-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Май 2021, 15:24

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Ун беренсе өлөш

ИҒТИБАР! Хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең төркөмгә иғтибарлы булыуығыҙ, әҫәрҙәребеҙ геройҙарының яҙмышына битараф булмауығыҙ оҡшай. Һеҙ яратып өлгөргән геройҙарҙы бәхетле итеп күргебеҙ килә. “Һәнәк” сайтындағы әҙәби мини-сериалдар үҙенең уҡыусыларын табып өлгөрҙө. Һеҙҙең өсөн яңынан-яңы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итергә теләйбеҙ. Тик беҙҙең ҡағыҙ форматта сыҡҡан “Һәнәк” журналы бар бит әле. “Һәнәк” сайты “Һәнәк” журналы менән бергә, уның сиктәрендә донъя күрә. Шуға уларҙы айырып ҡарау мөмкин түгел. Мөмкинлектән файҙаланып, һеҙҙән почта бүлексәләрендә “Һәнәк” журналына яҙылыуығыҙҙы һорайбыҙ. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һәнәк” журналына яҙылыу хаҡы – 495 һум 12 тин. Журналдың индекстары – П3400, П2764. “Һәнәк”тең электрон вариантына ла яҙылырға була. Уныһы осһоҙораҡ та – 462 һум ғына. Бының өсөн ошо һылтанманы файҙаланығыҙ: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/ Квитанция фотоларын беҙҙең электрон адресҡа ([email protected]) ебәргән кешеләр көнөндә үк “Ҡабаланма, йәнем, үкенмәй тор” әҫәренең дауамын аласаҡ. Тимәк, геройҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл итеүҙә һеҙ туранан-тура ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларға яҡты тормош юрайыҡ! Бынан тыш, квитанцияларын 10 июлгә тиклем ебәреүселәр 15 июлгә тиклем отошта ҡатнашасаҡ. Бик матур приздар ҡаралған: өс сәйгүн, автографлы китаптар һ.б. *** – Һинең тәҡдимдәрең, Нәғим, һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа була торған. Миңә һинең беҙгә мөнәсәбәтең, һаҡсыл ҡарашың, үҙеңдең йүнсел булыуың оҡшай. Мин үҙем балалар йортонда үҫкәс, ир затының, атай кешенең ниндәй булыуын күҙ алдына ла килтермәй инем. Беләһеңме, ни өсөн? – Белмәйем, – тине Нәғим, аптырап ҡалды.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Ун беренсе өлөш
ИҒТИБАР!
Хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең төркөмгә иғтибарлы булыуығыҙ, әҫәрҙәребеҙ геройҙарының яҙмышына битараф булмауығыҙ оҡшай. Һеҙ яратып өлгөргән геройҙарҙы бәхетле итеп күргебеҙ килә. “Һәнәк” сайтындағы әҙәби мини-сериалдар үҙенең уҡыусыларын табып өлгөрҙө. Һеҙҙең өсөн яңынан-яңы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итергә теләйбеҙ. Тик беҙҙең ҡағыҙ форматта сыҡҡан “Һәнәк” журналы бар бит әле. “Һәнәк” сайты “Һәнәк” журналы менән бергә, уның сиктәрендә донъя күрә. Шуға уларҙы айырып ҡарау мөмкин түгел. Мөмкинлектән файҙаланып, һеҙҙән почта бүлексәләрендә “Һәнәк” журналына яҙылыуығыҙҙы һорайбыҙ. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һәнәк” журналына яҙылыу хаҡы – 495 һум 12 тин. Журналдың индекстары – П3400, П2764. “Һәнәк”тең электрон вариантына ла яҙылырға була. Уныһы осһоҙораҡ та – 462 һум ғына. Бының өсөн ошо һылтанманы файҙаланығыҙ: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/
Квитанция фотоларын беҙҙең электрон адресҡа ([email protected]) ебәргән кешеләр көнөндә үк “Ҡабаланма, йәнем, үкенмәй тор” әҫәренең дауамын аласаҡ. Тимәк, геройҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл итеүҙә һеҙ туранан-тура ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларға яҡты тормош юрайыҡ! Бынан тыш, квитанцияларын 10 июлгә тиклем ебәреүселәр 15 июлгә тиклем отошта ҡатнашасаҡ. Бик матур приздар ҡаралған: өс сәйгүн, автографлы китаптар һ.б.
***

– Һинең тәҡдимдәрең, Нәғим, һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа була торған. Миңә һинең беҙгә мөнәсәбәтең, һаҡсыл ҡарашың, үҙеңдең йүнсел булыуың оҡшай. Мин үҙем балалар йортонда үҫкәс, ир затының, атай кешенең ниндәй булыуын күҙ алдына ла килтермәй инем. Беләһеңме, ни өсөн?

– Белмәйем, – тине Нәғим, аптырап ҡалды.

– Мин атайһыҙ үҫтем, ир-аттың холоҡ-фиғелен һуңлап, хатта, әйтһәм, әйтәйем, ситтән тороп үҙләштерәм. Һине ситтән генә күҙәтеп йөрөйөм, шул тиклем оҡшайһың, ярата ла башланым шикелле һине. Һиңә балалар үҫтереп, һине ҡыуандырып йәшәгем килә.

– Был хаҡта бер ҙә өндәшмәй торғайның, – тине Нәғим. – Ысынлап әйтәһеңме?

– Эйе, ысынлап әйтәм. Хатта ҡайһы ваҡыт “мин ниндәй бәхетле!” тип ҡысҡырып әйткем килә. Ләкин өндәшмәйем.

– Ә ниңә өндәшмәйһең? Оялаһыңмы?

– Оялмайым, юғалтыуҙан, өркөтөүҙән ҡурҡам бәхетемде. Һинең беҙҙең хаҡта хәстәрлек күреүеңә ышанам. Шуға алдан уҡ әйтеп ҡуям: әгәр беҙҙең мәнфәғәтте яҡлаһа, беҙгә йә үҙеңә кәрәк булһа, үҙең теләгәнсә эшлә.

– Тимәк, һин риза? – тип ҡыуанды Нәғим.

– Әйтәм бит, мин риза, – тине ҡатын.

– Аҡсаһын алайыммы? – ирҙең күҙҙәре ҡомһоҙ ялтырап ҡуйҙы – аҙ аҡса түгел бит, миллион һум.

– Мин әйттем бит, үҙең нисек кәрәк табаһың – шулай эшлә.

Ир ҡыуанып китте, хатта ҡатынды ҡосаҡлап алды:

– Ә мин ҡурҡҡан булам. Һин риза булмаһаң, күнермен дә ҡуйырмын, тигәйнем.

– Ә хәҙер нимә эшләргә уйлайһың? – тине ҡатын.

– Беләһеңме, ҡәҙерлем, иң тәүҙә ауылға ҡайтып өй ҡарап киләм. Матур ғына, йыйнаҡ ҡына өй булырға тейеш ул. Ваннаһы, бәҙрәфе бар, газ менән йылытыла. Шунан һуң йәтеш кенә бер иномарка. Ныу ауыл халҡы шаҡ ҡатасаҡ инде. Нәғим байып ҡайтҡан, тиерҙәр микән? – тип һөйләнде ир, хатта сәпәкәйләп, урынында һикерәндәп ҡуйҙы.

Рәмзилә үҙе лә ғөмүмән күнгәйне. Нәғим былай ыңғай холоҡло булһа ла, донъя хәлен белеп буламы? Эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалыуы бар. Әле эшләгән ерендә лә яуаплы тотонһа ла, эскеләп ҡайта. Бәлки, ауылда эшкә батып, онотолоп йөрөр.

– Мин һинең беҙҙең өсөн эшләреңә ышанам, – тине Рәмзилә.

– Улайһа, мин шылтыратып әйтәйем.

– Кемгә әйтәһең?

– Билдәле инде кемгә икәнлеге, – тине Нәғим уңайһыҙланып.

– Үҙең ҡара, – тип яуаплылыҡты ҡатын тағы Нәғим өҫтөнә һалды.

Нәғим шылтыратыр өсөн икенсе бүлмәгә сығып китте. Ҡабаланып, Вәзирҙең телефонына шылтыратты. Әйтергә кәрәк, кире уйлап ҡуймаһын тағы. Ул иркә малайҙы белеп буламы? Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, баш тартып тормаһын.

Оҙаҡ ҡына көттөргәндән һуң теге башта Вәзирҙең йоҡомһораған тауышы ишетелде:

– Эйе, кем шылтырата?

– Вәзир, хәйерле кис, был мин, Нәғим.

– Нәғим? Ниндәй Нәғим ул?

– Һуң, теге Нәғим инде Рәмзилә менән йәшәп ятҡан.

– Фу, черт, йоҡоно осорҙоң. Сәғәт нисә икәнен беләһеңме?

– Беләм, ун бер генә әле.

– Нимә, әллә берәй нәмәң янамы?

– Юҡ, янмай, мин теге...

– Нимә, теге? Лимонға риза булдым, тип әйтергә итәһеңме?

– Эйе-эйе, мин риза, тик 1 миллион. Бер һумға төшһәң дә, кире уйлаясаҡмын.

– Ҡурҡыттың.

– Юҡ, ҡурҡытманым, әйтеп кенә ҡуям. Ҡасан килеп алайым?

– Нимәне алырға итәһең?

– Нимәне ти, аҡсаны инде.

– Ну даешь! Иртәнгә тиклем түҙә алмайһыңмы?

– Түҙә алмай тип, түҙәм дә ул, һин кире уйлап ҡуйма.

– Мин әйтттем – бөттө! Һин үҙең унда ҡойроғоңдо һыртҡа һалып ҡуйма.

– Юҡ-юҡ, мин риза. Бер нәмәне лә һыртҡа һалмайым.

– Ә ҡатының нимә тине?

– Ул риза, риза, үҙе тәҡдим итте, аҡсаһын ал, тине.

– Шулай уҡмы? Һеҙҙең мөхәббәт бигерәк ныҡ икән, ундайҙы күргән юҡ ине.

– Тик нишләргә икән, беҙ бит никах уҡытҡайныҡ.

– Уҡытһаң ни. Ул никахты тарҡатыуҙың бер нәмәһе лә юҡ.

– Нимә эшләйем икән, Вәзир?

– Бер нәмә лә эшләмәйһең, Нәғим. Эстән генә төкөрөнә-төкөрөнә өс тапҡыр талаҡ тип әйтәһең дә ҡотолаһың.

– Ә кире өйләнергә нисек?

– Атай ҡарт нимә тине әле. Ә-ә, уныһы өс тапҡыр талаҡ тип әйтеүҙән дә еңелерәк.

– Йә-йә, нисегерәк?

– Короче, һин талаҡ әйткәндән һуң кире ҡайтарырға теләһәң, ҡатыныңды икенсе кешегә никахлап биреп торорға тейешһең.

– Кит әле, ысынлапмы?

– Әлбиттә, ысынлап. Ышанмаһаң, мулланан һораш. Шулай итеп, бер-ике төнгә биреп тораһың да, теге талаҡ ҡысҡырғас, һин никах уҡытып яңынан алаһың.

– Аҡса тағы китә икән, – тип уфтанды Нәғим. – Ул закондарын кем уйлап тапҡандыр.

– Белмәйем, – тине Вәзир. – Бөтә донъя шул закондар буйынса йәшәй.

– Ярай, йәшәһендәр. Уныһына ғына түҙермен. Ҡара әле, Вәзир, тик һин һүҙеңдә тора беләһеңме һуң?

– Һорап тораһың тағы...

– Аҡсаны ҡасан килеп алайым?

– Туйға бер аҙна ҡалғас.

– Улайһа мин өй ҡараштыра, машина һайлай торһам буламы?

– Әлбиттә, була. Тик ҡара уны, өйөң йылы, машинаңдың тәгәрмәстәре ныҡ булһын.

– Әлбиттә, әлбиттә. Ҡарап алырмын, – тине Нәғим.

Нәғим ҡәнәғәт төҫ менән Рәмзилә янына сыҡты һәм оҙаҡ ҡына ҡатынға ҡарап торҙо.

– Ниңә ныҡ ҡарайһың? – тине Рәмзилә.

Теге һаман үҙ эше менән мәшғүл. Дөрөҫөн әйткәндә, ул Рәмзиләгә эстән генә өс тапҡыр талаҡ тип әйтте, иҫәпте бутаған һымаҡ булғас, тағы бер ҡабатланы.

– Юҡ, бында ваҡ-төйәк мәшәҡәт, барыһын да шартына килтерергә кәрәк бит.

– Ә теге, Вәзирҙе әйтәм, нимә тине?

– Шуныһы ғәжәп: ул ҡыуанып риза булды.

– Нимәгә риза булды?

– Билдәле инде, лимон тулы тоҡсайҙы килтерә, ҡалғанын үҙебеҙ ҡарарбыҙ.

Иртәнсәк ундар тирәһендә Рәмзиләгә Урал шылтыратты.

– Быларҙың нимә эшләргә йыйынғанын һаман аңлап бөтмәйем, – тине ул. – Шулай ҙа һин һаҡ бул. Берәр көтөлмәгән хәлгә тарып ҡуйма.

– Ярай, – тине Рәмзилә.

– Әллә улар һеҙгә берәй нәмә вәғәҙә иттеме? – тип төпсөндө Урал.

– Юҡ, тойолманы.

Урал һиҙә, нәмәлер булған һәм Рәмзилә был хаҡта һөйләшергә теләмәй. Ә ҡатындан телефон аша һорашып ҡына нимә беләһең?

– Мин шуны уйлап торам: бәлки, һеҙгә берәй яҡҡа күсеп китергә кәрәктер? – тине Урал. – Күсенә ҡалһағыҙ, мин һеҙгә ярҙам итер инем.

Рәмзилә уйға ҡалды. Алда оҙон ҡыш, өҫтә йүнле кейем юҡ, йәшәр урын билдәһеҙ. Ҡайҙа күсеп китмәк булаһың? Әллә Урал ағай уларҙан ҡотолорға итә микән? Рәмзилә үҙе лә һиҙмәй ҡаршы төштө:

– Юҡ, беҙгә бында оҡшай, беҙ бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ. Нәғимдең эше һәйбәт, бына ҡыҙыҡайға пособие ала башлаһаҡ, нисек тә йәшәрбеҙ әле. Һеҙгә бер үтенес мөмкинме?

– Әлбиттә, мөмкин.

– Һеҙ беҙҙе аптыратаһығыҙ, – тине ҡатын. – Улығыҙ миңә өйләнергә йөрөй. Һеҙ беҙҙе яҡлаған һымаҡһығыҙ. Кемгә ышанырға? Шулай булғас, беҙгә имен саҡта хушлашып ҡалырғалыр?

Урал өнһөҙ ҡалды.

Дауамы бар.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ һәм ҡулланыусыларыбыҙ!

Комментарийҙар араһында: “Почтаға барып, “Һәнәк”кә яҙылырға ҡушалар”, – тигән һүҙ ишетелеп ҡалды. Беҙ ҡушмайбыҙ, беҙ үтенеп һорайбыҙ. “Һәнәк” журналы – һеҙ ҡулланған сайттың өлкән бабаһы. Уға оҙаҡламай 100 йәш тула. Әлеге әҫәрҙәребеҙҙе социаль селтәрҙәрҙә меңдәрсә кеше уҡый. Һеҙ почтаға барып йә сайт аша ҡағыҙға баҫылған “Һәнәк” журналына йәки электрон форматына яҙылһағыҙ (уныһы арзаныраҡ), беҙ бик шат булыр инек. Беҙ һүҙебеҙҙә тора беләбеҙ: кемдәр “Һәнәк” журналына яҙыла, донъя күргән әҙәби сериалдарҙы иң алдан аласаҡ.

Бергә булайыҡ, дуҫтар!

һеҙгә ярҙамға – видео-ҡулланма:

Читайте нас: