+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Май 2021, 20:18

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Өсөнсө өлөш

– Миңә кеше араһында уңайһыҙ, – тип башланы Урал иртәнсәк ҡатыны менән ауыр һөйләшеүҙе. – Кешеләр был хаҡта беләсәк һәм беҙгә бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. – Һин ҡыҙыҡ кеше, Урал, – тине уға ҡатыны. – Ана, интернетты ҡара, гәзиттәрҙе уҡы, кемде нимә тип яҙмайҙар ҙа нимә тип һөйләмәйҙәр. Шул һөйләгәндәрҙең 90 проценты дөрөҫ түгел. Беләм, беҙҙе лә һөйләйәсәктәр. Ике-өс көндән оноталар ҙа башҡаларҙы сәйнәй башлаясаҡтар. – Саймә, һин мине аңларға тырыш. Кисә минең эш өҫтәлендә беренсе тапҡыр минең ейәнсәрем ятты. Уның әсәһе минән бер нәмә лә һораманы. Бары тик күҙҙәремә генә ҡараны. Мин уның күҙҙәрендә өмөтһөҙлөк, меҫкенлек, сараһыҙлыҡ күрҙем. Мин үҙем етем үҫтем. Ошонда уҡырға килгәс, эшкә урынлашҡас, мине эшкә алған, эшкә өйрәткән Ислам исемле ағай: “Ҡустым, йөҙөңдә етемлек ярылып ята, шунан ҡотолмай тороп, һине берәү ҙә хөрмәт итмәйәсәк”, – тип өйрәтте. Мин үҙемдең тәүге ейәнсәремдең етем үҫеүен теләмәйем.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Өсөнсө өлөш

– Миңә кеше араһында уңайһыҙ, – тип башланы Урал иртәнсәк ҡатыны менән ауыр һөйләшеүҙе. – Кешеләр был хаҡта беләсәк һәм беҙгә бармаҡ төртөп күрһәтәсәк.

– Һин ҡыҙыҡ кеше, Урал, – тине уға ҡатыны. – Ана, интернетты ҡара, гәзиттәрҙе уҡы, кемде нимә тип яҙмайҙар ҙа нимә тип һөйләмәйҙәр. Шул һөйләгәндәрҙең 90 проценты дөрөҫ түгел. Беләм, беҙҙе лә һөйләйәсәктәр. Ике-өс көндән оноталар ҙа башҡаларҙы сәйнәй башлаясаҡтар.

– Саймә, һин мине аңларға тырыш. Кисә минең эш өҫтәлендә беренсе тапҡыр минең ейәнсәрем ятты. Уның әсәһе минән бер нәмә лә һораманы. Бары тик күҙҙәремә генә ҡараны. Мин уның күҙҙәрендә өмөтһөҙлөк, меҫкенлек, сараһыҙлыҡ күрҙем. Мин үҙем етем үҫтем. Ошонда уҡырға килгәс, эшкә урынлашҡас, мине эшкә алған, эшкә өйрәткән Ислам исемле ағай: “Ҡустым, йөҙөңдә етемлек ярылып ята, шунан ҡотолмай тороп, һине берәү ҙә хөрмәт итмәйәсәк”, – тип өйрәтте. Мин үҙемдең тәүге ейәнсәремдең етем үҫеүен теләмәйем.

– Миңә эшкә барырға һәйбәт кәйеф, көслө ҡулдар кәрәк, ә һин минең кәйефемде төшөрөп, хәлемде алып эшкә ебәрәһең. Ниңә һин быларҙы миңә һөйләйһең, ана улыңа һөйлә.

– Һиңә һөйләмәй, кемгә һөйләйем, әсәһе? Һин дә бит беренсе тапҡыр өләсәй булдың.

– Шунан ни булған? Хәҙер, һин әйтмешләй, миңә, ана, өләсәһе килә, тип, бармаҡ төртөп күрһәтергә тейештәрме? Урал, һиңә ауыл малайы фиғеленән ҡотолорға ваҡыт. Ислам ағайың дөрөҫ әйткән, һиңә иң тәүҙә етемлектән ҡотолорға кәрәк, һин әле ҡотолмағанһың. Был ауыл түгел, ҡала, ҙур ҡала. Бында һәр кем үҙе өсөн йәшәй. Шулай булғас, минең башымды әйләндереүеңде туҡтат. Әгәр бик теләһәң, ул баланы тәрбиәләүҙе үҙең ойоштор, мине ҡыҫтырма. Вәзирҙең дә башын әйләндермә.

Урал Булатович, урамға сыҡҡас, машинаһына ултырҙы ла водителенә һораулы ҡарашын йүнәлтте.

– Фатир таба алдыңмы? – тип һораны ул.

– Әлбиттә. 20 мең һорағайны, 15 меңгә төшөрҙөм, ике айға аҡсаһын түләнем. Бына фатирҙың асҡысы.

– Үҙең кереп ҡараныңмы?

– Һуң инде, һуң инде, ҡарамай буламы һуң инде?

– Бүлмәһе нисегерәк?

– Йәшәрлек. Ундай фатир эләкһә әле! Коляска менән төшөп йөрөүе ауырыраҡ булыр микән, өсөнсө ҡатта.

– Һәйбәт.

– Һәйбәтлеген-һәйбәт тә, тик...

– Тағы нимә?

– Мин машинаны гаражға ҡуйырға килгәндә теге бала күтәргән ҡатын Нәғим менән ниндәйҙер Уазикҡа ултырып, сығып киттеләр.

– Ҡайһы Нәғим? Теге грейдер йөрөтөүсеме?

– Эйе, ишетеп ҡалғайным уны, күршеләргә ҡасҡан икән тип.

Начальник, эшкә барғас, иң тәүҙә Нәғимдең кеҫә телефонын килтереүҙәрен һораны. Күп тә үтмәне, механизаторҙың телефонын алып та килделәр. Урал, һандарға ҡарап, уйға ҡалды: ярай, шылтыратыр, ә нимә тип әйтер һуң? Эйе, нимә әйтер? Һин минең ейәнсәрем менән киленемде алып киткәнһең, тип әйтһенме? Бәлки, икенсе төрлөрәк башларғалыр? Мәҫәлән, мин һиңә бер бүлмәле фатир вәғәҙә иткәйнем, һүҙемде үтәй алманым. Хәҙер фатирҙы ал, бына асҡыс, тик киленем менән ейәнсәремде эйәртергә онотма инде, тип әйтһенме?

Тәүәккәлләне начальник, тәки шылтыратты грейдерҙа оҫта эшләй торған механизаторға. Шылтыратыуға оҙаҡ ҡына яуап бирмәне, ниһайәт, алды:

– Тыңлайым һеҙҙе, – тине ул аныҡ ҡына итеп.

– Һаумы, Нәғим.

– Һаубыҙ, туҡта, кем әле был?

– Урал Булатович тип өндәшә алаһың, Нәғим ҡустым, – тине начальник.

– Ә-ә, Урал Булатович? Сеүегеҙ, минең элекке хужам шылтырата. Тыңлайым һеҙҙе, тик киҫәтеп ҡуям, мин бит һеҙҙән киттем, һеҙҙә эшләмәйем.

– Мин шул хаҡта шылтырата инем, ҡустым.

– Шылтыратыуығыҙ өсөн рәхмәт, тик, ни бит әле, миңә бында фатир бирҙеләр. Етмәһә, кисә төндә өйләндем.

– Нисек өйләндең? Ҡайһы арала өлгөрҙөң?

– Эй, шунда, килеп сыҡты инде бер ҡатын балаһы менән. Һеҙ урынлаштырғанһығыҙ икән. Әйттем бит, фатир бирҙеләр тип. Үҙҙәре килеп алдылар. Ә Рәмзиләгә, минең кәләшкә була инде, эш вәғәҙә иттеләр, балалар баҡсаһы. Беҙ ни, баш тартманыҡ.

– Бәлки, дөрөҫ эшләгәнһеңдер, – тине Урал Булатович көс-хәл менән. – Беҙ инде һиңә фатир бирә алманыҡ.

– Ә минең бер үпкәм дә юҡ һеҙгә, – тине Нәғим. – Һеҙҙә лә эшләргә була ине, баяғы фатир мәсьәләһе генә үҙәккә үтте. Миңә бит утыҙ була, һаман өйләнмәгәнмен. Ҡыҙҙар менән танышһаң, иң тәүҙә, фатирың бармы, тип һорайҙар. Кисә йәтеш булды, фатир ҙа эләкте, кәләш тә килеп сыҡты, балаһы ла бар.

– Ярай, мин һиңә бәхет теләйем, – тине Урал Булатович. – Һин миңә Рәмзиләнең телефонын бир әле.

– Рәмзиләнең телефоны? Ул һеҙгә нимәгә кәрәк?

Был һорауҙы көтә ине Урал, ләкин нимә тип әйтергә лә белмәне. Күрәләтә үҙенең ейәнсәре йәки улының ҡыҙы тип әйтеп ысҡындырһа, ир менән ҡатын яңы өйләнешеп йөрөй, артабан үҙ-ара мөнәсәбәттәре нисек булыр?

– Һорауым бар. Кисә бит уны ятаҡҡа урынлаштырҙым.

– Беләм-беләм, коляска алып биргәнһегеҙ, ҙур рәхмәт. Ул арба нисә һум тора, аҡсаһын үҙем түләйем.

– Юҡ-юҡ, кәрәкмәҫ. Үҙегеҙгә булһын, мин уны ярҙам йөҙөнән алғайным.

– Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, Урал Булатович. Мин һеҙгә ысынлап рәхмәтлемен. Әгәр һеҙ эшкә саҡырмаһағыҙ, мин Рәмзилә менән таныша ла алмаҫ инем. Рәхмәт инде, һеҙ бик ярҙам иттегеҙ.

– Тимәк, һин кәләшеңдең телефон номерын миңә бирмәҫкә булдың инде?

Теге башта тағы тынлыҡ урынлашты, егет әллә көрһөндө, әллә йүткерҙе, шунан былай тине:

– Мин... телефонын бирәм, һуңыраҡ, мин һеҙгә шылтыратырмын.

Шылтыратҡанын байтаҡ көтөргә тура килде, ләкин телефонда Нәғимдең тауышы ишетелмәне.

Рәмзилә ҙур фатирҙа бер үҙе тороп ҡалды. Ҙур тип, әлеге 25-30 квадрат метрлы бер бүлмәле фатир инде. Ҡайһылай ҡыҙыҡ егет тура килде. Бер ҡулына баланы күтәреп алды, икенсеһе менән Рәмзиләне ҡултыҡланы. Бәхет тигәндәре шулай тиҙ генә килә микән? Ә нимә һуң ул бәхет?

Балалар йортоноң өсөнсө ҡатынан Рәмзилә ҡаланың торлаҡ йорттарына бик оҙаҡ ҡарап торорға ярата ине. Меңдәрсә уттар янған бал кәрәҙе һымаҡ тәҙрәләр артында бөтөнләй икенсе төрлө кешеләр йәшәй һымаҡ. Уларҙың аталары, әсәләре, олатайҙары, өләсәйҙәре, хатта балалары бар. Ҡайһылары өйҙәрендә эттәр, бесәйҙәр аҫрай икән. Ауылдағы тормош хаҡында ишеткәне бар ине. Унда ла кешеләр йәшәй, уларҙың да ғаиләләре бар, улар ҙа йорт хайуандары аҫрай икән. Кистәрен шул хаҡта бүлмәләштәре менән үҙ-ара һөйләшеп, яңы донъя аса торғайнылар. Бүлмәләрендә Әсмә исемле ҡыҙыҡай бар ине. Шул бер көн әйтә: һөттө һыйырҙар бирә икән. Ә һыйырҙар һөт бирһен өсөн улар быҙауларға тейеш икән. Күмәкләшеп аптыраштылар: нисек инде һыйыр һөт бирһен өсөн ул быҙауларға тейеш? Был һорауға яуапты таба алманылар.

Ә хәҙер Әсмәне күрһә, белер ине Рәмзилә нимә тип яуап бирергә. Ана уның сабыйы, уянып, асығып, ашарға һорап ята. Ә былай үҙен ышаныслы тоя Рәмзилә. Иң мөһиме – урамда түгел, йәшәргә – урыны, таянырға Нәғиме бар.

Телефоны шылтыраны. Һуңғы бер йылда ул телефон аша иң күбе Вәзир менән һөйләшкәндер, сөнки ул көн һайын шылтырата, хәлен белешә, осрашырға саҡыра торғайны. Рәмзиә белмәй: Вәзир уны яраттымы икән? Ғөмүмән, яратыу нисек була ул? Яратыуҙың һөҙөмтәһе – ошо иртәнән алып кискә тиклем ашарға һорап ятҡан бала. Ә телефон һаман шылтырай. Үрелеп ҡараны, әхирәте икән, Наилә.

– Һаумы, Рәмзүк! Хәлдәрең нисек? Һин әле сыҡтыңмы? – тип һорауҙарын өйҙө.

– Мин кисә сыҡтым, – тине ул.

– Алдан уҡ әйтеп ҡуям, Рәмзүк, фатир хужаһы, әгәр һин беҙгә ҡайтһаң, барыбыҙҙы ла сығарып ебәрәсәк. Шуға иң тәүҙә ошо мәсьәләне хәл ит.

– Борсолмағыҙ, минең йәшәргә урыным бар.

– Ҡайһылай шәп булған, – тине Наилә. – Фатир ялларға аҡса таптыңмы?

– Юҡ, мин бит кейәүгә сыҡтым.

– Во дает, уже кейәүгә сыҡҡан. – Әхирәте көнләшеүен йәшереп тә торманы. Һин, фантазерка, моғайын, әлеге хыялдарыңды ысын итеп күрһәтергә тырышаһыңдыр.

– Әллә, бына өсөнсө ҡатта ултырам, бер бүлмәле фатир, миңә етә ул.

– Ярай, шәп булған, фатирлы булыу яҡшы инде. Адресыңды бир, бәпесеңде күрергә киләбеҙ.

Рәмзилә уйға ҡалды: адрес? Был йорттоң адресы нисек икән?

– Әхирәт, һин иртәгә шылтырат, мин адресты белмәйем.

– Ҡыҙҙар, Рәмзүк һаман фантазирует, фатир биргәндәр, ә ул адресын белмәй.

Балаһын имеҙгән ҡатын ошо урында телефонды һүндереп ҡуйҙы.

Телефоны тағы шылтыраны. Вәзир икән. Бына ҡыҙыҡ, айҙан ашыу ваҡыт үтте, бына бөгөн шылтырата.

– Тыңлайым, Вәзир, һаумы.

– Хәлдәрең нисек, Рәмзилә. Бына сабый менән... ҡыҙың менән ултырам.

– Яҡшы. Кисә минең ҡарт, атайҙы әйтәм, һөйләп булаша ине. Мин әйткәнсә эшләгәнһең, уға барғанһың. Бүлмә шаҡарып алғанһың икән.

– Эйе, барҙым, бүлмәһен бирҙе, бүлмәһен ҡалдырҙым.

– Ишетелеп ҡалғайны шул, бүлмәнән баш тартҡанһың шикелле.

– Эйе, яҡшыраҡ вариант тәҡдим иттеләр.

– Тимәк, минән бурыс төштө. Торлаҡ һорап, мине лә, атайҙы ла мәшәҡәтләмәҫһең тип уйлайым.

– Һине мәшәҡәтләү юҡ инде ул. Ә атайың бик һәйбәт кеше икән, ярҙам итте, бына балалар коляскаһы ултыра.

– Мин бит уға ҡарап торам, – тине егет. – Уның менән бәйләнеште өҙмә, бала минекеме, түгелме – әһәмиәте юҡ. Иң мөһиме – атай ярҙам итерлек.

Рәмзиләнең күңеле тулды. Ул әле Вәзирҙең килеренә өмөт итә ине, сөнки әле булһа Нәғимдең үҙе менән ҡалырына ышанып етмәй. Кисә кис кенә килеп ингән кешегә нисек өмөт бағлайһың? Вәзир бөтөнләй икенсе ине. Үҙен ышаныслы тота, иномаркаһы булыуы, әлбиттә, яҡшы, әммә хәл иткес түгел. Вәзирҙең сабыйҙы үҙенеке итеп танырға теләмәүе ҡатынды кәмһетә.

– Вәзир, һиңә минең бер һорауым ҡалды. Шул мәсьәләгә нисек ҡарарһың икән?

– Белмәйем, – тине егет, һорауҙы тыңлап та тормайынса. – Атайымдың ярҙамынан баш тартҡанһың, етмәһә, һаман миңә һорауың бар. Мин әлегә бер ни ҙә әйтә алмайым.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: