+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Июнь 2021, 18:46

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?.. Хикәйә Икенсе бүлек

Ҡала аҡрынлап уяна, Вәхит, күңелле көйҙәр һыҙғырып, машинаһы торған ергә атлай, ҡулы талғас, туҡтап, сумаҙаны менән тоғон урам эскәмйәһе өҫтөнә һалып, ял итте. Ә былай күңеле көр, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, намыҫы ғазапламай. Вәлимәлә байтаҡ йәшәне, етәр, ирлек бурысын теүәл үтәне. Ана бит, тороп ҡалыуы ла ҡәнәғәт ине шикелле. Шым ғына барып төшһөн әле. Кифаяһына бер сюрприз булыр. Былай ҙа ҙур, йоморо күҙҙәре асылыр ҙа китер инде. Үҙе менән килгән сумаҙанды күргәс, телһеҙ ҡалыр, буғай. Ҡалһын, ҡасанан бирле көтә ул Вәхитте. Ышанмайым, был төштөр, йә шаяртаһыңдыр, тип үҙһүҙләнер әле.

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?..
Хикәйә
Икенсе бүлек
Ҡала аҡрынлап уяна, Вәхит, күңелле көйҙәр һыҙғырып, машинаһы торған ергә атлай, ҡулы талғас, туҡтап, сумаҙаны менән тоғон урам эскәмйәһе өҫтөнә һалып, ял итте. Ә былай күңеле көр, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, намыҫы ғазапламай. Вәлимәлә байтаҡ йәшәне, етәр, ирлек бурысын теүәл үтәне. Ана бит, тороп ҡалыуы ла ҡәнәғәт ине шикелле.
Шым ғына барып төшһөн әле. Кифаяһына бер сюрприз булыр. Былай ҙа ҙур, йоморо күҙҙәре асылыр ҙа китер инде. Үҙе менән килгән сумаҙанды күргәс, телһеҙ ҡалыр, буғай. Ҡалһын, ҡасанан бирле көтә ул Вәхитте. Ышанмайым, был төштөр, йә шаяртаһыңдыр, тип үҙһүҙләнер әле.
Бына Кифаяның подъезына килеп туҡтаны. Барыһы ла ыңғай килгән һымаҡ. Ана, берәү ҡуҙғалып сығып китеүгә, буш урынға машинаһын да индереп ҡуйҙы. Хәҙер киләһе дүшәмбегә тиклем ял итергә хоҡуғы бар. Лифттың аҫта көтөп тороуын да хуплау һымаҡ ҡабул итте Вәхит. Тик бына етенсе ҡатта тәмәке тартып, үҙ-ара геүләшкән Ҡафтау аръяғынан килгән ике егет кенә кәйефен боҙғандай итте. Ундайҙарға тыныс ҡарай Вәхит. Дөрөҫөрәге, ҡарамай, үҙен уларҙан өҫтөн тота. Ул бит – ошо ерҙән. Тимәк, хужа һымаҡ була инде.
Ир килеп, ҡыңғырау төймәһенә баҫыуы булды, ишек асылып китте, һәм ярым шәрә тағы бер Ҡафтау егете пәйҙә булды.
– Кто такой? К кому пришел? – тине ул Вәхиттең тоғо менән сумаҙанына һәм үҙенә алмаш-тилмәш ҡарап.
Вәхит телһеҙ ҡалды һәм көс-хәл менән:
– Я – к хозяйке. А где Кифая? – тип әйтә алды.
– К Фае? Она дома, – тине был.
Ул арала булмай, үтә күренеп торған халат кейгән Кифая ла килеп сыҡты һәм Вәхитте күреп, саҡ ҡына ла уңайһыҙланманы, хатта юғалып та ҡалманы.
– А, брат приехал из деревни! Вәхит, үт, үт. Мин һине көтә инем, – тине һәм туҡтауһыҙ күҙ ҡыҫты.
Ҡайҙа барһын Вәхит, керҙе, ултырҙы, барыһына ла төшөндө, сөнки төпкө бүлмәнән, бер-береһен ҡосаҡлап, ят ир менән ҡатын килеп сыҡты. Кифая, ай-вайына ҡуймай, Вәхитте килтереп ултыртты, стакан менән нимәлер ҡойоп бирҙе.
– Иң яратҡан ағайым килгән! Мин уны шул тиклем яратам, һөйләп аңлатырлыҡ түгел! – тип туҡтауһыҙ һөйләнде ул. Һөйләнгән арала, бышылдап ҡына:
– Аптырама, үҙең ғәйепле, алдан шылтыратырға кәрәк ине. Килдең дә керҙең. Бына хәҙер үҙеңә уңайһыҙҙыр инде. Былар ҙа әле генә килде. Ял итеп тә өлгөрмәнек. Хәҙер бөтәһен дә сығарып ебәрәм.
Сығарып ебәрер һиңә! Теге ишекте асҡан ир Кифаяны буш бүлмәгә саҡыра башланы. Вәхит тә эскәс, ҡыҙғайны, яндырайлана башланы.
– Туҡтап тор, брат пришел, – тип Кифая тыйып алды.
Йәне көйгән Вәхит тағы эсте, иҫереп китте, үпкәләп, Кифаяһына һөйләнде һәм ултырған килеш, йоҡлап та китте. Уянып китһә, тынлыҡ, берәү ҙә юҡ тиер ине, аш бүлмәһендә кемдер һауыт-һаба йыуа. Вәхит башын тотоп, бер аҙ ултырҙы әле. Бында нимәләр булғанын хәтеренә төшөрөргә тырышты. Иртән ине, хәҙер төштән һуң. Көс-хәл менән тороп, аш бүлмәһенә күҙ һалды. Оҙон халат кейгән Кифая йыйыштырып йөрөй.
– Ә, уяндыңмы, торҙоңмо? – тине ул, Вәхитте күргәс. – Һин ни эшләп минең фатирыма рөхсәтһеҙ килеп инәһең? Һин мине бик уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙың. Хәҙер минең хаҡта һин әллә нимәләр уйлаясаҡһың. Минең эшлекле партнерҙарым алдында ышанысты юғалтыуым бар.
– Ә мин ҡайҙан беләйем һинең нимәләр менән шөғөлләнгәнеңде? – тине ир, ярылып килгән башын тотҡолап.
– Ә был тоҡ менән сумаҙанда нимә?
– Нимә булһын, минең кейем-һалым.
– Уларҙы ниңә үҙең менән һөйрәп йөрөйһөң?
– Һөйрәп йөрөмәйем, мин һиңә күсенеп килдем.
– Ужас! Ҡарағыҙ әле, ул миңә күсенеп килгән! Ысынлапмы?
– Ысынлап.
– Ә һин бында нимә эшләйҙәр, мине көтәләрме икән, тип саҡ ҡына уйламаныңмы?
– Һуң, үҙең күпме әйтең, һин ҡурҡаһың, килмәйһең, шунда йөрөйәсәкһең, тип һөйләндең.
– Һөйләнгәнмендер. Әйткәнмендер. Ә һин шул һүҙҙәргә ышандыңмы?
– Эйе, ышандым.
– Алйот, тиһәм, алйотҡа оҡшамағанһың, былай теүәл генә кеше һымаҡһың. Кем бисәләрҙең һөйләгәненә ышана?
– Мин ышандым.
Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Дуҫы шылтырата икән. Мазһар. Хәл-әхүәл белештеләр. Нимәгә шылтырата инде?
– Киске һигеҙҙәргә икәүләп килегеҙ. Донъя хәлдәрен тикшереп, музыка тыңлап, йырлашып ултырырбыҙ. Яңы фатир алдыҡ, шуны күрһәтергә ине, – тине ул. – Адресты яҙып ал: Ленин урамы, 15, 40-сы фатир.
Вәхит яҙып алды, бармай, сараһы юҡ, Мазһар менән бергә уҡығайнылар.
– Кем шылтырата? – тине Кифая.
– Мазһар дуҫ. Фатир алған. Кискә ҡунаҡҡа саҡыра.
– Бараһыңмы? Бер үҙеңме?
– Икәүләп килегеҙ, тине. Барайыҡмы?
– Әллә, алып барһаң, мин – риза.
Вәхиттең күңелен көнләшеү ҡорто һаман кимерә ине әле:
– Ә теге егеттәрең тағы килмәҫме? – тине ул.
– Эш буйынса киләсәктәр, – тип таҡылданы Кифая. – Мин уларһыҙ бер нимә лә эшләй алмайым. Ана, ҡалала нисәмә нөктәлә емеш-еләк, йәшелсә һаталар. Бөтәһе лә – уларҙыҡы. Эш хаҡын да мин уларҙан алам. Бына, әле өҫтөмә кейерлек яңы күлдәгем дә юҡ. Һин ошо хаҡта нимә уйлайһың?
Вәхит кеҫәһендә нимә барлығын ҡапшап ҡараны:
– Әйҙә һуң, бынауы сауҙа комплексына инеп сығайыҡ.
– Ысынлапмы? Вәхит, ҡәҙерлем, һин шундай йомарт. Кифая урынынан һикереп түгел, осоп тигәндәй килеп сыҡты.
Вәхиттең йәшереп тигәндәй йыйған аҡсаһы ҡышҡы тәгәрмәстәр һатып алыуға тәғәйенләнгәйне. Ҡар яуыуға әле байтаҡ, ниңә ҡатынын ҡыуандырмаҫҡа? Керҙеләр, бик оҙаҡ һайланды. Матур күлдәктәр күберәк, ләкин улар ҡиммәтерәк. Көс-хәл менән һатып алғайнылар, уныһына ҡуша – плащ, өҫтәүенә, плащ төҫөндәге итек тә кәрәк икән. Аҡса тәгәрмәс алыу түгел, бер нисә тапҡыр яғыулыҡ ҡойорлоҡ ҡына ҡалды.
***
Вәлимәне йоҡонан телефон шылтырауы төш етәрәк кенә уятты. Венера икән, Мазһарҙың ҡатыны. Яңы фатир алғандар, кискә йыуған һымаҡ итергә ҡарар иткәндәр. Икәүләп килегеҙ, йырлашып ултырырбыҙ. Иртәгә йәкшәмбе, эшкә барырға түгел. Вәлимә, уны-быны уйламай, ризалашты. Бәй, ул бит хәҙер яңғыҙ. Моғайын, ул да, Мазһар ҙа Вәлимәләрҙең айырылышҡанын белмәйҙер. Белмһә, ни булған, ғүмер буйы, яңғыҙ ҡалдым тип, өйөндә бикләнеп ултырмаҫ инде. Кеше араһына сыҡһын, аралашһын. Һуңғы арала барлыҡ аҡсаһы Вәхиттең автомобиле өсөн түләүгә килеп торғас, үҙенә йүнле кейем-һалым да алғаны юҡ ине. Иҫенә төштө, уның бит банк биргән кредит картаһы бар. Донъяның бер кәрәген биреп ҡал, тигән һымаҡ, яйы сыҡҡас, ниңә кейенеп алмаҫҡа? Иң затлыларын һәм яңыларын һатып алды. Прическа яһатты, битенә майҙар һөртөп, бизәп ебәргәс, тырнаҡтарын ҡыҙартҡас, егерме йәшлек ҡыҙға әйләнде лә ҡуйҙы. Ай-һай был оҫталар ҡатын-ҡыҙҙы ҡайһылай ирәйтә! Үҙен танымай торҙо Вәлимә.
Тәғәйен ваҡыт килеп тә етте. Вәлимә төҙ кәүҙәһен тағы ла турайтыбыраҡ, ҡулбаштарын күтәреп, башын юғары сөйөп, урамда оҙағыраҡ йөрөп алды. Телефондағы сәғәтенә ҡараһа, һуңлап бара. Парк аша тура ғына Ленин урамына ыңғайланы. Бер һуҡмаҡтан килеп кенә сыҡҡайны, ике ир бер ҡатынды эләктереп алғандар ҙа, ҡысҡыра-ҡысҡыра үҙҙәре менән барырға өндәйҙәр. Хатта, килеп, һүгенәләр. Ана, береһе бысаҡ сығарҙы. Вәлимә ундайҙарҙы яратмай. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙы алдаған,уларға ҡарата көс ҡулланған кеше эргәһенән өндәшмәй генә үтә алмай.
– Отпустите женщину! – тине ул ҡаты итеп.
– Пип-пип, уходи сама! А то пип-пип! – тине тегеләрҙең береһе.
Вәлимә өҫ-башын ҡараны. Итеге өр-яңы, плащы тап-таҙа. Һуң, теге ҡатын да йәл бит әле, ана, баштан-аяҡ өр-яңынан кейенгән.
– Һуңғы тапҡыр киҫәтәм, – тине Вәлимә. – Последний раз.
Икәүләп, һүгенә-һүгенә, Вәлимәгә боролдолар. Шул арала Вәлимә анһат ҡына итеп плащын систе, итектәрен һалып өлгөрмәне, тегеләрҙең икеһенең араһында бейегән һымаҡ, өйөрөлөп, үткәйне, береһенең ике күҙ араһына тибеп, икенсеһенең муйынына еңелсә ҡағылғайны, һәр береһе, икешәр ишекле шифоньер ҡолаған һымаҡ, гөрһөлдәп ауҙылар ҙа ҡуйҙылар.
Хоҙайым, әллә үлгәндәр инде. Ҡайҙан үлһендәр, ташҡа талау тейәме инде, ыңғырашып ятҡан булалар. Вәлимә көҙгөһөн сығарып, прическаһын ҡараны. Ярай, теймәгәндәр, бәхеттәре бар икән.
– Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ, – тине Вәлимә ят ҡатынға. – Йә, дуҫтары килеп сығыр. Ә һеҙ ниңә һуңлап йөрөйһөгөҙ?
– Ленин урамына бара инек, 15-се йортҡа. Ирем, бер быҙау инде, парковка урыны таба алманы. Миңә әйтә, һин бара тор, мин машинаны ситтәрәк ҡалдырам, һиңә атлауы оҙаҡ булыр ти. Илтеп ҡуйһа ла була ине, юғалды ла ҡуйҙы.
– Әллә ҡастымы?
– Ирҙәрҙе кем белә инде, килеп тә инә, ҡасып та китәләр, – тине Кифая.
– Шулай шул, ҡасан килеп керерҙәрен, ҡасан сығып китерҙәрен дә белмәҫһең, тип йөпләне Вәлимә. – Ә былар менән таныш инегеҙме?
– Таныш тип, магазиндарында бер аҙ эшләп киткәйнем. Өҫтөңә сыҡты, тип бурыс яҙҙылар, хәҙер шуның аҡсаһын таптыралар. Ошо юлдан йөрөйҙәр икән, үҙҙәре килеп сыҡты.
Шәп-шәп атлап, Ленин урамына килеп сыҡтылар. Вәлимә хушлашып, 15-се йорттоң бер подъезына инеп китте. Кифая артынан эйәрә биреберәк ҡалды. Ҡуй инде, рәхмәт әйтергә оноттом бит, тине ул эстән генә. Ул арала булмай, Вәхит тә килеп етте.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: