-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Май 2021, 17:17

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Алтынсы өлөш

– Вәзир, мин һинән үтенеп һорайым. Минең бәхетемә ҡамасаулама, – тип инәлде ҡатын. – Әһә! Һин минән башҡа ғына бәхетле булырға йөрөйһөңме? Не получится! Һин минең намыҫыма тейҙең! – Теләйһеңме, мин хәҙер ғәфү үтенәм һинән? – Кәрәге юҡ, – тине Вәзир. – Иртәрәк уйларға кәрәк ине! Теге төн клубта мәсхәрәгә ҡалып, бер ҙә юҡтан штраф түләп, иптәштәре алдында кәмһетелгән егеттең кемде лә булһа ғәйепле итеп, үс алыу теләге һүнмәгәйне әле. Бына, форсаты сыҡты. Хәҙер ул ошо ҡатындан оятҡа ҡалғаны өсөн үс аласаҡ. Тик быны нисегерәк итеп тормошҡа ашырырға?


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Алтынсы өлөш

– Вәзир, мин һинән үтенеп һорайым. Минең бәхетемә ҡамасаулама, – тип инәлде ҡатын.

– Әһә! Һин минән башҡа ғына бәхетле булырға йөрөйһөңме? Не получится! Һин минең намыҫыма тейҙең!

– Теләйһеңме, мин хәҙер ғәфү үтенәм һинән?

– Кәрәге юҡ, – тине Вәзир. – Иртәрәк уйларға кәрәк ине!

Теге төн клубта мәсхәрәгә ҡалып, бер ҙә юҡтан штраф түләп, иптәштәре алдында кәмһетелгән егеттең кемде лә булһа ғәйепле итеп, үс алыу теләге һүнмәгәйне әле. Бына, форсаты сыҡты. Хәҙер ул ошо ҡатындан оятҡа ҡалғаны өсөн үс аласаҡ. Тик быны нисегерәк итеп тормошҡа ашырырға?

Әсәйҙәр араһынан кемдер шылтыратҡан, күрәһең. Өйҙәр араһынан полиция автомобиленең килгәне күренде.

– Бар, кит, Вәзир, ана һинең артыңдан киләләр, – тине Рәмзилә. – Мин һине белмәйем, тип әйтермен.

– Минең өсөн борсолма. Былар нисек килһә, шулай уҡ китеп барыр.

Тап шулай булды ла. Тәүҙә полицейскийҙар ҡара иномарканың номерына ҡарап торҙолар, ҡайҙалыр шылтыратып та алдылар. Аҙаҡ йыуаш ҡына итеп машина эргәһенә килделәр.

– Ҡыйыуыраҡ, егеттәр, ҡыйыуыраҡ, – тине ул машинаһының тәҙрәһенән генә һәм документтарын һондо.

Полицейскийҙарҙың береһе иномарка водителенең документтарын ҡарап бер аҙ тапанып торҙо ла, аҙаҡ ҡайҙалыр шылтыратып алды. Автомобиль рацияһы нимә тураһындалыр өҙөк-һурыҡ күрһәтмәләр яңғыратҡас, Вәзиргә документтарын тотторҙолар ҙа, ары киттеләр.

– Йә, күрҙеңме инде, – тип хихылданы Вәзир. – Минең полицайым мине һаҡлай, тиһеңме? Йә, тиҙ бул, ултыр.

Түҙмәне Рәмзилә, телефонын алды ла, шылтырата башланы.

– Иреңә шылтыратаһыңмы? Ауылдан ҡасып киткән механизаторғамы?

– Алё! Урал ағай! Урал Булатович! Һеҙҙе борсорға мөмкинме? Был – Рәмзилә ине. Һеҙҙең менән ошо арала осрашып булмаҫмы икән?

Ҡара иномарка тиҙ генә боролдо ла, сыйылдап, сығып та китте. Янған резина тәгәрмәс еҫтәре генә тороп ҡалды.

– Нимә булды? – тине Урал ағай.

– Юҡ, бер нимә лә булманы. Теге көн мин һеҙгә рәхмәт әйтергә онотҡанмын.

– Туҡта, ҡыҙым, һиңә нимәлер булған. Унда кем бар? Әллә Вәзир килдеме? Һин миңә дөрөҫөн һөйлә. Әгәр килһә, ҡыуып ебәр. Яҡын да юламаһын!

– Эйе, Урал ағай, Вәзир килде лә, мине ҡурҡытып алып китергә итә.

– Һин унан ҡурҡма, ҡыҙым. Мин һинең яҡлы. Һине ярҙамымдан ҡалдырмам. Саҡыр әле Вәзирҙе, телефоныңды бир.

– Ҡасты ул, – тине Рәмзилә. – Мин һеҙгә өндәшеү менән китеп барҙы.

Бөгөн кис Урал өйөнә иртәрәк ҡайтты. Вәзир һаман атаһының да, Рәмзиләнең дә башын әйләндерә. Әсәһе шуға ышанып йөрөй. Вәзирме һуң инде шул етем ҡыҙға өйләнә торған кеше? Ҡайтһа, Вәзир әсәһе менән залда һөйләшеп ултыра. Уралды күргәс, икеһе лә тымдылар.

– Кәңәшмәгә ҡушылырға рөхсәт итегеҙ, – тип шаяртты Урал. – Бәлки минең дә кәрәгем тейер. Ни әйтһәң дә, мин – һинең ирең, улымдың атаһы. Әйҙәгеҙ, бергәләп кәңәшләшәйек. Вәзир, һиңә һорауым бар. Һин Рәмзиләне ни өсөн эҙәрлекләйһең?

Улы урынында һикереп ҡуйҙы, ярҙам эҙләгәндәй, әсәһенә ҡараны.

– Бына, әсәй, ишет. Мин үҙем яратҡан ҡатынға өйләнергә, ҡыҙыма атай булырға теләйем. Ә атайым нимә һөйләй?

– Урал, Урал Булатович, һин бик бик аҡыллы, төптән уйлап хәл итә торған кеше, – тине ҡатыны. – Беҙ икебеҙ ҙә беләбеҙ, беҙҙең улыбыҙ ҡайһы ваҡыт хаталанды. Хәҙер ул бөтөнләй икенсе төрлө уйлай. Уға аҡылға ултырырға ваҡыт. Әйҙә, беҙ уны яратҡан ҡатынына өйләндерәйек тә, тынысландырайыҡ.

Урал уйға ҡалды. Был егет әсәһен тамам ышандырып алған. Әсәһе улына ышана. Урал белә: әгәр Сәимә ышанған икән, уны кирегә күндереүе ҡыйын, хатта мөмкин булмаған эш. Кисә нимә һөйләп тора? “Мин, – ти, – һинең һымаҡ, Вәзирҙең сабыйын күрергә теләйем”, – ти. Урал үҙе лә уйға ҡалды. Ҡатынының, улының йөҙөнә ҡараны. Юҡ, был икәү ипкә килерлек түгел. Нисек кенә булмаһын, уларҙы тынысландырырлыҡ ҡарар ҡабул итергә тура килмәгәйе. Әлбиттә, был осраҡта иң анһаты – өйләндер ҙә, башҡа сығар ҙа, ситтән генә ҡарап тик йөрө. Йәки матди ярҙам күрһәт.

– Уйларбыҙ, – тине Урал битараф ҡына. – Үҙегеҙ беләһегеҙ, Рәмзилә үҙенә иш табып, бик ҡәнәғәт йәшәп ята.

– Һуң, атаһы, ул егетте бит һин килтергәнһең, тинеләр. Һин бында килтергәс, ҡайтарып ебәреү ҙә һинең өҫкә төшә.

– Кешене, ҡайтып кит, һин кәрәкмәйһең, тип нисек ҡайтарып ебәрәһең? – тип ярһыны Урал. – Ул хәҙер беҙҙә эшләмәй. Авиаторҙар районынан ҡуртымға бер бүлмәле фатир биреп, беҙҙән әүрәтеп алдылар.

– Һин миңә бушты һөйләмә! – тип ҡыҙа башланы Сәимә лә. – Күрше райондан саҡыртып алдылар, имеш. Начальнигы – һинең элекке урынбаҫарың, ипле, ярҙамсыл егет. Мә, телефон, шылтырат шуға, хәҙер үк ҡайтарып ебәрһен!

– Һин еңел генә уйлайһың, әсәһе.

– Ҡуй инде, Урал, һинең ҡулыңдан килмәгән эш бармы? – тип йәүкәләй башланы Сәимәһе. – Урынбаҫарыңды әйтәм, әйләнгән һайын, кәңәш һорап, һиңә шылтырата торғайны. Үҙенең бер файҙаһы булманы. Әйҙә, күрһәтһен һиңә үҙенең тоғролоғон! Йә, йә, йомшап торма.

Урал телефонын алды. Оҙаҡ ҡына кәңәшләштеләр, аҙаҡ иртәгә осрашып һөйләшергә булдылар. Грейдерын ремонтлап йөрөгән Нәғимде саҡыртып алдылар. Уныһы майлы кейемендә, битен-ҡулын йыумаған килеш, аптыранып, ике начальниктың алдына килеп баҫты. Урал үҙен бик уңайһыҙ тоя. Ул бит Нәғимде күрҙе. Егет ҡәнәғәт, шат, бәхетле! Хәҙер унан ҡыҙы менән ҡатынын тартып алырға тура киләсәк. Нисек тартып алырға? Рәмзилә менән ҡыҙы бит мал түгел, тартып алырға. Уралдың коллегаһы, үҙ-ара һөйләшегеҙ, тигән һымаҡ, икеһенә лә мәғәнәле генә ҡараны ла, сығып торорға булды.

– Нәғим, һин минең ни өсөн һиңә килеүемә төшөнгәнһеңдер, – тине Урал, бик оҙаҡ уйлағандан һуң. – Һин миңә оҡшайһың. Мин һине яҡларға, Рәмзилә менән икегеҙҙе бәхетле итергә теләйем! Ләкин мин һиңә бик ауыр хәбәр менән килдем.

Егеттең шунда уҡ төҫө боҙолдо:

– Нимә, Урал Булатович, әллә Рәмзиәләгә берәр нәмә булдымы? Дауаханаға алып киттеләрме?

– Һин мине дөрөҫ аңламаның, Нәғим, – тип тынысландырҙы уны Урал. – Рәмзиләгә лә, уның ҡыҙына ла бер нимә лә булманы. Икеһе лә иҫән-һау булһын инде. Миңә һинең ярҙамың кәрәк, Нәғим.

– Ҡулымдан килгәнсә, ярҙам итәсәкмен, Урал Булатович! Мин һеҙҙе хөрмәт итәм, һеҙгә ярҙам итергә әҙермен. Беләһеңме, Нәғим, – тине Урал. – Һин миңә ярҙам итә алаһың. Тик бының өсөн һиңә ҡайтып китергә тура киләсәк.

– Урал ағай, өсәүләшепме?

– Бөтә бәлә шунда, һиңә Рәмзилә менән ҡыҙын ҡалдырырға тура киләсәк.

– Ни өсөн?! – тине егет киҫкен генә итеп.

– Шулай кәрәк.

– Һеҙ ҡыҙыҡ, Урал Булатович, эйе, ҡыҙыҡ кеше. Һеҙгә кәрәк, тип ни эшләп мин бәхетемдән баш тартырға тейешмен? Һеҙ үҙегеҙҙең нимә һөйләгәнегеҙҙе беләһегеҙме? Ошо үткән аҙна эсендә үҙемде кеше итеп, ниһайәт, ир итеп, хатта атай итеп тойҙом. Мин был көнгә нисәмә йылдар буйы килдем. Ниһайәт, бәхетемде таптым, өйләндем тигәндә... Ауылда минең туйыма әҙерләнәләр. Хәҙер мин уларға ҡайтып, туй булмаясаҡ, тип әйтәйемме?

– Нәғим, саҡ ҡына тыныслан әле. Был хәл минең үҙемә лә оҡшамай. Ләкин мин бер нимәлә эшләй алмайым.

– Рәмзилә кемгә кәкәр? Һеҙҙең улығыҙғамы? Күрҙем мин уны. Тәүҙә шылтыраты, кисә подъездға килеп ултырған. Йәнәһе, мин уның ҡатынын, берҙән-бер шатлығын тартып алғанмын. Эргәһендә – бер дуҫы, ике-өс ҡыҙ ултыра ине. Тегеләре хихылдаша, һеҙҙең улығыҙ һөйләгәнде телефонға төшөрөп алдылар. Урал Булатович, әйтегеҙ әле, һеҙ уға ышанаһығыҙмы?

– Ышанмайым, – тине Урал Булатович. – Ләкин уға ҡаршы ҡуйырлыҡ минең бер дәлилем дә юҡ. Ул – минең улым.

– Һеҙ улығыҙға үҙенә оҡшаған уйынсыҡты алып бирергә булдығыҙ инде?

– Юҡ, Нәғим, мин улыма ышанмайым. Улар әсәһе менән туй көнөн билдәләне, саҡырыу тараттылар. Миңә туйҙың финанс яҡтарын хәл итеүҙе генә ҡалдырҙылар. Шуны аңла, Нәғим. Ул – минең берҙән-бер улым. Мин уны һаман өйләндерә алмай йонсойом. Әгәр мин уға Рәмзиләне алып бирмәһәм, ул мине ғәйепле итәсәк. Нәғим, үтенеп һорайым, миңә ярҙам ит!

– Аһ! Бәхетле булыу еңел түгел икән! – тип аһылданы Нәғим. Мин һеҙҙе лә хөрмәт итәм, ярҙам иткем килә. Ләкин был юлдан сығыу юлын күрмәйем.

– Уйла, егет. Һин аҡыллы, донъя күргән кешегә оҡшағанһың. Бер нәмә табырһың.

– Ярай, – тип күнгәндәй булды Нәғим, бик оҙаҡ уйлағандан һуң – Кис ҡайтҡас, Рәмзилә менән һөйләшермен. Тик алдан кисәтеп ҡуям, Урал Булатович. Унан баш тартыу тураһында һүҙ булмаясаҡ. Мәсьәләне һеҙҙе лә, беҙҙе лә ҡәнәғәтләндерерлек булырға тейеш.

Әлегә икеһе лә хушлашырға, ә иртәгә тағы ла осрашырға һөйләштеләр.

Дауамы: Етенсе өлөш

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: