+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Май 2021, 18:31

ЯҠТЫ МАҠСАТТАР МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!

Хөрмәтле коллегабыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге – әҙәби, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Факил Мырҙаҡаев ағайыбыҙҙы “ХХI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара яҙыусылар форумында Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм яңынан-яңы ижади асыштар теләйбеҙ! “ХХI быуат яҙыусыһы” ише йыйындар үтеп торһон! Яҡты маҡсаттар менән йәшәйек! Уҡыусылар иғтибарына – Факил Мырҙаҡаевтан юмореска. Факил МЫРҘАҠАЕВХөббөтдин бабайЮморескаХөббөтдин бабай укол һалдырғас ятып торғайны, йоҡомһорап киткән. Шәфҡәт туташының тауышына күҙҙәрен асты.– Бабай, һине телефонға саҡыралар, – тине ҡаштарын ҡарайтҡан, ирендәрен ҡыҙартҡан, оҙон тырнаҡтарын төрлө төҫтәргә буяған ҡыҙ, башындағы аҡ ҡалфағын төҙәтеп. Тик ниңәлер йөҙө һытыҡ ине.

ЯҠТЫ МАҠСАТТАР МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!
Хөрмәтле коллегабыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге – әҙәби, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Факил Мырҙаҡаев ағайыбыҙҙы “ХХI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара яҙыусылар форумында Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм яңынан-яңы ижади асыштар теләйбеҙ!
“ХХI быуат яҙыусыһы” ише йыйындар үтеп торһон! Яҡты маҡсаттар менән йәшәйек!
Уҡыусылар иғтибарына – Факил Мырҙаҡаевтан юмореска.
Факил МЫРҘАҠАЕВ
Хөббөтдин бабай
Юмореска
Хөббөтдин бабай укол һалдырғас ятып торғайны, йоҡомһорап киткән. Шәфҡәт туташының тауышына күҙҙәрен асты.
– Бабай, һине телефонға саҡыралар, – тине ҡаштарын ҡарайтҡан, ирендәрен ҡыҙартҡан, оҙон тырнаҡтарын төрлө төҫтәргә буяған ҡыҙ, башындағы аҡ ҡалфағын төҙәтеп. Тик ниңәлер йөҙө һытыҡ ине.
– Рәхмәт, ҡыҙым, хәҙер елдереп барып етәм. Аяҡтарымды ғына тыңлата алһам...
Йөҙө йәмрәйгән шәфҡәт туташы Хөббөтдин бабайға ҡалалағы ейәнсәрен хәтерләтте. Уға малдарға һыу эсерергә йә ҡош-ҡортҡа ем һибергә ҡушһаң, һөмһөрө ҡойола, эшкә тотонғансы ҡырҡ һүҙгә етә. Шәфҡәт туташы ла үҙен әле тап шулай тота ине. Ышту һин, эшенән бүлдергәндәр ҙә баһа. Оло кешегә изгелек эшләһә, сауап ҡына булыр ине лә бит. Эх, был йәштәрҙе! Улар өсөн барыһы ла бешкән дә төшкән, йәнәһе, мал аҫрау иҫкелек ҡалдығы – хәҙер барыһы ла магазинда бар. Аҡсаң ғына булһын!
– Бабай, – тине шәфҡәт туташы артынан эйәргән Хөббөтдин бабайға боролоп. – Ниңә замандан артта ҡалаһығыҙ, кеҫә телефонығыҙ юҡмы ни? Булһа, эшемде ҡалдырып һинең артыңдан йөрөмәҫ инем.
– Бар ине лә ул, ҡыҙым, – тине ҡарт, иҫе китмәй генә, – балалар үҙҙәренең иҫке телефондарын биргәйне. Миңә лә, әбейгә лә. Икебеҙҙең беребеҙ тотона белмәйбеҙ. Шылтыраһа, ҡайһы еренә баҫырға белмәй баш ҡата. Үҙебеҙ ҙә шылтыратырға өйрәнә алманыҡ. Маташтыра торғас, һүнә лә ҡуя. Әле сервантта торалар. Саң йыйып... Ярай әле, башыбыҙ етеп, өй телефонын өҙҙөрмәгәйнек. Ауылда бер беҙҙә генә ҡалды шикелле ул...
Шәфҡәт туташы посына барып еткәс, ҡыҙ өҫтәлдә ятҡан трубкаға ымланы:
– Һөйләшегеҙ, тик оҙаҡ түгел.
– Ярай, – тине Хөббөтдин бабай, тамағын ҡырып. – Әллеү, тыңлайым... Һаумы, һаумы, Татлыбикәм! Нисек тип ни, ятам шунда... Эйе, дауалайҙар, дауалайҙар. Иртән укол, кистән таблетка. Әллә киреһенсәме икән, иртән таблетка, кистән укол... Ҡалған ваҡыттамы?.. Ҡалған ваҡытта йоҡо һимертәм. Ниңә йоҡламаҫҡа, ти? Утын яраһы юҡ, мал-тыуар ҡарайһы юҡ. Нимә?.. Арыуландыңмы, тиһеңме? Үҙең нисек уйлайһың, Татлыбикәм, арыуландым, кәнишнә! Бында ятыу мал ҡарау, бесән һалыу, аҫтарын таҙартыу түгел инде... Бер нәмә лә кәрәкмәй. Үҙең кил! Малдарҙы кемгә ҡалдырайым, тиһеңме? Әллә инде... Нисек ашаталармы? Алдан ҡалғансы ашаталар! Ысталауайға көнөнә дүрт тапҡыр саҡыралар, тип иҫәплә... Тик мин, иҫәүән, ҡайһы берҙә йоҡлап ҡалам. Бында сирлеләрҙе ныҡ ҡарайҙар. Асыҡһаң, коридорға сығаһың. Ә унда ҙу-ур халадилник тора. Минән дә бейегерәк. Унда нәмә генә юҡ! Ҡыш көнө лә памидор... Ҡып-ҡыҙыл... Ҡыяр... Үҙе оҙон, үҙе йәм-йәшел... Ҡатырға һауыттарға тултырылған ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ряженка, йогурт... Колбасаның ниндәйе генә юҡ! Һәр кем үҙе теләгәнен ала... Эйе, бушҡа, тип әйтеп торам да баһа! Миңә... нисек тип әйтәләр әле... эйе, ветчина оҡшай. Шунан банан... Бында булмауың йәл, һине лә һыйлар инем. Ярай, малдарың янына сыҡ, баҡырыуҙары бында уҡ ишетелә. Әллә бөгөн бесән һалманыңмы? Ҡара уны, астан үлтерә күрмә! Ҡайтҡас, күрмәгәнеңде күрһәтермен! Һин мине беләһең...
– Рәхмәт, ҡыҙым! – Хөббөтдин бабай әбейе менән һаубуллашырға ла онотоп, трубканы урынына һалды, кеҫә телефонын битләгән ҡыҙға күҙ һалды. – Барыбыҙға ла рәхмәт. Балнистан сығыу менән гәзиткә яҙам. Бында һәйбәт икәнен белһендәр...
Бабай палатаһына тәнтерәкләне. Шәфҡәт туташы ауыҙын асып ҡарап ҡалды. Ауырыуҙарҙың һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлеген бына кем ала икән!
Читайте нас: