+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Май 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БӘПӘЙ ЕҪЕ Повесть Бишенсе өлөшө

Тәлғәт Ләйсәнде ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына алып килде. Бөгөн УЗИ үтәләр. Бергә инеп, ҡорһаҡтағы сабыйҙы ла күрмәксе ине лә, йәш ҡатын «оялам» тип ризалашманы. Бына шуға Сулпан менән туңдырма ялап ваҡыт ҡыҫҡарталар. Ҡыҙсыҡ күңелһеҙләнергә ирек бирмәй, бытылдап ҡына тора.– Тәлгәт бауай, әсәйем нишәп оҙаҡтай?– Уны врач ҡарай.– Нимәһен ҡарай? – Унан ир кеше яуап уйлап өлгөргәнсе үҙе әйтеп тә ҡуя, – эсендәге бәпесте ҡарай, ивет.– Ыһы. Уны ҡайҙан беләһең, бөрсәкәй?– Беләм инде, әсәйем әйтте. Көн дә ҡолағымды ҡуйып бәпесте тыңлайым ул. Миңә «тох» итеп тибеп ебәрҙе кисә, – был ҡыҙыҡтан үҙе сыңғыратып көлөп ебәрҙе. Аптырап Тәлғәт тә ҡушылды. Көлөп туйғас «бауайын» «язалауҙы» дауам итте:– Ул бәпес һеҙҙекеме?– ...– Әсәйем бәпес Асыя инәй менән Тәлғәт бауайҙыҡы була тине. Һин уны нимәштәтәң? Уйнатаңмы?

-1- -2- -3- -4- -5- -6-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
БӘПӘЙ ЕҪЕ
Повесть
Бишенсе өлөшө
Тәлғәт Ләйсәнде ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына алып килде. Бөгөн УЗИ үтәләр. Бергә инеп, ҡорһаҡтағы сабыйҙы ла күрмәксе ине лә, йәш ҡатын «оялам» тип ризалашманы. Бына шуға Сулпан менән туңдырма ялап ваҡыт ҡыҫҡарталар. Ҡыҙсыҡ күңелһеҙләнергә ирек бирмәй, бытылдап ҡына тора.
– Тәлгәт бауай, әсәйем нишәп оҙаҡтай?
– Уны врач ҡарай.
– Нимәһен ҡарай? – Унан ир кеше яуап уйлап өлгөргәнсе үҙе әйтеп тә ҡуя, – эсендәге бәпесте ҡарай, ивет.
– Ыһы. Уны ҡайҙан беләһең, бөрсәкәй?
– Беләм инде, әсәйем әйтте. Көн дә ҡолағымды ҡуйып бәпесте тыңлайым ул. Миңә «тох» итеп тибеп ебәрҙе кисә, – был ҡыҙыҡтан үҙе сыңғыратып көлөп ебәрҙе. Аптырап Тәлғәт тә ҡушылды. Көлөп туйғас «бауайын» «язалауҙы» дауам итте:
– Ул бәпес һеҙҙекеме?
– ...
– Әсәйем бәпес Асыя инәй менән Тәлғәт бауайҙыҡы була тине. Һин уны нимәштәтәң? Уйнатаңмы?
– Уйнатам инде... Үҫтерәм ҙу-ур итеп, – дүрт йәшлек баланың былай асыҡтан-асыҡ һөйләшә белеүенә иҫе китте Тәлғәттең.
– Асыя инәй уны әрләй инде, шунан бәпәй илай инде...
– Ниш-шләп?..
– Ул бит гел әрләй...
Ир артта бытылдаған балаға боролоп уҡ йөҙөнә баҡты:
– Ҡасан әрләне һине Асия? Әй, Асия инәйең?
– Кисә... бөгөн дә... Ишшыу теге ваҡыт. Гел әрләй ул, шунан ул киткәс әсәйем илай... мин дә илайым...
– Ә ниңә әрләй һуң? Нимә өсөн?
– «Еңмешеңде тыймайһың, көҙгөнө бысратҡан, иҙәнде сыйған, шаулай, шаяра» тип. Миңә бүлмәнән сығырға ҡушмай, кәнфиткә тейҙертмәй... үҙе матур ғына кәнфиттәрҙе өҫтәлгә ҡуя ла... үҙе ашатмай...
Күңелһеҙләнеүҙән бөтөнләй ололарса ауыр һулап уҡ ҡуйҙы Сулпан. Ә Тәлғәт иһә ишеткәндәренән ҡайҙа инергә белмәне. Ғәрләнеүе алҡымынан алды ла, сығып ултырған Ләйсәндән «Нимә тинеләр?» тип һорарға ла онотоп, шажлатып газға баҫты.
Арыны инде Ләйсән, йонсоно. Йөклө булып йөрөүҙән дә, йән ғазаптарынан да, Асия апайының аҡыл өйрәтеүенән дә. Иң ауыры – һуңғы айҙар бит инде. Ҡорһағы моронона етеп өлкәнәйҙе лә, хәрәкәт итеү, ятыу, ултырыу ауырлашты. Улары ғына бер ни булмаҫ ине лә, бынау йән әрнемәһә. Әммә эстәге бер һыҙланыу, өҙгөләнеү үтмәне лә, бөтмәне лә. Киреһенсә, ул әсә ҡарынындағы сабый менән ҡушылып үҫте, ҙурайҙы, ауырайҙы ғына. Һәр көн кис түшәккә ятты ла, ҡыҙын ҡосағына алып үҙ-үҙе менән «һөйләште»:
«Бына, минең балам бар, ул – Сулпаным, башҡаһы минеке түгел...»,
«Түҙергә кәрәк, был – ваҡытлыса, мин бары инкубатор. Мин – инкубатор!»,
«Миңә ул бала бер кем дә түгел, мин уны яратмайым. Уны бер ваҡытта ла күрмәйәсәкмен!»,
«Ә түҙә алмаһам, онота алмаһам?.. Ҡайһылайтып ҡына йөрәктән йолҡоп алырға һуң?.. Эй, Хоҙайым, нишләп кенә ризалаштым был тамуҡҡа....»
«Ул хаҡта уйларға тейеш түгелмен. Уйламайым. Все! Мин һәм Сулпан ғына!»
Һуңғы һүҙҙәрен ҡысҡырып уҡ әйтте ахыры, ойоп барған ҡыҙы күҙҙәрен асты:
– Ә?..
– Бер ни ҙә түгел, йоҡла, йоҡла…
– Илайһыңмы, әсәй, Асыя инәй әрләнеме әллә?
– Юҡ, берәү ҙә әрләмәне, иламайым… йоҡла, ҡыҙым, – ҡыҙын һығыбыраҡ ҡосто Ләйсән, – йомшағым, йомғағым минең.
– Әсәй, – Сулпан төнгө лампа яҡтыһында әсәһенең күҙҙәрен күрергә тырышты, – әйҙә бәпәйҙе Асыя инәйгә бирмәйек… ул бит яман.
– Сулпан…
– Бирмәйбеҙ. Ип-се! Бәпәйҙе алабыҙ ҙа, Тәлғәт бауайҙы алабыҙ ҙа китәбеҙ ҙә барабыҙ.
Ләйсән түҙмәй «пырх» итеп көлөп ебәрҙе:
– Тәлғәт бабайҙы? Ул ниңә беҙгә?
– Уны алайыҡ, ул бит һәйбәт. Ул мине ярата, күтәрә, тәмлекәстәр әпирә, куклалар бирә.Ул һине лә ярата, әсәй, мин уға әйтермен…
– Кит, юҡ хәбәр һөйләмә.
– Асыя инәй «Уф, ҡасан китәһегеҙ инде» ти. Беҙ китһәк, Тәлғәт бауайға ҡыйын була бит, уны Асыя инәй әрләй инде.
– Йә, етәр, әллә нимәләр һөйләп бөттөң. Йоҡлайыҡ.
Баланың өҫтөн рәтләп ябып баҫырып һалды ла, үҙе уның һүҙҙәренән арына алманы ҡатын. Ысынлап та, Асия апайы менән бигерәк ауыр шул. Һәр нәмәңде күреп, иҫкәртеп, ныҡып ҡына тора. Үҙе лә тамам ялҡты, күрәһең. Баштараҡ «бала буласаҡ» тигән ҡанатлы уйҙар менән алсаҡланып йөрөһә лә, тора-бара был мәшәҡәттән арыны, һәр ваҡыт өйөндә сит кешеләрҙең булыуынан туйҙы, ахыры. Яйлап һөйләшеүе лә, мөғәләмәһе лә ҡырҡыулашты, хәҙер уға тупаҫ өндәшеү, екереп-ҡысҡырып ебәреү бер ни тормай. Мәңге төҫө болотло, мәңге кәйефе юҡ. Элекке шаян, йомарт апай ҡайҙа булғандыр? Ҡыҙын да күҙгә төшкән сүптәй күрә, әрләп, тыйып, ҡурҡытып хәлдән тайҙыра. Шул баланың бөршәйеп илағанын ҡыҙыҡ күрә тиәрһең. Ул хәтлем дә балалар яратмағас, ниңә бала теләй икән һуң? Тәлғәт ағай өсөн генәме? Тәлғәт ағай... Әллә нисек итеп ҡарай ул Ләйсәнгә... Ҡарашынан ҡыйын да, рәхәт тә. Бер күҙ һирпеүҙән бар хәлеңде, тойғоларыңды һиҙеп торғандай. Һәр ваҡыт кәрәктә, Ләйсән мохтажда ярҙамға килә. Асия апай ҡыйырһытҡанда ла, башҡа сәбәптәрендә лә. Уның янында булғанда тыныс, яҡлаулы, ҡурсыулы кеүекһең. «Ләйсән, Сулпан» тип шундай иркә итеп өндәшә, илап ебәрерһең. Тағы ла шул ҡарашы... Онотолоп, уйланып текәлеп китеүҙәре әллә нисек. Ҡатыны ла аңғармай тиһеңме һуң? Күрә алмауы йөҙөнә бәреп сыҡҡан бит инде. Уф, Аллам, ҡасан ғына ҡотола ошо йорттан. Әллә ниндәй шайтан ҡотҡоһонан килеп юлыҡты. Бала менән бергә ошонда намыҫын да, йөрәген дә ҡалдырып китер инде. Унан мәңге һарғайып көн итәр... У-уф-ф...
Көнө, сәғәте еткәс бала үҙенең яҡты донъяға сығырға теләүен белдерҙе. Белдереп кенә ҡалманы, тыуҙырыусыһын уттан алып һыуға һалып көн ярым ғазаплағас, йөрәген урталай ярып килеп тә сыҡты. Шалҡандай тос, теремек ир бала ине. «Ине» сөнки Ләйсән уны күрмәне, бары тауышын ғына ишетте. Сытырлатып йомған күҙҙәрен бер генә асып ҡараһа ла, шәфҡәт туташы ҡулында тыбырсынып илаған кескәй тубырсыҡҡа барып йәбешеүҙән ҡурҡты.
Асия бала тыуҙырыу бүлмәһенә инеүҙән баш тартты, Ләйсәнде палатала көтөп кенә ултырҙы. Шәхси клиниканың шуныһы уңайлы, үҙ өйөңдә кеүек иркен йөрөп, аралашып була. Баланың тыуғанын көтөп көтөк булды, йәш ҡатындың ауырып ыңғырашыуҙарын инде ишетмәҫлек хәлгә еткәйне. Ниһайәт, булды шикелле, бәпес тауышы яңғыраны. Күп тә үтмәй, биләүләп алып килтереп тә еткерҙеләр үҙен. Шәфҡәт туташы тантаналы рәүештә баланы Асияға тоттормаҡсы булып:
– Ҡотлайым һеҙҙе, улығыҙ менән, – тип һуҙғайны ла, тегеһе һауалы, һалҡын торошона хас булмаған етеҙлек менән артҡа тайшанды:
– Мин... миңә түгел, һалығыҙ карауатҡа, ятып торһон.
Шәфҡәт туташы сәйерһенеүҙән ҡаштарын һикертте, шулай ҙа баланы махсус урынына урынлаштырҙы һәм «Таныша тороғоҙ», – тип сығып киткән булды.
Асия иҙән уртаһында аптырап баҫып тора бирҙе. Танауын таныш еҫ ҡытыҡланы. Бала саҡтан йәнде биҙҙергән, күңелдә ауыр хәтирә булып уйылып ҡалған әскелтем бер еҫ. Бәпес еҫе бит. Эйе шул, бәпәй еҫе. Кинәт ошо еҫтән, ошо еҫ сыҡҡан урындан сығып ҡасҡыһы килде. Бәләкәй генә йән эйәһе менән икәүҙән-икәү бер бүлмәлә ҡалыу уны ҡурҡытты. Ҡатын ипләп кенә ынтылып биләүҙәге сабыйҙың йөҙөнә ҡараны. Күҙҙәре йомоҡ, танау ҙа ауыҙ. Ауыҙы ла нимәлер эҙләп бер туҡтауһыҙ асыла ла асыла. Бына ул бер ни ҙә тапмағас, көсәнеп ҡыҙарҙы ла, тулап тороп илап ебәрҙе. Был тауыш Асияны бөтөнләй албырғатты. Ул нишләргә белмәй палатанан коридорға ташланды, унда ла туҡтай алмай баҫҡыстан аҫҡа йүгереп төштө лә, ишектәргә бәрелә-һуғыла тышҡа килеп сыҡты һәм ҡомһоҙланып, тәрән итеп һулап ебәрҙе.
– Нимә булды? Ни булды Ләйсәнгә? – ул арала ишек төбөндә кәлеп һуҡҡан Тәлғәт ҡатынын тотоп алып сепрәк ҡурсаҡ ише һелкетте, – Асия, ниңә өндәшмәйһең?
Саҡ үҙенә килгән ҡатындың йәне көйөп китте, иренең ҡулдарын яурындарынан йолҡоп алып һелкеп ебәрҙе:
– Нимә булһын – бала тыуҙы. Нимә елтерәтәһең мине?
– Бала нисек? Ләйсән ни хәлдә? Һин нишләп йүгереп сыҡтың һуң? – Тәлғәт үҙен дә, ҡатынын да тыңламай әллә.
– Мин ҡайҙан беләйем, ин дә ҡара.
Ир эскә йомолдо, ҡатын шундағы эскәмйәгә сүгеп тынып ултырҙы ла, устары менән битен ҡапланы.
Бәпәй йортҡа ҡайтты. Атай кеше улын ҡаршылап өйөн төҫлө шарҙар, сағыу таҫмалар менән биҙәтте. Бала инәсәк бүлмәне сынъяһау итеп зауыҡландырҙы. Махсус магазин хеҙмәткәрҙәре килеп иң сифатлы балалар мебелен, постель кәрәк-ярағын, арба-бәүеткестәрен, уйынсыҡтарын тултырҙы.
Бәпес үҙ ояһына инеп ятҡас, ул ҡатынын аш бүлмәһенә саҡырҙы, ниһайәт, икәүҙән-икәү ҡара-ҡаршы ултырышып алдылар. Тәлғәт ҡатынына иғтибар менән баҡты:
– Арыныңмы? – уның тауышы бәрхәттәй йомшаҡ, ҡайғыртыусан ине. Асияға был оҡшаны.
– Арымай әллә. Тегендә няня менән саҡ инем, бында яңғыҙым нишләрмен икән.
– Ял ал, бәпесле ҡатындарға оҙайлы ял бирәләр бит. Борсолма, яйлап өйрәнерһең, мин дә булышырмын, беҙ икәү бит, – хәбәренең аҙағына ирҙең ирекһеҙҙән ауыҙы йырылды, бындай һүҙҙәрҙе һөйләүе рәхәт ине шул уға. Тик уға яраған ҡатынына ярамай торған. Был юлы ла оҡшатманы:
– Ниндәй ял? Эш ташлатып мине өйгә бикләмәксеһеңме? Аҙна эсендә алйый яҙҙым. Һин ал ялды, атай булғың килде лә инде.
Тәлғәт ишеткәндәренә ышана алманы:
– Н-нисек м-мин?.. Бәпесте ҡатын кеше ҡарай инде, әсәй кеше. Мин уны имеҙә аламмы?
– Улай булғас няня яллайбыҙ, дауаханала ҡарашҡан ҡатынды саҡырайыҡ, яҡшы хаҡ түләһәк нишләп килмәһен.
– Асия!! Бәпәйгә әсәй кәрәк!
– Ул нимә айыра әле?! Тамағы туйып, аҫты ҡоро булһа булған! Бер-ике йәшкә етһә, теләһә ниндәй шәхси баҡсаға бирергә...
– Һин мине ишетмәйһең, ахыры, бер ниндәй няня ла, баҡса ла түгел, үҙебеҙҙең балаға үҙебеҙ әсәй һәм атай буласаҡбыҙ – аңлашыламы? – Тыныс итеп әммә теш араһынан ҡыҫып сығарҙы быларҙы Тәлғәт. Уның күҙҙәре яман яндылар, өҫтәл өҫтөндә ятҡан ҙур устары йоҙроҡ булып йомолдо. Ирен был хәлдә күргәне булмаған Асияға йомшаҡлыҡ күрһәтеүҙән башҡа сара ҡалманы:
– Һиңә бала кәрәк тип күпме тырыштым, рәхмәтең шулмы?.. Булып өлгөрмәгән нәмәнән әллә күпме проблема, – күҙ йәштәренә быуылып өҫтәл артынан тороп уҡ китте лә, күп тә үтмәй йоҡо бүлмәһенең ишеге «шап» итеп ябылды.
Тыныслыҡ китте өйҙән. Йоҡо китте. Бала йортта булғандарҙың береһенә лә тик ултырырға бирмәне. Тик ултырыу ғына түгел, иркенләп туйынып алырға ла форсат булманы. Улай итһәләр ҙә, былай итһәләр ҙә оҡшатманы. Әллә шешә һөтөн, әллә тотоуҙарын, әллә биләүҙәрен яратманы – белмәҫһең, ярһыны ла иланы, ярһыны ла иланы. Ир менән ҡатын сәстәрен йолҡор хәлгә етеп, буҙарып-күгәргән сабыйҙы бер-береһенән тартып алып үҙенсә бәүелткән, әүрәткән булды, тик файҙа оҙаҡҡа етмәне. Өсөнсө көн тигәндә инде, сабыйға ҡушылып Асия ла сеңләй башлағас, Тәлғәт үҙе шылтыратып дауаханалағы няняны саҡырҙы. Килде ҡатын. Бәпестең таш булып ҡатҡан ҡорһағына массаж яһап, улай итеп, былай итеп эс кенәһен бушаттырып алды, йылы һыуҙа ҡойондорҙо. Шунан бәләкәс тә имеп алып, иҙерәп йоҡлап китте. Шул минутында «атай» менән «әсәй» ҙә ике яҡҡа тәгәрәне.
Тик был бәхет оҙаҡҡа барманы. Белдекле апайҙың бында йәшәрлек мөмкинлеге булмай сыҡты. Яҡшы хаҡ вәғәҙә итһәләр ҙә, ул эшенән һәм уҡыусы балаларынан бүленә алманы. Уның урынына икенсе бала ҡараусы таптылар, ике көн түҙҙе лә уныһы ла сәбәп табып китте. Өсөнсөһө Тәлғәткә яраманы, сөнки уның ҡулында ла бала үҙҙәрендәгенән кәм шауламаны. Дүртенсеһе бәпесте йыуындырғанда һыу эсенә төшөрөп ебәреп саҡ тонсоҡторманы. Бишенсеһе... алтынсыһы… күптәре «бигерәк бәләкәй шул, исмаһам 5-6 айлыҡ булһа икән» тип баш тартты. Иң ахырҙа сабырлығын йыйып алып Асияның үҙенә сәңгелдәк янына баҫырға тура килде.
Унынсымы – ун бишенсеме көн (хәҙер инде ул көн-төндөң иҫәбен дә юғалтҡан), илап арыған сабый һыңҡылдай-һыңҡылдай йоҡлап киткәс, Асия аяғөҫтө баҫып тороуҙан быуындары ҡатҡан аяҡтарын саҡ өҫтөрәп, душ ҡойоноп алмаҡсы булып ванна бүлмәһенә юлланды. Үтеп барышлай, элекке ғәҙәтенсә, коридорҙағы оло көҙгөлә үҙенең сағылышына күҙ һалды. Һалды ла шаҡ ҡатты. Ҡаршыһында танымаҫлыҡ бер ҡатын баҫып тора ине. Юҡ, ҡатын түгел был. Был – кем тип атағанда ла ҡатын түгел. Һәр хәлдә Асия бынан бер нисә көн элек уны кем тигәндә лә «ҡатын» тимәҫ ине.
Ипләп кенә сикәләре эскә инеп киткән битен, йоҡоһоҙлоҡтан тартылып өңөрәйгән күҙ ҡабаҡтарын бармаҡ остары менән һыпырҙы. Ғүмер буйы маникюрҙа йөрөгән тырнаҡтарын Тәлғәт тәүге көн үк ашыҡ-бошоҡ ҡырҡтырып ташлатҡайны, бармаҡтары ла тоҡосланып, ғәрипләнеп ҡалғандай күренә. Башында прическа тигәндең әҫәре ҡалмаған, күптән тараҡ күрмәгән сәстәре нисек етте шулай ҡыҫтырылып, унан-бынан ҡойолоп төшөп тора. Өҫтөндә лә һөт еҫе, бала ҡоҫҡолоғо, һыҡраһы һеңгән сирыш халат…
Күҙ алдындағынан башы әйләнде Асияның. Был бит ул. Ул! Ҡасандыр бала сағындағы, бола донъяһында балаға батып ултырған әсәһе кеүек, анау һәпрә Гөлназ кеүек, бешмәгән Ләйсән кеүек… Юҡ! Юҡ, юҡ һәм тағы ла бер ҡат юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел! Асия улар түгел! Уның бындай йәмһеҙ, ҡарауһыҙ, йонсоу булғыһы килмәй! Ҡатын йән асыуға аяҡтарына элгән тәпишкәләрен осороп ырғытты ла, ваннаға йүгерҙе. Йәһәтләп өҫтөндәге сирҡаныс кейемен һалды. Фу-у! Әлеге еҫ – бәпәй еҫе. Ул эс кейемдәренә хәтлем генә лә түгел, тәнгә лә, сәстәргә лә һеңгән ине. Асия ашығып, тәнен тызып-тызып еҫле шыйыҡсалар менән ышҡырға, йыуырға кереште.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: