+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июнь 2021, 19:23

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?.. Хикәйә Беренсе бүлек

Йәйге ҡала, иртәнге яҡ. Был мәл барлыҡ фатирҙарҙа ла бер төрлө тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Вәхит йәшәгән фатирҙа, мәҫәлән, башҡараҡ. Ул ял көндәрендә, һәр эш көнөндәге һымаҡ, иртүк тороп өйрәнгән. Тормаҫ ине, ашҡаҙаны шулай көйләнгән. Ә ашҡаҙан, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик мөһим ағза. Тәүге көндәрҙән үк ир ҡатыны Вәлимәне көн һайын иртән ҡуҙғалып, ашарға бешерергә өйрәтеп алды. Дөрөҫ, был ғәҙәткә өйрәтеү еңелдән булманы. Ял ике генә көн, шулай булғас, кемдең, ҡайһы ҡатындың, ни тиклем хәләл һәм тоғро булмаһын, иренә ярайым тип, үҙен йылы түшәктән айырып, аш бүлмәһенә ыңғайларға мәжбүр иткеһе килһен? Был юлы ла шулай башланды көн.

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?..

Хикәйә

Беренсе бүлек
Йәйге ҡала, иртәнге яҡ. Был мәл барлыҡ фатирҙарҙа ла бер төрлө тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Вәхит йәшәгән фатирҙа, мәҫәлән, башҡараҡ. Ул ял көндәрендә, һәр эш көнөндәге һымаҡ, иртүк тороп өйрәнгән. Тормаҫ ине, ашҡаҙаны шулай көйләнгән. Ә ашҡаҙан, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик мөһим ағза. Тәүге көндәрҙән үк ир ҡатыны Вәлимәне көн һайын иртән ҡуҙғалып, ашарға бешерергә өйрәтеп алды. Дөрөҫ, был ғәҙәткә өйрәтеү еңелдән булманы. Ял ике генә көн, шулай булғас, кемдең, ҡайһы ҡатындың, ни тиклем хәләл һәм тоғро булмаһын, иренә ярайым тип, үҙен йылы түшәктән айырып, аш бүлмәһенә ыңғайларға мәжбүр иткеһе килһен?

Был юлы ла шулай башланды көн. Вәлимә – аш-һыу тирәһендә, ә Вәхит – йылы түшәктә. Былай Вәхит теүәл уяна. Ете тулыр-тулмаҫ күҙен аса һәм, ғәҙәт буйынса, танауын аш бүлмәһе яғына йүнәлтеп, нимә бешергәнен белергә тырыша. Кисә арыған ғына ҡиәфәт менән: “Тауыҡ боттары алдым, шуларҙы һарымһаҡ менән быҡтырһам буламы?” – тип һорағайны. Ире ҡырҡа ҡаршы төштө. Төшмәҫ ине, бер көн эштә тауыҡ бото хаҡында ҡот осҡос хәбәрҙәр һөйләнеләр. Капиталистар, суҡынып ҡына китмәгәйҙәре, тауыҡтарға ҡырҡ көндә түгел, утыҙ биш көндә һимереп өлгөрһөндәр өсөн махсус препараттар бирә икән. Ә был матдәләр нимә эшләй? Ашҡаҙанда үҙ бурыстарын үтәгәс, нисек әйтергә, ашлама рәүешен алғас, эш тә бөтөр ине. Ләкин ул матдәләр ҡан тамырҙары буйлап түбән төшә лә аяҡҡа ултыра икән. Тауыҡтарҙы күргәнегеҙ бармы? Кәүҙәгә бәләкәй генә, ә боттары ниндәй! Толя исемле хеҙмәттәше әйтә, әгәр унынсыла уҡыған улығыҙ йә ҡыҙығыҙ аяғына ҡырҡ өсөнсө үлсәм ботинка йә туфлиҙы һыйҙыра алмай икән, тимәк, һеҙ уға, үҫеп килгән балаға, күпләп тауыҡ бото ашатҡанһығыҙ. Тауыҡ бото етештереүселәрҙең еңел сәнәғәт, йәки ботинка, туфли теккән фирмалар менән бәйләнештә булыуы бик ихтимал. Беләһегеҙҙер, үлсәм ҙурайған һайын күн дә күберәк китә.

Әлегә Вәхит йоҡлаған булып ята. Ә аш бүлмәһенән тәмле еҫ аҡрынлап ҡына йоҡо бүлмәһенә ағыла башланы. Тап ошо урында Вәлимә үрелеп йоҡо бүлмәһенә Вәхиткә күҙ һалырға тейеш: уянғанмы, юҡмы? Әгәр йоҡоһо туйһа, ул күтәрелеп ҡараясаҡ, ә инде ҡыбырҙамай икән, бер аҙ ятып торасаҡ.

Ҡатын үрелеп ҡараны, ләкин Вәхит әлегә ҡыбырҙаманы. Вәхит – тәжрибәле ир, ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы ҡылдарын сиртергә белә. Белмәҫ ине, Вәлимәһе уның өсөнсө ҡатыны. Әлбиттә, күберәк, ләкин донъя хәлен белеп буламы ни? Был үтә шәхси эш. Тәүге ҡатыны менән нисек йәшәне? Бер ай торҙолармы-юҡмы, шешәгә битараф булмағаны асыҡланды. Вәхит был йәһәттән үҙен тота белә. Юғарыла ашҡаҙан хаҡында бер аҙ әшкәрткәйне шикелле. Сәбәбен дә ошо тирәнән эҙләргә кәрәк.

Икенсеһе менән ныҡлап йәшәргә булыр ине, әгәр фатиры булһа һәм һәйбәт кенә эш хаҡы алһа. Вәхит үҙе өсөн фатир мәсьәләһен мөһим тип иҫәпләмәй, сөнки, үҙе әйтмешләй, бындай буй-һын, аҡыл, биләгән вазифа һәм белем менән фатирға ғына түгел, айырым коттеджға дәғүә итә ала. Ана, ҡала эргәһендә нисәмә коттедж көслө ҡулға мохтажлыҡ белдереп ултыра. Һайлап ала һәм ваҡытында туҡтала ғына бел. Икенсеһе, исеме нисек булды әле, оҙаҡламай ипотекаға фатир алырға йыйыныуы хаҡында ишаралап та ҡараны. Вәхитме һуң инде түҙеп ултыра торған кеше! Йәтеш кенә сәбәбе сығып, анһат ҡына ҡойроғон һыртҡа һалды.

Бына хәҙер өсөнсөһөндә йәшәп ята. Бөтәһе лә етә, барыһы ла бар, эсмәй, тартмай, эш хаҡы ла насар түгел, өлтөрәп тора. Юҡ, тағы ла сумаҙанды һөйрәп алырға тура килер. Бындай осраҡта Вәхит өсөн айырылышыу түгел, ә үҙенең ҡәҙерле кәүҙәһен йылы һәм йомшаҡ түшәктән торорға мәжбүр итеү мөһим. Шулай итеп, ул торҙо.

– Хәйерле иртә, Вәлимә, – тине ул ҡоро ғына.

Ҡатын ишетте, ләкин әһәмиәт бирмәне.

– Хәйерле иртә, батырым, – тине ҡатын ғәҙәттәгесә.

Вәхит йыуыныу бүлмәһенә үтеп барышлай ғына:

– Минең теге юл сумаҙаны ҡайҙа ята икән? – тип ваннаға инеп китте.

Һуңғы һорау ҡатынды һеңгеҙәтте. Шунда уҡ эйәге һалынды, яурындары төштө, ултырып илағыһы килде. Иламай тор, ныҡ бул, Вәлимә! Бәлки, сумаҙанын берәй нәмә һалырға йә алырға ғына эҙләйҙер.
Вәлимә юғалып ҡалды. Сумаҙан етди сәбәпкә генә әйләнмәһә ярар ине.
– Сумаҙаның балконда кәштәлә тора, – тине ҡатын тауышына битараф төҫ бирергә тырышып.
Килеп сыҡманы, ҡалтыранды. Шул ваҡыт Вәлимәнең ҡулы ҡысып ҡуйҙы. Был оятһыҙ ир әллә, ысынлап та, ирлек дәрәжәһенең, намыҫтың барлығын да белмәйме икән? Әгәр белгән булһа, аҙна буйы эшләп арыған ҡатынын, таң менән торғоҙоп, һайлана-һайлана тамаҡҡа бешертер, ашап туйғас, сәбәбен дә әйтеп тормай, сумаҙанын күтәреп сығып китер инеме? Сәбәбе нимә, рәхмәт тә әйтмәйәсәк, кикереп кенә ҡуясаҡ һәм кем бешергәнен, нисек бешергәнен онотасаҡ. Беҙҙең ир-аттың ваҡлығына ғәжәп ҡылырһың, Вәлимә йөрәгенең һыңҡылдап-һыңҡылдап ҡуйыуын һиҙҙе. Асыуы ҡабара башланы. Ә ул йөрөй, әйберҙәрен барлай башланы. Етмәһә, нимә ти:
– Иртәнге аш булдымы? – ти.
– Булды, булмай, ҡайҙа барһын? – тине Вәлимә, ҡулдары нығыраҡ ҡысый башланы, яланғас аяҡтары менән бер-береһенә тибеп ҡуйҙы. Вәлимә мәктәптә физкультура дәрестәре алып бара. Бер нисә секция – уның ҡарамағында. Айырыуса, халыҡ дзюдо, каратэ тигәнен ярата.
Тәүге иренән айырмалы, Вәлимәнең Вәхиткә үҙенең спорт һәм физкультура ҡаҙаныштарын күрһәтеү мөмкинлеге булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, рөхсәт итмәнеләр. Әсәһе килеп ҡыҫылды инде, үҙенең әсәһе. Ауылға алып ҡайтып, таныштырғас, “Ҡыҙым, анау приемдарыңды был кейәүгә күрһәтмә инде. Ҡойроғон да тота алмаҫһың”, – тине.
Дөрөҫ әйткәндер. Ләкин, күренеп тора, ҡатындың ирҙе ҡултыҡлап ҡына йөрөүе, яғымлы һүҙҙән мәхрүм итмәүе үҙен бөгөн ыңғай яҡтан раҫламаны. Вәлимә үкенәсәк. Хәйер, үкенмәй, был әрәмтамаҡты аҡылға ултыртырлыҡ бер-ике алым менән генә ергә һуҙып һалырлыҡ мөмкинлектәре булғыланы. Ана, теге ваҡыт, таң менән генә ҡайтып керҙе, ят хушбуй еҫтәре аңҡытып. Анттар итте, тубыҡланып торҙо, ләкин Вәлимә ышанманы. Ышанмаһа ла, ғәфү итте. Һиҙә ине ҡатын шулайыраҡ бөтөрөн. Сөнки телефонын күрһәтмәй генә тотона башланы. “Смс”-ка килә, юя, “смс”-ка килә, шунда уҡ юҡ итә. Ҡыҙыҡһынһаң, эш буйынса, тип һүҙҙе икенсегә бора ла ҡуя.
– Әйҙә, ашап алайыҡ, – тине. Ҡара әле, бар белгәне – ашау.
– Әйҙә, ултырайыҡ.
Ултырҙылар, ашанылар, ҡабаланмай ғына сәй эстеләр. Вәлимә сәйен эсә, үҙенсә уйлай: ике йыл ярым йәшәнек, ә хәтерҙә ҡалырлыҡ бер нимә лә юҡ. Хатта балалары ла булманы. Вәлимә бер-ике тапҡыр барып, ҡаралғайны, һеҙҙең һаулыҡ менән ҡурҡмайынса унауҙы табырға мөмкин, тип дәртләндереп ҡайтарҙылар. Иренә өндәшеп ҡарағайны, күрмәйһеңме ни, мин тырышам, ҡулдан килгәнсә. Ниңә борсолаһың? Булыр әле. Аҙаҡ ишеттерҙеләр, Вәлимәгә тиклем дә өйләнгән булған, ләкин балалары хаҡында хәбәр юҡ. Тимәк, балалары юҡ. Булһа, ишетелер ине, һис юғы, алимент түләр ине.
Вәхит Вәлимәнең нимәләр уйлағанын һиҙгән һымаҡ, ҡатынға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Тешен соҡоп алды, сәйен шөпөрләтеп эсте һәм, кәрәгең бөттө, ҡоҙағый, тигән һымаҡ, һүҙ башланы:
– Вәлимә, һин бик һәйбәт ҡатын. Мин һиңә лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтә алманым. Һин күберәккә иҫәп тота алаһың. Шуға мин, юҡ, мин түгел, һин мине ебәр. Үҙ ҡарамағыңдан, ҡәҙер-хөрмәтеңдән азат ит. Һинең бешеренеүең миңә оҡшай, ләкин мин һинең ҡәҙереңде белмәйем. Шулай булғас, бергә йәшәүебеҙҙең мәғәнәһен тапмайым.
Вәлимә эстән генә үкереп илай ине. Йә инде, ике йылдан ашыу өтәләнеп, ир күңелен күрәм, тип күпме тырышты, ә был йүнһеҙ әрәмтамаҡ, ашап туйҙы ла, рәхмәт тә әйтмәй, сығып та китте. Ҡатын ирҙең туҡ йөҙөнә, уның ҡырынған, еҫле һабын менән йыуылған ҡып-ҡыҙыл, ялтырап торған битенә ҡараны. Ана, ниндәй ҡәнәғәт ултыра ул. Йәнәһе, ҡәҙер-хөрмәтеңдән азат ит. Эх, килешмәй шул. Эшкә барып етер, ялыу яҙыр, полиция килер, кеше араһында оят. Шунан һуң, бының ҡайһы еренә һуғаһың инде, былай ҙа таралып төшөргә торған һымаҡ. Ә ул быны беләме? Һаман һөйләнә:
– Шулай ҙа, белеп буламы, эйе, килеп керһәм, ҡыуып сығармаҫһың әле.
Аһ, ер бит, хайуан! Килеп керһәң, күрһәтер инем мин һиңә бер-ике алымды, Альфонс! Эй, заманаларҙың үҙгәреүен әйт. Вәлимәнең теле бына нимә ти:
– Ярай, оҡшамаһа, китәһең инде, – тине ул тауышын ҡатыраҡ сығарырға тырышып. Һиҙгәйнем инде, берәйһе барҙыр.
–Юҡ, юҡ, мин һиңә тоғро булдым. Һиндә бер дәлил дә юҡ. Хәйер, былары үткән заманда ҡалды. Боҙолошмай ғына хушлашайыҡ. Әйткәндәй, һинең фатирың бар, машина йөрөтә белмәйһең, мин “Шевролет”ты алып китһәм, һин ҡаршы түгелме?
Кредиты түләнеп бөткәс, алып китә инде. Үҙенә яҙҙырғас та, шикләнә биреп ҡуйғайны, ярай, рәхәтен күрһен. Ә бурыстың күберәген, бөтәһен дә булмаһа әле, Вәлимәгә түләргә тура килде. Ярай инде, үҙе ғәйепле. Аҡсаһын да үҙе бирҙе, шулай булғас, үпкәләр урыны юҡ. Ҡатын ваннаға инеп китте. Шаптырлатып һыу ағыҙа башланы һәм түгелеп иларға тотондо. Шул тиклем дә бәхетһеҙ булыр икән. Шундай өмөттәр менән кейәүгә сыҡҡайны, ата-әсәһе шул тиклем ҡыуанғайны, һеңлеләре-ҡустылары еҙнәй ҙә еҙнәй, тип ҡабул иткәйне. Юҡ, бынау аҡҡан һыу һымаҡ, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булырға итә.
Ә Вәхиттең – үҙ хәсрәте. Бөтәһе лә ирҙәрсә булды. Үҙенең уй-ниәттәрен алдан белдерҙе, хатта үҙенән рөхсәт алғандай итте. Әлбиттә, йәл, бына-бына утыҙың тулырға торғанда, япа-яңғыҙ ҡалыу – бәлә. Бәлә генә түгел, бәхетһеҙлек. Ә был бирешмәй. Ана, ыһ та итмәне. Ванна ҡабул итергә инеп китте. Характеры ныҡ. Бындай ваҡытта ниндәй йыуыныу, хатта йәшәге килмәй. Ҡабаланырға кәрәк, Кифая көтәлер. Әйҙә, бер сюрприз булһын, яҡтырыр-яҡтырмаҫ, барып керһен әле. Ярты йыл осрашып йөрөйҙәр, нимә тине, ҡулыңдан килмәйәсәк, китә алмаясаҡһың. Айырылырға уйлаһаң да, һине ебәрмәйәсәктәр, тип килгән һайын ҡолаҡ итен ашай ине. Бер ҡыҙыҡ булһын.
Вәхит кейем-һалымын, иң кәрәкле әйберҙәрен ҙур сумаҙанға тултырҙы ла ҡолағын ванна яғына ыңғайлаты. Ҡара, һаман йыуына. Үпкәләне була инде. Холҡон күрһәтә. Сумаҙанын эләктерҙе, тоғон күтәрҙе лә, асҡыстарын ишек эргәһендәге тумбочкаға һалды, еңел тын алып, машинаһы торған урынға йүнәлде.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: