+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Июнь 2021, 11:15

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Ун өсөнсө өлөш (аҙағы)

Ә банк эсендәге хәлдәр түбәндәгесә булды. Һуңғы көндәрҙә ҡалала ялған биш меңлектәрҙең күбәйеүе күҙәтелеү сәбәпле, касса операторҙарына уяулыҡты ҡырҡа күтәрергә, иғтибарлы булырға, йоҡомһорап ултырмаҫҡа фарман бирелгәйне. Хатта кем аша ялған биш меңлек үтә, шул зыянды ҡаплаясаҡ, тигән янауҙар ҙа ишетелде. Нәғимдең аҡсаһын һаҡлауға һалырға теләүен банк хеҙмәткәрҙәре һис һүҙһеҙ ҡабул итте һәм иҫәп-хисап эштәре башланды. Беренсе ҡағыҙ инеп китеү менән, детекторҙың ҡыҙыл уты бер тоҡанды ла, һүнмәне лә ҡуйҙы. Оператор ҡатын аҡса тапшырыусыға күтәрелеп тә ҡарамайынса ҡул осонда торған кнопкаға һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә баҫып ҡуйҙы. Шунда уҡ мониторҙа, “Нимә бар?” – тигән яҙыу күренде. Ҡатын: “Бер ҡосаҡ бишлек”, – тип яҙып та өлгөрҙө.

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР

Хикәйә

Ун өсөнсө өлөш

(аҙағы)

Ә банк эсендәге хәлдәр түбәндәгесә булды. Һуңғы көндәрҙә ҡалала ялған биш меңлектәрҙең күбәйеүе күҙәтелеү сәбәпле, касса операторҙарына уяулыҡты ҡырҡа күтәрергә, иғтибарлы булырға, йоҡомһорап ултырмаҫҡа фарман бирелгәйне. Хатта кем аша ялған биш меңлек үтә, шул зыянды ҡаплаясаҡ, тигән янауҙар ҙа ишетелде.

Нәғимдең аҡсаһын һаҡлауға һалырға теләүен банк хеҙмәткәрҙәре һис һүҙһеҙ ҡабул итте һәм иҫәп-хисап эштәре башланды. Беренсе ҡағыҙ инеп китеү менән, детекторҙың ҡыҙыл уты бер тоҡанды ла, һүнмәне лә ҡуйҙы. Оператор ҡатын аҡса тапшырыусыға күтәрелеп тә ҡарамайынса ҡул осонда торған кнопкаға һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә баҫып ҡуйҙы. Шунда уҡ мониторҙа, “Нимә бар?” – тигән яҙыу күренде. Ҡатын: “Бер ҡосаҡ бишлек”, – тип яҙып та өлгөрҙө.

Шул миҙгелдә һаҡ хеҙмәткәрҙәре киҫкен рәүештә урындарынан ҡуҙғалды һәм ялған аҡса менән көрәш, быҫҡып ятҡан утҡа бер күнәк бензин һипкән һымаҡ, гөлт итеп тоҡанды. Оператор ҡатын еңелсә яғымлы йылмайып аҡса иҫәпләгәнсе, өс минут самаһы ваҡыт үтте. Ә өс минут та ун биш секундтан – “Росгвардия”, ул секундҡа һуңлап “ОМОН” хеҙмәткәрҙәре, киске юлдағы “бөкө”ләрҙе аяуһыҙ таратып, банк яғына атылды.

Мониторҙа “Ҡунаҡты VIP -залға саҡыр” тигән һүҙҙәр күренде.

– Һеҙгә сәйме, кофемы тәҡдим итергә мөмкинме? – тип ваҡытты һуҙырға тырышты оператор. Банк хеҙмәткәренең эшен ентекләп ҡарап ултырған Нәғим эсемлек хаҡында түгел, аҡсаның теүәллеген нығыраҡ ҡайғырта ине.

– Быныһы ни хөрмәттән? Кофеһыҙ, сәйһеҙ генә мөмкинме? – тине Нәғим.

– Ғәфү итегеҙ, миллион һум менән килгән клиент шунда уҡ VIP-тар иҫәбенә керә. Йәғни, айырым ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Шуға күрә аҫыл клиенттар өсөн беҙҙә айырым бүлмә ҡаралған. Беҙ һеҙҙе VIP-залға саҡырабыҙ. Мөмкинме?

– Әлбитә, мөмкин, – тине Нәғим. Үҙ ғүмерендә бындай хөрмәт күреп өйрәнмәгән механизатор күкрәген киреп ебәрҙе. Эх, таныштарынан берәү ҙә юҡ. Эргәләге ишек асылып китте һәм Нәғимде төпкәрәк саҡырҙылар. Шунда уҡ VIP-залға үттеләр. Ул арала булмай, кем уҙарҙан көс структуралары вәкилдәре килеп инде һәм исем-фамилияһын да һорап тормайынса, ирҙе йөҙтүбән ҡаратып, банк иҙәненә һуҙып һалдылар. Икеһе ике яҡҡа ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙең командирҙары кемдең беренсе булып Нәғимде һуҙып һалыуҙарын ҡыҫҡа ғына аңлашҡас, берлектәге операция, тип таптылар һәм, ҡағиҙәгә ярашлы, эштәрен дауам иттеләр.

Таш иҙәндә ҡымшанырға ла ҡурҡып ятҡан Нәғим шул саҡта ғына үҙенең бик ҙур бәләгә тарыуын аңланы.

Төнгө 12-ләргә тиклем көттө Нәғимде Рәмзилә. Өс хеҙмәткәр бүнәтәйҙәр эйәртеп килеп ингәс кенә, ҡатын Нәғимдең тиҙ генә ҡайтмаҫын аңлаған һымаҡ булды. Ә бына Вәзиргә ҡыйыныраҡҡа тура килде. Сөнки уға аҡсаның ҡайҙан килгәнлеген төшөндөрөү өсөн атаһы менән әсәһенең ҡайҙа эшләүҙәрен әйтергә, ә аҡсаны сувенирҙар лавкаһынан күпләп һатып алыуын танырға тура килде. Урал Булат улына был шау-шыуҙы шым ғына үткәреү мөмкин булманы. Оҙайлы һәм ентекле тикшереүҙәр уның ҡәнәфиен ваҡыт-ваҡыт һелкеткеләп ҡуйҙы. Хатта үҙе лә вазифаһын ҡалдырырға ниәтләп бөткәйне. Вәзирҙең ғәйебен таныуы, Нәғимде шаяртырға теләүе ысынбарлыҡҡа яҡын, тип табылды. Етмәһә, өйләнергә йөрөгән егетте, ҡатыны, яңы тыуған балаһы булыуын иҫәпкә алып, штраф түләтеү менән генә сикләнделәр. Нәғимгә ҡыйыныраҡҡа тура килде. Тәүҙә уны ауылына ҡайтып киткән, тигәйнеләр. Шунда бер фермерға тракторында ер һөрөпмө, һалам тарттырыпмылыр йөрөгән. Бында иң ҙур зыянды һәм юғалтыуҙарҙы Рәмзилә менән ҡыҙы кисерергә тейеш ине һымаҡ. Сөнки бынау заманда, Вәзиргә ышанып, кем киләсәккә өмөт менән ҡараһын инде. Урал Булат улына барыһын да үҙ ҡулына алырға тура килде. Вәзирҙе нисек өгөтләгәндер, белмәйбеҙ, һәр хәлдә, һуңғы тәрбиә сараһы итеп йоҙороҡлауҙы ҡулланманылармы икән, тигән нигеҙле шик тә бар. Ошо ваҡиғанан һуң Вәзир үҙе лә аҡылға ултырғандай булды, тиҙәр. Тормош бит төнгө клубтарҙа ғына бармай, ғаилә тигән бөтәһе өсөн дә яҡын, ғәзиз, мәңгелек ҡиммәттәр ҙә бар. Туй булған икән, тигәндәрен дә ишеткеләнем. Шау-шыу баҫылғас, әллә ярты йылмы, бер йылмы үткәс, Рәмзилә менән Вәзирҙе никах теркәү залында күреп ҡалғандар. Әйткәндәй, Саимә ханым был юлы тулыһынса ире менән бер төптән Вәзирҙе яғымлы һүҙҙәре менән өгөтләүҙә ҡатнашҡан. Туйҙа булған бик һирәк кешеләр Рәмзиләнең икенсегә әсәй булырға йыйыныуын ир менән ҡатындың мөнәсәбәтәренең ныҡлығына ишара сифатында ҡабул иткән. Бирһен Хоҙай, хәҙер матур йәшәүҙән берәүҙе лә тыйып булмай. Бәхетле ғаиләләрҙең ҡулында балалар үҫеүен тик хупларға ғына кәрәк.

Бына шулайыраҡ тамамланды йәки тамамланырға тейеш ине һымаҡ беҙҙең әлеге бәйәнебеҙ.

Аҙаҡҡы һүҙ урынына.

Хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ! Беҙ һеҙҙең менән айға яҡын бергә булдыҡ. Хатта үҙенә күрә бер һынаумы, тәжрибәме үткәреп ҡараныҡ. Йәғни, ҡулланыусыларыбыҙҙы ҡағыҙ форматта сыҡҡан “Һәнәк” журналына яҙылырға өйрәтеүҙе, һорауҙы, йә, кемдер әйтмешләй, “ҡушыуҙы” артабан да дауам итергә теләгебеҙ бар. Әлегә ғәйепте үҙ өҫтөбөҙҙө алабыҙ. Сөнки беҙ әлегә һеҙ илай-илай уҡырлыҡ һәм һеҙҙе шунда уҡ почта бүлексәһенә йүгертерлек, йәки электрон мөмкинлектәр аша журналға яҙҙырырлыҡ әҫәрҙәр ижад итеү кимәленә саҡ ҡына етмәгәнбеҙ. Ә ундай мөмкинлек бар. Беҙҙең маҡсат – уны тормошҡа ашырыу, йәғни беҙҙең әҫәрҙәрҙе уҡып, “Һәнәк”кә яҙылыу ихтыяжын уятыу. Бергә ҡалайыҡ, хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ!

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: