Саҡ түҙҙе Асия. Бар сабырлығын төйнәп тотоп көскә сыҙаны. Өйҙәгеләр менән хушлашып сығып машинаға ултырғас та эсендә ажғырған ярһыуын баҫырға тырышып көсәнде. Тик бер ҡайнап сыҡҡан һарыу тиҙ генә һыуынырға теләмәне. Шартлап ярылып, сәсрәп, ян-яҡҡа сәселеп киткеһе килде. Йәнәшәһенә ауыҙын йыя алмаҫтан көлә-йылмая инеп ултырып, ҡуҙғалғас та күңелле көй ҡуйып ебәргән иренә яндыраһынан ҡарап ебәрҙе. Тик тегенеһе был ҡарашты күрмәне лә, тойманы ла. Юлға ҡарап һаман да ниндәйҙер күтәренке илаһи тойғоларынан арына алмай күҙҙәрен иркә нурландырып килә. Был ҡатынды тамам сығырынан сығарҙы:
– Тауышын яп! Былай ҙа баш ауыртты.
Тик ире ишетмәй әллә. Үҙ уйҙарына сумған. Асия ынтылып көйҙө һүндереп үк ҡуйҙы. Шул саҡ Тәлғәт тә уянып киткәндәй булып ялп итеп ҡатынына һораулы ҡарашын күсереп алды.
– Баш ауырта тием бит. – Унан үҙен аҡлағандай итеп, – анау бер балларынан, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Ире ҡатынының хәлен әллә төшөнмәй, әллә төшөнөргә теләмәй оторо һөйләне лә ҡуйҙы:
– Бармаҡ башындай баланың шаярыуына ла башың ауырыһа инде. Ана, Гөлназ шуларҙың өсәүһе менән көнө буйы, бер ере лә ауыртмай.
– Кеше ҡатынының ҡайһы ере ауырта-ауыртмай икәнде һин ҡайҙан беләң? – Быларҙы яуапһыҙ ҡалмау өсөн генә әйтте Асия. Ире өндәшмәне. Ғәҙәтенсә. Күп ваҡыттағыса ҡатынының тызыуын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Быға ҡатыны ла ҡәнәғәт. Эстән генә ошондай ваҡыттарҙа «телләшмәһә ярар ине» тип уйлай һәм ире уны ишетеп торған кеүек ваҡланмай, ҡатын-ҡыҙ хаслығына төшмәй. Ишетмәмешкә һалыша йә үҙ эше менән булышып ала ла китә. «Әлдә шулай, рәхмәт инде уға», – тип уйлай ҡатын. Юғиһә, мин дә ярһыһам, ул да ҡыҙһа ғауға сығыуға ла күп ҡалмаҫ.
Юл ыңғайы ире магазинға һуғылмаҡсы булып туҡтаны. Тик ҡатынының һаман ҡара көйөп ултырғанына бер генә ризаһыҙ күҙ һирпкәс, үҙе инеп китте. Иртән, ял көнө, дуҫтары менән ҡуна ятып балыҡҡа барырға һөйләшкәйнеләр бит, аҙыҡ-түлек йыйнайһы бар. Шуны ҡайғырта инде ире. Асияның иһә балыҡ ҡайғыһы китте. Күңелендәге уңалмай торған яраһы ҡанһырап асылды, һулҡып-һулҡып һыҙланы, бар булмышын һурып һыҡратты, йәнен әсетте. Мәңге уңалмаҫ яраһы…
Балаһыҙ улар. Йәшәүҙәренә лә ун дүрт йылдан ашты инде. Тик «булмаһа булмай ҙа ҡуя икән баҙарҙа сөсикмәк» тигән шикелле, булмаһа булмай ҙа ҡуя икән бала ла. Әлбиттә, уҡыған, белемле, хәлле кешеләр булараҡ, ҡиммәтле клиникаларҙа ла тикшереү үттеләр, дауаларҙың кәрәге булғандайын да, булмағандайын да ҡабул иттеләр. Ҡатыны имселәрҙе лә, һылап-һыйпаусыларҙы ла ҡалдырманы. Әйтеүҙәренсә, икеһе лә һау-сәләмәт, ана-бына балалары булыр, өмөттө генә өҙөргә ярамай. Тик ул өмөттө һаман да йәшәтеү өсөн көсөн генә ҡайҙан алырға? Асия үҙе күнер ине лә, ирен нисек итеп һаман да буш өмөт менән алдатмаҡ кәрәк? Ана бит бая, таныштарында, бәләкәй бала күреүҙән уйынсыҡ тапҡан көсөк хәленә төштө. Тантый-тантый саҡ тәпәйләп йөрөгән сабый янында дүрт аяғынан торманы ла тигәндәй, йә ятып, йә иңгәкләп йөрөп уйнатты. Хатта сәй артына ла ултырманы бит, һыуынып бөткән сынаяғын ҡабалан ғына һемереп китте. Ә өйҙә бит ул ғүмерҙә лә һалҡын сәй эсмәй, аш-һыуҙың ҡайнар булғанын ярата. Әле иһә уныһын аңғарманы ла. Сөнки ана шул тәнәйҙән ары бер нәмә лә күрмәҫ хәлгә етте. Ҡайҙан индерҙе үҙе лә шунда. Йомошон унһыҙ ҙа йомошлар ине инде. Машина булғанда тигән булып, бутта үҙенең машинаһы юҡ. Бар бит. Машинаһы ла бар, хан һарайындай йорто ла, ҡала үҙәгендә фатиры ла, яҡшы эш хаҡы алып ҡайтып торған ире лә… тик бына бала… балаһы ғына юҡ. Һәм шул бер генә, бәләкәй генә «юҡ» бөгөн анауындай «бар»ҙы баһаһын төшөрә, хатта ваҡыты-ваҡыты менән бөтөнләй юҡҡа сығара...
Тәлғәт ике оло пакет күтәреп сыҡты ла, багажникка ҡуйғас, тышта яйлап тороп тартып алды. Уның да күңеле тыныс түгел, тимәк, уға ла ҡыйын. Бушҡа тәмәкегә тотона һалып бармай ул.
Асия өнһөҙ-тынһыҙ йөрөп тамаҡ йүнәтте, иртәгәгә ризыҡ төйнәне. Бешергәндәрен өҫтәленә теҙҙе лә ҡумта, бырау кеүек ҡышҡы балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары менән булашҡан иренә өндәште:
Иркен аш бүлмәһендәге оҙон өҫтәлдең ике яҡ башына ашарға ултырҙылар. Ире ихлас туйынырға кереште. «Ысынлап асыҡҡанмы, әллә йөҙөмә ҡалҡынып ҡарарға теләмәгәндән шулай ҡыланамы… Уф! Нимә яһиллана?! Һуң асыҡҡандыр, эштән ҡайтып торалар бит». Үҙе лә ашарға маташып ҡараны. Бармай. Тәғәм дә үтмәй әле тамағына. Сығырға юл эҙләгән ярһыуы алҡымынан ала. Әллә үкһеп, әллә үкереп ебәргеһе килә. Ҡаршыһында ире шап та шоп!
Ир сәйнәүенән туҡтаны ла, башын күтәрмәй генә ярайһы уҡ турайған ҡалын ҡара ҡаштары аҫтынан ҡараны:
– Улайғас, – Асия алтын ялатылған ҡалаҡ-сәнскеләрен шалтыратып тәрилкәһенең бер был, бер теге яғына күсерҙе.
– Саҡырҙым шул… Аша, – ҡатындың тауышы шымып, йомшарып уҡ китте. Унан усын эйәгенә терәп бер килке ирен күҙәтеп ултырҙы ла, төптән һыҡрап сыҡҡан ғазаплы ла, бер үк ваҡытта йәлләгән дә тауыш менән:
– Тәлғәт… һиңә балаһыҙ ҡыйынмы? – тип һораны. Һораны һәм ире, быға тиклем тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә тапҡыр булған кеүек, килер ҙә сәсенән, арҡаһынан һөйөп тынысландырыр, күңел күген ҡаплап алған ҡара болот кеүек уй-хәсрәттәрен туҙғытып ебәрер тип көттө. Көттө. Иренең тойғоларын меңенсе ҡат үҙ-үҙенә дәлилләргә теләне.
Әкрен генә әйтте быны ире. Тик өҙөп, ышаныслы итеп. Ҡаршы өндәшә, һүҙ ҡуйырта алмаҫлыҡ итеп. Был яуаптан һуң күҙ йәштәре лә, үпкә лә, хатта йөрәгең ярылып тәгәрәп китеп йән биреү ҙә урынһыҙ кеүек булып ҡалды. Шунлыҡтан ҡатын, иренең ашап бөтмәгән тәрилкәһен ситкә шылдырып, баш ҡағып ҡына рәхмәт белдереп, залға үтеп китеүен ҡараштары менән генә оҙатып ултырып ҡалды.
Ә бит белә ине ул бер килеп ошондай яуап булырын. Әлеге лә баяғы үлә алмай тартҡылашҡан өмөттөң һуңғы ҡылдарын тыңҡылдатып өҙә алғандай ниндәйҙер бер һүҙ барлығын… Һәм ул әйтелде…
Ҡыйын… Тимәк, уға был йортта, был донъяла балаһыҙ ҡыйын. Тимәк, Асияның һөйөүе генә уның күңел бушлығын тултыра алмай… Тимәк, нисек кенә һыр бирергә теләмәй тырышып көн итеп ятҡанда ла, шатланғанда-ҡыуанғанда ла, иркә-наҙҙа, яҡшы тәрбиәлә булғанда ла уға барыбер ҡыйын… Ҡыйын…
…Яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп кейенгән Тәлғәт, сәй ҡуйҙы ла, яландай киң карауаттың ситендә генә йомарланып ятҡан ҡатынының яурынына ҡағылды:
Асия иренең мыштым ғына йөрөп ятыуын күптән һиҙеп-тойоп ятһа ла, яуап бирмәне – йәнәһе, йоҡлай. Тегеһе лә быны белә. Тағы ла ипләп кенә өндәшә:
– Ярар, һин бармаҫ булһаң мин сығам. – Ишек төбөндә тауышын күтәрә төшә, – ярай, пока! Шылтыратырмын!
Ҡатын тауыш-тынһыҙ ятып ҡала.
Быяла аръяғында ялп-йолп үҙгәргән панораманы күҙәтеп барһа ла, уйҙары бөтөнләй ситтә, әллә нисә йылдар арауығында оса Асияның. Иртәнсәк ире сығып киткәс күпме генә тырышып ҡараһа ла күҙен йома алманы. Ысынында төндә лә йүнле йоҡо булманы инде, әүен баҙарына юлланыу өсөн белгән бар ысулдарын ҡулланып ҡараны: эстән һанап та, уйланмаҫҡа тырышып та, хатта наушниктар аша әкрен көй тыңлап та булашты – файҙаһыҙ, һуңғы ҡарағанында сәғәт дүртенсе яртыны күрһәтә ине. Аҙаҡ инде йонсоп, талсығып нисек йоҡлап киткәндер – иҫләмәй.
Хәҙер инде ял көнөнөң пландары ҡырҡа үҙгәргәс, тороп нимә менән булашырға икән тип фекер төйнәргә итте лә, инде нимәгә генә тотонһа ла, нимә генә башҡарһа ла мәғәнәһен тапмаҫтай булып ҡалды. «Шулай уҡ та тормошо сараһыҙлыҡҡа килеп терәлдеме ни?..» Ҡатын үҙе төйнәп ташлаған төйөндө сисергә маташып сәбәләнгән һайын уны нығыраҡ сырматты, буталды. Шулай күҙҙәрен түбә биҙәктәрендә йөрөтөп ята торғас, башына кинәт бер уй килде: туҡта, апайына барып ултырып ҡайтһын әле, тота килеп әллә нимә менән ярҙам итә алмаһа ла, яйлыраҡ кәңәш бирер, һис юғы күңелен бушатыр. Эсендә йәнен һурып алып барғандай зарын һүҙ менән һөйләһә, бәлки, бошоноуы кәмей төшөр. Апайы ла аҡыллы кеше, нимә лә тип әйтер, әйтмәһә лә тыңлар, үҙ ҡанының хәсрәтен бауырына баҫыр. Һәр ваҡыттағыса инде.
… Айһылыу апайынан өс йәшкә генә кесе булһа ла, уны ҙур итеп ҡабул итте үҫкәндә нишләптер. Уйлап ҡараһаң, әле лә шулай инде. Бәләкәй саҡта апайы уны баштан-аяҡ үҙе көттө, тәрбиәләне тиһәң дә артыҡ булмаҫ ине. Әсәһе ике йыл һайын яңы бәпәй алып, шулар мәшәҡәтенән бушай алманы. Инде үҫмерлек ҡорона инеп барғанда Асия әсәһенең был ҡылығын моңһоҙ рәүештә хәйерселек үрсетеү итеп баһалай ине һәм йыш ҡына мәктәптән ҡайтып инеп, кисә генә йыйыштырғандарын баш түбән әйләндергән ҡусты-һеңлеләрен әрләгәндә, әсәһенә лә өлөш сығарҙы:
– Бер нәмәгә файҙаһыҙ нәмәләр! Өй болартыуҙан башҡаға эшкинмәйҙәр! Нимә тип алдың ошоларҙы! Берәүҙә лә бы һәтте бала юҡ! Нимәгә кәрәк улар?!
Әсәһе, йыуашлығынанмы, әллә ысынлап моңһоҙлоғона барыпмы, ҡыҙының ярһып сәрелдәүенә иғтибар итмәй. Баҙар шикелле булып таралып ятҡан донъяһында һаман да тәнәйҙәре менән мыжғыша.
Бәләкәйендә нисек йөрөгәндер, әммә мәктәптең әле башланғыс синыфтарында уҡ өҫ-башына етешмәгәнлекте, кейеменең башҡаларҙыҡына ҡарағанда ҡайтыш икәнлеген аңғарҙы. Йыш ҡына яға-еңдәренең алмаштырылмағанына, алъяпҡысының бысраҡ булыуына шелтә яһанылар. Кемдәрҙер кейемдәр бирҙе, еңдәрен төрөп, ҡыҫҡартып, ҡырҡып-ямап әллә нимәләр әтмәләп кейҙерҙеләр. Был хәл ҙурая бара үтә лә кәмһетте ҡыҙҙы. Бигерәк тә һәр ерҙә: «Күп балалы ғаилә, етешмәйҙәр, ауыр йәшәйҙәр» тип йәлләп ҡарауҙары ауыртҡан сөйәленә баҫып торған кеүек булды.
Ҙурая бара апайынан кескәй туғандарына ҡатылығы менән айырылды. Дәфтәр-китаптарын туҙҙырған өсөн күп һорап тормай сыбыҡ менән сыжлатты, эшкә ҡушҡанда арҡырыланһалар ҙа тумпылдата һуҡҡылап алды. Әсәһенең йыйнаҡһыҙлығына үс иткән шикелле үҙе үтә таҙалыҡ яратҡан, тәртип тотоуға ынтылған бала булып сыҡҡан ине. Туғандарын һыпырып тотондо, әрләп-туҡмап екте, буйһонмағандар өсөн ҡулында ниндәйҙер бер язалау ҡоралы уйнап ҡына торҙо. Унан хатта әсәһе лә шөрләне буғай.
Балаларҙан екһенеп, тамам биҙа булып үҫте ҡыҙ. Шулар артынан таҙалап, йыуып-йышып, бишек бәүетеп үтте балалыҡ, үҫмерлек осоро. Бәләкәс туғандарын һәм әсәһен ошо етешмәгәнлектең, әрпешлектең сәбәпсеһе итеп күрҙе. Башҡалар кеүек иркәләнеп, вайымһыҙ ғына йәшәй алыу мөмкинлегенән мәхрүм иткәндәре өсөн күралмаҫ хәлгә етеп киткән саҡтары ла булды уларҙы. Уйнағанда ла бер ваҡытта ла әхирәттәре һымаҡ «бәпәй» төрмәне, ҙурая бара киләсәккә хыялдар ҡорғанда ла ныҡлы итеп «Минең балам булмаясаҡ, мин яңғыҙым йәшәйем» тиер булды. Сабый күрһә һөймәй түҙә алмаған әхирәттәренә аптыраны: нисек итеп шул ыҙаларҙы яратмаҡ кәрәк?
Юғары синыфтарҙы баш ҡаланың интернат-мәктәбендә уҡып бөттө. Бында ла башлыса уның кеүек күп балалы ғаилә балалары, етемдәр тупланғайны. Унан юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә лә ана шул «күп балалы» ғаилә ағзаһы булыуы алдырҙы – конкурсһыҙ-ниһеҙ ҡабул ителде.
Баш ҡалала танышты Тәлғәт менән дә. «Пятачок»та йырлап-көлөп йәштәрҙең уртаһында йөрөгән егет ни ғиллә менәндер уйындарҙа ҡатнашмаған, шаярмаған, хатта артыҡ һөйләшеп тә бармаған был ҡырыҫ ҡарашлы сибәркәйҙе һайлағандыр. Ана шул һалҡын матур йөҙҙә йылмайыу ишараты күреү, төйөлөп торған нәҙекәй ҡаштарҙы бер аҙ булһа ла яҙҙырып ебәреү, ынйы тештәрҙе көн нурында ялтыратыу өсөн аҙ тырышлығын һалманы ул. Һандуғас булып һайраны, ыласын булып кәйелде янында, ал тигәндә алын, гөл тигәндә гөлөн табып алып килде. Ҡарһылыуының йәнен иретеүгә бар йөрәк ҡайнарлығын һалды ғашиҡ.
Асияға ла был айыуҙай кәүҙәле, асыҡ күңелле егет оҡшай, бик оҡшай ине. Тик ул «егет менән дуҫлашһаң уға кейәүгә сығырға кәрәк, сыҡһаң – балалар» тигән уйҙан ҡаса алмай һәм шунлыҡтан үҙенән бер генә йылы ҡараш, ым-ишара көтөп зарыҡҡан егетте нишләтергә лә белмәй.
Йылдан ашыу ҡыҙҙың йөрәген аса алмаған егет бер көн килеп эште ҡабырғаһы менән ҡуймаһа, был хәл күпме дауам иткән булыр ине икән.
– Асия, мин һине аңлай алмайым, кәрәкме ул мин һиңә, әллә юҡмы? – тип һалды бер көн Тәлғәт, тын ғына етәкләшеп парк аллеяһынан атлағандарында.
– Нишләп… улай тиһең? – ҡыҙ һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Ҡыумайһың да, яҡын да ебәрмәйһең… Бер дурак кеүек йөрөйөм. Минән уже егеттәр көлә.
Ҡыҙ өндәшмәне. Ул бындай хәбәргә әҙер түгел ине. Ысынында ул бындай һөйләшеүгә бер ваҡытта ла әҙер булмаясаҡ.
– Йә, нимә тағы тындың? Кәрәкме мин һиңә, түгелме?
«Уф, нимәһен ныҡышты ла китте әле?! Был шул хәтлем мөһимме ни?!» – «Юҡ» тиһәң китәм… башҡаса борсомам, – Тәлғәт һүҙенән кире ҡайтмаҫын дәлилләргә теләгәндәй туҡтап ҡыҙҙың ҡаршыһына боролоп баҫты. – Әйт.
«Нимә әйтергә һуң?.. Юҡ! Ул Тәлғәтте юғалтырға теләмәй! Яратамы? Белмәй… Нисек һуң ул яратыу?.. Тәлғәт уға кәрәк, уға һыйынғыһы, арҡаланғыһы, иркәләнгеһе килә. Ул бит беренсе тапҡыр үҙен ҡәҙерле итеп тойҙо…»
– Эй…йе, – тауышы ишетелер-ишетелмәҫ ине Асияның.
Дуҫлашҡандарынан алып тәүге иң йылы һәм иң иркә һүҙҙәрҙе ишетте егет. Гүйә «кәрәкһең» тип кенә түгел, ә «Яратам! Һөйәм! Һинһеҙ йәшәй алмайым!» тип ҡысҡырҙы. Шатлығынан һөйгәнен ҡосағына ҡармап алды:
– Улай булғас өйләнешәбеҙ! Киләһе аҙнала!
– Нисек өйләнешәбеҙ?! – Асия терт итеп ҡалды, – Кем әйтә!
– Мин әйтәм. Нимәгә һуҙырға? Бергә йәшәйбеҙ, бергә…
– Минең бала көткөм килмәй! Минең… Мин… – ҡапыл ярһып башланы ла, дауам итергә һүҙ тапманы.
– Ярай, үҙем көтөрмөн. Ялҡау кәләш булаһың инде атыу миңә.