+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Май 2021, 21:05

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Ун икенсе өлөш

Урал өнһөҙ ҡалды. Быныһын Рәмзилә ризалыҡ билдәһе итеп ҡабул итте. – Эйе, беҙ һеҙгә бер кем дә түгел. Ваҡытында ярҙам иттегеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт! Ғүмер буйы беҙҙе эйәртеп йөрөй алмаҫһығыҙ. Шуға ваҡытында араларҙы өҙөп ҡалайыҡ, Ниһайәт, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе Уралдың аңына ла барып етте: – Рәмзилә, был һүҙҙәрҙе уйлап әйткәнеңә шикләнмәйем. Беҙҙе бәйләп торған һинең ҡыҙың бар бит әле. Ә ул ҡыҙыҡай, нимә әйтһәләр ҙә – минең ейәнсәрем. Мин ҡабаланмаҫ инем. Һәр хәлдә, кәрәк булһа, мин һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. – Рәхмәт, Урал ағай, – тине Рәмзилә. – Беҙ һеҙҙе мәшәҡәтләмәҫкә тырышырбыҙ. Әлегә шулай хушлаштылар. Уралға күңелһеҙ булып ҡалды. Йә инде, алда бер ниндәй ҙә өмөт булмаһын әле. Ә ҡатыны Саимә менән улы Вәзир, бер ни булмағандай, туйға әҙерләнә. Ана, ҡатыны, Вәзир янына килеп керҙе.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Ун икенсе өлөш
ИҒТИБАР!
Хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең төркөмгә иғтибарлы булыуығыҙ, әҫәрҙәребеҙ геройҙарының яҙмышына битараф булмауығыҙ оҡшай. Һеҙ яратып өлгөргән геройҙарҙы бәхетле итеп күргебеҙ килә. “Һәнәк” сайтындағы әҙәби мини-сериалдар үҙенең уҡыусыларын табып өлгөрҙө. Һеҙҙең өсөн яңынан-яңы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итергә теләйбеҙ. Тик беҙҙең ҡағыҙ форматта сыҡҡан “Һәнәк” журналы бар бит әле. “Һәнәк” сайты “Һәнәк” журналы менән бергә, уның сиктәрендә донъя күрә. Шуға уларҙы айырып ҡарау мөмкин түгел. Мөмкинлектән файҙаланып, һеҙҙән почта бүлексәләрендә “Һәнәк” журналына яҙылыуығыҙҙы һорайбыҙ. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һәнәк” журналына яҙылыу хаҡы – 495 һум 12 тин. Журналдың индекстары – П3400, П2764. “Һәнәк”тең электрон вариантына ла яҙылырға була. Уныһы осһоҙораҡ та – 462 һум ғына. Бының өсөн ошо һылтанманы файҙаланығыҙ: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/
Квитанция фотоларын беҙҙең электрон адресҡа ([email protected]) ебәргән кешеләр көнөндә үк “Ҡабаланма, йәнем, үкенмәй тор” әҫәренең дауамын аласаҡ. Тимәк, геройҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл итеүҙә һеҙ туранан-тура ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларға яҡты тормош юрайыҡ! Бынан тыш, квитанцияларын 10 июлгә тиклем ебәреүселәр 15 июлгә тиклем отошта ҡатнашасаҡ. Бик матур приздар ҡаралған: өс сәйгүн, автографлы китаптар һ.б.
***
Урал өнһөҙ ҡалды. Быныһын Рәмзилә ризалыҡ билдәһе итеп ҡабул итте.
– Эйе, беҙ һеҙгә бер кем дә түгел. Ваҡытында ярҙам иттегеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт! Ғүмер буйы беҙҙе эйәртеп йөрөй алмаҫһығыҙ. Шуға ваҡытында араларҙы өҙөп ҡалайыҡ,
Ниһайәт, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе Уралдың аңына ла барып етте:
– Рәмзилә, был һүҙҙәрҙе уйлап әйткәнеңә шикләнмәйем. Беҙҙе бәйләп торған һинең ҡыҙың бар бит әле. Ә ул ҡыҙыҡай, нимә әйтһәләр ҙә – минең ейәнсәрем. Мин ҡабаланмаҫ инем. Һәр хәлдә, кәрәк булһа, мин һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.
– Рәхмәт, Урал ағай, – тине Рәмзилә. – Беҙ һеҙҙе мәшәҡәтләмәҫкә тырышырбыҙ.
Әлегә шулай хушлаштылар. Уралға күңелһеҙ булып ҡалды. Йә инде, алда бер ниндәй ҙә өмөт булмаһын әле. Ә ҡатыны Саимә менән улы Вәзир, бер ни булмағандай, туйға әҙерләнә. Ана, ҡатыны, Вәзир янына килеп керҙе.
– Ҡара әле, Урал, атаһы, һиңә әйтәм, туйға бынау прическаны яһатһам нисек булыр ине икән? Кешеләрҙе әйтәм, мине еңел холоҡло, йә йәш ҡыҙҙар һымаҡ ҡыйлана, тип ғәйепләмәҫтәрме?
– О, бик матур, – тип хупланы Урал, һүрәткә күҙ ҙә һалып тормайынса.
– Ҡара әле, һиңә оҡшанымы? – тип ҡыуанды ҡатыны, аҙаҡ иренең күҙ ҙә һалмауына иғтибар иткәс. – Ниңә мине алдайһың? Һин бит ҡараманың.
– Эйе, ҡараманым да, күҙ ҙә һалманым, ләкин һиңә килешкәнен белеп торам. Сөнки хәҙер һин йәш тә түгелһең, еңел холоҡло булыуҙа ла ғәйепләп булмай. Үҙеңә оҡшағанды һәм килешкәнде һайлап ал, ә мин хуплармын.
– Ярай, рәхмәт. Ә бынау күлдәк хаҡында нимә әйтерһең?
– О, был бит Кристиан Диор! Улар тегә белә инде! 100 мең барҙыр!?
– 115 мең! – тине ҡатыны ҡыуанысын йәшермәй.
– Минең бер айлыҡ эш хаҡы, һинең күлдәгең булып, тәнеңде матурлай икән! Булһын! Һиңә йәл түгел. Туйҙа иң матуры, иң йәше һин булырға тейеш!
– Ысынлапмы? – ҡатыны ирен ҡосаҡлап алды.
– Әлбиттә, ысынлап. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Әйткәндәй, туй буламы ул беҙҙең?
– Ни эшләп булмаһын? Әллә берәй шигең бармы?
– Бер шигем дә юҡ. Сөнки туй булырға бик оҡшамаған.
– Нисек оҡшамаған?
– Үҙең уйлап ҡара: беҙҙең ейәнсәребеҙ әсәһе менән бер бик алдынғы грейдер оҫтаһы менән йәшәп ята. Ә улыбыҙ бында, бер нимә булмағандай, йөрөй. Етмәһә, беҙ туйға әҙерләнәбеҙ.
– Туйға тиклем әле ваҡыт бар, һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бер аҙна ҡала тигәндә грейдер оҫтаһы юҡҡа сығасаҡ һәм туй тантанаһы башланасаҡ.
– Ярай, шулай булыр тип өмөт итәйек. Шулай ҙа шик-шөбһәләреңдән арына алмайым, – тине Урал.
Туйға бер аҙна ҡала тигәндә Нәғим эштән сығып килә ине, Вәзир, иномарканан сигнал биреп, саҡырып алды.
– Сәләм! – тине Нәғим, күптәнге танышын күргәндәй.
– Сәләм, сәләм! – тине Вәзир. – Хәҙер мин һиңә тоғролоғомдоң юғары кимәлдә булыуын иҫбатларға теләйем. Ә һин юғалырға, йәғни түшәкте азат итергә әҙерме?
– Әлбиттә! Барыһы ла беҙ һөйләшкәнсә... Килтерҙеңме?
– Нимәне килтерҙеңме?
Ошо урында Вәзиргә лә ғәжәпләнергә сират етте. Сөнки Нәғим ҡулын кеҫәһенә тыҡты ла, Вәзиргә ике лимон ырғытты. Тегеһе һиҫкәнеп ҡуйҙы. Әйтерһең, граната ырғыттылар.
– Йә, йә, һин ипләп, тапҡан шаяртыр урын!
– Мә һиңә ике лимон.
– Ярай, мә, үҙеңдекеләрҙе ал.
– Тот, – Вәзир тоҡсайҙы Нәғимгә һондо.
Нәғим шатлығынан көлөп ебәрҙе:
– Ха-ха-ха! Бындай тос “лимон” миндә беренсе тапҡыр...
– Көтөп тор. Тәүҙә распискаңды яҙ.
– Тағы ниндәй расписка? – тине Нәғим, тоҡсайҙы һыйпап ултырған еренән туҡтап. – Беҙ ул хаҡта һөйләшмәнек.
– Эйе, һөйләшмәнек. Мин бит атай менән әсәйгә аҡсаны ҡайҙа ҡуйыуым хаҡында әйтергә тейешмен. Ә мин уларға ошо ҡағыҙҙы сығарып тотторам. Ә унда нимә яҙылған? “Мин – Солтанов Нәғим, Вәзир исемле эшлекле партерымдан миллион һум бурысымды ҡайтарып алдым”. Шул һине ҡәнәғәтләндерәме?
– Әлбиттә! “Лимон” өсөн мин китап яҙырға ла риза.
Нәғим, ултырып, оҙаҡ ҡына расписка яҙҙы. Тәмләп-тәмләп ҡултамғаһын ҡуйҙы.
– Мине өйгә тиклем илтәһеңдер ул? – тине ул Вәзиргә мөлдөрәп ҡарап.
– Кем илтә? Ниндәй өй? Лимонды алдың, һин Рәмзиләнән баш тарттың. Хәҙер ул һинеке түгел, башы-тояғы менән минеке. Шулай һөйләшмәнекме ни?
– Һөйләштек тә ул. Тик ҡапыл килеп сыға бит әле. Мин әҙер түгел.
– Һин әҙер түгел? Һиңә ниндәй әҙерлек кәрәк?
– Ниндәй әҙерлек тип... Мин бит лимон күтәреп урам буйлап йөрөй алмайым. Һис юғы, ҡуртымға алған фатирға миңә ҡайтып етергә кәрәк. Әгәр мине талап ҡуйһалар?
– Кемгә кәрәк һин? Хәжәтле кишер япрағы.
– Ярай улайһа, – тине Нәғим. – Мине берәй банк алдында ҡалдыр.
Шулай иттеләр ҙә. Нәғим хушлашып банк эсенә инеп китеүгә водитель ҡуҙғалырға иткәйне, Вәзир уны туҡтатты:
– Саҡ ҡына көтәйек, нисек бөтөр икән.
– Шеф, һин тотонған эштәр һәр ваҡыт күңелле бөтә торған. Моғайын, был лохтың аҡсаһын тартып алып, үҙенә тишек яһап китерҙәр.
– Ҡабаланма, хәҙер күрерһең. Ана, ну, беҙҙекеләр эшләй белә. Килеп тә еттеләр.
Бер яҡтан “Росгвардия”, исенсе яҡтан ОМОН ултырған микроавтобустар, уттарын ялпылдатып, килеп етте һәм уларҙан бронежилетлы, ҡораллы егермеләп хеҙмәткәр йүгерешеп сыҡты ла, биләмәне уратып алды.
– Кино бөттө! – тип шарҡылдап көлдө Вәзир. – Ҡуҙғалһаҡ та ярар. Тиҙерәк бул! Юғиһә, теге лох, һушына килеп, беҙгә төртөп күрһәтмәгәйе.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ һәм ҡулланыусыларыбыҙ!
Комментарийҙар араһында: “Почтаға барып, “Һәнәк”кә яҙылырға ҡушалар”, – тигән һүҙ ишетелеп ҡалды. Беҙ ҡушмайбыҙ, беҙ үтенеп һорайбыҙ. “Һәнәк” журналы – һеҙ ҡулланған сайттың өлкән бабаһы. Уға оҙаҡламай 100 йәш тула. Әлеге әҫәрҙәребеҙҙе социаль селтәрҙәрҙә меңдәрсә кеше уҡый. Һеҙ почтаға барып йә сайт аша ҡағыҙға баҫылған “Һәнәк” журналына йәки электрон форматына яҙылһағыҙ (уныһы арзаныраҡ), беҙ бик шат булыр инек. Беҙ һүҙебеҙҙә тора беләбеҙ: кемдәр “Һәнәк” журналына яҙыла, донъя күргән әҙәби сериалдарҙы иң алдан аласаҡ.
Бергә булайыҡ, дуҫтар!
һеҙгә ярҙамға – видео-ҡулланма
Читайте нас: