+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Май 2021, 22:11

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Унынсы өлөш

ИҒТИБАР! Хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең төркөмгә иғтибарлы булыуығыҙ, әҫәрҙәребеҙ геройҙарының яҙмышына битараф булмауығыҙ оҡшай. Һеҙ яратып өлгөргән геройҙарҙы бәхетле итеп күргебеҙ килә. “Һәнәк” сайтындағы әҙәби мини-сериалдар үҙенең уҡыусыларын табып өлгөрҙө. Һеҙҙең өсөн яңынан-яңы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итергә теләйбеҙ. Тик беҙҙең ҡағыҙ форматта сыҡҡан “Һәнәк” журналы бар бит әле. “Һәнәк” сайты “Һәнәк” журналы менән бергә, уның сиктәрендә донъя күрә. Шуға уларҙы айырып ҡарау мөмкин түгел. Мөмкинлектән фаҙаланып, һеҙҙән Почта бүлексәләрендә “Һәнәк” журналына яҙылыуығыҙҙы һорайбыҙ. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һәнәк” журналына яҙылыуҙың хаҡы – 495 һум 12 тин. Журналдың индекстары – П3400, П2764. “Һәнәк”кә электрон вариантына яҙылырға ла була. Уныһы осһоҙораҡ та – 462 һум ғына. Бының өсөн ошо һылтанманы файҙаланығыҙ: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/ Квитанция фотоларын беҙҙең электрон адресҡа ([email protected]) ебәргән кешеләр көнөдә үк “Ҡабаланма, йәнем, үкенмәй тор” әҫәренең дауамын аласаҡ. Тимәк, геройҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл итеүҙә һеҙ туранан-тура ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларға яҡты тормош юрайыҡ! Бынан тыш, квитанцияларын 10 июлгә тиклем ебәреүселәр 15 июлгә тиклем отошта ҡатнашасаҡ. Бик матур приздар ҡаралған: өс сәйгүн, автографлы китаптар, һ.б. *** – Ярай, мин һинән яуап көтәм, – тине хушлашыр алдынан Вәзир. – Хуш, Хәйрүш! – тине һәм шоферына өндәште: – Ҡуҙғалабыҙ. Нәғим, лимон тотоп, тышта тороп ҡалды. Ул лимонды ҡулында бер-ике һикертте, ырғытып китергә уйлағайны, туҡтап ҡалды: ниңә аҙыҡ-түлекте исраф итергә? Икенсе автобус килде, унда кеше әҙерәк ине. Кереп ултырған ыңғайы бер бабайҙың асыҡ сумкаһын күреп, лимонды шунда төшөрөп үтте. Әйҙә, ҡарт көнөндә лимонлап сәй эсһен әбейе менән. Нәғим автобуста килә һәм баяғы Вәзир менән булған һөйләшеүҙе барлай. Үҙенә күрә түгел, эре ҡылана. Ҡыланмай һуң, атаһы ла, әсәһе лә бай, ана бит, бер миллион һум менән килгән. Йәнәһе, һатып ала була инде. Ҡәнәғәт ҡайтып китте шикелле, һатып алдым, бының күңеленә үтеп индем, тигәндер. Инмәй тор, Нәғимдең һиндәйҙәрҙе генә күргәне бар.


ИҒТИБАР!

Хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең төркөмгә иғтибарлы булыуығыҙ, әҫәрҙәребеҙ геройҙарының яҙмышына битараф булмауығыҙ оҡшай. Һеҙ яратып өлгөргән геройҙарҙы бәхетле итеп күргебеҙ килә. “Һәнәк” сайтындағы әҙәби мини-сериалдар үҙенең уҡыусыларын табып өлгөрҙө. Һеҙҙең өсөн яңынан-яңы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итергә теләйбеҙ. Тик беҙҙең ҡағыҙ форматта сыҡҡан “Һәнәк” журналы бар бит әле. “Һәнәк” сайты “Һәнәк” журналы менән бергә, уның сиктәрендә донъя күрә. Шуға уларҙы айырып ҡарау мөмкин түгел. Мөмкинлектән файҙаланып, һеҙҙән почта бүлексәләрендә “Һәнәк” журналына яҙылыуығыҙҙы һорайбыҙ. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һәнәк” журналына яҙылыу хаҡы – 495 һум 12 тин. Журналдың индекстары – П3400, П2764. “Һәнәк”тең электрон вариантына ла яҙылырға була. Уныһы осһоҙораҡ та – 462 һум ғына. Бының өсөн ошо һылтанманы файҙаланығыҙ: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/

Квитанция фотоларын беҙҙең электрон адресҡа ([email protected]) ебәргән кешеләр көнөндә үк “Ҡабаланма, йәнем, үкенмәй тор” әҫәренең дауамын аласаҡ. Тимәк, геройҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл итеүҙә һеҙ туранан-тура ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларға яҡты тормош юрайыҡ! Бынан тыш, квитанцияларын 10 июлгә тиклем ебәреүселәр 15 июлгә тиклем отошта ҡатнашасаҡ. Бик матур приздар ҡаралған: өс сәйгүн, автографлы китаптар һ.б.

***

– Ярай, мин һинән яуап көтәм, – тине хушлашыр алдынан Вәзир. – Хуш, Хәйрүш! – тине һәм шоферына өндәште:

– Ҡуҙғалабыҙ.

Нәғим, лимон тотоп, тышта тороп ҡалды. Ул лимонды ҡулында бер-ике һикертте, ырғытып китергә уйлағайны, туҡтап ҡалды: ниңә аҙыҡ-түлекте исраф итергә? Икенсе автобус килде, унда кеше әҙерәк ине. Кереп ултырған ыңғайы бер бабайҙың асыҡ сумкаһын күреп, лимонды шунда төшөрөп үтте. Әйҙә, ҡарт көнөндә лимонлап сәй эсһен әбейе менән. Нәғим автобуста килә һәм баяғы Вәзир менән булған һөйләшеүҙе барлай. Үҙенә күрә түгел, эре ҡылана. Ҡыланмай һуң, атаһы ла, әсәһе лә бай, ана бит, бер миллион һум менән килгән. Йәнәһе, һатып ала була инде. Ҡәнәғәт ҡайтып китте шикелле, һатып алдым, бының күңеленә үтеп индем, тигәндер. Инмәй тор, Нәғимдең һиндәйҙәрҙе генә күргәне бар.

Ә Нәғим бөгөн бер миллион аҡсаны тотоп ҡараны. Бишәрлектәр булғас, бер миллион тигәне ике пачка сыға икән. Был аҡсаға нимә һатып алып була инде? Ауылда йәшәһә, өй һатып алыр ине. Эргәһенә – бер тотонолған булһа ла иномарка. Бәләкәй саҡта үҫә килә умартасы булырға хыяллана ине. Ауылда бер генә умартасы булды. Уныһы ла һыңар аяҡлы Тимербулат бабай. Утыҙлап умартаһы булып, йәй буйы шулар менән мәж килә торғайны. Нәғим белә: ауылда йәшәйһең икән – үҙеңдең эшең кәрәк. Мәҫәлән, шул уҡ умартасылыҡ йә малсылыҡ. Ҡулыңда аҡсаң булып, үҙеңә эшләп йөрөһәң, ниндәй йәтеш.

Нәғим фатирына ҡайтҡас та тыныслана алманы. Бөгөн эш күп булды, арығайны. Саҡ ҡына ятып торғайны, йоҡо алмай, күҙ алдына миллион һум һалынған тоҡсай килә лә ята. Бер көн гәзиттән уҡығайны, лотереяға миллион һум отҡандарҙы миллионер тип йөрөтәләр икән. Тапҡандар миллионерҙы! Миллион менән генә байып китһәң, ерҙә фәҡирҙәр ҙә ҡалмаҫ ине. Ә Нәғимдең бай, етеш, мул йәшәгеһе килә. Бына бит, хәҙер кәләше лә бар. Өйгә ҡайтҡыһы, ҡатынын яратҡыһы, сабыйын ҡулына алып, тынысланып ултырғыһы килеп тора.

Рәмзилә менән Вәзир хаҡында һөйләшергәме икән? Уны иҫенә төшөрһәң, тағы ла аптырана башлай инде. Күренеп тора: Вәзиргә ышанмай.

Ә Вәзир был ваҡытта әсәһе менән һөйләшеп ултыра ине.

– Йә, нисек йөрөп ҡайттың, алдымы?

– Һиҫкәнеп ҡуйҙы, – тип көлдө Вәзир. – Ул тиклем аҡсаны тотоп ҡарау түгел, күргәне лә булмағандыр.

– Ҡара, риза булмауын әйт, – тине Саймә, – ауыл халҡы шулай икеләнеүсән, тиҫкәре була торған.

– Иртәгә яуап бирергә тейеш.

– Әгәр риза булмай ҡуйһа?

– Әсәй, мин уның күҙҙәрендә икеләнеү ишараты күрҙем. Аҡсаны алырға тейеш.

– Алһа ҡыҙыҡ булыр ине.

Эргәләренә Урал сыҡты.

– Һеҙ тағы ниндәй пландар ҡороп ултыраһығыҙ? – тине хужа.

– Беҙҙең маҡсат – коммунизм. Атай, туйҙы үткәреү хаҡында баш ватабыҙ.

– Ярай, маҡсаттарығыҙға өлгәшергә яҙһын, – тине атаһы көлөмһөрәп. – Тик барыбер эшегеҙҙең килеп сығырына шик менән ҡарайым.

– Ни өсөн, атаһы? – тип аптыранды ҡатыны.

– һуң, билдәле бит, тегендә улар ир менән ҡатын булып йәшәп ята, ә һеҙ бер нәмә лә булмағандай туйға әҙерләнәһегеҙ. Кеше-маҙар белеп ҡалмаһын тағы.

– Был хаҡта ярты ҡала белә бит инде, – тине Саймә. – Минең үҙемдән дә һорашалар.

– Нимә һорашалар?

– Нимә һорашалар, тип, Вәзирҙе, киленде, туйға кемдәр саҡырылғаны хаҡында белешкеләре килә. Ана, интернетҡа кереп ҡара, Вәзир тураһында унда нәмә генә яҙмайҙар.

– Шулай билдәле булып булманы инде, – тине атаһы, йәне көйөп. – Оятҡа ҡалмаһағыҙ, ярар ине.

– Борсолма, атай, бөтәһе лә уйланылған. Һиңә зыяны булмаясаҡ, – тине улы.

– Белмәйем, – тине атаһы, – күңелемдә ниндәйҙер шиктәр бар.

...Нәғимдең күңелен нәмәлер борсой. Нимә борсоһон, шул аҡса инде. Ә Вәзир кешенең күңелен әүрәтә белә. Ана бит, аҡсаһын да күрһәтте, лимонын да сығарып тотторҙо. Кеше йомшаҡ шул. Аҡса тиһәң, күҙе аларып, уйлана башлай. Эх, ошо аҡса ҡулына килеп эләккәндә! Нәғим нимә эшләргә белер ине. Тик был хаҡта Рәмзиләгә нисек итеп әйтергә? Әгәр ул риза булмай ҡуйһа? Ә яҡшылап аңлатһа, ни өсөн ризалашмаҫҡа тейеш? Ана бит, үҙе лә һаман йоҡламай, тегеләй ҙә, былай ҙа үтеп-һүтеп йөрөй. Ана, балаһын имеҙҙе лә йоҡларға һалды. Ниңә икеләнеп торорға? Уртаға һалып һөйләшһендәр, уларҙың ғаиләһенең ныҡлығы шикләндермәҫкә тейеш. Шунна һуң айырым йәшәү ваҡытлы ғына күренеш. Ә был фатирҙы үҙеңдеке итер өсөн нисәмә йыл эшләргә кәрәк?! Әгәр Вәзир һүҙендә торһа, ул биргән аҡса менән тормоштарын бөтәйтеп алырға мөмкин булыр. Юҡ, үҙеңдең ҡатыныңды һатып ебәргән һымаҡ була, ярамай. Рәмзилә лә, уның ҡыҙы ла мал түгел.

Ошондай ауыр һорауҙар ҡайнай Нәғимдең күңелендә. Үҙ ғүмерендә ул тиклем аҡса күрмәгән ир ҡайһы яҡҡа боролорға белмәй. Уның өсөн һәр һум ҡәҙерле. Ә бында һүҙ һум тураһында түгел, миллион хаҡында бара. Шунан һуң миллионды алыр, Рәмзиләне ҡалдырыр, уларҙың Вәзир менән бергә ҡалыуы бик шикле. Аҙаҡ Рәмзиләне алып китергә лә була бит әле.

Ай-һай, егет, был уйыңдың бер ҙә рәте булыр һымаҡ түгел. Нисек инде, биреп тораһың, алып тораһың. Тормошта улай булмай. Йәшәгәс, бергә булырға, тоғро ҡалырға кәрәк. Һин үҙең дә ҡыҙыҡ, Нәғим. Бисә ҡуйынына кереп өлгөрмәнең, әллә ниндәй ымһындырғыс пландар, елдән килгән аҡсаны эләктереү хаҡында хыяллана ла башланың.

Рәмзилә үҙенекен уйлай: был Вәзир уларҙы шулай һаман тындырмаҫмы икән? Ана бит, хәҙер миллион һум менән әүрәтергә самалай. Ә быныһы, дөрөҫ булһа, ул миллиондан бер ҙә тыныслана алмай шикелле. Аптырарһың был ир-атҡа. Шул аҡсаға алданып, тоттороп ебәрергә уйламайҙыр ҙа инде. Уф, дөрөҫ булһа, харап бит! Бына, телевизор ҡарап ултырған була. Ә үҙенең ике күҙе Рәмзиләне күҙәтә. Нимә әйтергә теләй икән?

– Ниңә йоҡламайһың, Нәғим? – тине ҡатын, яғымлыраҡ булырға тырышып.

– Йоҡо килмәй, – тине Нәғим. – Һинең эшең бөткәнен көтәм.

– Мин бушаным, – тине ҡатын, Нәғимдең эргәһенә килде.

– Улай булһа, һөйләшеп алайыҡ, – тине Нәғим. Аҡрын ғына һүҙ башланы. – Минең бер тәҡдимем бар.

Дауамы бар.

***

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ һәм ҡулланыусыларыбыҙ!

Комментарийҙар араһында: “Почтаға барып, “Һәнәк”кә яҙылырға ҡушалар”, – тигән һүҙ ишетелеп ҡалды. Беҙ ҡушмайбыҙ, беҙ үтенеп һорайбыҙ. “Һәнәк” журналы – һеҙ ҡулланған сайттың өлкән бабаһы. Уға оҙаҡламай 100 йәш тула. Әлеге әҫәрҙәребеҙҙе социаль селтәрҙәрҙә меңдәрсә кеше уҡый. Һеҙ почтаға барып йә сайт аша ҡағыҙға баҫылған “Һәнәк” журналына йәки электрон форматына яҙылһағыҙ (уныһы арзаныраҡ), беҙ бик шат булыр инек. Беҙ һүҙебеҙҙә тора беләбеҙ: кемдәр “Һәнәк” журналына яҙыла, донъя күргән әҙәби сериалдарҙы иң алдан аласаҡ.

Бергә булайыҡ, дуҫтар!


һеҙгә ярҙамға - видео-ҡулланма:

Читайте нас: