+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Май 2021, 18:00

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Һигеҙенсе өлөш

Ә ишек артында Рәмзиләнең әхирәттәре тора икән. Наҙгөл менән Земфира килгән. – Мөмкинме? – тине Земфира. – Ә ҡайҙа Рәмзүк? – тине Наҙгөл. Залда ҡурҡынып ултырған Рәмзилә, балаһын күтәреп, әхирәттәре янына сыҡты. – Һине күрергә килдек, – тине Земфира. – Ә мин гәзиттә уҡыным, шым ғына фатир алып, беҙгә әйтмәйенсә генә кейәүгә сығырға йөрөй икән. Еҙнәбеҙ ошо буламы? Исеме Вәзир бит әле? Бик ҙур начальниктың улы, тинеләр. Һаумы Вәзир... кейәү. Мин – Земфира.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР

Хикәйә

Һигеҙенсе өлөш
Ә ишек артында Рәмзиләнең әхирәттәре тора икән. Наҙгөл менән Земфира килгән.
– Мөмкинме? – тине Земфира.
– Ә ҡайҙа Рәмзүк? – тине Наҙгөл.
Залда ҡурҡынып ултырған Рәмзилә, балаһын күтәреп, әхирәттәре янына сыҡты.
– Һине күрергә килдек, – тине Земфира. – Ә мин гәзиттә уҡыным, шым ғына фатир алып, беҙгә әйтмәйенсә генә кейәүгә сығырға йөрөй икән. Еҙнәбеҙ ошо буламы? Исеме Вәзир бит әле? Бик ҙур начальниктың улы, тинеләр. Һаумы Вәзир... кейәү. Мин – Земфира.
Рәмзилә менән Нәғим һиҙҙермәй генә бер-береһенә ҡарашып алдылар, ләкин төҙәтмә индереүҙе кәрәк тип тапманылар.
Залға үттеләр, бәпесте күрҙеләр, алмашлап күтәреп ҡаранылар. Ул арала Рәмзилә өҫтәлгә бар булған һый-ниғмәтен сығарып ултыртты. Ҡыҙҙар бер “ярты” сығарҙылар, торт ултырттылар.
– Танышыу хөрмәтенә! – тине Земфира. – Һин, кейәү балаҡай, кәләштең иң уңғанын, иң егәрлеһен эләктерҙең. Әйткәндәй, беҙ икебеҙ Рәмзилә һымаҡбыҙ, беҙгә лә кейәү ҡараштыра алаһың. Йәгеҙ, танышыу хөрмәтенә, берәрҙе.
Нәғим стакандың ситенә ауыҙын тейҙереп кенә ҡуйҙы:
– Миңә иртүк эшкә, ғәфү итегеҙ, – тине.
– Бәй, – тип аптыраны Наҙгөл. – Интернетта үҙем уҡыным, уҡый тинеләр. Ә һин эшләйһең дә икән?
– Заманаһы шундай, уҡырға ла, эшләргә лә тура килә. Ҡыҙыҡайҙы ла үҫтерергә кәрәк бит, – тип һалҡын ғына аҡланды Нәғим.
– Йә, әхирәт, беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк һиңә? – тине Земфира. – Үҙем бер барып ҡайтҡас, беләм, туйға әҙерләнеүҙән дә ҙурыраҡ мәшәҡәт юҡ. Ярай ҙа, Вәзир һымаҡ, хәлле кешенең балаһы тура килһә. Туйға беҙҙе саҡыраһыңдыр ул?
– Әлбиттә! – тине Рәмзилә. – Һеҙһеҙ минең туйым үтмәйәсәк. Һәр берегеҙ саҡырыу алырһығыҙ.
Наҙгөл Рәмзилә менән Нәғимгә бик оҙаҡ ҡарап торҙо.
– Һинең интернеттағы фотоң бөтөнләй икенсе торлө. Ул егет вағыраҡ, ә һеҙ – торғаны баһадир. Әллә бер-бер хәл булдымы?
– Юҡты төпсөнмә. Иртәгә туй күлдәге һайларға ярҙам итегеҙ.
Икеһе лә бушамай икән. Алдан планлаштырылған эштәре ҡалған. “Ярай, быларынан ҡотолдом”, тип уйлап ҡуйҙы Рәмзилә.
Икенсе көнөнә эшкә барғанда Нәғимгә Урал Булатович шылтыратты:
– Мин һиңә яҡшылыҡ теләйем, – тине Урал. – Һин, әгәр мөмкин булһа, Вәзирҙең бер һүҙенә лә ышанма. Ул шундай шарттарҙа тәрбиәләнгән, үҙең беләһең, хәҙерге йәштәр ҙә шулай. Уның алдауы, йә үҙенең һүҙҙәренән баш тартыуы бик ихтимал.
– Ә беҙгә уны, бик ҡыҙып, туйға әҙерләнә, тип һөйләгәйнеләр.
– Ышанма. Нәғим, ышанһаң, отолоп ҡуйыуың бар. Мин дә уның туйға әҙерләнгәнен күреп торам. Ғәфү ит, Нәғим, ул – минең улым. Уның ниндәй уй-ниәттәр менән йөрөгәнен әле булһа аңлай алмайым.
– Ә минән нимә талап ителә, Урал ағай?
– Шым бул, өндәшмә, түҙемле бул. Үтенеп һорайым, берәйһенә һуғып ҡуйма.
– Мин уларҙы ҡарап торорға тейешме?
– Ҡайһы ваҡыт ҡарап торорға ла тура килә. Кәңәшем шул, ниндәй генә шарттар килеп сыҡмаһын, Рәмзиләне лә, ҡыҙын да эргәңдән ебәрмә.
– Ә бөгөн һеҙҙең ҡатынығыҙ Рәмзиләне туй күлдәге һайларға саҡырған.
– Саҡырһын. Туй күлдәге һайлау әле өйләнешеү түгел.
– Әтеү, улайһа, туй күлдәге һайларға ебәрәйемме?
– Барһын, әлбиттә. Нәғим, мине тыңла, ҡыҙып китмә түлкә...
Рәмзилә ҡыҙын күрше әбейенә тотторҙо ла, такси саҡыртып, күңел асыу-сауҙа комплексына китте. 58-се бутикта – Саимә ханым, киленен, йәғни, килене булаһы ҡатынды ҡосаҡлап, тигәндәй, ҡаршы алды. Эскә үттеләр, шундағы консультант ҡыҙҙарҙың йүгерешеп йөрөүҙәрен әйт. Йүгерешмәй һуң, ҡала районы хужаларының береһе улын өйләндерә бит. Килендәре ябай кеше араһынан сыҡҡан, ахыры, хатта еңел кейенгән, ҙур түрәнең килене буласаҡ, тип әйтеүе лә ҡыйын. Был ыңғайҙан туй күлдәктәре салоны хужәбикәһе үҙе сығып баҫты, ҡәтғи тауыш менән магазинды ябып торорға ҡушты. Байҙарҙың килене туй күлдәге һайлағанын теләһә кем күреп торорға тейеш түгел. Ә үҙенең ике һатыусыһымы, консультантымы туҡтауһыҙ фотоға һәм видеоға төшөрә. Улар аптыранған Рәмзиләне уңайлыраҡ фонда төшөрөргә, бәхетле ҡәйнәне йомартыраҡ күрһәтергә тырыша.
Ошо кадрҙар, Рәмзилә менән Саимә ханым өйҙәренсә ҡайтып еткәнсе үк социаль селтәрҙәрҙә урын аласаҡ һәм ҡаланың былай ҙа ығы-зығылы тормошон ҡуҙғытып ебәрәсәк.
Рәмзилә нимә эшләһен, үҙенең кәләш һәм килен бурысын тулыһынса үтәргә тырыша. Ҡәйнәһе нимә әйтһә, шуны эшләй. Ә салон хужабикәһе һиҙгер ҡатын икән.
– Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә ҡыуаныс күрмәйем, – тине ул Рәмзиләнең ҡолағына ғына бышылдап. – Әллә шатлыҡтан шулай башығыҙ әйләнәме?
– Бөтәһе лә һәйбәт, мин – шатмын, – тип көсләп йылмайҙы Рәмзилә.
– Улай булһа, яҡшы, – тине хужабикә. – Йәгеҙ әле, бынауһын кейеп ҡарағыҙ.
Рәмзилә ниндәй генә күлдәкте кейеп ҡараманы, береһен дә оҡшатманы. Аптырағас, ҡәйнәһе, Саимә, әллә асыуланды, әллә үпкәләне.
– Белмәйем, һиңә нимә кәрәктер? – тине.
Рәмзилә аптыранып, иҙәнгә ҡараны.
– Иртәгә яңы туй күлдәктәре ҡайта – Берлиндан, Париждан. Эксклюзив күлдәктәр буласаҡ. Иртәгә һуң килегеҙ. Мин һеҙҙе үҙегеҙгә лайыҡ туй күлдәге табырһығыҙ, тип ышанам.
Рәмзилә тиҙ генә өйөнә ҡайтып китте. Күңелендә ниндәйҙер хәүеф бар ине. Аңлашылмаған, йөрәкте ҡыҫып торған ҡурҡыныс янай һымаҡ. Күршеләренә инһә, ултыра төшә яҙҙы. Баланы күтәреп, Вәзир йөрөп ята.
– Бына беҙҙең әсәй ҙә ҡайтты, – тине ул. – Йә, әсәй, беҙҙе һағындымы?
Рәмзилә йүгереп килеп балаһын тартып алды.
– Һин ни эшләп башты әйләндереп йөрөйһөң?
– Нисек башты әйләндерә? Мин үҙемдең ҡыҙымды күрергә килдем.
Етмәһә, ҡосаҡларға итә. Рәмзилә телефонын алды:
– Мин хәҙер Нәғимде һәм Урал Булатовичты саҡырам.
– Ҡабаланма, – тине Вәзир һауалы ғына. – Атайҙы саҡырһаң, әлбиттә, ул мине шелтәләйәсәк. Ләкин шунан артыҡ бер нимә лә булмаҫ. Ә инде Нәғимде саҡырһаң, беҙҙең һуғышып китеүебеҙ бар. Уның асыулы икәнлеген беләм, ул минән көслөрәк. Ни хәл итәйем, ауылда үҫкән. Ә мин – сибек. Ләкин Нәғимдең тормошон бик ныҡ боҙа алам. Ул мине туҡмап һаласаҡ, “тиҙ ярҙам” килә, полиция акт төҙөй, мин – дауаханала, туй ҡайғыһы онотола. Ә Нәғим – төрмәлә. Алйот ҡатын, ошо һиңә кәрәкме?
– Кәрәкмәй, – тип көс-хәл менән бышылданы Рәмзилә.
– Һуң, кәрәкмәгәс, ни бысағыма тыпырсынаһың? Беҙ бит туйға әҙерләнәбеҙ.
– Ә һин туйҙың булырына ышанаһыңмы?
– Нисек ышанмайым? Йөҙҙән ашыу кеше саҡырылған, меню раҫланған, аванс индерелгән, тамада-әртистәр түҙемһеҙләнеп көтә.
– Ә мин барыбер һиңә ышанмайым!
– Һинең ышаныуың миңә кәрәкмәй.
– Шулай булғас, ниңә һаман минең артымдан йөрөйһөң?
– Сөнки һин мине рәнйеттең. Мин үҙемдең мөхәббәтем менән һине еңергә теләйем.
– Мин үҙ ғүмеремдә ир-ат менән көс һынашҡаным булманы. Шуға әйтә алмайым, был еңеү һиңә ниндәй ләззәт килтерер.
– Оҙаҡламай күрерһең. Һиңә һүҙ бирәм, ул һиңә оҡшаясаҡ. Әйткәндәй, туй күлдәген һайлай алдыңмы?
– Юҡ.
– Ә нимә булды? Хаҡы оҡшаманымы, әллә күлдәк үҙеме?
– Белмәйем! – тине Рәмзилә ҡаты ғына.
– Әллә һин һаман Нәғим тураһында хыялланаһыңмы?
– Ҡамасауларға теләгең бармы?
– Юҡ, юҡ, Хоҙай һаҡлаһын! Мин уға бәхет кенә теләйем! Хатта уға рәхмәтем бар, бәләкәй генә.
– Ниндәй рәхмәт ул тағы?
– Ул миңә һинең ҡәҙереңде белергә, ул ғына ла түгел, һинең өсөн көрәшергә мәжбүр итте. Мин көрәшәсәкмен! Сөнки быға тиклем еңелгәнем булманы. Ә хәҙер әйберҙереңде йый ҙа, ҡайтабыҙ.
– Һин нимә? Нисек ҡайтабыҙ?
– Минең ҡыҙымды алабыҙ ҙа, атайым менән әсәйемдең өйөнә ҡайтабыҙ. Барыһы ла мосолман дине йолаһы буйынса ҡороласаҡ. Атайым, әлбиттә, өндәшмәй, әммә әсәйем хуплай. Беҙ иртәгә һинең менән никах уҡытасаҡбыҙ.
Дауамы бар.
Читайте нас: