-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Май 2021, 13:38

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Туғыҙынсы өлөш

– Никах? – Эйе, никах уҡытабыҙ. – Ә кем һиңә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе? – Һинең ризалығың беҙгә кәрәкмәй. Бына һинең ризалыҡ – ошо бала. Шулай булғас, хәҙер беҙгә ҡайтабыҙ. – Мин бер ҡайҙа ла бармайым, ҡыҙым менән ошонда ҡалам! Шул ваҡыт Рәмзиләнең телефоны шылтыраны. Тағы ла ят номер. Бая иртән дә бер шылтыратҡайны, бәлки берәй танышы яңы телефон алғандыр? – Рәмзилә, һаумы! – тине ят ҡатын-ҡыҙ тауышы. – Һаумыһығыҙ! Кем шылтырата? – Һин – Рәмзиләме?.. – Эйе, мин. Тыңлайым...


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР

Хикәйә

Туғыҙынсы өлөш
– Никах?
– Эйе, никах уҡытабыҙ.
– Ә кем һиңә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе?
– Һинең ризалығың беҙгә кәрәкмәй. Бына һинең ризалыҡ – ошо бала. Шулай булғас, хәҙер беҙгә ҡайтабыҙ.
– Мин бер ҡайҙа ла бармайым, ҡыҙым менән ошонда ҡалам!
Шул ваҡыт Рәмзиләнең телефоны шылтыраны. Тағы ла ят номер. Бая иртән дә бер шылтыратҡайны, бәлки берәй танышы яңы телефон алғандыр?
– Рәмзилә, һаумы! – тине ят ҡатын-ҡыҙ тауышы.
– Һаумыһығыҙ! Кем шылтырата?
– Һин – Рәмзиләме?..
– Эйе, мин. Тыңлайым...
– Тыңла, иғтибар менән тыңла. Һин, Урал Булатовичҡа ышанып, дөрөҫ эшләмәйһең. Ул һәр ваҡыт улы менән ҡатыны мәнфәғәтен яҡлаясаҡ. Әгәр Нәғим менән ҡалырға теләһәң, Уралдың ғаиләһенән ҡотолайым тиһәң, улар менән бәйләнешеңде өҙ. Улар һиңә бер изгелек тә килтермәйәсәк.
– Кем был? Мин нимә эшләргә тейеш?
– Һин, никах уҡытыр алдынан, шундай шарт ҡуй: улар – контракт, һинең менән килешеү төҙөргә тейеш. Сөнки Вәзир һинең менән оҙаҡ йәшәмәйәсәк, ә һеҙ айырылышҡас, уға яҙылған мөлкәттең бер өлөшө һиңә һәм ҡыҙыңа күсәсәк.
– Миңә бер нимә лә кәрәкмәй.
– Аҡылһыҙ ҡыҙыҡай! Баш тартма! Байлыҡ һиңә үҙе килеп инергә тора! Нәғим менән дә шул хаҡта һөйләш. Мин уға был хаҡта әйтеп өлгөрҙөм инде, – тине ят кеше.
Рәмзилә икенсе бүлмәгә үтте һәм ишекте ныҡ итеп ябып ҡуйҙы.
– Әгәр беҙгә ярҙам итергә теләһәгеҙ, беҙгә нимә эшләргә? – тине Рәмзилә. – Әле, мәҫәлән, Вәзир мине алып ҡайтырға һәм никах уҡытырға теләй.
Телефондың теге башында тын ҡалдылар.
– Минең кәңәшем шул: һин, сәбәбен тап, Вәзирҙе ҡайтарып ебәр. “Иртәгә иртән килеп алырһың”, – тип әйт. Ә үҙең тиҙ генә Нәғимгә шылтырат һәм Диниә назаратына барып, еренә еткереп, никах уҡытып ҡайтығыҙ. Никах уҡытҡас, һеҙ ирле-ҡатынлы иҫәпләнәһегеҙ. Мулла, һеҙҙең никахығыҙ булғас, мосолман йолаһына ярашлы, һеҙ айырылышмайынса, яңыһын уҡымаясаҡ. Дини йоланы боҙған өсөн уны вазифаһын үтәүҙән ситләтәсәктәр.
Был кәңәш ярап ҡалды. Тап шулай эшләнеләр ҙә. Ҡәҙимге эш көнө булғас, мәсеттә кеше лә әллә ни күп түгел икән. Өсәүләшеп бергә ары үттеләр, бире үттеләр, Нәғимгә матур ғына таҡыя һатып алдылар. Бер йәш кенә мулла, икеләнеп тормай, никахын да уҡыны, аҡсаһын да түләтте һәм бер аҙҙан никах ҡағыҙын да сығарып тотторҙо.
– Ә ниңә беҙ ошо көнгә тиклем никах уҡытмай йәшәнек икән? – тип аптыраны Нәғим. – Бына беҙгә Аллаһ үҙе фатихаһын бирҙе.
– Мин хәҙер нимә эшләргә тейеш? – тине Рәмзилә.
– Никах ҡағыҙының бер нисә күсермәһен эшләтеп алабыҙ, һораған кешеләргә сығарабыҙ ҙа күрһәтәбеҙ. Берәүһен Вәзир өсөн тот, атаһына, әсәһенә алып ҡайтып күрһәтһен. Беҙҙе хәҙер берәү ҙә айыра алмаясаҡ.
– Рәхмәт, ҡәҙерлем, – тине Рәмзилә, – мин хәҙер үҙемде ышаныслыраҡ тоям.
– Ҡурҡма, икеләнмә, шикләнмә, һорама. Беҙ хәҙер – икәү. Юҡ, беҙ хәҙер – өсәү. Әгәр берҙәм булһаҡ, беҙҙе еңә алмаясаҡтар.
Кисен Рәмзиләгә Урал Булатович шылтыратты һәм инеп сығырға рөхсәт һораны:
– Һөйләшеп алаһы һүҙҙәребеҙ ҙә бар, – тине.
– Нимә хаҡында? – тине Рәмзилә битараф ҡына.
Урал тәүҙә баҙап ҡалды. Рәмзилә бит быға тиклем һәр ваҡыт уның менән ипле һәм тыныс һөйләшә торғайны. Әллә бер-бер хәл булдымы икән?
– Һеҙҙең хәлдәр нисек әле?
– Элеккесә инде, – тине Рәмзилә. – Бер яҡшылыҡ та тойолмай. Вәзир килде, иртәгә никах уҡытабыҙ, ти.
– Никах уҡыталар? Ә мин был хаҡта бер нимә лә белмәйем.
– Ә һеҙ белмәгәс, беҙ нимә эшләргә тейеш? Миңә ҡалһа, никах уҡытыу һеҙҙең, һис юғы, минең ризалыҡтан башҡа, тормошҡа ашырылырға тейеш түгел.
– Әлбиттә, – тине Урал. – Күңелем нимәлер һиҙгәйне. Өйҙө йыйыштыралар, бешеренәләр ине. Саимә бер аҙнаға ял алдым, тине.
– Бына шулай, Урал Булатович. Һеҙһеҙ, минһеҙ улығыҙ өйләнә, ә мине кейәүгә бирәләр. Был хәлдән һуң беҙҙең осрашып, һөйләшеүебеҙҙең мәғәнәһе булырмы икән?
– Мин дә шул хаҡта уйлайым.
Урал өйҙәренә ҡайтыуға, тынлыҡҡа иғтибар итте. Улының бүлмәһенән бөгөн музыка тауышы ишетелмәй. Йә, эш менән мәшғүл, йә йоҡлайҙыр. Ишеген асып ҡараны – ут юҡ, тимәк, ҡайҙалыр йөрөй.
– Урал, кемде эҙләйһең? – тип ҡатыны килеп сыҡты.
– Белмәйем.
– Нисек белмәйһең?
– Эйе, белмәйем. Үҙ өйөмдә үҙемде эҙләйем. Бында хәҙер кем хужа икән, тим.
– Мин, мәҫәлән, һинең хужа икәнлегеңде бер ваҡытта ла шик аҫтына ҡуйғаным булманы.
– Рәхмәт, шикләнмәйем, – тине Урал. – Ә бына улыма шым ғына никах уҡытырға йөрөүегеҙҙе ишетеп, таң ҡалдым.
Саимә, ярамаған эш менән тотолған кеше һымаҡ, уңайһыҙланды, хатта тәүҙәрәк өнһөҙ торҙо.
– Һуң инде... Никах бит ул... Туй ҙа, ЗАГС та түгел. Шунан һуң, яңылышмаһам, һин дини йолаларға битараф, тип беләм. Шулай булғас, никах тураһында һөйләп, һине мәшәҡәтләмәҫкә ҡарар иттек. Кеше лә күп булмаҫ – яҡындарҙан 5-6 ғаилә. Әллә һин ҡаршымы?
– Һин һаман улыңа ышанаһыңмы?
– Нисек ышанмайым? Ул бит беҙҙең берҙән-бер улыбыҙ. Үҙгәрештәргә иғтибар итмәнеңме ни? Иғтибарлап ҡара.
– Бер ниндәй үҙгәреш тә юҡ.
– Ә ун көн буйына, клубтарға сыҡмай, эсмәй йөрөүен нисек аңлатырһың? Уҡыуын да ҡалдырмай башланы.
– Ун көн? Бик ҙур ҡаҙаныш был! Донъя рекорды...
– Әллә көләһең инде?
– Көлмәйем, ҡыуанам.
– Барыбер һине аңламайым, Урал.
– Ун көн өйҙән сыҡмаған икән, ниндәй ҡыуанырлыҡ һылтау бар? Дөрөҫөн әйтәм, мин бер үҙгәреш тә күрмәйем.
– Бәлки мин бер ҡатлылыр? – тине ҡатыны. – Миңә уның тәртипкә ултырыуы мөһим.
– Ярай, һинеңсә булһын. Кем белә, бәлки аҡылға ла ултырыр. Ләкин ғәфү ит, мин бер яҡшылыҡ та көтмәйем.
– Тимәк, иртәгә һине никахта көтмәҫкә? Ә беҙ әҙерләнгән булабыҙ.
– Ярай, Саимә, бар мәсьәлә никах менән генә сикләнмәй. Оҙаҡламай туй тураһында ла онотмайыҡ. Ҡабатлап әйтәм, беҙ һинең менән донъяла байтаҡ күрҙек. Ләкин нимәләр булһа ла, мин ғәжәпләнмәйәсәкмен. Һин дә әҙер бул. Юғиһә, ҡыйын булып торор.
Нәғим предприятиенан килеп сығыуға, ҡапҡа эргәһендәге ҡара иномарканан берәү төштө һәм ҡысҡырып:
– Нәғим! – тип өндәште.
Егет һиҫкәнде, тирә-яғы ҡараны, берәүҙе лә күрмәне. Эргәһенә ят егет килде:
– Нәғим, һин Нәғим бит әле?
– Эйе, мин – Нәғим, – тип аптыранды егет.
Егет иномаркаға күрһәтте.
– Һеҙҙе машинаға саҡыралар.
Иномарканың артҡы тәҙрәһе асылды:
– Нәғим, ҡурҡма, кил әле бында, – тип өндәште берәү.
– Ә ниңә мин ҡурҡырға тейеш? – тип егет эйелеп ҡараһа, салонда Вәзир ултыра.
– Шулай шул, һине кем ҡурҡыта алһын инде.
– Ә һиңә нимә кәрәк?
– Һин кәрәк, Вәзир, кер бында, ултыр. Һөйләшәһе һүҙ бар.
– Ярай, тик минең ваҡытым бик аҙ. Өйҙә көтәләр. Бөгөн эш күп булды.
– Эшем әйәһе! Ултыр, тиҙ бул!
– Һин нәмә, ҡурҡытаһыңмы, әллә бойораһыңмы?
– Һорайым, үтенәм, – тине Вәзир, егетте шикләндерә алмаҫына ышанды, ахыры.
Нәғим Вәзир эргәһенә кереп ултырҙы:
– Йә, тыңлайым.
– Егет, һинең ныҡлығың миңә оҡшай башланы.
– Һин аҡыллы һүҙҙәрҙе күп һөйләйһең, мин уларҙы ҡабул итмәйем. Шуға, яуап бир, һиңә минән нимә кәрәк?
– Һинән миңә Рәмзилә кәрәк, ҡыҙы менән.
– Күп һорайһың. Шуны бел, минең никахлы кәләшем дә, ҡыҙыбыҙ ҙа һатылмай.
– Улайһа, һатыулашайыҡ. Минең мөмкинлектәрем бар.
– Беләм. Ләкин мине һинең тәҡдимең ҡыҙыҡһындырмай. Эйе, миңә бер нимә лә кәрәк түгел.
– Хәлле кеше менән һөйләшеүе ҡыйын. Кем әйтмешләй, тыуған көнөнәме, туйынамы барам, уның барыһы ла бар, нимә алырға белмәйем, тигән һымаҡ була.
– Эйе, тап шул осраҡ, – тине Нәғим.
– Ә мин туйға әҙерләнгән булам. Иртәгә никах уҡытам.
– Әҙерлән, уҡыт, мин һине тыя алмайым. Тик шуны бел, беҙ Рәмзилә менән күптән никах уҡыттыҡ. Һин һуңланың...
– Ысынлапмы?
– Эйе, ысынлап. Һиңә хәҙер бер мулла ла никах уҡымаясаҡ. Дини йолалар бик ныҡ һаҡлана.
Егет бик оҙаҡ уйланды. Байтаҡ ҡына ултырғандан һуң былай тине:
– “Ай тотолған төндә”лә Дәрүиштең һүҙҙәрен беләһеңме?
– Нимә хаҡында?
– Емештәр хаҡында. Әгәр үрелеп кенә буйым етмәһә, тормош ағасындағы емештәрҙе һындырып аласаҡмын, ти. Мин һындырырға теләмәйем, мин һатып алырға теләйем.
– Был осраҡта һатыулашыу урынһыҙ. Ярай, Вәзир, хушлашайыҡ, булмаһа. Мине өйҙә көтәләр.
– Бер нисә генә минут... Һуңғы кәртемде ташлайым.
Вәзир эргәһендәге тоҡсайҙы асты ла Нәғимгә һондо:
– Әгәр юлымдан китһәң, был “ҡыҙылдар” ятҡан тоҡсай – һинеке. Әгәр бында күпме, тип һораһаң, әйтеп ҡуям, – тине һәм Нәғимгә бер лимон тотторҙо.
Дауамы бар.
Иғтибар!
Хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең төркөмгә иғтибарлы булыуығыҙ, әҫәрҙәребеҙ геройҙарының яҙмышына битараф булмауығыҙ оҡшай. Һеҙ яратып өлгөргән геройҙарҙы бәхетле итеп күргебеҙ килә. “Һәнәк” сайтындағы әҙәби мини-сериалдар үҙенең уҡыусыларын табып өлгөрҙө. Һеҙҙең өсөн яңынан-яңы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итергә теләйбеҙ. Тик беҙҙең ҡағыҙ форматта сыҡҡан “Һәнәк” журналы бар бит әле. “Һәнәк” сайты “Һәнәк” журналы менән бергә, уның сиктәрендә донъя күрә. Шуға уларҙы айырып ҡарау мөмкин түгел. Мөмкинлектән фаҙаланып, һеҙҙән Почта бүлексәләрендә “Һәнәк” журналына яҙылыуығыҙҙы һорайбыҙ. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һәнәк” журналына яҙылыуҙың хаҡы – 495 һум 12 тин. Журналдың индекстары – П3400, П2764. “Һәнәк”кә электрон вариантына яҙылырға ла була. Уныһы осһоҙораҡ та – 462 һум ғына. Бының өсөн ошо һылтанманы файҙаланығыҙ: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/
Квитанция фотоларын беҙҙең электрон адресҡа ([email protected]) ебәргән кешеләр көнөдә үк “Ҡабаланма, йәнем, үкенмәй тор” әҫәренең дауамын аласаҡ. Тимәк, геройҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл итеүҙә һеҙ туранан-тура ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларға яҡты тормош юрайыҡ! Бынан тыш, квитанцияларын 10 июлгә тиклем ебәреүселәр 15 июлгә тиклем отошта ҡатнашасаҡ. Бик матур приздар ҡаралған: өс сәйгүн, автографлы китаптар, һ.б.
Читайте нас: