраны Рәмзилә.

– Эйе, мин, мәҫәлән, грейдер йөрөтәм. Был эш бик ауыр, ер тигеҙләргә, ҡар ырғытырға, әллә күпме эш башҡарырға була.

– Ҡалай һиңә рәхәт, – тине Рәмзилә. – Бында бүлмә, тегендә фатир.

– Әгәр риза булһаң, мин һине үҙем менән алып китәм, – тине егет, тәүәккәлләп.

– Мин бит бер үҙем түгел, минең ҡыҙым бар.

– Ниңә, ҡыҙыңды ҡалдырмайбыҙ. Өсәүләшеп китәбеҙ.

– Белмәйем, һине бит бөгөн беренсе тапҡыр күрәм.

– Эсмәйем, тартмайым, һуғышмайым. Мин һиңә үҙем хаҡында һөйләй генә алам.

– Яҡшы, холҡоң һәйбәт икән, хәҙер һуғышмаған кешене табып ҡара.

– Ысын, мин һуғышмайым. Бер кешегә ҡул күтәреп һуҡҡаным юҡ. Шулай булғас, уйла, әйҙә. Һин миңә оҡшайһың. Бергә йәшәп ҡарайыҡ.

– Юҡ-юҡ, ҡабаланмайыҡ, – тине Рәмзилә. – Бында минең егетемдең атаһы эшләй, әлегә ул урынлаштырҙы.

– Ул кем булып эшләй?

– Шунда инде иң ҙур начальник.

– Әллә Урал Булатовичмы?

– Эйе, шул, Урал Булатович. Әллә һин уны беләһеңме?

– Нисек белмәҫкә? Үл бит беҙҙең ошондағы етәксе. Бер бүлмәле фатир бирәм, тип, ул саҡырып килтерҙе, аҙаҡ тәки алданы, бирмәне. Бына һиңә кәрәк булғас, шунда уҡ тапҡан. Ә мин һинең менән ошонда булһа ла ҡалырға ризалашыр инем.

Рәмзиләнең детдом әрһеҙлеге тағы ла ҡалҡып сыҡты. Тел осонда: “Ҡал һуң, бергә булайыҡ”, тигән һүҙҙәре эленеп тора, ләкин өндәшмәй ҡатын, уңайһыҙлана. Нисек инде, эргәмдә ҡал, тип, ауыҙланып торһон? Ә икенсе яҡтан, йәш әсә көсөргәнешле уйлай: иртәгә нимә булыр, сабыйы менән уны кем һыйындырыр, яҙмышы нисек хәл ителер?

Шул ваҡыт Нәғимдең кеҫә телефоны шылтыраны. Яңы етәксеһе шылтырата икән.

– Хәҙер машина килә, әйберҙәреңде тейәп сыҡ та, адресы билдәле, бүлмәңдә урынлаш, – тине.

– Юҡ, бөгөн булмай, – тип яуап бирҙе егет. – Әлегә эшем бар.

– Нимә, фатирыңды юғалтырға итәһеңме әллә? – тип екерҙеләр теге баштан.

– Юғалһа, юғала инде, – тине егет. – Әйтәм бит, мин бөгөн килә алмайым, иртәгә ҡарарбыҙ.

Телефондан тағы нәмәләрҙер һөйләнеләр, ләкин егет тыңлап торманы, телефонын ситкә алып ҡуйҙы.

– Нимә булды, кем шылтырата? – тине Рәмзилә.

– Ә-ә, теге фатирға күсенергә ҡушалар.

– Ҡайһылай һин бәхетле! Мин бөгөн саҡ урынлаштым, ә һиңә фатир бирәм тип артыңдан эйәреп йөрөйҙәр. Шундай бәхет миңә лә йылмайһа ине!

– Шундай бәхет йылмайҙы тип иҫәплә, теләйһеңме, мин һине хәҙер шунда алып китәм. Бына телефон номеры, хәҙер ышлтыратам да.

Рәмзилә өндәшмәне, уйға ҡалды.

Дауамы: Өсөнсө өлөш


–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: