-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Май 2021, 20:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БӘПӘЙ ЕҪЕ Повесть Өсөнсө өлөшө

Киләһе килгәнендә ҡатын Ләйсәндең ҡыҙы менән сыҡҡанын һағалап тороп, машинаһына ултыртып алып китте лә, ҡала уртаһындағы кафеға алып барҙы. Кире ҡағыуҙарҙы ҡабул итмәҫтән, тәмле аҙыҡ-түлек менән һыйланы, юҡ-бар һөйләп әүрәтте. Ҡайтҡандарында уйынсыҡ магазинына индереп алып сығырға ла онотманы. Шулай бергәләшеп ярты көндө күңелле итеп үткәрҙеләр. Йәш ҡатын яңы танышына һушы китеп, һоҡланып ҡараны. Уға был апайҙағы бар нәмә оҡшай ине: үҙен ышаныслы, иркен тотоуы ла, заманса, стилле кейенеүе лә, машина менән уйынсыҡ менән уйнаған кеүек идара итеүе, бер аҙ һауалыраҡ булыуы ла.

-1- -2- -3- -4- -5- -6-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

БӘПӘЙ ЕҪЕ

Повесть

Өсөнсө өлөшө

Киләһе килгәнендә ҡатын Ләйсәндең ҡыҙы менән сыҡҡанын һағалап тороп, машинаһына ултыртып алып китте лә, ҡала уртаһындағы кафеға алып барҙы. Кире ҡағыуҙарҙы ҡабул итмәҫтән, тәмле аҙыҡ-түлек менән һыйланы, юҡ-бар һөйләп әүрәтте. Ҡайтҡандарында уйынсыҡ магазинына индереп алып сығырға ла онотманы. Шулай бергәләшеп ярты көндө күңелле итеп үткәрҙеләр. Йәш ҡатын яңы танышына һушы китеп, һоҡланып ҡараны. Уға был апайҙағы бар нәмә оҡшай ине: үҙен ышаныслы, иркен тотоуы ла, заманса, стилле кейенеүе лә, машина менән уйынсыҡ менән уйнаған кеүек идара итеүе, бер аҙ һауалыраҡ булыуы ла. Модалы прическаһы, сағыу сумкаһы, итектәре, ялтырап торған ҡыҫҡа шәшке туны, ҡолағындағы әллә ниндәй таштарҙан эшләнеп емелдәшкән алҡалары, нәфис муйынындағы ҡалын алтын себе, ирен, күҙ ситтәренә беленер-беленмәҫ кенә булып ята башлаған ваҡ һырсыҡтары – ҡатынды буй етмәҫлек юғары, был тормоштоң бар ауырлығы һәм уңышһыҙлығы еңелеп уның аяҡ аҫтына ҡолайҙыр кеүек итеп күрһәтте. Магазиндарҙа әйберҙең хаҡына күҙ ҙә һалмауы, ә оҡшауына, күңеле ятыуына ҡарап һайлауы ла, һатыусыларҙы йүгертеп йөрөтөп хеҙмәтләндерергә мәжбүр итерлек һөйләшә белеүе лә, кафела салат йәшелсәләренән хуш еҫ сыҡмағаны өсөн генә лә алмаштырып биреүҙәрен талап итеүе һәм уны бер һүҙһеҙ үтәүҙәре, яҙмыш типкеһендә йөрөп миктәгән һәм бындай ирекле, дәрәжәле кеше янында бер башҡа үҫеп киткәндәй булған Ләйсәнде тамам әсир итте. Ул Асияның һәр ҡыланышын, хәрәкәтен, ымын йотоп, һөйләгәндәренә ҡыйыуһыҙ ғына йылмайып баш ҡағып ултырыуҙан башҡаға эшкинмәне. Хатта бәләкәс Сулпан да, әсәһенең тойғоларын бүлешкән кеүек, яңы «инәйен» тыңлап ҡына йөрөнө – мыжыманы. Мыжырға, инәй бит уның теләгәндәренә «Аҡса юҡ» тимәй, ә киреһенсә, «Был оҡшамаймы? Теге кәрәкмәйме?» йәки «Бынау мәмәй һиңә генә ҡарап ята», – тип ала ла бирә, ала ла бирә. Тәмле-татлы менән бүккәнсе һыйланып, матур уйынсыҡтар ҡосаҡлағас иламайһың инде.

Айырылышҡанда ҡатындар яҡын әхирәттәр кеүек үпәсләшеп хушлашты. Ләйсәндең күптән булмағанса күңеле рухланып, ҡараштары асылып, баҙыҡланып ҡалғайны, кәйефен хатта әсәһенең сәсе-башы туҙып иҫереп ятыуы ла боҙа алманы. Мөйөштәге бәләкәй карауатҡа инде ойой башлаған балаһын һалып өҫтөн япты ла, янына ултырып бәпләп кенә «әүәй» итергә кереште. Үҙе һаман Асия апаһы хаҡында уйланы, сибәр ханым бер нисек тә уның күҙ алдынан китмәне. Бынауы ҡотһоҙ, алама, фәҡир булмыш араһында ҡапыл килеп сығып балҡыған яҡтылыҡ, нур, әкиәти мөғжизә һымаҡ булды был осрашыу. Кискә ятҡас та әле яңы танышының һөйләгәндәрен бер ҡат хәтеренән үткәреп, уның «Баланан башҡа бөтә нәмәм дә бар, бына ошондай ғына бер бәләкәс тәнәй бирмәй бит Аллаһым» тип ураған һайын ҡыҙын тупылдатып һөйөүен иҫләп «Аптырарһың был донъяға, май өҫтөндә ҡаймаҡ кеүек йәшәр ергә бала бирмәй, ә анау бер бүлмәлә көн күргән Әлмираға бишәү итеп биреп асыҡтырып тота. Үҙендә лә инде… осто-осҡа саҡ ялғайҙар…»

Ләйсән ошо емерек баракта үҫте. Әсәһенең һөйләгәндәре дөрөҫкә сыҡһа, ошонда тыуған да шикелле. Әле ул бәләкәй саҡта уҡ ана емерелә, бына емерелә тигән ике ҡатлы ағас йорт ныҡ булып сыҡты, бөгөн дә унда башҡалар тарафынан онотолған, тормошҡа дәғүәһе, талабы булмаған кешеләр йән аҫрай. Коридор осонда йәшәгән Аня әбей менән үҙен иҫәпкә алмағанда, бындағыларҙың барыһы ла ҡулдарына аҡса йораты килеп инеү менән көндөң йә төндөң теләһә ниндәй ваҡытында, ямғырҙа ла, буранда ла эргәләге һыра лавкаһына йүгерергә торғандар ине. Уларҙы барактарында коридор иҙәндәренең сереп һелкенеп ятыуы ла, подъезд ишегенең ҡайырылып төшөп тороуы, ҡыйыҡтың урыны-урыны менән ямғыр үткәреүе, һыуҙың, газдың күптән ябылыуы ла, электр утының да ошо көндәрҙә өҙөлөргә тейешлеге һис кенә лә борсомай, күрәһең. Уның менән әлеге Аня әбейҙән башҡа берәү ҙә иртәгә ҡайҙа китерен уйлап көйәләнмәй. Әбей «мин, ярай, ҡарттар йортона ла бара алам, һин, балам, ҡалайтырһың инде» тип әйтеп-әйтеп ала эскәмйәлә ултырғандарында.

Ләйсәндең әсәһе Сәриә балалар йортонда үҫкән, тегеү фабрикаһына эшкә урынлашҡас, уға ошо барактан бүлмә биргәндәр. Был йортта, ысынлап та, кемде алып ҡараһаң да балалар йортонан сыҡҡандар бит. Күршеләге Сергей менән Наташа ла шулай уҡ детдом тәрбиәләнеүселәре. Ҡаршылағы ағас аяҡлы ир ҙә, анау Әҡлимә лә, әсәһе әйтеүенсә, улар кеүек үк туған-тумасаһыҙ, йортһоҙ-ерһеҙ әҙәмдәр. Йыйылышып тамаҡ сылатҡан һайын үҙҙәре «Ҡала түрәләре беҙгә фатир биреү урынға ошонда килтереп тыҡты. Бурҙар, алдаҡсылар, беҙҙең өлөштө йоттолар» тип әрләйҙәр, әммә мәсьәләне хәл итерҙәйе юҡ.

Ләйсәндең атаһы юҡ, булмаған да. Бәләкәйерәк саҡта әсәһе янында күпмелер йәшәп киткән Ғариф тигән бер ағайға «атай» тип өндәшә лә торғайны шикелле. Уныһы сығып киткәс онтолдо. Унан ары үҙҙәрендә йәшәп сыҡҡан «ағайҙарҙың» атай түгел икәнлектәрен аңлай ине инде ҡыҙыҡай. Йылдан-йыл нығыраҡ, бәйһеҙерәк эскән әсәһен бер көн килеп әсәлектән мәхрүм итеү менән ҡурҡытып, үҙен ваҡытлыса приютҡа алып та киттеләр. Бер генә түгел, ике тапҡыр әле хатта. Беренсеһендә ярты йыл, икенсеһендә йылдан ашыу йәшәне унда. Әсәһе күпмелер ваҡыт эсеүен ҡуйып, эшкә төшөп ҡыҙын кире юллап алды ла, түҙемлеге оҙаҡҡа етмәне – кире эсте. Бикле ҡалып ас ултырған, аҙналар буйы әсәһен көтөп ала алмаған, иҫеректәрҙән ҡурҡып Аня әбейҙә йоҡлаған саҡтарын иҫәпләп тә, иҫләп тә бөтөп булмайҙыр.

Мәктәпте яҡшы ғына билдәләр менән тамамланы былай. Бар теләге медицина колледжына инеү, тиҙерәк һөнәрле булып, үҙ аллы тыныс тормошта йәшәү ине. Тик уҡыуын тамамлай ғына алманы. Икенсе курста эргәләге ПТУ студенты булған Раян менән танышты. Бер аҙна эсендә ҡыҙҙың башын орсоҡ шикелле әйләндерҙе егет. Күп тә үтмәй Ләйсәндең барагына уҡ килеп йөрөй башланы. Теле телгә йоҡмай, шаян, шуҡ, теләһә ниндәй хәлдән дә сығыу юлын тапҡандай йылғыр, етеҙ ине ул. Ҡыҙҙы ла, айныҡ булғанда әсәһен дә, ауыҙына ҡаратып ҡуйҙы. Киләһе йыл, Ләйсән уҡыуын тамамлау менән, районға әсәһе янына алып ҡайтып китәсәген, унда эш тә, йәшәрҙәренә ҙур йорттары ла барлығын ҡабат-ҡабат тәмләп һөйләй торғас, ҡыҙ был буласаҡ хәлдәргә шул ҡәҙәр ышанды, хатта инде үҙе лә күп нәмәне «ауылға барғас» тип хыяллана башланы. Шунлыҡтан, ауырға ҡалыуын белдергәс, кейәүенең һыуға төшкән кеүек юҡҡа сығыуына бер нисек тә ышана алманы. Егетенең ятағы алдында әллә нисә кисен көтөп үткәрҙе, тик иптәштәре тегене күрмәне лә белмәне. Ахырҙа бер көн берәүһе ҡыҙҙы йәлләп китте микән, шыпырт ҡына итеп: «Эҙләмә, тапмайһың һин уны, күптән бында ла уҡымай ҙа, йәшәмәй ҙә бит ул, урлашып ҡыуылғайны», – тип китте. Был һүҙҙәрҙән шаңҡып ҡалды Ләйсән. «Нисек инде – уҡымай? Ул бит «киләһе йыл уҡып бөткәс» тип һөйләне… Уларҙың бит… уларҙың… мөхәббәт… Нисек инде?..»

Ҡорһағы беленә башлағас оялып уҡыуын ташланы һәм әсәһенең айныҡта ла, иҫеректә лә эт ашамаҫ һүҙҙәр менән кәмһеткәнен, әрләгәнен, ҡарғағанын тыңлап йомарланып тик ятты. Ярай әле әлеге Аня әбей йыш ҡына инеп алды, йыуатты, ашатты. Бәпәйләүгә ауырып киткәс тә шул бәләкәс кенә йүгерәк ҡарсыҡ булмаһа – белмәйем, бөгөн ошолайтып ҡыҙын ҡосаҡлап ята алыр инеме икән. Төнө буйы тотҡан тулғаҡтарҙан хәле бөтөп, ҡан күләүеге эсендә инде һеркелдәп кенә тартҡылашҡан ҡыҙҙы иртәнсәк осраҡлы ғына табып алды ул һәм йәһәтләп сығып күрше йорттан тиҙ ярҙам саҡыртты. Сабыйы аяҡтары менән килгән икән, саҡ сығарып алырға өлгөрҙөләр…

Бөгөн ҡыҙын күтәреп ҡайҙа китергә лә белмәй Ләйсән. Аня әбей үҙе балниста ята, йә асҡысын алып ҡалып өлгөрмәгән. Әсәһе тағы ла теге Сашкаһын индергән. Һуңғы бер йылдай шуның менән һуғыша-талаша йәшәп, уныһы бынан өс-дүрт ай элек кенә үҙен ҡап-ҡара итеп туҡмап сығып ҡасҡан ине, тағы ла ҡайҙандыр хасил булған. Ул булғанда тынғы юҡ. Эсергә лә әллә ҡайҙан аҡсаһын таба, иҫереп ала ла донъя онтап болара. Тыныслыҡ та, тынғылыҡ та юҡ Ләйсән менән балаһына был көндәрҙә. Ҡосаҡлашып карауат мөйөшөндә күпме бөршәйешеп ултырырға була? Тән дә тала, ашағы ла килә. Ә тороп йөрөрмөн йәки берәй шәшке сәй эсермен тимә. Төрмәнән төрмәгә йөрөп тәне наколкалар менән ҡапланған тарамыш ир уға ла берәй нәмә алып елгәрергә күп һорамай.

Сулпанын әүһәләйҙә бәүелтә-бәүелтә уйынан ғына таныштарын барланы. Кемгә барып ҡунырға мөмкин булыр икән? Бала саҡ әхирәте Гөлкәйгә барыр ине, уларға ҡунаҡ килгән, буғай. Анау йорттағы Сания тигән апайҙа ла йыш ҡына йоҡлап сыҡҡылай, тик уныһы кисәле-бөгөнлө күренмәй, тәҙрәһендә лә ут юҡ, берәй ергә киттеме икән… Тағы ла Айһылыу апайға инмәгәндә… Уңайһыҙ инде… малайҙары ҡайтҡан булһа…

Оҙаҡ ҡына йөрөнө урамда Ләйсән. Тик бала менән тағы ла күпме сыҙарға була. Өшөнө лә, асыҡты ла инде сабыйы, мыжый башланы. Ҡараңғы ла ҡуйырғас, бар ҡыйыулығын йыйып ҡаршылағы ҡыҙыл кирбес йортҡа ыңғайланы. «Ҡыҙын ғына туйындырһа... үҙе ашҡа ултырмаҫ, шунда иҙәнендә булһа ла йоҡлатып ҡына сығарһа, таң менән тора һалып китәрҙәр». Шулай тип уйлаһа ла, Ләйсән Айһылыу апайҙың ҡыҫтап-ҡыҫтап ашатырын да, йомшаҡҡа һалып йоҡлатырын да, иртәнсәк таңдан торғоҙоп һис сығарып ебәрмәҫен дә белә шул. Шуға ла бигерәк ҡыйынһына. Тик бөгөн башҡа барыр урын да, урамда ҡалыр әмәл дә юҡ…

Барып инһә, Айһылыу апай күптән түгел генә үҙен әсир иткән Асия апай менән икәүләшеп кенә кухняла серләшеп сәйләп ултыра икән. Асияны күреүгә, үҙ хәленән ер тишегенә инерҙәй булды Ләйсән. Хатта йомош һораған кеше булып сығып китергә иткәйне лә, ауыҙын асып өлгөрмәне, Айһылыу апай килә һалып ҡыҙын күтәреп тә алды:

– Ҡунаҡ өҫтөнә ҡунаҡ килә миңә бөгөн, әйҙүк.

Үҙе Ләйсәндең һуңғы көндәрҙә йүнле йоҡо ла, ашау ҙа эләкмәгәндән ҡобараһы осоп ағарып киткән борсоулы йөҙөнә һаҡ ҡына ҡарап алғас, йәш ҡатындың кире сығырға уйы барлығын аңлап:

– Үт-үт, уңайһыҙланма, ингәсең кире сығармайым инде, үт давай, – тип бойороп тигәндәй ыңғайлатты.

– Һеҙҙә ҡунаҡ бар икән, белһәм бимазалап йөрөмәҫ инем… – Ләйсән кәмһенеүҙән илағыһы килеп торһа ла, сытырайып йылмайырға итте.

– Дөрөҫ эшләгәнһең, яңыраҡ ҡына килеп төштөм дә, һиңә иртәнсәк барырмын тигәйнем әле, – Асия махсус ағартылған ынйы тештәрен ялтыратып көлдө. – Бына бит, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына.

Хужабикә килеүселәр алдына йылытылған туҡмасын да, һыуытылған тауыҡ итен дә, салатын да ҡуйҙы. Ҡасанан бирле урамда йөрөп асыҡҡан бәләкәсе лә. Ҡош балаһы кеүек ауыҙын асып ҡына тора, ҡаптырып ҡына өлгөр. Ләйсән үҙе лә ашыҡмаҫҡа, бәләкәй генә ҡабырға, аҡрын сәйнәргә тырышып, уңайһыҙланып ҡына тамаҡланды. Оло тәрилкә аштың да яртыһын ғына ашармын тигәйне, күптән һурпа эселмәгән – танһыҡ, ялтыратып ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡалған икән. Итенә үрелмәҫкә көс тапҡайны ла, Айһылыу апай киҫәк-киҫәк итеп үҙе һонолоп алдына һалды, икмәген дә көсләп ҡулына тотторҙо. Сәйҙән баш тартып торманы инде, һөтлө, шәкәрле сәйҙе рәхәтләнеп, ләззәтләнеп уртланы.

Хәлен ләм-мим берәү ҙә һорашманы, Айһылыу апай төпсөшә торған кеше түгел шул алай ҙа. Бер уйлаһаң, нимәһен һорашһын инде, былай ҙа белеп-күреп торалыр. Хужабикә балаларының яңылыҡтарын, Асия иһә ҡайҙа нимә күргәнен, нимәләр һатып алғанын һөйләне. Шулай һәүетемсә генә гәпләшеп ултыра торғас, Асия ҡапыл ғына Ләйсәнгә ҡарап:

– Иртән Сулпан менән һине ҡунаҡҡа алып китәм әле, үҙебеҙгә, – тимәһенме.

Ләйсән аптырап китһә лә, тәртип йөҙөнән һүҙһеҙ ҡала алманы һәм:

– Ҡу-уй, рәхмәт… Беҙҙең ҡунаҡҡа йөрөр хәл юҡ, – тигән булды.

Асия тыңларға ла телмәне:

– Уның өсөн ниндәй хәл кәрәк? Берәй аҙна ятып, беҙҙең ҡаланы ла күреп ҡайтырһығыҙ, үҙем алып килермен киләһе ялда, – тип хәл ителгәнде хәтерләткән кеүек кенә итеп теҙҙе.

Икенсе көн был апай былай ғына һөйләнгәндер тиһә, юҡ икән, иртәнге сәйҙе эскәс тә, ауыҙ асырға ла ирек бирмәҫтән, машинаһына тейәп алып сығып та китте, ике сәғәттән йортона алып ҡайтып та төшөрҙө. Ултыра хәҙер бына Ләйсән хан һарайы кеүек ике ҡатлы йорттоң ялан шикелле бер бүлмәһендә. «Ошо бүлмә һеҙҙеке була, бына халаттар, кәрәк-яраҡты вис ошонда табырһығыҙ, йыуынығыҙ, ял итегеҙ ҙә, хәҙер, төшкө аш әҙер була», – тип хужабикә үҙҙәрен генә ҡалдырҙы. Бер аҙ йорт йыһаздарын ҡарап ултырып өйрәнгәндәй булғас, ванна бүлмәһенә инде лә хайран булды. Йыуыныу урыны төшөп йөҙмәле, иҙән-түбә-стеналары ялтырап тора. Ҡулдары ирекһеҙҙән үрелеп һыуҙы асты…

Ҡыҙы менән арығансы йыуындылар, тәндәрен һыу һурғансы уйнанылар, ҡоторҙолар. Күптән таста ғына ултыртып, ашыҡ-бошоҡ йыуындырыуға күнеккән бәләкәсе шул ҡәҙәр арыны, әсәһенең кейендергәнен дә көтмәйенсә, таҫтамалға уралған килеш әүен баҙарына юлланды ла.

Үҙе бер зал шикелле булған аш бүлмәһендәге оҙон өҫтәл артында йомшаҡ халатҡа төрөнөп, берсә алдына ҡуйылған ҡупшы тәрилкәләрҙәге әллә ни төрлө ризыҡтарға, берсә янында бөтөрөлөп йөрөгән яңы әхирәтенә ҡарап үҙ хәленә үҙе ышана алмай ултыра Ләйсән.

– Әйҙә, һинең килеүең хөрмәтенә, почти ике меңлек вино ул, бик тәмле булырға тейеш, – Асия янына ҡунаҡлап, оҙон ботло бокалдарға шарап ҡоя.

– Ой, эсмәйем дә ул мин, Асия апай…

– Эс тимәйем бит мин һиңә, тәмләп ҡара, ауыҙ ит, – үҙе йәһәтләп тәрилкәһенә быҡтырылған итле, бәшмәкле рагу һалды. – Ошо блюдо менән шарап килешә ул, әйҙә, йә, бер-ике йотом.

Харап килеште аҙығы ла, шарабы ла. Саҡ ҡына уртлағайны, ашҡаҙаны йылып киткәндәй булды, аппетиты асылды. Тәрилкәһе бушауға бокалы ла бүҫкәрҙе. Шундай тынысланды, ҡапылдан бер зары ла ҡалмағандай, быға тиклемге ваҡиғалар башҡа берәү менән булғандай тойолдо. Был йорт эсендә бер ҡайғы ла, ҡурҡыныс та юҡ, бар ауырлыҡ тегендә – тышта, ҡалын кирбес стеналар аръяғында булып ҡалды. Ошо бөтөнлөктән, ирәүәнлектән күңеле тулды. Иламаҫҡа серәшеп, алдындағы тәрилкә биҙәктәренә төбәлеп ултыра ине, тып итеп һатлыҡ йәше тәрилкә ситенә тамды... унан икенсеһе тыпылданы. Көлә-көлә нимәлер һөйләп ултырған Асия туҡталып бер тәрилкә ситенән юлаҡ һалып уртаһына ағып төшкән йәш бөрсөгөнә, бер ҡыҙға ҡараны. Ҡарашты күтәрә алманы ҡунаҡ, түгелеп, һыҡрап илап ебәрҙе.

– Ләйсән… Ләйсәнкәй, нимә булды, аҡыллым?.. – ҡатын үрелеп йәшерәгенең битен ҡаплаған ҡулдарын тотто, – Йә, йә, бөттө… бөттө.

Күҙ йәштәре һуңғы уңайһыҙланыу кәртәһен ағыҙып алып китте, буғай, һыҡтап туҡтағас, Ләйсән дә асылды:

– Һеҙ мине йәлләйһегеҙҙер инде, Асия апай, оят миңә былай хәйерсе шикелле йөрөүе… Тик ҡалайтырға ла белмәйем. Эшкә төшөргә баланы урынлаштырып булмай, әсәйем ҡарарлыҡ түгел шул…

Уны тыңлап бөткәс, Асия һаҡ ҡына һүҙ башланы:

– Аңлайым, аҡыллым, аңлайым. Еңел түгел һиңә. Эшкә төшһәң дә, һөнәрһеҙ көйө күпме генә алаһың инде, ней ашарға, ней кейенергә етмәҫ. Балаң менән йәшәр ер ҙә кәрәк. Хәҙер жилье ҡыйбат, яңғыҙ кешегә хыялланырға ла түгел…

– Ҡуй инде… Бер генә лә өмөт юҡ… Үҙемә ҡул һелтәнем инде мин, ҡыҙымды йәлләйем. Балалыҡ күрмәй, ошо хәйерселектә үҫерен уйлаһам йәнем әсей.

– Ләйсән… минең һиңә бер тәҡдим бар, – Асия һәр һүҙҙе ентекле һайлап, урынлы ҡуйып ҡына дауам итте. – Әгәр ҙә һин уны ҡабул итһәң, аҡса мәсьәләң дә, торлаҡ мәсьәләң дә хәл ителәсәк. Эскеселәр эргәһендә ыҙалап йөрөмәйәсәкһең, үҙеңә айырым фатир алып, ҡыҙыңды балалар баҡсаһына урынлаштырып, бер зарһыҙ уҡып та сыға аласаҡһың. Унан үҙ ғаиләң дә булыр әле, кем белә, һин бит әле йәшһең, һылыуһың…

Ләйсән йәш тулы аптыраулы күҙҙәрен ҡатынға төбәп ҡатып ҡалды. «Нимә һөйләй шул?.. Ниндәй фатир?.. Ниндәй уҡыу?..»

– Мин етди һөйләйем, Ләйсән, аптырама улай, – Асия шаяртып ҡыҙҙың ҡулдарын һелкетте.

– Апты-тырайым шул…

– Тыңла, минең тәҡдимем шундай. Белеүеңсә, беҙҙең балабыҙ юҡ. Ә ул беҙгә кәрәк, бик кәрәк. Мин үҙем бәпәй таба алмайым. Беҙгә бәпес табып бирә алғандай ҡатын кәрәк, – Асия бер аҙ ғына икеләнде лә, дауам итте, – Бына һин, әгәр ҙә, шул эшкә риза булһаң, беҙ һиңә фатир һатып алырлыҡ аҡса бирәбеҙ.

Ләйсән һаман да ауыҙын аса алмайынса шаңҡып ултыра бирҙе.

– Ауырлы ваҡытыңда беҙҙә йәшәрһең, балаң яныңда, тамағың туҡ, тыныс булыр. Нимә теләйһең бөтәһен дә алдыңа һалам. Диңгеҙгә алып барып ял иттерермен, теләгәнеңде кейерһең, алырһың… Ә?..

Йәш ҡатын саҡ телен әйләндерҙе:

– Ә… Б-баланы… ҡайҙан алайым һуң мин?..

– Баланы минең һәм иремдең орлоҡтарын яһалма ҡушып, һинең аналығыңа урынлаштыралар. Һин беҙгә ул баланы йөрөтөп, үҫтереп кенә бирәһең була, йәғни, суррогат әсәй инде, аңлашыламы?

– Аң-ңлашыла ла ул… Аптырайым… Ғүмерҙә ундайҙы ишеткәнем юҡ.

– Ләйсән, һин кире ҡағырма ашыҡма әле, йәме. Әйҙә бер-беребеҙгә ярҙам итәйек, һылыу. Һин урамда йөрөйһөң тигәндәй, бөгөн-иртән ул баракты емереп ырғытасаҡтар, ҡайҙа бараһың? Балаңдың киләсәген уйла. Һинең беҙгә бала тапҡаныңды бер кем дә белмәйәсәк. Ошонда йәшәрһең, бер кем борсомаҫ, табып бирһәң, теләгән ереңә китерһең. Алдарҙар тип һис ҡурҡма, ауырға ҡалыуың менән һинең иҫәпкә аҡса һалып ҡуйырбыҙ. Минең дә хәлемә ин… Балаһыҙ инде иремде тоторлоҡ хәл юҡ, ғаиләм тарҡала…

Уйларға ваҡыты етәрлек булды Ләйсәндең. Башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатмаһа ла, үҙен хөрмәтләп ҡунаҡ итеп ҡайтарып, бүләк иткән телефонына көн дә шылтыратып хәл белеп торған әхирәт-апайының яуап көткәне билдәле бит. Аҙна ағымында нисек кенә төплө уйларға, аҡыл менән эш итергә тырышһа ла, алама барактан, эскеселәр ояһынан сығып ҡасыу, шул михнәттәрҙән ҡотолоу теләге бик көслө ине һәм был теләк күңеленең ниндәйҙер бер ерен өйкәп торған ҡаршы тойғоларҙы баҫып, томалап ҡуйырға тырышты. Намыҫын еңергә, тынысландырырға теләп йыш ҡына үҙ-үҙе менән «ирешеп» алып китте.

– Рәхәтме ни миңә? Ҡалайтырға тейешмен ошо хәлдә? Мин бит берәүҙе лә үлтермәйем, урамға бала ҡалдырып китмәйем… Шулай уҡ ауыр хәлдәге кешеләргә ярҙам итәм. Ҡыҙымдың киләсәге… ҡыҙым хаҡына риза булырға тейешмендер… моғайын…

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: