-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Май 2021, 12:04

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Дүртенсе өлөш

Рәмзилә, һүҙҙе нимәнән башларға белмәй, күпмелер тын торҙо. – Йә, һөйлә, нимә кәрәк? – тине Вәзир, ҡайҙалыр ҡабалана, күрәһең. – Кисә атайыңа әйтеп торманым, – тине Рәмзилә, – тәүҙә һинең менән кәңәшләшергә булдым. – Дөрөҫ эшәләгәнһең, – тине егет һауалы ғына. – Тәүҙә минән башла, атайҙы юҡ-бар менән мәшәҡәтләмә, уның эше былай ҙа күп. – Улайһа, һиңә әйтәйемме? – Әлбиттә, минән башла. Был ҡырмыҫҡа ояһында минән башҡа тағы яҡын кешең бармы ни? Мине иң яҡын дуҫың һәм кәңәшсең тип иҫәпләй алаһың. Рәмзилә тәүәккәлләне: – Ҡыҙыҡайға исем ҡушырға, шунан исем ҡағыҙы алырға кәрәк икән. Унда “атаһы” тигән графа бар, мин кемде яҙырға белмәйем.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Дүртенсе өлөш

Рәмзилә, һүҙҙе нимәнән башларға белмәй, күпмелер тын торҙо.
– Йә, һөйлә, нимә кәрәк? – тине Вәзир, ҡайҙалыр ҡабалана, күрәһең.
– Кисә атайыңа әйтеп торманым, – тине Рәмзилә, – тәүҙә һинең менән кәңәшләшергә булдым.
– Дөрөҫ эшәләгәнһең, – тине егет һауалы ғына. – Тәүҙә минән башла, атайҙы юҡ-бар менән мәшәҡәтләмә, уның эше былай ҙа күп.
– Улайһа, һиңә әйтәйемме?
– Әлбиттә, минән башла. Был ҡырмыҫҡа ояһында минән башҡа тағы яҡын кешең бармы ни? Мине иң яҡын дуҫың һәм кәңәшсең тип иҫәпләй алаһың.

Рәмзилә тәүәккәлләне:

– Ҡыҙыҡайға исем ҡушырға, шунан исем ҡағыҙы алырға кәрәк икән. Унда “атаһы” тигән графа бар, мин кемде яҙырға белмәйем.

– Ғәжәпләнмәйем-ғәжәпләнмәйем, – тине егет. – Ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған, тиҙәрме әле?

– Етәр, – тине Рәмзилә ҡаты ғына итеп, – мине кәмһетмәй, мәсхәрәләмәй генә һөйләшә алаһыңмы?

Шундай ҡаты итеп әйтте, хатта Вәзир бер килке өнһөҙ ҡалды.

– Һин тамам үҙгәргәнһең түгелме? – тине ул, көс-хәл менән иҫенә килеп. – Ҡара һин уны! Шым ғына йөрөй ине. Мин уны йыуаш ҡына тиһәм... Кем өйрәтте һине былай һөйләшергә?

– Ана, “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай” тигән киноны хәтеләйһеңме? Уҡытыусыларым шәп булды, тинеләр. Миңә лә шулай тип әйтергә генә ҡала. Һин өйрәттең мине, һинән өйрәндем ошолай һөйләшергә.

– Туҡта, тыныс ҡына һөйләшеп булмаймы?

– Әле минән дә тыныс һөйләшкән кеше юҡ. Һинең сабыйыңдың яҙмышы хәл ителә. Мин уның тыуыу тураһындағы таныҡлығына ысын атаһының исемен яҙҙырырға теләйем. Атаһы яҡшымы-насармы, мөһим түгел, бәлки, бик һәйбәт кешелер. Йә һинең һымаҡ берәй, нисек йомшағыраҡ әйтергә, ләззәтләнеү тураһында ғына уйлап йөрөгән хайуандыр. Ул ғүмер буйы минең ҡыҙымды оҙатып йөрөйәсәк. Кемдең балаһы? Шуның балаһы. Атайың мине бына тигән ҡаршы алды, хатта күҙҙәре йәшләнде. Ә һин үҙеңдең ҡыҙыңды күрергә лә теләмәйһең.

Рәмзилә, йәне көйөп, телефонын һүндереп үк ҡуйҙы. Ярай, бәлки, атаһы менән һөйләшергә тура килер.

Вәзир исем өсөн бер шылтыратып ҡараны ла, Рәмзилә яуап бирмәгәс, иптәштәре янына төнгө клубҡа ашыҡты. Бөгөн атаһының улының банк картаһына аҡса төшөрә торған көнө. Эш сәғәте бөттө, йома. Атаһынан килгән транш хужаһының берҙән-бер улының был аҡсаны туҙҙыра башлауын күптән көтәлер.

Төнгө клубта уның әшнәләре, ҡыҙҙар һәм егеттәр, уны күреп ҡалыу менән, уны маҡтап-йәүкәләп, эргәһенә йыйылды. Вәзир эре генә итеп картаны өҫтәлгә ташланы.

– Ҡыҙҙар, егеттәр, бөгөн мин үҙемде ғүмерем буйы оҙатып йөрөйәсәк бәләнән ҡотолдом. Унан ҡотолоу ентекләп һәм ситфатлы йыуыуға мохтаж. Нимә кәрәк, өндәшегеҙ. Официант ҡайҙа?

Унлап ҡыҙ һәм егет кемуҙарҙан Вәзирҙе маҡтай-маҡтай йәтеш кенә итеп һауа ла башланы. Официант өҫтәл янына килеп эйелде, заказды йыйып бөтөр-бөтмәҫ ҙур түңәрәк өҫтәлгә ризыҡ-ниғмәттәрҙе ташый ҙа башланылар. Түшәмгә шампан шарабы бөкөләре атылды. Ҙур ҡорһаҡлы шешәлә виски күренде, деликатестар теҙеп сыҡтылар.

Таныш официант, картаны алып, буфет артында юғалыуға Вәзирҙең яҡын тип иҫәпләнгән әшнәләренең берәүһе тост әйтә башланы.

– Бында уҡығанда иң ышаныслы дуҫың кем тип һораһалар, мин егерме-утыҙ йылдан һуң да Вәзир Йәмилев, йәғни Вәзир Урал улы Йәмилев тип әйтәсәкмен. Уның һымаҡ йомарт кешене табыу ҡыйын. Ул йомарт ҡына түгел, кеселекле һәм кешелекле лә. Йәшәһен Урал улы Вәзир!

Әлеге тост күрше өҫтәлдәгеләрҙе лә дәртләндереп ебәрҙе. Барыһы ла һикереп торҙолар һәм кәсәләрҙе сәкәштерҙеләр (“Һәнәк” эсеүгә ҡаршы – ред.).

Борсоулы йөҙлө официанттың буш ҡул менән Вәзир эргәһенә килеп эйелеүе кешеләрҙе һағайырға мәжбүр итте.

– Нимә бар? Оҙаҡлайһың, – тине Вәзир тупаҫ ҡына, – күрмәйһеңме ни, тиҙ бул, халыҡ асыҡҡан.

– Ун ике кешегә заказ алдым, – тине официант уңайһыҙланып ҡына. – Ун алты мең һумлыҡ заказ ҡабул ителде, ете мең һумлығын ошонда өҫтәлгә килтерҙем. Был иҫәпкә һыра, шампан шарабы, виски индерелмәне әле. Ләкин һеҙҙең картағыҙҙа бер тин дә аҡса юҡ.

Вәзир урынынан һикереп торҙо.

– Булмаҫ! Булыуы мөмкин түгел! Килтер әле, үҙем ҡарайым.

– Бындай осраҡта карта клиенттың ҡулына кире бирелмәй. Һаҡ хеҙмәте шулай ҡуша. Әгәр мөмкин булһа, директорға мөрәжәғәт итегеҙ.

– Ә директор ҡайҙа?

– Ана, мөйөштә һеҙгә ҡарап тора.

Директор береһенән-береһе ҡалыныраҡ кәүҙәле дүрт тән һаҡсыһы менән Вәзирҙең өҫтәлен күҙәтә ине. Егет йүгереп уның эргәһенә барҙы.

– Беләм, әйттеләр. Һин, егет, саманы юғалтҡанһың, беҙҙе алдарға уйлағанһың. Бына ағайҙарың менән беҙҙең кабинетҡа үт.

Һаҡсылар Вәзирҙе уртаға алдылар ҙа егетте директор бүлмәһенә алып инеп киттеләр. Вәзирҙең әшнәләре, хәлдең шыпа насарайыуын һиҙеп, шым ғына тарала башланы.

Вәзирҙе, директор кабинетына ингәс, ҡараңғы мөйөштә шап та шоп килеп кәрт һуҡҡан кешеләр ҡаршы алды.

– Нимә булды? – тине кәрт уйнаусыларҙың береһе ҡурҡыныс тауыш менән.

– Ваҡ-төйәк, – тине һаҡсыларҙың береһе. – Аҡсаһыҙ ғына ашап-эсеп ҡасырға уйлаған.

Кәрт уйнаусылар дүртеһе лә боролоп Вәзиргә ҡараны. Уларҙың ҡарашы бер изгелек тә вәғәҙә итмәй ине.

– Алдарға теләүселәр табылып тора, – тине кәрт һуғыусыларҙың береһе. – Хөкүмәт, халыҡтың йәшәү кимәле яҡшыра, ти. Ысынында иһә ресторанда бер ашап-эсеүҙе лә түләй алмайҙар.

Тик шунда ғына Вәзир бик уңайһыҙ хәлгә тарыуын аңланы.

– Шылтыратырға мөмкинме? – тине ул һаҡсыларҙың өлкәнерәк күренгәненә ҡарап.

– Кемгә шылтыратаһың? Адвокатҡа булһа, файҙаһы юҡ.

– Атайыма шылтыратам, – тине Вәзир.

Һаҡсы өндәшмәне, ризалығын белдереп, баш ҡаҡты.

Вәзир бик оҙаҡ шылтыратты. Шылтыратҡан һайын һаҡсылар асыуланып уға ҡарап ҡуйҙы. Ниһайәт, атаһының арыған тауышы ишетелде.

– Тыңлайым, улым, – тине ул ҡоро ғына.

– Атай, беҙ бында төнгө клубҡа килгәйнек. Сәй эсеп алырға ине. Түләйем тиһәм, картала аҡса юҡ. Беләм, эшең күп, арығанһыңдыр, онотҡанһыңдыр, ләкин һин бөгөн аҡса күсерергә тейеш инең.

– Эйе, улым, тейеш инем. Хәҙер һиңә ул аҡса килмәйәсәк.

– Нисек килмәй, мин бит һинең улың.

– Минең улым ҙур үҫте, – тине атаһы. – Хатта уның ҡыҙы бар, ул хәҙер атай кеше.

– Нисек атай кеше, нимә бушты һөйләйһең, атай?

– Ә бушты һөйләгәс, ниңә атайыңа шылтыратаһың?

– Ғәфү ит, атай, мин яңылыш әйттем. Миңә тиҙ арала ун алты мең аҡса кәрәк.

– Ун алты мең!? Баяғы сәйгә ун алты меңме? Нисә кешегә ул?

– Үҙем менән ун ике ине, атай. Атай, һин мине иптәштәрем алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙың.

– Мин һине, улым, уңайһыҙ хәлгә ҡуйманым. Һин үҙеңде-үҙең уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙым. Мин һиңә аҡса биреүҙе туҡтатам. Бөгөндән ошо аҡса һинең ҡыҙыңды үҫтереүгә китеп торасаҡ. Төшөндөңмө?

– Төшөндөм, ләкин, атай, шуны бел: минең ҡыҙым юҡ.

– Ә һин, улым, ҡыҙыңды күрҙеңме?

– Ә ниңә миңә уны күрергә? Ауырға ҡалдым, тигәс тә мин уға аҡса бирҙем. Бармайым, ҡурҡам, тине. Минән бурыс төштө, атай, хәҙер үҙ көнөн үҙе күрһен.

– Аңлашылды, – тине атаһы. – Тимәк, һин үҙеңдең ҡыҙыңдан баш тарттың. Ә мин ҡыҙыңды барып күрҙем. Бынан егерме ике йыл тыуғанда һин тап шундай инең.

– Ярай, атай, был мәсьәләне һуңынан асыҡларбыҙ. Әле әйт, һин миңә аҡса бирәһеңме, юҡмы?

– Һин, улым, аҡса һорай белмәйһең. Бәләкәй сағыңда магазинда үҙеңә оҡшаған уйынсыҡты алып биреүҙе талап иткән һымаҡ, һорап түгел, тартып алырға самалайһың. Әле минең ваҡытым юҡ, улым, шуны ғына әйтәм, аҡса юҡ, бүтән булмаясаҡ.

Атаһы шунда уҡ бәйләнеште өҙҙө. Вәзир әсәһенә шылтыратырға тотондо.

– Әсәй, мин бик ауыр хәлдә ҡалдым, әсәй.

– Уй, балаҡайым, әллә аварияға эләктеңме, нимә булды?!

– Юҡ, әсәй, атай мине алданы. Бөгөн аҡса күсерергә тейеш ине, күсермәй, баш тарта. Теге ни... ҡыҙыңды аҫрауға тотонасаҡмын, ти.

– Уф, балаҡайым, ҡотомдо осорҙоң. Күпме кәрәк, хәҙер үҙем күсерәм.

– Егерме мең, әсәй, егерме мең!

Эргәләге һаҡсы ауыр ҡулын Вәзирҙең яурынына һалды. Вәзир уға боролдо.

– Егерме мең плюс ун мең штраф, йәмғеһе утыҙ мең.

– Ниндәй утыҙ мең? Заказ ун алты мең һумлыҡ ине.

– Ҡалғаны клубты алдарға тырышҡаның өсөн штраф.

– Әсәй, утыҙ мең, юҡ, утыҙ бер мең һум!

– Аһ, балаҡайым, ул тиклем аҡсаны ҡайҙан алырмын икән?

Кискә эш сәғәте бөтөр алдынан Уралға Рәмзилә ҡыҙы менән урынлашҡан фатирҙың адресын килтереп бирҙеләр. Бындағыларҙың күрше райондағылар менән бәйләнеше бар икән. Фатир адресын шуларҙан алғандар.

Урал, ҙур магазиндарҙың береһенә инеп, байтаҡ ҡына аҙыҡ-түлек һатып алды һәм водителенә билдәле адрес буйынса барырға ҡушты. Өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп, ишек ҡыңғырауына баҫыуға ишек асылып китте һәм Нәғимдең шат йөҙө күренде. Шат йөҙҙөң эйәге күҙ алдында аҫҡа һалынып төштө.

– Һаумыһығыҙ! Хәйерле кис, – тине Урал.

Нәғимдең нимәлер мөңгөрләгәне ишетелде.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: