-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Май 2021, 17:55

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БӘПӘЙ ЕҪЕ Повесть Икенсе өлөшө

Күстәнәс алмағаны иҫенә төштө. Кәйефһеҙләнеп сығып китте бит иртәнсәк. Күстәнәс ҡайғыһы булдымы. Апайының ҡалҡыу булып әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған ҡыҙыл кирбес йорто ҡаршыһындағы магазинға һуғылып инмәксе булды. Инде лә кәштәләрҙәге тәм-томға күҙ йүгертте: нимә алырға? Ҡатын лимон, ҡиммәтле кәнфиттәр үлсәткән арала ишек төбөндә тартҡылашҡан йәш әсә менән өс-дүрт йәштәрҙәге балаға иғтибар итте. Бала әсәһен тыңламай, магазиндан сыҡмай ҡырталаша, нимәлер алып биреүҙе талап итә буғай, «ал… ал…», – тигән ялбарыулы һүҙҙәре генә аңлашыла. Әсәнең тамам тәҡәте ҡороно, ул сабыйын ҡулынан һелкетә тотоп алды ла елтерәтеп алып сыҡмаҡсы булды.

-1- -2- -3- -4- -5- -6-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

БӘПӘЙ ЕҪЕ

Повесть

Икенсе өлөшө

Күстәнәс алмағаны иҫенә төштө. Кәйефһеҙләнеп сығып китте бит иртәнсәк. Күстәнәс ҡайғыһы булдымы. Апайының ҡалҡыу булып әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған ҡыҙыл кирбес йорто ҡаршыһындағы магазинға һуғылып инмәксе булды. Инде лә кәштәләрҙәге тәм-томға күҙ йүгертте: нимә алырға? Ҡатын лимон, ҡиммәтле кәнфиттәр үлсәткән арала ишек төбөндә тартҡылашҡан йәш әсә менән өс-дүрт йәштәрҙәге балаға иғтибар итте. Бала әсәһен тыңламай, магазиндан сыҡмай ҡырталаша, нимәлер алып биреүҙе талап итә буғай, «ал… ал…», – тигән ялбарыулы һүҙҙәре генә аңлашыла. Әсәнең тамам тәҡәте ҡороно, ул сабыйын ҡулынан һелкетә тотоп алды ла елтерәтеп алып сыҡмаҡсы булды. Был күренешкә артыҡ иғтибар ҙа бирмәгәйне Асия, тик нишләптер, ни сәбәптәндер, үҙе лә көтмәгәндә быларға төбәп өндәште:

– Нимә алып бирмәйҙәр, ә-ә?!

Ҡыҙыҡай шул һорауҙы ғына көткәндәй, әсәһенән аша башын һоноп нәҙек тауыш менән сәрелдәп тә ебәрҙе:

– Бана-ан!

– Банан булғас банан. Бирегеҙ әле беҙгә банан!

Йәш ҡатын «Юҡ та юҡ» тип ҡаршы тороп маташҡайны ла, бәләкәсе банан суғын ҡосаҡлап күкрәгенә үк ҡыҫҡанды күргәс, уңайһыҙланыуҙан ни эшләргә белмәне:

– Уй, апай, ҡалай уңайһыҙ булды. Бынауыныһы мыжып. Рәхмәт, апай, ҡана аҡсаһын…

– Ҡуй! Юҡ менән булма, – Асия был ҡайнашҡандарға ҡул ғына һелтәп тышҡа сыҡты. Ул арала сабый бәләкәс кенә нәҙек бармаҡтары менән банан тышын һыҙырып маташа ине инде.

Айһылыу апаһында һәр ваҡыттағыса күңелле, шау-шыулы, өйө йылы, һыйлы. Тыштан уҡ танауҙы яңы бешкән ит еҫе ҡытыҡлай. Ысынлап та, әсәһе кеүек тәбәнәк йоморо апаһы ашҡа һалма ҡырҡа, ҡыҙы ҡоймаҡ ҡоя. Игеҙәк кинйәләре тәрилкәгә төшкән генә ҡоймаҡтарҙы эләктереп торалар, тик уларҙы тыйған кеше юҡ.

Асия өҫтәл артына ҡунаҡлап быларҙың мәшәҡәттәрен күҙәтә. Уға эш бирмәнеләр, ултырып ҡына торорға ҡуштылар. Хәл-әхүәл һорашҡан арала ла малайҙарҙың ҡоймаҡ сәлеүенә күҙ йомоп ҡала алмай, «Етәр һеҙгә!» тип бармаҡ янай, тегеләр уның әйткәненән бигерәк ҡаш төйөүенән шикләнеп китеп баралар. Апаһы күрмәмешкә һалыша.

– Хәҙер, аш та өлгөрә инде, – Айһылыу стеналағы сәғәткә күтәрелеп ҡарап ала. – Балаҡайҙарым эстәре өҙөлөшөп килә микән…

– Сыҡҡандармы? – Иҫе китмәй генә һорай Асия, кемдәр хаҡында һүҙ барғанын белеп тора бит инде.

– Ултырҙыҡ тип шылтыратҡайнылар. Оҙаҡлайҙар әле, юл насар мәл килеп.

– Көн булмағанда йөрөмәй торорҙар ине, кеше борсолтоп. Аҙна һайын, аҡса туҙҙырып, ҡатыраҡ әйтеп ебәрмәйһең инде, – апаһын шелтәләп алырға ла өлгөрә.

– Ҡалайтып ҡайтмағыҙ тип тораһың, асығышып ҡына йөрөгән балаларға. Ҡыҙҙар булһа бер хәл, малайҙар үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай аламы ни, – Айһылыуҙың студент улдарына һүҙ тигеҙгеһе килмәй.

– Аҙыраҡ асыҡҡандан үлмәйҙәр инде, әпәүләп.

Айһылыуҙың һүҙ көрәштергеһе килмәй, хас әсәләре мәрхүмә инде, шунда уҡ икенсе хәбәргә күсә лә китә:

– Анау һинән алып ҡайтҡан гөл ней, хәтәр үҫте лә китте, бар күр әле.

Гөл үҫтерә алмай шул Асия. Ултыртҡаны һулый, һатып алған йә бүләк ителгәндәре ултыра-ултыра ла үлә. Теге юлы ла тыуған көнөнә коллегалары шау сәскә атып ултырған гөл биргәйнеләр, яҡтыла ғына тотто, һыу ҙа ҡойҙо, тик тегегә нимәлер килешмәне – бәржәйеп төштө. Сығарып ташларға тип ишек төбөнә ҡуйған ерҙән апаһы күреп, алып ҡайтып китте. Әле шул гөл, йүнһеҙ, күкрәп ултыра тиген. Хикмәт инде.

Ҡарашы гөлдән тышҡа күсте. Ҡаршы яҡта бая магазинда күргән йәш ҡатын балаһын уйната.

– Яңы ошо бала магазинда банан таптыра, әсәһе алмай.

Айһылыу килеп тәҙрәгә күҙ һалды ла:

– Ә-ә, ул ҡалайтып банан һатып алһын инде, саҡ көн күрә, – тип ҡуйҙы.

– Нишләп? Эскесегә оҡшамаған ине шикелле, – Асия тәҙрәгә тағы бер ҡарап алды ла пәрҙәне төшөрҙө.

– Үҙе эсмәһә ней, әсәһе эсә, әсәһенең абышҡаһы эсә, балаһы бәләкәй, эше юҡ, – Айһылыу шулай теҙә-теҙә аш бүлмәһенә ҡабаланды.

Ул арала шаулашып студенттар килеп инде. Асия апаһының ир етеп барған улдарын бәләкәй балаларҙай аймап-аймап һөйгәнен, өҫтәл артында ҡыҫтап-ҡыҫтап ашатҡанын сәйерһенеп тә, хатта бер аҙ екһенә биреп тә күҙәтте. «Шулай ярата микән апаһы балаларын? Ә уны? Уны ла шулай уҡ ярата микән?..»

Ултырып иркенләп һөйләшергә форсат теймәһә лә, һеңлеһенең кәйефен һиҙгән Айһылыу, оҙата сыҡҡанда: «Кейәүҙе әбижәйт итмә», – тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡалды. «Һиҙҙе микән?.. Һиҙеләлер шул…»

Бер көн эштә компьютерындағы таблицаларға һибелгән һандарҙы сүпләп күҙе-башы тоноп ултырғанда, секретарь Әҡлимә килеп инде лә, башҡа өҫтәлдәрҙәге ҡыҙҙарға ишеттермәҫкә тырышып, ҡолағына эйелеп бышылданы:

– Асия Аҡназаровна, һеҙгә бер нәмә алып килгәйнем, һуңынан миңә инеп сығығыҙ әле. – Үҙе мәғәнәле генә итеп ҡаштарын һикерткеләп сығып та китте.

«Нәмә» тигәне гәзит икән. Ҡатын гәзит битен улай-былай әйләндерҙе:

– Нимә бар бында?

Әҡлимә осло тырнаҡтар йәбештерелгән бармағын бер рекламаға төрттө:

– Бына быны яҡшылап уҡы.

Асия уҡып сыҡты. Тағы уҡыны. Тик бер ни ҙә аңламаны.

– Нимә һуң?

– Бәтәс, русса аңламай башланыңмы әллә? «Әсәлек һәм балалыҡ» йылына арналған яңы программа буйынса яһалма бәпес яһау быйылғы йылда бушлай була тигән.

Асия бер килке һүҙһеҙ торҙо. Бер ҡыҙарҙы, бер буҙарҙы. Шулай ҙа ярһымаҫҡа тырышып, теш араһынан ҡыҫып сығарҙы:

– При чем тут… Кәрәк булһа мин аҡсаға ла яһата алам.

– Уныһы шулай инде, но выход бит был идея, – Әҡлимә әхирәте үк булмаһа ла, яҡын уҡ аралашып йөрөгән коллегаһының күҙенә инеп барҙы. – Үҙеңә булмай икән, суррогатный әсә табып яһатырға була. Ул бит барыбер һеҙҙең ген була, ирең менән һинеке инде то есть.

– Уй, ҡуй әле, Әҡлимә, мин һине берәй етди нәмә әйтәлер тип киләм, булмаҫтай менән баш ҡатырып, отчет мәлендә…

– Буш түгел ул, Асиюш, уйла әле һин. Хәҙерге заманда бала табып биреүсе ҡатындар аҙ түгел тей ул, аҡсаға бөтә нәмә лә һатылған ваҡыт бит…

Әҡлимә ишектән сыҡҡансы эйәреп килеп һөйләп ҡалды. Асияның һарыуы ҡайнап китһә лә, башында баяғы һүҙ тумыртҡа кеүек сүкеп барҙы: «Суррогат! Суррогат! Суррогат!»

Тәлғәт теге көнгө һөйләшеүҙән һуң, ялдарын балыҡта үткәреп күңеле күтәрелеп ҡайтҡас, көйлө генә йөрөй кеүек ине лә, киске тамаҡ ашағандан һуң, телевизор ҡарап ятты-ятты ла, ҡапылдан:

– Әйҙә, приюттан бер малай алайыҡ, – тимәһенме.

Битенә маска һылап ултырған ҡатыны уға көҙгө аша төбәлде. Ире уның аптыраған һораулы ҡарашын шулай уҡ көҙгө аша тотто.

– Ниңә аптырайһың? Ошолайтып тик ултырып үткәрәбеҙме ни ғүмерҙе?

Ҡатын иҫке китмәгәнгә һалышты:

– Тик ултырмайбыҙ бит, көнө-төнө эштәбеҙ. Ул баланы кем ҡарай?

Ирҙең тауышы ҡапыл ҡырҡыуланды:

– Һин! Кәрәк булһа мин! Бер бала ҡарай алмаҫлыҡмы беҙ?!

Өндәшмәҫкә көс тапты үҙендә Асия. Ҡаршы һөйләшмәҫкә. Тәүге тапҡыр әсәһендә, апаһында күрә йөрөгән ҡылыҡты тотто. Шымып ҡалды. Сөнки белә – был мәсьәләлә ул көсһөҙ.

«Юҡ, приюттан бала алырға теләмәй ул. Быға йәне-тәне менән ҡаршы. Сит баланы ғүмерҙә лә ярата ла, өйрәнә алмаясаҡ. Ошонда, уның өйөндә ниндәйҙер бала йыбырлап йөрөһөн әле!»

Ашығып эсенән яуап эҙләне лә, үткәндә Әҡлимә әйткәнде иҫенә төшөрөп, шул «һалам»ға йәбеште:

– Бик теләгәсең әйҙә суррогат әсә эҙләйек. Улай булғанда бала үҙебеҙҙең ҡандан була.

Тәлғәт ятҡан еренә килеп үк торҙо:

– Уныһы нисек була тағы?

– Ну-у, беҙҙән алынған орлоҡтар яһалма аталандырыла ла, суррогаттың ҡорһағына һалына – вот и все.

Хәҙер инде ире бер килке тынып ултырҙы. Башына һыйҙыра алманы, күрәһең, бындай яңылыҡты. Ахырҙа саҡ телгә килде:

– Улай законлымы һуң?

– Медицина рөхсәт итә бит һуң, ана, әртистәр ҙә таптыра, Киркоровтың шулай ике балаһы бар тип телевизорҙан бөтә илгә һөйләп торалар.

– Һе. – Тәлғәт бер ултырҙы, бер тороп бүлмә буйлап йөрөп китте, – Һе. – Унан ҡабаттан ҡатынының ҡашына килеп торҙо, – ундай ҡатынды ҡайҙан алаһың һуң, Асия, кем улай кешегә бала табып бирә тейһең? Сит илдә генәлер ундай әкиәт?

Хәҙер инде Асияның әйткәненән кире сигенер хәле юҡ ине. Булмағанда ла, ирен тынысландырып торорға кәрәк. Шунлыҡтан ул ҡәтғи һөйләште:

– Нишләп булмаһын. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡатындар менән донъя тулы. Түләүгә балаларын да һаталар ана.

Тәлғәт әйләнеп китеп тағы бер урап килде лә, ҡатынының алдына сүгәләп тороп күҙҙәренә төбәлеп ялбарҙы:

– Улай булғас тап һин шундайҙы, Асия, тап, йәме. Мин хаҡында тормам. Бармаҡ башындай бала өсөн ошо өйҙө лә бирергә риза.

Ҡатын иренең аҫтан өҫкә тилмереп баҡҡан ҡараштары тотҡононда, хәлдең ысынлап та үтә лә аяныс һәм ҡотолғоһоҙ икәнлеген аңлап, керфектәрен генә елпетеп ризалығын белдерҙе. Ире уның аяҡтарын ҡосаҡлап, йоморо тубыҡтарына йөҙө менән ҡапланды. Ҡырҡҡа етеп барған ирҙең тау кеүек яурын-арҡалары ҡалтыранды. «Илаймы әллә? Улай тиһәң йәштәре юҡ». Ирҙәрҙең күҙ йәшһеҙ генә илай алыуын белмәй ине Асия.

Ҡатындың башында хәҙер бер һорау, бар уйын, булмышын шул һорау ялмаған: ҡайҙан суррогат әсә табырға? Кемде ялларға?!

Ике аҙна үҙ алдына һөҙөмтәһеҙ көйәләнгәндән һуң, башҡа сара тапмайса, әлеге апаһына кәңәш итергә булды. Шуға ла ялды көтөп алып, нисек тә ирен эйәртмәйсә, күрше ҡалаға юлланды. Барып еткәйне лә, апаһы телефондан эш менән сығыуын, бер ярты сәғәттән өйҙә буласағын хәбәр итте. Асияның, асҡыстың ҡайҙалығын белһә лә, буш өйгә инеп ултырырға теләге булманы һәм ул машинаһы эсендә ҡалыуҙы хуп күреп, йән-яҡты күҙәтергә кереште. Талғын көйҙәр тулҡынында тирбәлеп ойоп ултыра торғас, кинәт ҡаршы урынлашҡан барактан үткәндәге таныштары килеп сыҡҡанды аңғарып ҡалды. Йәш ҡатын өс-дүрт йәштәрҙәге балаһын нишләптер күтәреп алған. Саҡ көсө етә үҙенең. Туп кеүек кейенгән бала әсәһенән саҡ ҡына ҡайтыштыр. Нишләп ҙур баланы атлатмайҙыр?

Ҡатын барактың күрше подъезына тиклем барҙы ла, шундағы эскәмйәгә ҡунаҡлап, балаһын алдына рәтләңкерәп һалды. Балаһы йоҡлайҙыр, күрәһең. Нишләп йоҡлаған бала менән сыҡты икән, йүнләп көсө лә етмәгәс?

Асия был күренеште бер аҙ күҙәтеп ултырҙы. Теге ҡатын да бер ергә лә ҡабаланманы, алдына ҡарап, уйға батып ултыра бирҙе.

Шул ваҡыт Асияның күңелендә шайтандар уйнаны. Ул нимә булырын белмәһә лә, нимәгәлер өмөт итеп, нимәгәлер ынтылып, машинаһынан төштө лә, был икәүгә ыңғайланы.

– Һаумыһығыҙ. – Сәләменә баш ҡағып ҡына яуапланылар. Йәш ҡатын ҡараштарын күсереп тә ҡараманы исмаһам.

– Һеңлекәш, һин мине иҫләмәйһең, ахыры, – Асия торошона уңайһыҙланған төҫ сығарып ҡатын йәнәшәһенә сүгәләне. Шул ваҡыт ҡына тегенеһе, иҫенә килгәндәй, ҡарашын күсерҙе.

– Һеҙ?.. Ғәфү итегеҙ… Ҡапылдан аңғармағанмын.

– Ғәйеп юҡ. Прогулкамы?

– Про…гул-ка…

Бер килке һүҙһеҙ ултырҙылар. Йәш ҡатын тынысһыҙланып шыңшыған бәләкәсен тубыҡтарында бәүелтте.

– Тшш-тшш, бәпесем… Тшш-тшшш…

– Ауырыймы әллә? – бәләкәстең һау түгеллеген аңғарған Асия борсолоп ҡуйҙы. Әсә кеше өндәшмәҫтән балаһын бәүелтеүен дауам итте. Тик бала тынысланырға теләмәне, киреһенсә, күҙҙәрен асып уҡ шыңшырға кереште:

– Әс-сә-әй… Эсем ауыта-а…

Ҡатындың күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты, ул ярҙам эҙләгәндәй ҡараштарын ян-яҡҡа йүгертте лә, таяныр таяныс тапмағас, өҙгөләнеп балаһына эйелде:

– Сулпан, бәләкәсем, илама йәме… Йоҡла ҡыҙым, йоҡла.

Йоҡлай буламы инде. Баяғынан да нығыраҡ мыжымаҡсы. Ултыра торғас, балаһына әсәһе лә ҡушылды. Икәүләшеп балауыҙ һыҡмаҡсылар. Бөтөн был күренеште сәйерһенеп күҙәтеп ултырған Асияға башҡа сара ҡалманы, ул ҡапыл ҡалҡынып тороп ҡатындың ҡулындағы балаға үрелде:

– Ҡана әле, һеңлекәш, былайтып олошоп ултырып булмаҫ, бир баланы, киттек.

Өмөтһөҙлөктөң сигендә булғандыр, күрәһең, йәш әсә бер һүҙһеҙ ҡулындағы ғәзиз йөгөн дә алырға бирҙе, үҙе лә эйәрҙе.

Айһылыу апаһы менән дә таныш булып сыҡты «ҡунаҡтар». Булмай һуң. Ҡара-ҡаршы күрше йорттарҙа йәшәгән кешеләр бит. Әсә кеше Айһылыу ишек асып быларға һораулы ҡарашын төбәгәс тә, йәштәренә быуылып:

– Айһылыу апай, Сулпан ауырый шикелле, – тип һулҡылданы.

Хәлде бер күҙ һирпеүҙә үк аңлап алған Айһылыу, баланы диванға һалып, сисендереп ташланы ла, быуындарын уксус иретмәһе менән ыуҙы, йылы сәйгә ҡушып дарыу эсерҙе лә, таҙа простыняға урап, әсәһенең алдына һалды:

– Ипләп кенә бәүет әле, хәҙер тирләп йоҡлап алһа, бер аҙ хәле еңеләйер, моғайын.

Ысынлап та, күп тә үтмәй, ҡыҙыҡай мышнап уҡ китте. Баланы юрған аҫтына һалғас, ҡатындар аш бүлмәһенә сыҡты. Айһылыу ҡунаҡтары алдына сәй ҡуйҙы.

– Әйҙә ынтыл, Ләйсән, балаң йоҡлағанда ашап ал, – Айһылыу йәш ҡатын алдына ит, кәбеҫтә салаты шылдырҙы, – ҡыйынһынма.

Ләйсән бер Айһылыуға, бер Асияға ҡарашын күсерҙе:

– Һеҙ туғандармы әллә, Айһылыу апай?

– Эйе. Оҡшағанбыҙмы ни? – Айһылыу көлөп һеңлеһенә ҡараны.

– Ныҡ уҡ булмаһа ла, танырға була, – Ләйсән рәхмәтле күҙҙәрен Асияға төбәне. – Һеҙ, апай, теге ваҡытта ла ярҙам иткәйнегеҙ, бөгөн дә…

– Тегендә нимә? – Айһылыу барак яғына эйәк ҡаҡты.

– Нимә булһын инде – шул – гужбан… Баланы йоҡлатып алыр хәл дә юҡ… – Ләйсән өҫтәлдә ятҡан ҡулдарын бөгөн тәүгә күргәндәй, ентекле төбәлеп китте. Тынлыҡ урынлашты.

Ашап алғас, Ләйсән китергә уҡталһа ла, Айһылыу яҡын да килмәне, шкафынан халат алып һуҙҙы ла, балаһы янына инеп ятырға ҡушты. Арыған, йонсоған йәш ҡатын, артыҡ ҡаршылашманы, битен-ҡулын сайып яҫтыҡҡа башын терәүе булды – күҙҙәре лә йомолдо.

Айһылыу менән Асия оҙаҡ ҡына һөйләшеп ятты. Ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы хаҡында һөйләне апаһы. Шул саҡтамы, бәлки, һуңғараҡтыр, Асияның башында бер уй яралды. Ағас олонона инеп урынлашҡан ҡорт кеүек ине ул уй, яйлап ҡына ҡатындың мейеһен кимерҙе лә кимерҙе. Тора-бара Асия үҙе лә шул уй эсендә йөрөй, йәшәй башланы. Шул уйҙы донъяға ашырыу планын ҡорҙо.

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: