-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Май 2021, 19:12

АҠСАЛАМЫ ИКӘН БӘХЕТ? Хикәйә

– Нимә булды?– Эй, әйтмәм тигәйнем. Шамил ағайың менән Рәлиә еңгәң айырылышып йөрөйҙәр бит. Мин телһеҙ ҡалдым. Нисек инде айырылышып йөрөйҙәр? Һин дә мин йөрөгән икәү тиктомалға бер-береһенән баш тартмаҫ ул.– Сәбәбе нимәлә? Мына ҡыҙыҡ, күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әсәйем өндәшмәй. Тимәк, юҡтан тарҡалмай был ғаилә.

АҠСАЛАМЫ ИКӘН БӘХЕТ?
Хикәйә
Йәйге каникулдарҙа ял итергә ҡайтҡан һайын күршеләребеҙ Шамил ағай менән Рәлиә апайҙың донъяһындағы үҙгәрештәрҙе күреп һоҡланам. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер ауылда хужалыҡ ойоштороп йәшәү өсөн кешеләргә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Апай менән ағай тураһында гәзит-журналдарға яҙһындармы, телевизорҙан күрһәтһендәрме, йә радионан һөйләһендәрме...
Әле ҡайтҡанымда әсәйем әйтә: “Мәскәүҙән килделәр, өс көн буйы телевизорға төшөрөп яттылар. Хатта хакимиәт башлығы үҙе килеп, эргәләрендә йөрөнө. Кисен Эйек буйына алып төшөп, ҡунаҡ та иттеләр шикелле, гармунда уйнағандары, йырлашҡандары ишетелде”.
Икеһе лә олоғара донъя алып барғас, күрһәтерҙәр, маҡтарҙар инде. Шамил ағай – тыныс, ипле кеше, һәр мәсьәләне яйлап, еренә еткереп хәл итергә өйрәнгән. Нисек бер-береһенә түҙеп йәшәйҙәрҙер, еңгәбеҙ, Рәлиәне әйтәм, торғаны бер ут инде. Әллә әсәйем дөрөҫ әйтәме икән, береһе тоҡанһа, икенсеһе һүндерергә тора.
Хәҙер – күршеләребеҙҙең хужалығы тураһында. Ай-һай, йыл әйләнәһенә 20-30 һыйырҙы ҡарап, тәрбиәләп шуларҙың һөтөн, айыртылған ҡаймағын, төшөрөлгән эремсеген көн һайын ҡалаға алып барып, сауҙа нөктәләренә таратып сығыу еңел түгелдер. Шамил ағай был эште беҙгә һөйләгәндә ҡайҙандыр отоп алған менеджмент, реклама, субсидия һымаҡ һүҙҙәрҙе ҡатнаштырып һөйләй. Мин тәүҙәрәк трафик, логистика тигәндәрен дә аңламай инем. Интернеттан ҡарағас, барыһына ла төшөндөм. Үткән заманда тәрбиә алһа ла, ағай бөгөнгө көндә хатта тороп ҡалмаған – алғараҡ, эйе, бер нисә тиҫтә йылға үргә киткән.
Уларҙың өйөн күрһәгеҙ! Ике ҡатлы кирбес йорт! Эргәһендә – ике-өс машиналыҡ гараж. Йәй көнө – ҙур бассейн, тирмә һымаҡ итеп эшләнгән йәйге аш бүлмәһе... Ә ҡыҙы Тәслимә менән улы Марселдең йөҙө ниндәй яҡты һәм асыҡ! Улары ла тик йөрөмәй, төрлө музыка уйнатып, иптәштәрен йыйып алһындармы, күңелле генә итеп сәй ойошторһондармы. Бер көн Тәслимәнең тыуған көнө булды. Иптәштәре, класташтары, ағай-энеләре килеп, тәүлеккә яҡын ҡунаҡ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Тәслимәләре быйын унынсы класты бөтә, киләһе йылға Ҡаҙанғамы, Мәскәүгәме уҡырға барырға йыйына икән. Хакимиәт башлығы үҙе әйткән, ҡайҙа теләһәң, шунда барасаҡһың, йүнәлтма – кеҫәмдә, тип иҫәплә. Әсәйем әйтә, ҡыҙҙары көнө-төнө уҡый, ти. Шамил үҙе уҡыуға бик юк ине, әсәһенә оҡшағанмы икән, шул хәтле һәр эшкә теләп тотона. Әсәһенең әйткәнен дә көтмәй икән.
Ҡараңғы төшкәс тә, йортҡа йүҙ һалғылап ҡуям, бәхетле, тормоштан ҡәнәғәт кешеләр йәшәгәне, ихата эсенә һыймай, тирә-яҡҡа нур сәсеп торғандай. Ғүмер буйы шулай барырҙай тойолғайны миңә. Шамил ағай менән бер-ике ҡат һөйләшеп тә торғайныҡ.
– Минең грамота етмәй, ҡусты, был эштә белем кәрәк. Ошо кимәдән арта алмам, ахыры. Әгәр һинең һымаҡ бер уҡыған кеше булһа, минең һымаҡ 20-30-ҙы түгел, 200-300-гә тиклем малды ишәйтеп булыр ине.
– Ә аҡсаһын ҡайҙан алаһың?
– Ҡайҙан алаһың, Хөкүмәт бирә. Бынау һыйырҙарға бер тин үҙемдең аҡсаны һалманым. Бөтәһе лә кредит иҫәбенә төҙөлдө һәм һатып алынды.
– Һөт-ҡаймаҡ баҙарҙа үтәме һуң?
– Һа! Еткереп булмай! Ҡала ҙур, кеше күп, һәр береһен ашатырға кәрәк. Көнөнә бер түгел, өс тапҡыр.
Бына Рәлиә апай үҙе килеп сыҡты. Килен булып төшкәндә нескә билле, тал сыбығы һымаҡ еңгәй ине, хәҙер килеп нығынды, кәүҙәгә лә шыпа йомарланды. Баҙнатһыҙ ғына һөйләшә ине, хәҙер һәр һүҙе – бойороҡ, ым-ишараһы ҡәтғи күрһәтмә һымаҡ.
– Етәр, ял ит. Иртәгә иртүк ҡуҙғалаһың.
– Ярай, – ти иргенәһе, – саҡ ҡына ултырам да.
– 67-не онотманыңмы? Ун мең бирәсәктәре бар.
– Алырбыҙ, – ти ире күндәм генә.
– Тағы биш минут, – тине лә ҡатын өйөнә инеп китте.
Ағай сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. Ҡарамай, ҡайҙа барһын, биш минуттан инергә ҡушты бит. Ә мин, киләһе йылға аграрныйҙы тамамлай торған кеше, эшкә урынлашыу мәсьәләһен әйтеп ҡарамаҡсы инем, үҙе былай ыңғай кеше, еңгә генә ҡаршы төшөп тормаһа. Ағай үҙенең һүҙен һөйләй, аҡрын ғына, ҡабаланмай ғына фекерен еткерә. Ул донъя баҙарында игенгә хаҡтарҙың күтәрелеүе хаҡында һөйләп ултырғанда мин нисек эшкә ялланыу хаҡында ауыҙланып торайым инде. Ағай белә, төптән ҡаҙа. Әйткән һүҙҙәре кире ҡаҡҡыһыҙ:
– Бына беҙҙекеләр 35 миллион тонна һаттыҡ, тип һөйләй. Дөрөҫ. Бәлки күберәк һатҡанбыҙҙыр. Артабан да шулай дауам итһен. Ләкин шуныһы насар, беҙ нефтте сеймал һымаҡ һатһаҡ, иген менән дә шул уҡ күренеш. Нефть түгел, бензин, төрлө майҙар, бойҙай түгел – он ризыҡтары, ит һөт һатырға кәрәк. Ә былай иғтибар артты. Эх, “ҡатырға” юҡ. Техникумда булһа ла уҡылманы. Эшенең кәрәген бирер инем мин уның, – тине.
Уттары ялпылдап торған сәғәтенә күҙ һирпте, һикереп торҙо, хатта хушлашып та тормай, өйөнә инеп китте. Мин өйҙәренә ҡыҙыҡһынып һәм һоҡланып күҙ һалам. Төнгөһөн бигерәк матур күренә. Һәр тәҙрәһендә ут яна. Өй мөйөштәрендәге иллюминация, гәрнистәрҙәге төрлө төҫтә янған лампочкалар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып әүрәткән һымаҡ. Ниндәй бәхетле кешеләр йәшәй унда! Ғүмер буйы шулар һымаҡ йәшәһәң ине!
Үрге оста Ғәлимйән бабай мунсаһын яңыртып һалырға булған. Күрше ауылдан икәүҙе яллаған икән, береһенең биле ауырта, ти. Көн һайын түләрбеҙ, тип мине саҡырҙылар. Шулар ыңғайна бер аҙнала бураһын күтәреп, эсен-тышын һылап, һайғауҙарын һалып, страпилаларын мендереп ҡуйҙыҡ. Эш ырамағас, өйгә ҡайтмай, бабайҙың баҡсаһында ҡунып йөрөргә тура килде. Бөгөн иһә, ҡайтып килергә булдым. Йыраҡтан уҡ күңелемде ниндәйҙер шом алды. Гөрләп торған беҙҙең урам тынып ҡалған. Нисек тынһын, унда ла кешеләр йәшәй ҙә инде. Ҡапҡаны асып, ихатаға инһәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, күршеләге ике ҡатлы йортҡа боролоп ҡарайһы иттем. Бер ҡайҙа ла ут янмай, музыка ла ишетелмәй, кеше тауышы ла сыҡмай. Бәй, мин өйҙә тормаған аҙна-ун көн эсендә ул тиклем нимә булыуы ихтимал?
– Күршеләр бөгөн иртәрәк ятҡан, ахыры, – тинем мин әсәйемә, әллә ни артыҡ ҙур хәбәргә өмөт итмәй.
Әсәйем өндәшмәне. Әллә көрһөндө, әллә уфтанды. Ғәҙәт буйынса, эшләп алған аҡсамды өҫтәл ситенә һалып ҡуйҙым. Әсәйем боролоп та ҡараманы.
– Улым, үҙеңә генә тотон да ҡуй, – тине, – аҡса менән генә бәхетле булып йәшәһәң икән!
Әсәйем үҙен берәй борсоған хәбәр сыҡһа, көтөлмәгән һығымталар яһарға ярата. Холҡона өйрәнеп бөткәнмен, еңелсә йөпләп кенә ебәрәм:
– Эйе шул, әсәй. Аҡсаның үҙ юлы бар. Күп тә бөтә, әҙ ҙә етә.
– Күршеләрҙе ишеттеңме әллә? – тине ул миңә боролоп.
– Юҡ, ә нимә булған уларға?
– Эй, улым, аҡса кешене боҙа бит. Икеһе лә хатта матур йөрөйҙәр ине, донъяларының аҫтын өҫкә килтерҙеләр ҙә ҡуйҙылар.
– Нимә булды?
– Эй, әйтмәм тигәйнем. Шамил ағайың менән Рәлиә еңгәң айырылышып йөрөйҙәр бит.
Мин телһеҙ ҡалдым. Нисек инде айырылышып йөрөйҙәр? Һин дә мин йөрөгән икәү тиктомалға бер-береһенән баш тартмаҫ ул.
– Сәбәбе нимәлә? Мына ҡыҙыҡ, күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Әсәйем өндәшмәй. Тимәк, юҡтан тарҡалмай был ғаилә.
– Минән һорашма, улым. Үҙең ишетерһең әле.
Мин ишек алдына сыҡтым. Күктә мул итеп ай ҡалҡҡан. Уның һалҡын яҡтыһында күршеләрҙең йорто ифрат бейек һәм ҡурҡыныс булып күренә. Хатта тәҙрәләре лә ҡап-ҡара булып өңөрәйеп торған һымаҡ.
Шул ыңғай, өйгә лә инеп тормай, кубҡа киттем. Унда дискотека була, тип әйткәйнеләр. Минең йәштәштәр юҡ, тип әйтерлек. Кесерәктәрҙе көс-хәл менән таныйым. Ауылда күп белгәне өсөн “Би-Би-Си” тип йөрөтәләр, Сәғир исемле берәү бар, эргәмә килеп, ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрен, һөйәк өмөт иткән эт һымаҡ төбәп, инәлгәндәй, миңә ҡараны.
– Күршеләрең ни хәлдә унда? – тип мөңгөрҙәне.
– Уныһын һин яҡшыраҡ беләһең инде, – тинем мин артыҡ мәғлүмәткә өмөт итмәй генә. Ә ул һөйләгәндәрҙән минең сәстәрем үрә торғандай булды.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: