+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Май 2021, 17:20

АҠСАЛАМЫ ИКӘН БӘХЕТ? Хикәйә Аҙағы

Ысынлап та, мин өйҙә булмаған арала ғына күршеләрҙең тормошонда бик етди үҙгәрештәр булған. Һәр хәлдә, был хәбәрҙе үҙгәрештәр, тип кенә баһалап булһа. Сәғир бик ентекләп, тәжрибәле актер һымаҡ, ролгә инеп, урыны менән битараф, икенсе урында шомло итеп Шамил ағай менән Рәлиә еңгәнең томошондағы тәгәрәп кенә китерлек ваҡиғаларҙы бәйән итте.– Шамил ағайҙы әйтәм, беҙ шым да шым тигән булабыҙ, ә ул ауылыбыҙҙың иң тәүге урындағы Казановаһы икән!

-1- -2-
АҠСАЛАМЫ ИКӘН БӘХЕТ?
Хикәйә
Аҙағы
Ысынлап та, мин өйҙә булмаған арала ғына күршеләрҙең тормошонда бик етди үҙгәрештәр булған. Һәр хәлдә, был хәбәрҙе үҙгәрештәр, тип кенә баһалап булһа. Сәғир бик ентекләп, тәжрибәле актер һымаҡ, ролгә инеп, урыны менән битараф, икенсе урында шомло итеп Шамил ағай менән Рәлиә еңгәнең томошондағы тәгәрәп кенә китерлек ваҡиғаларҙы бәйән итте.
– Шамил ағайҙы әйтәм, беҙ шым да шым тигән булабыҙ, ә ул ауылыбыҙҙың иң тәүге урындағы Казановаһы икән! Ысын. Билләһи. Нисек уның хаҡында беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар белмәй йөрөнө икән? Юҡ, белһәләр, буш ҡалдырмаҫтар ине. Ҡыҫҡаһы, еңгәмде әйтәм, телефонына шикәйәт төшөү менән, икеләнеп-нитеп тормай “Мерседес”ын гараждан килтереп сығарған да, туп-тура ҡалаға һыпыртҡан. Бер ҡайҙа ла туҡтап тормайынса, өс бүлмәле фатирына килеп еткән...
– Ниндәй өс бүлмәле фатир?
– Бәй, шуны ла белмәйһеңме? Ҡаймаҡ һатҡан аҡсаларға евро менән ремонтланған өс бүлмәле фатир һатып алғандар. Йәнәһе, малайымы, ҡыҙымы уҡырға инһә, шунда йәшәйәсәк. Туҡта, теманан ситләштем. Фатирына күтәрелеп, ишеген асып, барып инһә, еңгәм тәгәрәп китә яҙған. Ҡыҫҡаһы, ағай шәрә килеш ваннаға кереп барғанмы, сығып барғанмы, уныһы мөһим түгел, йылы ғына килеш, еңгәмдең тырнағына килеп эләккән. Ә йоҡо бүлмәһенә үтһә, унда йәш кенә бер ханым иҫе китеп йоҡлап ята икән. Еңгәм, күрше булғас, беләһеңдер, туҡһан килограмм, тегеләрҙең икеһен ботарлап ташлаған да полицияға шылтыратҡан. Теге йәш кенә ханым шундағы бер түрәнең ҡыҙымы, балдыҙымы, бисәһеме булған, тиме, полиция килеп инеү менән, минең осрашыуымды өҙҙө, тип ялыу яҙып биргән һәм еңгәбеҙҙе яптыртып ҡуйған. Шуна-ан башланған... Еңгәм Башлыҡҡамы шылтыратып, үҙең беләһең, һөт әсей, ҡаймаҡ иҫкерә, эремсек күгәрә, тигән һылтау менән сыға һалған. Ҡайтып етһә, Шамил ағай ҡаймағын-һөтөн һәм башҡаларын тейәп йөрөй. Шамил ағайҙы, үҙең беләһең, берәй 70 кило бармы икән, юҡмы икән, был – 90 кило, тәүҙә урам буйлап баҫтырып йөрөткән, аҙаҡ Эйеккә төшөрөп, ике ҡуллап тотоп, батырып-батырып алған. Батырған һайын, һыуҙан һөйрәп ала ла, тағы йөрөйһөңме, тағы теге маръяңа бараһыңмы? – тип һорай.
– Юҡ, юҡ, Рәлиәкәйем, – тип анттар әйтә икән ире.
Бына һиңә – мәхшәр! Ә мин уларға эшкә төшөргә йөрөйөм. Кәйефем тамам боҙолдо, йәш-елкенсәк йыйылып китте, һыра эсәләр, тәмәке тарталар. Һин ни эшләп йөрөйһөң, тигән һымаҡ, миңә ҡарайҙар. Йәнем көйөп, ҡайтып киттем. Өй эргәһенә еткәс, ҡапҡа алдындағы эскәмәйлә бер аҙ ултырҙым. Ара-тирә ҡоштар һайрағаны, йылға буйында ҡаҙҙар ҡаңғылдашҡаны ишетелеп ҡуя. Кемдер үкһеп-үкһеп илаған һымаҡ. Әллә миңә генә ишетеләме? Сәғәткә ҡарайым, ике тулып бара. Был ваҡытта кем илап йөрөй икән? Ҡаршылағы Рәхим ағай эсеп алһа бисәһе менән балаларын ҡыуалап сығара торғайны. Ул түгелдер. Тауыш миңә беҙҙең баҡсанан сыҡҡан һымаҡ тойолдо. Минең һыңар ҡолағым бик ишетеп бөтмәй. Эҙләй торғас, тәки барып таптым. Күршеләрҙең тимер ҡоймаһының теге яғында Шамил ағай менән Рәлиә апайҙың әллә улы, әллә ҡыҙы илап ултыра.
– Һин кем? Ни эшләп кеше аптыратып ултыраһың?
Илаусы шымды.
– Мин – Тәслимә. Тик ултырам, – тине. – Һеҙҙең тәмәкегеҙ бармы? Бир әле, ағай.
– Бәй, һин тартаһыңмы ни?
– Юҡ, тартмайым. Әле бына тәмәке тартҡым килде. Бер аҙ еңелерәк булмаҫмы икән, тигәйнем. Беҙҙәге хәлдәрҙе ишеткәнһеңдер инде.
Нимә тип әйтергә лә белмәйем. Йыуатырлыҡ һүҙ тапҡым килә. Юҡ, йүнле бер һүҙ таба алмайым. Әсәһе менән атаһы айырылышып йөрөгән ҡыҙға нимә ти әйтәһең инде?
– Борсолма, түҙ, үтер ул, – тинем.
– Бөтәһе лә шулай ти. Үтерлек булһа икән шул. Өй эсендә йөрөгәс, үҙем яҡшыраҡ беләм, атай риза булыр ҙа, әсәй ныҡ тора.
– Ваҡыт дауалай тиҙәр, саҡ ҡына түҙегеҙ.
– Түҙерлек түгел, ағай. Әсәй бер тотонһа, үҙе теләгәнде эшләмәһә, тынысланмаясаҡ. Иртәгә ике “фура” килә, – тип быуылып илап ебәрҙе ул.
– Килһәләр, уларҙың һиңә ни зыяны бар?
– Һәүкәштәрҙе, эйе, һәүкәштәребеҙҙе тейәп алалар. Уларҙы һатып ебәргәс, беҙгә ниндәй эш ҡала? Һөт һауыттарын, һөт һауа торған подружкаларымды һатып бөткән, – тине ул һығылып илай-илай.
– Борсолма, Тәслимә һылыу. Аҙаҡ барыһын да яңынан йыйып алырһығыҙ.
– Банкрот иткәс, уны беҙгә кем бирһен. Әсәй фатирҙы ғына алып ҡалды. Ярай, унда ҡустымды теркәгән булған. Хәҙер әсәйем, ҡустымды алып китәм, ә һин, күҙ-ҡолаҡ булып, өйҙә ҡалаһың, тине.
– Булмаҫ! – тинем мин ышанмай. – Әсәйең һине нисек ҡалдырып китмәк була?
– Була икән шул. “Өйгә хужабикә булаһың, атайыңдың һәр аҙымын күҙәтеп, нимә эшләй, ҡайҙа бара, кем менән һөйләшә – миңә хәбәр итеп торасаҡһың”, – тине. Атайым да миңә асыуланып: “Минең шәхси шпионым буласаҡһың икән!” – тип көлдө. Ә ниңә Марселде генә ҡалдырмай икән?
Шулай шул. Үҫеп еткән ҡыҙын ҡалдырғансы, улын ҡалдырһа нимә булды икән?
– Ә ниңә ҡустыңды ҡалдырмай? – тип һорайым мин.
– Әсәйем әйтә: “Ҡустың йомшаҡ, атайың уны ярата, уға ышаныс юҡ”, – ти.
– Ә һин ҡалма, һылыу. Арттарынан эйәр ҙә кит.
– Ә һеҙ минең әсәйҙе белмәйһегеҙ бит. Ул бер әйтһә, бөттө. Оҡшамай миңә был тормош! Шул тиклем оҡшамай. Беләһеңме, ағай, әсәйгә әйттем мин. Атайҙы бәйләп тотма, тинем. Үҙең уйла, арҡанлап ирҙе тотоп буламы?
– Әллә тағы. Былай ҡарап тороуға хатта татыу, матур йәшәйҙәр һымаҡ ине.
– Һеҙгә генә шулай күренгән ул. Уф, ни эшләп кенә ҡарайым икән?
Тәслимә илай-илай өйгә инеп китте.
Мин әле өйгә тағы бер күҙ һалдым. Ниндәй күңелле, яҡты донъя ине. Емерелде лә төштө. Ҡараңғыла һерәйеп ҡап-ҡара емереклектәре генә тороп ҡалды. Ҡойма аҫтынан ап-аҡ ҡына бесәйҙәре килеп сыҡты. Әллә уныһы ла хәлдәрҙең насар икәнлеген аңлап йөрөймө икән? Ҡайҙандыр алған затлы бесәй быға тиклем өйҙөң хужаһы һымаҡ, ҡосаҡтан-ҡосаҡҡа ғына йөрөй торғайны. Ана, уныһы ла мине күргәс, һиҫкәнде лә, элмәңләп, ҡайҙалыр ары китте. Юҡ миндә бесәй ҡайғыһы. Беҙгә ҡағылыуын ҡағылмай, Аллаға шөкөр. Шулай ҙа, күршеләр бит әле. Ярай, күрше лә булдым, ти. Кәңәш бирерлек рәтең дә юҡ. Һине әллә тыңлайҙар, әллә юҡ.
Иртән таң менән күршеләрҙең ишек алды әллә яу яланын, әллә вокзалды, әллә ҙур баҙарҙы хәтерләтә ине. Төрлө маркалы унлап машина, ике оҙон “фура”. Һыйырҙар мөңрәшә, ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, һарай мөйөшөндә бығаса ошо тиклем техниканы һәм кешеләрҙе күреп өйрәнмәгән Алабай ярһып өңрә лә өрә. Хатта тамағы ҡарлыҡты. Үҙе ер тырнап, йәнтәслимгә асыуланып өрә лә, бер ни аңламай хужаларға шымып ҡарап тора. Аптырағас, һарайға индереп бикләп ҡуйҙылар. Унда ғына тынамы һуң инде Алабай? Һаман өрҙө. Ә бында һатырҙайын һаттылар, тейәрҙәйен тейәнеләр. Иң уртала Рәлиә еңгә ҡайнай. Ул уңға күрһәтеүгә, барыһы ла уңға ынтыла һәм һыйырҙарҙы тейәйҙәр. Һулға күрһәтһә, һөт һауыу техникаһын тейәр өсөн килгән “Газель”де уратып алалар.
Күмәк кешегә эш сыҙаймы һуң инде? Эҫе ҡояш көн уртаһына күтәрелеүгә автомобилдәр, беҙ еңдек, беҙ барыһын да тейәп алдыҡ, тигән һымаҡ урам тултырып төтөн тарата-тарата алға ҡуҙғалдылар.
Иң аҙаҡтан еңеүсе ҡиәфәтендә еңгә килеп сыҡты:
– Марсель ҡайҙа? Машинаға ултыр! – тип күрһәтмә бирҙе һәм етемһерәп торған иренә һәм ҡайғынан ҡара янған ҡыҙына ҡарап, – ҡыҙым, борсолма, оҙаҡламай ҡайтып алырбыҙ. Ә һин, емтек, өй ҡараштыр, аҡсаһын үҙем түләрмен.
Тәслимәһе илай-илай “Мерседес”тың тотҡаһына йәбеште:
– Әсәй, әсәкәйем! Ни эшләп мине ҡалдырып китәһегеҙ? Мине ҡалдырмағыҙ! Мин ҡурҡам! Марсель дә ҡалһын, үҙең дә ҡал, әсәй. Әйҙәгеҙ ошонда ғына йәшәйек, бөтәбеҙгә лә урын етә бит! Әсәй, үкенерһең, һин бит яҡшы әсәй, әсәй, әсәкәйем! Беҙ һине яратабыҙ!
Әсәһе уның бер һүҙен дә ишетмәне. Газға баҫыуға, саң туҙҙырып, автомобиль алға ынтылды. Тәслимә бер аҙ иномарканың артынан йүгереп барҙы әле. Ике ҡулын өҫкә күтәреп, нимәләр ялбарғандай тойолдо. Оҙаҡ бара алманы. Эләгеп тәгәрәнеме, ергә йығылды. Саң таралып бөткәндә ҡыҙыҡай көсһөҙ ҡулдары менән ерҙе төйөп, һаман ята ине әле.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: