+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Май 2021, 11:32

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Етенсе өлөш

Кис Рәмзилә, Нәғимде күреү менән, барыһына ла төшөндө. Ҡатын, был бәлә ирен урап үтер, ул бер нәмә лә һиҙмәй ҡалыр, тип өмөтләнгәйне. Юҡ шул, ҡап-ҡара булып янған Нәғим өндәшмәй генә түргә үтте, хатта ҡыҙыҡай эргәһендә лә туҡтаманы. Рәмзиләгә ҡараманы ла, күҙҙәрен ситкә йүнәлтте.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Етенсе өлөш
Кис Рәмзилә, Нәғимде күреү менән, барыһына ла төшөндө. Ҡатын, был бәлә ирен урап үтер, ул бер нәмә лә һиҙмәй ҡалыр, тип өмөтләнгәйне. Юҡ шул, ҡап-ҡара булып янған Нәғим өндәшмәй генә түргә үтте, хатта ҡыҙыҡай эргәһендә лә туҡтаманы. Рәмзиләгә ҡараманы ла, күҙҙәрен ситкә йүнәлтте.
– Һиңә лә килделәрме? – тине Рәмзилә өмөтһөҙ генә.
– Ә һин нисек уйлағайның? – тип һораны Нәғим. – Мине һанға һуҡмаҫтар, тигәйнеңме?
– Хәҙер ни эшләйбеҙ? – тине ҡатын.
Ысынлап та, нимә эшләргә? Нәғим бик оҙаҡ уйланды. Ләкин был ауыр хәлдән сығыу юлын тапманы. Сөнки нимәгә генә ҡағылмаһын, йә Нәғим, йә Рәмзилә яҙмышы килә лә сыға. Нәғим тәүәккәлләне.
– Рәмзилә, һинең Вәзир менән элекке мөнәсәбәттәрең мине ҡыҙыҡһындырмай, – тине ул һалҡын, хатта битараф тауыш менән. – Беҙ һинең менән яңы ғына таныштыҡ, һин мине ҡабул иттең, мин үҙемде бәхетле тойҙом.
– Хәҙер нимә эшләргә уйлайһың? – тине Рәмзилә ҡалтыранған тауыш менән.
– Мин көрәшәсәкмен! – тине Нәғим. – Имгәтеп һалһалар ҙа, һинән баш тартаһым юҡ! Ләкин был хәлдән сығыу юлы анһат түгел. Беҙгә нимәлер уйларға кәрәк. Юғиһә, һиңә лә, миңә лә зыян килтереүҙәре бар.
Икәүләп оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң Вәзиргә ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртергә һәм көтөргә булдылар. Ә Урал Булатовичтың фатирында күңелле мәшәҡәттәр көндән-көн ҡыҙыуыраҡ төҫ ала. Вәзир хәҙер кис етер-етмәҫ төнгө клубтарға сығып олаҡмай, өйҙә генә ултыра һәм туйға саҡырылаһы кешеләрҙе барлай, тамадалар өсөн хатта үҙе сценарий яҙа. Әсәһе инде, Саимә апайҙы әйтәбеҙ, йөҙөнән йылмайыу китмәҫ, хатта шат ҡиәфәт менән йөрөп ята. Тик бына Урал Булатович ҡына кәйефһеҙ. Хатта уны туйға түгеләсәк сығымдар ҙа борсомай. Туйҙың туйға түгел, шау-шыуға оҡшап китеүе икеләнергә мәжбүр итә. Фатир хужаһы телевизор ҡарай һәм ара-тирә залға, йә кухняға үтеп киткән улын күҙәтеп ултыра. Вәзир атаһы эргәһенә килде:
– Атай, һин Фәрит Ғәлиев менән таныш бит әле?
– Эйе, танышбыҙ. Беҙҙең “корпоративкала” бер-ике ҡат йырлап киткәйне.
– Туйыбыҙҙа йырлаһа, нисек ҡарайһың, атай?
– Бик ыңғай ҡарайым, улым. Мин уның йырлағанын яратам.
– Бигерәк тә шәп улайһа! – тине улы. – Уны саҡырыуҙы һиңә ҡушам. Юғиһә, беҙҙең туй көндө ҡайҙалыр концерт менән сығыш яһайым, тип әйткән.
– Ә беҙҙең туй өсөн билет алған халыҡты алдау, йәки концертты өҙөү килешерме икән?
– Килешмәй, ҡайҙа барһын, концерт өсөн уға 50 мең бирәләр, ә мин 60 мең тәҡдим итәм.
– Ризалаштымы һуң?
– Ҡайҙа барһын, ыңғыраша-ыңғыраша ризалашты инде. Магнитофонға йырлап тормаһа ярар ине, тауышы бигерәк бөткән.
Урал улы менән тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп алырға ҡарар итте:
– Минең һиңә мөнәсәбәтем шикләндермәһен, улым, – тине атаһы. – Һәр көн иҫәптә, туйға бик етди әҙерләнеүең миңә оҡшай. Беҙ әсәйең менән һеҙҙең бәхетегеҙ өсөн бер нимәне лә йәлләмәйәсәкбеҙ.
– Рәхмәт, атай. Миңә лә ҡасан да булһа аҡылға ултырырға ваҡыт бит. Һин минең өсөн һәр ваҡыт өлгө һәм эталон булдың. Шулай ҙа, белге килә, туйға беҙгә нимә бүләк итергә уйлайһығыҙ?
– Мин был хаҡта туйҙа иғлан итермен тигәйнем, – тине атаһы һәм улын тәҙрә эргәһенә алып килеп, эргәлә генә төҙөлгән элиталы йортҡа күрһәтте. – Беҙ һеҙгә ошо йорттан фатир бүләк итәбеҙ. Нисәнсе ҡатта урынлашыуын, нисә бүлмә икәнлеген үҙегеҙ һайлап алырһығыҙ. Туйҙан һуң.
– Туйҙан һуң?
– Эйе, туйҙан һуң. Дөрөҫөн әйтәм, мин унда бер нисә фатир ҡараштырып ҡуйҙым, ҡайһыһы оҡшай, шуныһын бүләк итәсәкбеҙ.
– Атай, бер нисә бик үк әһәмиәтле булмаған кәңәш ишеттерһәм, тыңларһыңмы? Бына беҙ өйләнештек, беҙгә фатир бүләк иттегеҙ. Туйҙан һуң беҙгә фатирҙы яҙҙырғас, ул Рәмзилә менән минең берлектәге милкем булып иҫәпләнәсәк. Үҙең беләһең, атай, донъя хәлен белеп булмай, ҡапылда айырылышырға тура килһә, фатирҙы ҡап урталай бүлергә мәжбүр буласаҡбыҙ.
– Шунан, шунан? – атаһы, боролоп, улының күҙҙәренә ентекләп ҡараны.
– Шулай, атай. Әллә һин был хаҡта белмәй инеңме?
– Ниңәлер уйлап еткермәнем, улым. Беҙ әсәйең менән бәлки элеккесә фекер йөрөтөүсе кешеләрҙер. Беҙ өйләнешеүҙән алда айырылышыу хаҡында уйламай торғайныҡ. Хәҙер йәштәр шулай икән. Мин быға аптырайым.
– Аптырама, атай, Үҙең беләһең, элекке закондар түгел, хәҙергеләре ҡайһы ваҡыт аңлашылып етмәй.
– Һинең ниндәй тәҡдимең бар, улым?
– Иң тәүҙә һиңә рәхмәт, атай. Мин элек тә ошо йортҡа ҡарап, фатирым ошонда булһын ине, тип теләй инем. Ниңә туйҙы көтөргә, ошо кәндәрҙә фатирҙы минең исемгә яҙабыҙ. Әлбиттә, һеҙҙең ризалыҡ менән. Ә туйҙа инде, туйҙа, үҙең беләһең, атай, һинең йомартлыҡтың сиге юҡ, беҙгә фатир бүләк итеүең хаҡында әйтәһең. Халыҡ гөрләтеп ҡул саба. Сер булмаһа, атай, әйт әле, фатир күпмегә төштө?
– Әлегә иҫәпләйҙәр, – тип һүҙҙе икенсегә борҙо атаһы. – Бәлки һин дөрөҫ әйтәһеңдер. Фатирҙы һиңә яҙҙырырға, аҙаҡ – бүләк итергә...
– Йорт йыһаздары – мебель хаҡында, техника менән тәьмин итеү тураһында ла уйларға ине.
– Улары ғына булыр, – тине атаһы төшөңкө генә тауыш менән.
Урал нисәмә көн тырыша, ләкин барыбер улының холоҡ-фиғелен аңлап етә алмай. Кемгә оҡшаған ул был егет? Ҡайҙан килә бындай мөнәсәбәт? Һәм атай кеше шикләнә. Кәләшен ҡыҙы менән алып ҡайтыу тураһында ғына түгел, әлегә улар эргәһендәге Нәғим тураһында бер нимә лә һорашмай, ҡыҙыҡһынмай. Бына ошо хәл атайҙы шикләндерә һәм борсолорға мәжбүр итә. Шуға күрә ул битараф ҡына ҡиәфәт менән һорарға мәжбүр булды:
– Рәмзилә менән ҡыҙыңдың хәлен белешеп тораһыңмы?
– Телефондан һөйләшкеләйбеҙ. Күстәнәс-мәҙәр тотоп барғайным, алып ҡалды, ләкин һөйләшергә теләмәне. Атай, борсолма, уның менән араларҙы көйләү – минең эш. Һин күберәк туй тураһында уйла.
– Уйлайбыҙ, тырышабыҙ, – тине атаһы. – Ә һин бөгөн төнгө клубҡа сыҡмайһыңмы ни? Иптәштәрең көтмәйме?
– Көтә, атай, иртәнән бирле шылтыраталар. Хәҙер бит минең статус үҙгәрҙе. Өйләнергә йөрөгән егеткә, сабый ҡыҙҙың атаһына, малай-шалай менән йөрөү килешмәй. Мин, атай, һинең күҙҙәреңдә шик-шөбһә күрәм. Йәшермәйем, шикләнергә хаҡың бар. Ләкин мин хәҙер –сабый атаһы, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған егет – ваҡ-төйәккә ымһынып, хаталарға юл ҡуймаясаҡмын. Уҡып бөтөргә, эшләргә кәрәк. Атай, һин беҙҙе ғүмер буйы ҡарай алмаҫһың, беҙгә лә эшкә тотонорға ваҡыт.
Урал ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй. Сөнки шул тиклем ышаныслы, хисле һәм тойғоло һөйләй. Вәзир һөйләгән һайын, Нәғимдең юғалып ҡалған йөҙө һәм Рәмзиләнең күҙҙәренән аҡҡан йәш тамсылары күренә. Кемделер бәхетһеҙ итеп, икенселәрҙе бәхетле итеп буламы?
Ә тап ошо минуттарҙа Рәмзилә менән Нәғим бер-береһенә һыйынышып ултырғандар ҙа, киләсәк тормош хаҡында баш ваталар.
– Ә һин уларҙан ҡурҡмайһыңмы? – тине Рәмзилә. – Мине ташлап ҡасмаҫһыңмы?
– Ҡурҡыу, ташлап ҡасыу хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Мин әлегә ваҡытлыса һыйыныу урыны табырға теләйем.
– Ярай, һин эҙләйһең. Ә бөгөн Урал ағайҙың ҡатыны Саимә апай шылтыратты.
– Уға нимә ҡалмаған?
– Ейәнсәремде күргем килә, – ти. Шунан һуң...
– Тағы нимә шунан һуң?
– Туй күлдәге һайларға ваҡыт, ти.
Нәғим асыуланып, урынынан тороп уҡ китте:
– Туй күлдәге? Был уйындың аҙағы бармы әллә юҡмы? Юҡ, былай булмай! Әҙерлән, беҙгә был ҡаланан ҡасырға кәрәк.
– Нәғим, ҡәҙерлем, ҡыҙма, уйлайыҡ. Беҙ ҡайҙа ҡасабыҙ?..
– Себергә китәйек. Такси саҡыртабыҙ ҙа, поездға ултырабыҙ ҙа, Төмән өлкәһенә китәбеҙ ҙә барабыҙ. Һин бала ҡарарһың, ә мин грейдерға ултырырмын. Эшләгән кешегә ҡайҙа ла эш табыла ул.
– Мин дә шулай уйлайым. Тик, нисек әйтергә, Урал ағай алдында уңайһыҙ.
– Мин дә ағайҙы уйлайым. Беҙгә яҡшы мөнәсәбәте, иғтибары булғаны өсөн. Ә малайы, Вәзирҙе әйтәм, ундай атайға лайыҡ түгел. Мин һинә ышанам, Рәмзилә.
Шул ваҡыт ишек шаҡынылар, ҡыңғырау тауышы ла ишетелде. Нәғим ышаныслы аҙымдар менән, ныҡ баҫып, ишек яғына атланы. Был ваҡытта кем килде икән? Ир ҡурҡмайынса, кем килгәнен ҡарап та тормайынса ишекте асты.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: