+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Июнь 2021, 11:34

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?.. Хикәйә Өсөнсө бүлек

Шулай тура килде, аңды-тоңдо белмәгән хужабикә Вәхитте Вәлимә менән Кифаяның уртаһына ултыртып ҡуйҙы. Вәхит тәүҙә Вәлимәһен күрмәмеш булып ултырһа ла, бер аҙ “төшөрөп” алғас, бутала башланы, хатта кем менән килгәнен онотоп ҡуйҙы. Вәлимә иғтибар итмәһә лә, Кифаяһы бороп-бороп семетеп алырға мәжбүр булды. Вәхит тамам самаһын юғалтты. Бер Вәлимәһе менә сәкәштерә, иҫенә төшһә, Кифаяһын эҙләй башлай. Уныһы Вәлимә менән аралаша торғас, бер-береһенә эҫенеп киттеләр, уртаҡ таныштары күп икән, шуларҙы иҫкә төшөрөп, йәнәш ултырып алдылар.

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?..

Хикәйә

Өсөнсө бүлек
Уныһы, килеп етеү менән, Кифаяның өҫ-башының таушалыуына иғтибар итте:
– Нимә булды тағы?
– Нимә булһын, хулигандар һөжүм итте!
– Ҡайҙа улар? Хәҙер мин уларҙы...
– Үҙем ҡыуалап ебәрҙем, көс-хәл менән.
– Ай-һай... Берәйһе ярҙам иткәндер.
– Юҡ, билләһи, үҙем! Бер-ике каратэ күрһәткәйнем, ана яталар.
– Туҡта әле, әллә һин каратэ менән шөғөлләндеңме?
– Эйе, йәш саҡта бер аҙ булғайны.
– Ҡара уны, әтеү минең берәү булды, бер нимә булһа, һикерәңләп ала ла китә. Үҙенән саҡ ҡотолдом.
– Нисауа, минән ҡотола алмаҫһың.
– Ҡарарбыҙ, кем кемдән ҡотола бит әле.
Икәүләшеп Мазһар йәшәгән фатирға барып инделәр. Мәжлестең ҡыҙыр-ҡыҙмаҫ ҡына сағы, фатир хужаһы Вәхитте ҡосаҡлап уҡ алды:
– Хәлдәр нисек? Ни эшләп һуңлап йөрөйһөң? Вәлимәң күптән килде.
– Бәй, Вәлимә бындамы ни? – тип алан-йолан ҡаранды Вәхит. – Мин уға әйтмәгәйнем.
– Ә нимә булды? – тип аптыранды Мазһар.
– Нимә булһын, мин йәшәү урынын алыштырып йөрөйөм, – тип ҡолағына бышылданы Вәхит. – Күрмәйһеңме ни, яңы мөхәббәт менән килдем.
– Ну, һин даешь, дуҫ! Исеме нисек һуң?
– Кифая, тиһәң дә була.
– Кифая? Шундай ҙа исем булыр икән! Элеккеһенең исеме лә, үҙе лә матур ине. Быныһы ҡайҙа эшләй?
– Бизнесы бар шикелле. Ошо тирәне емеш-еләк менән тәьмин итә.
Шулай тура килде, аңды-тоңдо белмәгән хужабикә Вәхитте Вәлимә менән Кифаяның уртаһына ултыртып ҡуйҙы. Вәхит тәүҙә Вәлимәһен күрмәмеш булып ултырһа ла, бер аҙ “төшөрөп” алғас, бутала башланы, хатта кем менән килгәнен онотоп ҡуйҙы. Вәлимә иғтибар итмәһә лә, Кифаяһы бороп-бороп семетеп алырға мәжбүр булды. Вәхит тамам самаһын юғалтты. Бер Вәлимәһе менә сәкәштерә, иҫенә төшһә, Кифаяһын эҙләй башлай. Уныһы Вәлимә менән аралаша торғас, бер-береһенә эҫенеп киттеләр, уртаҡ таныштары күп икән, шуларҙы иҫкә төшөрөп, йәнәш ултырып алдылар.
Бер заман Вәхит тамам юғалып ҡуйҙы. Берәүҙәр подъездға сығып гәп һата, икенселәр төрлө уйындарҙа ҡатнаша. Ә иҫеректәр балконда икән. Кифая көс-хәл менән Вәхитте барып тапты һәм ҡайтырға өгөтләй башланы. Вәхит иһә, уныһы менән килгәнен онотҡан да, һаман да Вәлимәне эҙләп булаша, имеш. Өҫтәүенә, Вәлимәнең күптәнге танышы – Хәлил дә бында булып сыҡты. Уныһы Вәлимәнән ҡалмай ҙа ҡуя бит. Ир әлегә яңғыҙ, Мазһар саҡырғанға ғына килгән икән. Күмәк халыҡ араһында Вәлимәгә иғтибар күрһәтә, уны электән яратыуы хаҡында ҡысҡырып һөйләй башланы. Ҡатын да алйот түгел, ҡулға килеп инергә торған “табыш”ты ниңә ысҡындырырға, бер мөйөштә, хәтирәләргә бирелеп, байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Әмәлгә ҡалғандай, тамам юҫығын юғалтҡан Вәхит килеп сыҡты һәм, исемен дә һорап тормай, Хәлилде елтерәтә башланы. Юҡ, Вәлимәнең аңлатыуын тыңларға теләмәй, бәйләнә лә бәйләнә, импортный бер тәрилкәне төшөрөп ватты, өҫтәлде түңкәрә яҙҙы.
– Вәхит, аҡылыңа кил, һин бит бөгөн сығып киттең, – тип аңлатып ҡарай Вәлимә.
Быныһы ипкә килерлек түгел. Аптырағас, Кифаяны саҡырҙылар. Уныһы ҡайҙа, тиһегеҙме? Ҡайҙа булһын, ике ирҙең уртаһында, уларҙы ауыҙына ҡаратып, юҡ-бар һөйләп ултыра шунда. Тегеләренең бисәләре килеп сығып, Кифаяны этеп ебәрҙеләр ҙә, ирҙәрен һөйрәкләп алып сығып киттеләр.
Һалҡын һыу менән битен йыуып сыҡҡайыны, Вәхит бер аҙ иҫенә килгән һымаҡ булды. Ҡаршыһында ниндәй йәп-йәш ҡыҙ ултыра тиһә, уныһы Вәлимә икән. Ә сәсе боларған, дым иҫерек ҡатын кем тиһә, уныһы – ул кейендереп алып килгән Кифаяһы, имеш. Вәхит бер – Вәлимәгә, бер Кифаяға ҡарай торғас, үҙенең хаталанғанына төшөнгәндәй булды.
Ә Вәлимә элекке ире менән һөйләшеү түгел, уға боролоп та ҡарамай ултыра. Вәлимә Хәлил менән байтаҡ һөйләшеп ултырҙы, “ҡылын сиртеп” ҡараны. Элегерәк арыу ғына ир һымаҡ ине, ҡайҙалыр инженер булып эшләгән, өйләнеп тә ҡараған, тик рәт сыҡмаған. Был эскелек кемдең генә башына етмәй инде. Башын Вәлимәнең алдына һалып: “Арыу ғына бер ҡатын булһа, йәшәргә булыр ине, хәҙер улар ҙа шашты. Бер эсеп ҡайтһам, ҡыуалар ҙа сығаралар. Бәлки мин бик кәрәк булғанға, эскәнмендер. Һинең һымаҡ аҡыллы, мине аңлаған, әсәйемде хөрмәт иткән ҡатын кәрәк ине”, – тине.
– Бәй, һинең әсәйең дә бармы ни? – тине, аптырап, Вәлимә.
– Туҡһан йәштә, – тине ир, әллә ҡайғырҙы, әллә ғорурланды. – Мин кемде алып ҡайтһам да, риза буласаҡ. Ә һин ризамы?
Туп-тура һорауҙан Вәлимә баҙап ҡалды. Уйланырға урын бар шул. Бер ҙә ҡәйнә менән йәшәп ҡарағаны булманы. Хәйер, уныһын да күрергә кәрәктер инде. Туҡһан йәш, ти бит әле. Бөгөн – бар, иртәгә – юҡ һымаҡ. Ә оҙағыраҡ йәшәп ҡуйһа? Ҡуй, ҡуй, ас – тамағым, тыныс – ҡолағым. Шулай ҙа, шыпа өҙөргә ярамай.
– 90 йәш, тиһеңме? Ул әсәйеңде нисек ҡарайһың?
– Ә кем ҡарайым, тине? Киреһенсә, ул мине ҡарай.
– Ҡайһылайтып ҡарай?
– Ныҡ ҡарай. Ашау-эсеү, йоҡлау – режим буйынса. Иртәнсәк – 30 минут физзарядка. Шәмбе, йәкшәмбе – иртәнге 6-нан сығып йүгерәбеҙ. Йүгермәй, һуғыш ветеранының ҡатыны, пенсияһы 40-50 мең. Һаман фирҡә ағзаһы.
– Хәле шулай һәйбәтме?
– Һәйбәт кенә булһасы. “Йөҙгә етәм, артабан – ҡарармын”, – ти ҙә ҡуя. Әсәһенә – 108 йәш.
– 108? Йәшме, йылмы?
– Эйе, 108 йәш.
Юҡ, быларға барып эләкһәң, мәңге ҡотола алмаҫһың, ҡол булып йөрөргә тура килер. Шым ғына “тайырға” кәрәк. Вәлимә ванна бүлмәһенә инеп сығырға теләк белдерҙе.
– Хәҙер киләм, – тине ул.
– Аңлашылды, – тип иламһыраны ир. – Тимәк, ҡасаһың.
– Ҡасмайым. Мин мәғлүмәтте эшкәртергә тейеш. Сөнки һинең тәҡдимдәр бик ҡыҙыҡлы. Һәр ирҙең 90 йәшлек әсәһе, 108 йәшлек өләсәһе 50-һе лә тулмаған улын көтөп ултырмай. Ә етди ҡараһаҡ, һин бик бәхетле икәнһең. Ә мин һинең яҡындарың менән танышыу хаҡында хыяллана ла башланым. Бик шәп ғаилә барлыҡҡа килер ине. Әйткәндәй, элекке ҡатындарың әсәйеңде һәм өләсәйеңде күтәрә алмай ҡасманымы?
– Ышанаһыңмы, Вәлимә, өйҙәге ҡәйнә менән өләсәй һәм уларға тәғәйенләнгән килен мөнәсәбәттәре өс сериялы лотерея һымаҡ. Киленгә генә түгел, теге икәүгә лә тура килергә кәрәк. Ә ундай мөмкинлек юҡ, тип әйтерлек.
– Шулай уҡ өмөтһөҙмө?
– Эйе. Әсәйемә оҡшаһа, өләсәйем яратмай, өләсәйем ҡабул итһә, әсәйемдең сәстәре үрә тора. Ә үҙҙәре мине яңғыҙ ҡартаяһың, тип ҡайғыра.
Ә был башта Вәхит менән Кифая, бер-береһенә әле яҡынайып, икенсе ҡарағанда турһайышып, мөнәсәбәттәренә етди һынау үткәрәләр.
– Әйҙә, ҡайтайыҡ, – ти Кифая. – Хәҙер һуң бит инде.
– Такси саҡырт, – ти Вәхите. – Күрмәйһеңме ни, мин – иҫерек. Был килеш рулгә ултыраһым юҡ!
– Машинала килгәс, ниңә эстең һуң? – ти Кифая. – Төн уртаһында ниндәй полиция булһын? Шым ғына ҡайтып етербеҙ әле.
Вәхит тә хәйләкәр, ҡарай, уйлай, сағыштыра. Ҡара, был – йылан бисә, күрәләтә, иҫерек ирҙе рулгә ултыртырға итә. Юҡ, Вәлимә улай итмәҫ ине. Ярамай, машинаңды ҡалтырып ҡайт, “гаишник”тар тотор, “права”ңды алыр, тип сәсрәп торор ине.
– Такси саҡырт! – тип һаман ныҡыша Вәхит.
– Төнгө икелә һиңә таксиҙы әҙерләп ҡуйғандар, – тип үҙенекен һөйләй Кифая. – Таксилыҡ аҡсаң бармы һуң?
Вәхит асыуынан хатта айнығандай булды. Үәт, йылан! Бөгөн күпме аҡсаны “һауҙы”, баштан-аяҡ кейендертте, ә хәҙер такси өсөн һатыулашып тора. Вәлимә аҡыллы булған икән! Күпме ҡунаҡлаштылар, ваҡланмаҫ, һәр ваҡыт аҡсаһы бар. Өндәшмәй генә, сығара ла бирә. Улай тиһәң, Кифаяһы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, өйөндәге йыһаз-гәлсәр – осона сығырлыҡ түгел. Шулай шул, байыған һайын, кеше ҡатылана бара. Вәхит, аҡрынлап, үҙенең хатаһына төшөндө, Кифаяға ентекләп ҡарай башланы. Теге Ҡафтау егеттәре лә шикләндергәйне, тағы шулар менән түшәк бүлешергә генә ҡалғайны.
Мазһар ҙа эргәләренә, аптыранып, килеп етте:
– Ошонда ғына ҡунығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, – ти.
Аңлашыла инде, һеҙгә лә ҡайтырға ваҡыт етте, тип ымлауы.
– Рәхмәт, Мазһар дуҫ, беҙ ҡайтабыҙ, – тине Вәхит. – Әйҙә, кейен.
Ир шул ыңғай таксиға шылтырата башланы. Кеҫәһен ҡапшағайны, таксилыҡ ҡына аҡсаһы бар икән. Төшһәләр, Вәлимә менән Хәлил ҡултыҡлашып торалар. Улар ҙа, такси көтәбеҙ, тиҙәр. Биш минут та үтмәне, таксиҙары килеп, ҡайтып та киттеләр.
– Бынау ҡатын, исеме нисек әле, Вәлимә шикелле, әллә һинең танышмы? – тине Кифая ҡаты ғына итеп.
– Әллә, ошонда осрашҡаныбыҙ бар.
– Ай-һай, бик йәш күренә, бынау ир менән ошонда ғына танышты шикелле, – тип ныҡышты һаман ҡатын. – Бармағыңды күрһәтһәң, ҡулыңды өҙөп ҡабыр. Танышып та өлгөрмәне, эләктереп, алып та китте. Ниндәйерәк ҡатын ул?
– Мин уны ҡайҙан беләйем?
– Һуң, ошонда осрашҡаныбыҙ бар, тинең түгелме һуң?
– Булғандыр.
– Телефоны һиндә бармы?
Вәхит ике ут уртаһында ҡалды. Юҡ, тип әйтһә, телефонын ҡарауы ихтимал, әгәр бар, тиһә, яңы һорауҙар яңғыраясаҡ.
– Белмәйем, ҡарарға кәрәк, – тине ир.
Кифаяның шикләнеүе ысынбарлыҡҡа әүерелде. Вәхит уны белә һәм әйтергә ҡурҡа. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, ирҙе уйланырға мәжбүр итте.
– Нимә борғоланаһың? Һин хәҙер уның спортсмен, каратист икәнлеген дә белмәйем, тип әйтергә итәһеңме?
Вәхит әлегә телһеҙ ҡалды. Сөнки тағы ла етди һорауға шикләнерлек яуап бирһә, уға ҡала буйлап, сумаҙанын һәм тоғон һөйрәп, баш терәр урын эҙләү ҡурҡынысы янай ине.
Дауамы бар.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: