+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Май 2021, 13:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БӘПӘЙ ЕҪЕ Повесть Дүртенсе өлөшө

Ыңғай яуап алырын белә ине Асия. Бөгөн булмаһа иртән. Иртән булмаһа яҡын киләсәктә. Һәр хәлдә булыр ине ул яуап. Ыңғай. Һәм хаталанманы ла, тормошто яҡшы белә шул апайың. Бигерәк тә уның әсеһен.…Иң ҡиммәтле клиникала йөрөп тикшереү үттеләр. Аҡсаң булғанда һиңә берәү ҙә йөҙ сиреп ҡарарға ҡыймай икән дә. Матур йылмайып, яғымлы һөйләшеп, һәр теләгеңде үтәп кенә торалар. Тикшерелгәс бер аҙ дауаланыу алдылар. Унан төп процедуралар ойошторолдо.

-1- -2- -3- -4- -5- -6-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
БӘПӘЙ ЕҪЕ
Повесть
Дүртенсе өлөшө
Ыңғай яуап алырын белә ине Асия. Бөгөн булмаһа иртән. Иртән булмаһа яҡын киләсәктә. Һәр хәлдә булыр ине ул яуап. Ыңғай. Һәм хаталанманы ла, тормошто яҡшы белә шул апайың. Бигерәк тә уның әсеһен.
…Иң ҡиммәтле клиникала йөрөп тикшереү үттеләр. Аҡсаң булғанда һиңә берәү ҙә йөҙ сиреп ҡарарға ҡыймай икән дә. Матур йылмайып, яғымлы һөйләшеп, һәр теләгеңде үтәп кенә торалар. Тикшерелгәс бер аҙ дауаланыу алдылар. Унан төп процедуралар ойошторолдо.
Бик һағайышып, үҙ-ара һөйләшмәй тигәндәй һөҙөмтәләрҙе көттөләр. Тәлғәт борсолоуҙарҙан ҡартайып, ҡарайып китте. Йыш ҡына эштән ҡайтты ла ҡараштары менән Ләйсәнде эҙләне. Быны һиҙеп-күреп йөрөгән Асия «Һуҡты ла күпте түгел инде, Тәлғәт, кешеләр икенсе, өсөнсө мәртәбәлә генә саҡ уңышҡа өлгәшә. Сабыр итәйек», – тип ирен тынысландырырға тырышты.
Тынысландымы-юҡмы, һәр хәлдә ошо эштәр башланғандан алып ныҡ үҙгәрҙе ире. Элек ял көндәре генә күрешеп, уларында ла нимәлер менән мәшғүл булһалар, хәҙер ике күҙе өйҙә. Киске алтыла «тыҡ» итеп ҡайтып инеп тороуы етмәгән, төшкө ашҡа ла бында саба башланы. Үҙе бер буш ҡул булмай. Ике һыуытҡыс та лыҡа тулы икәнлекте белә тороп һаман да пакет-пакет аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш ташый. Һәм, әлбиттә, бәләкәс Сулпан өсөн мотлаҡ берәй нәмәһе була. Был «нәмә» башта гонаһһыҙ туңдырманан ғына башланһа, һуңғы көндәрҙә оло йомшаҡ уйынсыҡтарға, хатта ҡупшы күлдәктәргә барып етте. Асияға тәүҙәрәк иренең был ҡылығы үҙенә лә ирмәк булһа, тора-бара йәненә тейә башланы. Көнсөллөк бесәйе күңел итен үткер тырнағы менән сыйып ебәрҙе. Тик әлегә баш ҡайғыһы түгел. Әлегә башҡа мәшәҡәт беренсе планда. Әгәр ҙә процедураны ҡабатларға тура килһә...
Тура килмәне. Бер көн кис һуңлап ҡына кеҫә телефонына шылтыраттылар. Алып ҡараһа – Ләйсән. «Бәтәс! Ҡайҙа һуң ул был ваҡытта!?»
– Ләйсән, ҡайҙан шылтыратаһың? Һин ҡайҙа?!
– Өйҙә мин, өйҙә, Асия апай, шауламағыҙ, – йәш ҡатын шыбырлауға күсте. – Һеҙ ятманығыҙмы әле?
– Ятып йөрөйөм. Нимә булды, Ләйсән?
– Беҙҙең бүлмәгә инеп сыҡмаҫһығыҙмы икән, тик Тәлғәт ағай ишетмәһен йәме.
– Хәҙер.
– Ләйсәнме ул? Ни булған?! – Тәлғәт йыуынырға инеп барған еренән кире боролоп кейенә башлағайны ла, Асия ҡәтғи тыйып сығып китте:
– Тороп тор әле, бисәләр эшенә тығылып!
Барып инһә, Ләйсән диңгеҙ шикелле киң түшәгенең уртаһында аяҡ салып көтөп ултыра. Ҡыҙсығы көсөктәй генә булып йомарланып мышнай. Асия бер йоҡлап ятҡан сабыйға, бер ҡатынға күҙ һалды:
– Нимә булды, Ләйсән? Ҡурҡыттың...
– Ғәфү итегеҙ, Асия апай, һеҙҙең ваҡытығыҙ булғанды көтөп йөрөнөм дә... Һуң ҡайтаһығыҙ йә бөтөнләй өйҙә булмайһығыҙ кистәрен. Шуға шылтыратайым тинем, барып туҡылдатып торғансы.
– Йә... – Асия ике күҙен тултырып Ләйсәндең ауыҙына төбәлде, әйтерһең дә унан алтын ҡошсоҡ осоп сыға.
– «Йә» тип... ну... шул инде.
– Нимә «шул инде»?
Ләйсән апаһының аңышлығына аптыраны. «Нимәһен төшөнә алмай һуң ул?»
– Ауырлымын... мин.
Асияға көтөп ала алмай йөрөгәне артыҡ көтөлмәгәнсә булды. Ул карауат эргәһендәге тумбаға ултыра төштө. Унан ҡапыл ынтылып балаға тип ултыртылған һөттө күтәреп эсте лә, шунан ғына теленә килә алды:
– Т-точнымы?
– Точны. Үткән аҙнала уҡ тест алып ҡарағайным – күрһәтә. Уже билгеләре лә һиҙелә, токсикоз башланмаҡсы.
– Тә-әк... Тә-әк. Былай булғас – булды! Булды! – Тороп устарын ыуалап бүлмә буйлап үтте, сыҙамай сәпәкәйләп ебәрҙе. – Булдырҙыҡ бит былай булғас, Ләйсән! Туҡта, Тәлғәт ағайыңа һөйөнсөләйем әле!
Артынан ишек ябылып өлгөрмәне кире килеп инде һәм:
– Маладис, Ләйсән! «Бишле» һиңә! Иртәгә врачҡа барырбыҙ, ҡалған инструкцияларҙы алырбыҙ. Инде аша, ял ит, йоҡла – һинең эшең хәҙер шул, – тип сығып та китте.
Ошо көндән, дөрөҫөрәге ошо кистән һуң был өйҙә бер нәмә лә элекке кеүек була алмай ине инде. Һәр хәлдә Асияға шулай тойолдо. Хәҙер уларҙың йәшәү рәүеше, уй-хыялы, маҡсаттары, хатта тын алышы ла икенсе. Хәҙер уларҙың бөтәһен бергә туплаған, нығытып бәйләп ҡуйған сәбәп – буласаҡ бәпес бар. Әлбиттә, әлегә «бәпес» тигәндең бары тик атамаһын ғына ҡабул итә, аңлай кеүек ул, ә асылын... уныһы хаҡында... уныһы инде икенсе мәсьәлә.
Ләйсәнде баштан-аяҡ иғтибар үҙәгенә әйләндерҙеләр. Бигерәк тә Асия апаһы. Нимә ашай, нимә кейә, нисәлә йоҡларға ята ла, ниндәй көйҙәр тыңлай. Хәҙер быларҙың барыһы ла тик ныҡлы күҙ-ҡолаҡ аҫтында. Әле ҡасан ғына уның нимә ашау түгел, ҡайҙа барып баш терәре менән дә ҡыҙыҡһынған әҙәм юҡ ине. Бөгөн килеп, түшәге ҡаты йәки итеге уңайһыҙ була күрмәһен, имеш.
Йөклөлөк тә үҙенекен итте, йәш ҡатын ваҡыты-ваҡыты менән тиккә юҡтан көйһөҙләнде, әле илағыһы килде, әле сәбәпһеҙгә генә көйөнөп китте. Иртәнге уҡшыуҙар, хәлһеҙлек, еҫтәрҙе күтәрә алмау, аҙыҡ һайлау уның былай ҙа ҡаҡса йөҙөн аҡ ҡағыҙ төҫөнә индерҙе. Етмәһә, әсәһенең башын икенсе нәмә биләгәнде һиҙенгән ҡыҙсығы ла ризаһыҙлығын һиҙҙереп мыжыҡланды. Һуҙылып төшөп ятҡан әсәһен йә тышҡа сығайыҡ, йә уйнайыҡ, тип тартҡылап торғоҙҙо, үсегеп, илап сығырынан сығарҙы.
Был хәлдәр Асияға оҡшаманы. Бигерәк тә баланың был йортта бар икәнлеген белдереп тауышын сығарыуы. Бигерәк тә шул ҡыҙҙы тынысландырам тип иренең йүгермәләп йөрөүе. Нисек инде, уның өйөндә бер бармаҡ башындай бала үҙ хоҡуҡтарын булдырып ултыра ала? Был мәсьәләне йәһәт кенә хәл итә һалырға кәрәк ине. Һәм хәл итте лә Асия. Тиҙ арала шәхси балалар баҡсаларының берәүһе менән бәйләнешкә инеп килеште лә, Ләйсәндең ауыҙын да астырмаҫтан, Сулпанды елтерәтеп алып барып та ҡуйҙы. Өйҙән «уйнарға» тип кенә сығып китән сабый, ят урынға барып ингәс, ниҙер һиҙенеп инәйенә һырынғайны ла, тегеһе сат йәбешкән кескәй ҡулдарҙан итәген һыпыра тартып алғас, күҙҙәрен селт-селт йомғолап иларға ла ҡурҡып ҡатып ҡалды. Шуның менән был еңмештең яҙмышы хәл ителде лә.
Хәҙер өйҙә тыныслыҡ урынлашты һымаҡ та. Ләйсәндән башҡалар өсөн. Уға иһә киреһенсә, йәненән тыныслыҡ китте. Сулпанының күҙҙәрендә нур һүрелгәнен, һулып, бошоноп киткәнен күрмәйме ни ул. Быға тиклем көн-төн күҙ алдында ғына булған сабыйының да аңлайышһыҙ айырылышыуҙан, әсәһен һағынып зарығыуҙан, сит балалар, ят апайҙар менән аралаша алмай аҙапланыуҙан шаңҡып ҡалғанын аңламаймы ни. Етмәһә апаһы: «Һинең шылтыратыуыңдан ҡоро зыян ғына булыр, бушҡа борсома баланы ла, тәрбиәселәрҙе лә», – тип баҡсаның телефон номерын да бирмәне, йәнәһе, кәрәк булһа уға сығасаҡтар. Үҙенә шылтыратһа, «Уға унда ни булһын, ашай ҙа уйнай, һин лучше үҙеңде ҡара», ти ҙә ҡуя. Ултыра бына сабыйының хәлен дә белә алмайса. Тик бер хәл генә лә итә алмай. Хатта, ана бит, кескәй Сулпан да Асия инәйгә ҡаршы тороп булмаҫты төшөнә – күнә.
Тик әсә күңеле һиҙмәй буламы инде. Бушҡа булмай сыҡты Ләйсәндең йөрәге һыҙлауы ла. Бер көн өй телефонына шылтыраттылар, ғәҙәттә ул телефондың тереме-юҡмы икәнлеге лә беленмәй ине, күрәһең эшләй. Алырғамы-юҡмы тип икеләнһә лә, үтә лә ярһып ҡат-ҡат зыңлағас трубканы күтәрҙе.
– Алло? Алло? Лесная ун өсмө? – теге остағы ҡатын-ҡыҙ тауышы сабырһыҙ.
– Эйе.
– Был балалар баҡсаһынан. Һеҙ ҡалдырған номерҙы алдыра алмайбыҙ, адрес буйынса ошо телефонды саҡ таптыҡ.
– Ә нимә булды? – Ләйсән һағайҙы.
– Балағыҙ ауырыны, скорый менән дауаханаға алып киттеләр...
– Нисек?..
– Беҙ бит һеҙгә әйтә килдек, бала аралаша алмай, йүнләп ашамай, һөйләшмәй тип. Бөгөн бына йөрөнө-йөрөнө лә ҡоланы ла ҡуйҙы. Бында врач юҡ, медсестра ғына...
Ләйсәндең аңлатмалар тыңлап торор хәле ҡалманы, ул сәсәй яҙып трубкаға ҡысҡырҙы:
– Ниндәй дауаханала?! Ниндәй?!!
Яуапты ишеткәс тә трубканы шапылдатып һалды ла, шунда уҡ халат кеҫәһендәгеһенән Асияның исемен таба һалып баҫты. Тик унан моңһоҙ тауыш менән «Абонент не доступен» тинеләр. Нишләргә? Такси! Туҡта!.. Ләйсән өҫкә, бүлмәһенә йүгерҙе. Асия апаһының ҡәтғи тыйыуҙарын онотоп, ике баҫҡысты бер итеп үргә һикерҙе. Халатының аҫҡы төймәләре атылып осто хатта. Карауат эргәһендәге тумба тартмаһын аҡтарып сығарып, ҡағыҙ битенә яҙып ҡуйылған һандар теҙмәһен ҡалтыранған бармаҡтары менән телефонында йыйҙы ла, теге яҡтан «Әү, Ләйсән?..» – тигәнде ишеткәс тә ебеп төштө: «Тәлғәт аға-ай...»
Кискә Тәлғәт менән Асия араһында етди генә тауыш ҡупты.
– Ниңә һин бисәләр эшенә тығылаһың?! Кем һораған һинән?! Минең тырышлығымды юҡҡа сығарырға шәпһең инде!
Күп осраҡта өндәшмәй ҡалырға күнеккән Тәлғәттең дә был юлы ниңәлер яуапһыҙ ҡалғыһы килмәне:
– Һинең хеҙмәтең кеше балаһын интектереүме? Ҡыҙыҡай зарығыуҙан иҫен юйған, һарғайыуҙан, аңлайһыңмы шуны?
– Бармаҡ башындай баланың капризына юл ҡуяйыҡмы?! Бәлки, ул иртәгә әллә нимәләр талап итер!
– Балаға бары әсәһе кәрәк – шул ғына!
– Бөгөнгө көндә садик табыу еңелме?! Ниңә минән бер монстр яһайһығыҙ?! Ул бит өйҙә көнө буйы әсәһенә тағылып йөрөп уны йонсота! Һиңә һау бала кәрәкмәйме ни?! – Асияның артҡа сигенер иҫәбе юҡ.
– Кемдең икенсе бала табам тип беренсеһен сығарып ташлағанын күргәнең бар? Үҙебеҙҙе нисек үҫтерҙеләр һуң, миңә өс йәштә ҡустым әсәйҙең ҡулында, өсөнсөбөҙ ҡорһаҡта булған. Кем әйтмешләй, үҙ йөгөң ауыр булмай ул, – Тәлғәт, шуның менән һөйләшеү тамам икәнлекте белдереп, бүлмәнән сығып уҡ китте.
«Тегеләр янына инде, шул еңмеште әпәүләргә...»
Ошо хәлдән һуң Асия Ләйсәндәр менән йөрөүҙең күп өлөшөн иренең елкәһенә һалырға тырышты. Тәлғәттең ҡайһы ваҡыт «һуң, эштәмен бит» тиеберәк ебәреүҙәренә шунда уҡ «Минең тырышлыҡты һанламайһығыҙ бит» тип кенә ҡуйҙы. Шунлыҡтан хәҙер ир кешегә йәш ҡатынды табипҡа, дауалау үҙәктәренә һәм ҡатыны уйлап тапҡан тағы әллә нисә төр шифалы гимнастика кеүек юҡ-барға алып барып, алып ҡайтып ҡуйырға тура килә. Уларҙан тыш йыш ҡына бергәләп театр-концерттарға, циркка, ял парктарына йөрөйҙәр. Әлбиттә, бындай сәйәхәттәргә Асия ҡушылмай, уның мөһимерәк, файҙалыраҡ эштәре бар.
Бер көн шулай ял көнө төшкә ҡарай ғына йоҡонан торҙо ла, тегеләрҙең юҡлығынан файҙаланып иркенләп ултырып кофе эсеп алғас, аҙна башында уҡ яҙылып ҡуйған солярийға барып килмәксе булып сығып машинаһын йылыта ине. Сырҡ-сырҡ иткән тауыштарға әйләнеп ҡараны ла, Сулпанды ике яҡтан етәкләп яй ғына атлап һөйләшеп килгән Ләйсән менән Тәлғәтте күреп бер аҙға телһеҙ ҡалды хатта. Юҡ, уларҙы беренсе тапҡыр бергә күреүе лә түгел. Бары тик ошо бөтөнлөк, идиллия күренешенән. Оҙон, мөһабәт кәүҙәле, йөҙөнә олпатлыҡ сыҡһа ла әле сәстәренә сал инмәгән күркәм ир янында йәш, һөйкөмлө ҡатын, етмәһә ауыры ла беленеп, үҙен тағы ла серлерәк, яғымлыраҡ итеп торғандай. Урталарында кескәй бала турғайҙай сорлап, көлә-шаяра һикрәңләп килә. Ире – Тәлғәте, әйтерһең, ғүмер буйы йәшәгән ҡатыны менән тиерһең, ауыҙын йыйып ала алмаҫтан әллә нимә һөйләй, йөҙөндә сағылған нур, күҙҙәрендәге осҡондар әллә ҡайҙан балҡып килә.
Ә бит уларҙың, үҙҙәренең, ошолай иртәләп, яйлап, бергәләп йөрөгәндәре юҡ та инде. Етмәһә, бала менән... Асияның йәнен әлеге таныш көнсө бесәйе бер тырнағы менән генә сыйып ебәрҙе лә, йөрәгенә асыу ҡатыш ҡан һауҙы.
Килеүселәр ҙә етәрәк машина эсендәге Асияны аңғарҙылар. Ләйсән ҡыҙын уртанан үҙ яғына күсереп етәкләне лә, башын баҫып, шыбырлап ҡына тигәндәй «Һаумыһығыҙ», – тип үтеп китте. Тәлғәт иһә ирәйеп әҫәрләнеп тора бирҙе. Асия ла былай ғына ҡуҙғалып китә алмай ине. Юҡҡа ҡыуанып тормаһын әле.
– Нимә? Ғәиләңде прогуливать итәһеңме таңдан? – машина быялаһын төшөрөп шулай тип мыҫҡылланы ул ирен.
Тик тегеһенең иҫе китерҙән түгел, илһамланып бөрөгә бүрткән ағас суҡтарын ҡарашы менән иркәләй:
– Беренсенән, инде төш етеп килә, икенсенән, мынауындай матур ялда ысынлап ғаилә менән йөрөргә кәрәк, ә красота салондарында сабырға түгел. – Унан кинәт ҡарашын ҡатынына төшөрҙө, – төш тигәндән, төшкө аш ашатҡан кеше булырмы икән бөгөн?
Асияға етә ҡалды:
– Ана, «ғаиләң» ашатһын! – тип ыҫылданы ла ҡуҙғалып китте.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: