+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Май 2021, 21:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БӘПӘЙ ЕҪЕ Повесть Алтынсы өлөшө

Тәлғәтте өйҙә тынлыҡ ҡаршыланы. Был ни хәл? Ҡайҙа геүләп илаусы сабый? Ҡайҙа асыуы йөҙөнә сыҡҡан ҡатыны? Урамда йөрөйҙәрҙер тиһәң, улар ярҙамсыһыҙ сығып йөрөй алмай. Шылтыратып ҡарауҙан башҡа сара юҡ.– Алло. Асия, һеҙ ҡайҙа?– Беҙ… Мин эштә.– Нисек… эштә? Ә бала?..– Тәлғәт, ҡайтҡас һөйләшербеҙ, – теге яҡтағы тауыш бер аҙ тынып торҙо. – Бер-ике сәғәттән өйҙә булам.– Ә-ә.. А..., – бәйләнеш өҙөлдө, – с-сия… – Тәлғәт аптырауынан ҡулындағы телефонына тексәйеп тора бирҙе.

-1- -2- -3- -4- -5- -6-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
БӘПӘЙ ЕҪЕ
Повесть
Алтынсы өлөшө
Тәлғәтте өйҙә тынлыҡ ҡаршыланы. Был ни хәл? Ҡайҙа геүләп илаусы сабый? Ҡайҙа асыуы йөҙөнә сыҡҡан ҡатыны? Урамда йөрөйҙәрҙер тиһәң, улар ярҙамсыһыҙ сығып йөрөй алмай. Шылтыратып ҡарауҙан башҡа сара юҡ.
– Алло. Асия, һеҙ ҡайҙа?
– Беҙ… Мин эштә.
– Нисек… эштә? Ә бала?..
– Тәлғәт, ҡайтҡас һөйләшербеҙ, – теге яҡтағы тауыш бер аҙ тынып торҙо. – Бер-ике сәғәттән өйҙә булам.
– Ә-ә.. А..., – бәйләнеш өҙөлдө, – с-сия… – Тәлғәт аптырауынан ҡулындағы телефонына тексәйеп тора бирҙе.
Саҡ көтөп алды ҡатынын. Сағыу ҡыҙыл машина өйөрөлөп килеп туҡтар-туҡтамаҫ ишеген һелкетә тартып асты:
– Ҡайҙа бәпәй?!
Асия тыныс ине. Ул был ваҡиғаға, был һөйләшеүгә алдан әҙерләнгән, күрәһең.
– Тәлғәт, ярһыма, хәҙер барыһын да яйлап аңлатам…
– Башта әйт: ҡайҙа бала?!
– Бала приютта. Ваҡытлыса приютта, – ире шаңҡып торған арала ҡатын йәһәтерәк әйтеп ҡалырға ашыҡты, – Мин уны бер аҙ хәл алғансы, эштәрҙе яйға һалғансы тип кенә тапшырып торҙом. Унда уны яҡшы ҡарайҙар, тәрбиәселәр, медиктар… Тәлғәт, минән яҡшыраҡ ҡарайҙар улар!
Яңы ғына иҫен юйып ҡолап барған кеүек булған ир аңғармаҫтан ҡатындың ҡупшы өйөлгән сәс бөҙрәләренән матҡып тотоп алды ла, бер тартыуҙа салондан йәлпелдәтеп килтереп сығарҙы. Сығарҙы ла елтерәтеп баҫтырып ҡуйҙы. Ҡатын ҡысҡырырға асҡан ауыҙын ҡороға ташланған балыҡ кеүек асып-яба ғына алды.
– Ҡайҙа бала?! Ниндәй приютта?!!
– …
– Ултыр рулгә! Хәҙер үк барып алабыҙ!
Ул арала Асия ла телгә килә алды. Телгә генә түгел асылына ла килде ул.
– Юҡ, Тәлғәт! Мин көнө-төнө ошонда ултыра алырлыҡ бала ҡараусы тапмай тороп уны бында алдырмайым! Һиңә рәхәт, эштә тик йөрөйһөң, ә мин нимә, йүргәк йыуыусымы әллә?! Шуның өсөн икешәр институт уҡығанмынмы?! Шуның өсөн ҡолағансы тырышып карьера эшләгәнменме?! Сәңгелдәк янында өйөрөлөп алйыр, бисураға әйләнер өсөн ошондай донъя йыйғанмынмы мин?! – хәҙер инде Асия үҙе Тәлғәттең өҫтөнә менеп бара.
– Ә һин нимә, бала үҫтереүе еңел икән тип уйлағайныңмы?! Мин ярҙам итмәйемме ни?! Эшкә алып китә алмайым бит инде! – ир кеше илай яҙып асырғанды.
– Алып кит! Теләһә ҡайҙа ит! Һин теләнең уны! Һин!!! – ҡатын сәскәле түтәл ситенә лып ултырып, илай-сәсәй ҡысҡырҙы. Уның менән генә лә туҡтай алмай ҡулына эләккән сәскәләрҙе йолҡоп алып бәрҙе, туҙҙырҙы. Был йәмһеҙ күренеште баш һелкеп ҡарап торған ире уның ҡаршыһына сүгәләне:
– Асия… – эйәгенән тотоп үҙенә ҡаратты, – Асия, һин бит уны бөтөнләй яратмайһың, шулай бит?.. Әйт әле дөрөҫөн… Асия?.. Кәрәкмәй бит ул һиңә?..
Ҡатын сәбәләнеүҙән туҡтаны. Бер аҙға тынды. Унан туп-тура секерәйеп ҡараны ла:
– Эйе, – тине, – яратмайым. Минең уға бер ниндәй ҙә тойғом юҡ. Арыным… ялҡтым. Инде лә күрер, ҡарар әмәлем ҡалманы… Хет үлтер, Тәлғәт… Хет үлтер…
Ир ҡалҡынып баҫты. Бер мәлгә башын юғарыға күтәреп һауаға ҡарап торҙо, унан аҙашҡан әҙәмдәй ян-яғына күҙ һалды, унан тағы ла аяҡ аҫтында бөршәйеп ултырған ҡатынына ҡараны һәм ят, һалҡын тауыш менән өндәште:
– Адрес.
Ләйсән үҙ фатирында көн итеп ята. Бер бүлмәле генә булһа ла үҙенеке. Бынан уны бер кем дә төн уртаһында ҡыуып сығармай, һүкмәй, ҡурҡытмай. Үҙе бикләп сығып китә, асып килеп инә. Йән рәхәтендә йәшә лә йәшә лә бит, әгәр ул йән рәхәте булһа икән. Юҡ шул, юҡ. Булғаны ла юҡ һәм, аңлауынса, инде булмаҫ та. Онота алманы ул. Онота алманы. Әллә оноторға теләмәнеме? Ярһып илаған бала тауышы ҡолаҡтарында сыңлап тик торҙо. Ә ул еҫ. Әскелтем-татлы, башты әйләндерер татлы еҫ. Бәпәй еҫе. Шул еҫте тойор, ҡайҙандыр тотоп алыр, эскә йотор өсөн ҡомһоҙланып еҫкәнде, күҙҙәрен йомоп тыны бөткәнсе һауа һуланы. Тик ул бәхеттең инешен тапманы…
Йоҡоһо ҡасты Ләйсәндең. Ябыҡты. Былай ҙа өндәшмәҫ йән бөтөнләй йомолдо. Көҙгөгә ҡарамай ул хәҙер. Унда тере күләгә булып торған, балаһын һатҡан ҡатынды күрә алмай. Ә был яҡтағы ҡатын ҡыҙсығы – Сулпаны өсөн генә йәшәй, йәшәргә тейеш.
Көн дә телефонын алды ла, юйып ташланған, әммә хәтерҙә уйылып ҡалған һандарҙы йыйҙы. Йыйҙы ла шылтыратырға көс тапманы. Йыйҙы ла юйҙы, йыйҙы ла юйҙы. Ярамай! Асия апай бер ваҡытта ла шылтыратмаҫҡа, килмәҫкә һәм бер ерҙә лә килеп осрамаҫҡа, осрағанда ла танымаҫҡа тип ҡат-ҡат киҫәтмәнеме ни. Киҫәтте генә түгел, бик етди проблемалар менән янаны. Былай ҙа хәсрәттәре аҙмы инде.
Шундай әүрәү уйлап тапты: төн уртаһында ҡараңғылыҡҡа текәлеп бала тәрбиәләп йөрөүсе Асия апайын күҙ алдына килтерә. Ул сабыйын һөйә, иркәләй, устарына ултыртып һикертә. Бындай күренеште башҡа һеңдереүе бик ауыр булды башта. Һауалы, һалҡын ҡатындың ҡулдарына бала йәбешмәй ыҙалатты. Тик Ләйсән үҙен был хәлгә ышанырға, ышандырырға мәжбүр итте. Бәпесте иркә ҡосаҡта, ҡурсыуҙа итеп күрһә, уйлаһа уға еңелерәк ине. Шулай булырға тейеш, әлбиттә шулайҙыр, башҡа нисек булырға мөмкин һуң? Унда бит Тәлғәт ағай ҙа бар. Тәлғәт ағай… Тәлғәт… Тә…
– Туҡ-туҡ… Туҡ…
Осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарын бүлеп кемдер һаҡ ҡына ишек ҡаҡты.
– Туҡ-туҡ… – Ысынлап та, бик һаҡ ине ул. Әйтерһең кемделер рәнйетеүҙән, ҡурҡытыуҙан һаҡлана.
Ләйсән тороп халатын кейҙе лә, аяҡ остарына ғына баҫып ишеккә атланы. Ипләп, тышта торғандарға һиҙҙермәй генә килеп «күҙ»гә терәлде:
– А-аһ!.. – Шунда уҡ хәле бөтөп шыуып та төштө.
Ишек артындағылар телгә килде:
– Ләйсән, ас… бәпәй асыҡты…
Аҙағы.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: