+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Июнь 2021, 15:44

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?.. Хикәйә Дүртенсе бүлек (Аҙағы)

Ләкин артабанғы ваҡиғалар Вәхит уйлағандан да ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты. Такси менән ҡайтып төшөүҙәренә, Кифаяның подъезы алдында ир менән ҡатынды 5-6 йыуан-йыуан, ҡара мыйыҡлы, ҡыҙыу ҡанлы ир заты көтөп тора ине.– Бер нимә лә өндәшмә, эргәләренән шым ғына үтеп китәбеҙ, – тип бышылданы Кифая Вәхиткә. – Быларҙың һине эҙләп килеүҙәре ихтимал.– Нисек мине? – тип аптыраны Вәхит, хатта бер аҙ туҡталаһы итте. – Мин улар менән таныш түгел.

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?..

Хикәйә
Дүртенсе бүлек
(Аҙағы)
Ләкин артабанғы ваҡиғалар Вәхит уйлағандан да ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты. Такси менән ҡайтып төшөүҙәренә, Кифаяның подъезы алдында ир менән ҡатынды 5-6 йыуан-йыуан, ҡара мыйыҡлы, ҡыҙыу ҡанлы ир заты көтөп тора ине.
– Бер нимә лә өндәшмә, эргәләренән шым ғына үтеп китәбеҙ, – тип бышылданы Кифая Вәхиткә. – Быларҙың һине эҙләп килеүҙәре ихтимал.
– Нисек мине? – тип аптыраны Вәхит, хатта бер аҙ туҡталаһы итте. – Мин улар менән таныш түгел.
– Сеү! Юғиһә, бөтә эште уяһың! – тине ҡатын. – Кемгә килһә лә, һиңә барыбер түгелме ни?
– Ана улар! Фаяһы ла бында! Тине ҡыҙыу ҡанлы ирҙәрҙең маңлайына лейкопластырь йәбештерелгәне.
– Тотоғоҙ!
Кифая менән Вәхит тын алырға ла өлгөрмәне, уларҙы бөгәрләп эләктереп алдылар ҙа, ҡатындың фатирына керҙеләр.
– Ошо ир туҡманымы һеҙҙе? – тине тегеләрҙең иң йыуаны, Вәхиткә күрһәтеп.
– Оҡшаған да һымаҡ, – тине маңлайына лейкопластырь йәбештергәне.
Вәхит ҡалтыранып, бер мәрхәмәт тә көтмәй, тегеләргә ҡараны. Былар туҡмаһа, аяп тормаясаҡ. Тик беләһе ине, нимә өсөн туҡмарға йыйыналар икән?
– Юҡ, – тине ҡулын бәйләгән йыуан бер ир. – Ул ҡатын каратист ине.
– Һин нәмә, беҙҙе ҡатын-ҡыҙ туҡманы, тип әйтергә итәһеңме? – тине Йыуан. – Был мәсхәрә менән артабан нисек йәшәргә итәһең? Был хаҡта ҡатының ишетеп ҡалһа нимә уйлар?
Теге икәү ҡыҙарынды һәм баштарын түбән эйҙе.
– Йә, ханым, әйтегеҙ, беҙҙең егеттәрҙе һеҙ туҡманығыҙмы, әллә һеҙҙең әхирәтегеҙ инеме?
– Бе-бе-белмәйем, – тине Кифая. – Ул ҡатын, шәүлә һымаҡ, ҡайҙандыр килеп сыҡты ла, был икәүегеҙҙе, күҙ асып-йомғансы, һуҙып һалды ла, юҡ булды ла ҡуйҙы.
– Мәсхәрә! Мин үҙем ул ҡатынды күреп, ғәфү үтенгем һәм рәхмәт әйткем килә. Ә хәҙер таралығыҙ! Һәм бындай ваҡ-төйәк менән минең ваҡытымды алмағыҙ!
Тап ошо минуттарҙа Вәлимә менән Хәлил, таксиҙан төшөп, фатирға инеп баралар ине. Бер төрлө булып алған Хәлил, ишекте асыу менән:
– Әсәй, өләсәй, беҙ ҡайтыҡ! – тип ҡысҡырып өндәште.
Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, иң тәүҙә электр коляскаһына ултырып, ап-аҡ сәсле бер ҡарсыҡ һәм уның артынан, шат йылмайып, ҡыҙы күренде. Вәлимәне күреү менән, ҡарсыҡтарҙың йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килде.
– Һаумы, ҡыҙым, – тине арбалағы ҡарсыҡ.
– Рәхим ит, төклө аяғың менән! – тине уның ҡыҙы. – Хәлил, һин беҙҙе уның менән таныштыраһыңдыр ул?
– Әлбиттә, әсәй. Исеме – Вәлимә, беҙ уның менән күптән таныш.
– Күптән таныш, әлбиттә, яҡшы! Мәҫәлән, нисә йыл була? – тине ҡарсыҡтарҙың йәшерәге.
– Ун йылдан артыҡ! – тине Хәлил, күҙен дә йоммай. – Ваҡыт-ваҡыт осрашҡылап, мөнәсәбәттәрҙе яңыртып торҙоҡ.
– О, ниндәй хис-тойғоло! – тип аһылданы ҡарсыҡтарҙың йәшерәге. – Беҙ йәш саҡта ошондай романдарҙы ярата торғайныҡ. Әсәй, Виләне хәтерләйһеңме? Мәктәптә уҡығанда минең бейәләйҙәремде алып торҙо ла, кире ҡайтарманы. Шул Виләнең егетенә оҡшаған түгелме һуң?
– Ҡуй, шул Виләңде хәтергә төшөрмә. Баланың яратып ҡына кейгән бейәләйҙәрен, күҙ менән ҡаш араһында, юҡ итте лә ҡуйҙы. Осраһа, әйт, берәй урында яталыр әле.
– Әйтермен, әсәй. Әйҙәгеҙ, сәйгә ултырайыҡ, – тине ҡыҙы. – Һеҙҙе көтөп, күҙебеҙ тондо.
Залдан боронғо йоморо өҫтәл өҫтөндә төрлө вазаларҙа – алма-виноград, икенсеһендә – печенье, ҡалас. Хәлил Вәлимә менән ҡарсыҡтарҙы, бер үҙҙәрен ҡалдырып, ҡул йыуырға сыҡҡан арала, ҡунаҡҡа һорауҙар яуа ла башланы:
– Һеҙ бигерәк йәш күренәһегеҙ, – тине Хәлилдең әсәһе. – Бер-берегеҙҙе иш күрерһегеҙме икән һуң?
– Юҡты һөйләмә, – тине уның әсәһе. – Күрмәйһеңме ни, улар бер-береһе өсөн генә яратылған. Исемең нисек булды әле?
– Вәлимә.
– Ҡара әле, исем лә, үҙе һымаҡ, матур бит әле! – тине өләсәй. – Ә һине бында нимә көткәнен беләһеңме?
Моңһоу ғына ултырған Вәлимә нимә тип әйтһен инде. Нимә көткәне былай ҙа күренеп тора. Нисек тә түҙермен, мин һеҙгә хеҙмәт итергә әҙер. Берҙән-бер улығыҙҙы һәм ейәнегеҙҙе һеҙҙән дә кәм ҡарамам, тип әйтһенме?
– Мин һеҙҙе беләм, һеҙҙең хаҡта ишеткәнем бар, һеҙҙең менән танышыу хаҡында ғүмер буйы хыялландым, – тип әйтеп һалды Вәлимә. – Һеҙҙе үҙ әсәйем һымаҡ итеп күрермен. Көн һайын тәмлекәстәр бешереп ашатырмын.
Шул ваҡыт, ҡулдарын һөртөп, Хәлил килеп инде.
– Әсәй, өләсәй, һеҙҙең шат йөҙҙәрегеҙҙе күреп, шуға төшөндөм: һеҙ Вәлимәне ҡабул итергә әҙер.
– Әлбиттә, – тине әсәһе. – Хәҙер барыһы ла һинең үҙеңдән тора. Тик минең бер һорауым бар бит әле.
– Ниндәй һорау тағы? – Хәлилдең йөҙө боҙолдо. – Һин Вәлимәне тағы физзарядка менән шөғөлләнергә мәжбүр итергә уйламайһыңдыр ул?
– Борсолмағыҙ, – тине Вәлимә. – Мин былай ҙа спорт менән әүҙем шөғөлләнәм. Каратэ, самбо, дзюдо буйынса спорт разрядтарым бар.
– Бәй, белмәй инем. Һин бит торғаны бер тән һаҡсыһы икәнһең, йәнем, – тип ҡыуанды Хәлил. – Тик ҡайһы ваҡыт эсеп ҡайтһам, миңә каратэ алымдары күрһәтеп йонсотмаҫһыңмы икән?
– Ҡарарбыҙ, – тине Вәлимә, күҙҙәрен ситкә алып. – Хәйер, уныһы тик үҙеңдән тора. Мин эсмәйем, эскән ирҙәрҙе бик яратмайым.
– Уныһы, әлбиттә, яҡшы, – тине һуҙып ҡына, Хәлилдең әсәһе, – тик тәрбиәләр булһаң, кеше араһында өндәшмә лә, һуҡма ла, шым ғына үткәреп ебәр. Ә өйгә ҡайтҡас, үҙең ҡарарһың, бәлки кәрәк тә булыр.
– Бына һиңә – өс тәрбиәсе, – тип көйәҙләнде Хәлил. – Ғүмер буйы мине шулай тәрбиәләрһегеҙме икән?
Уйынлы-ысынлы һөйләшеү барышында, сәй эстеләр, никах хаҡында ла килештеләр, кешене күп саҡырмаҫҡа булдылар.
Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, төн уртаһында, Хәлил менән Вәлимә йәшәп ятҡан фатирҙың ишегендә ҡыңғырау шылтыраны. Хәлил, һелкетә баҫып, барып ишекте асһа, ҙур розалар гөлләмәһе тотоп, курьер тора. Уныһы сәскәне тотторҙо, хужаның ҡултамғаһын алды ла, юҡ та булды. Ул арала булмай, Вәлимә, Хәлилдең әсәһе һәм өләсәһе лә күренде. Рауза сәскәләре араһында соҡона торғас, ҡағыҙ килеп сыҡты. Уға: “Вәлимә менән Хәлилгә бәхет теләйбеҙ! Кифая менән Вәхит”, тип яҙылғайны.
Туй, әгәр уны туй тип атап булһа, уңайлы, матур кафеларҙың береһендә үтте. Вәлимә менән Хәлил барлыҡ таныштарын да саҡырырға тырышты. Ҡала ҙур, ә аралашҡан кешеләре бигерәк аҙ икән. Вәлимә һуңғы арала Кифая менән яҡынайып китте, уныһы иһә, тарыма, тарыһаң, арыма, тигән һымаҡ, Вәлимәнең иң яҡын әхирәттәренең береһенә әйләнде лә ҡуйҙы. Әгәр туйҙа Кифая эргәһендә етемһерәп кенә ултырған Вәхитте күрһәгеҙ, ғәжәпләнмәгеҙ. Ул бында осраҡлы ғына килеп эләкте, тип әйтерлек.
Вәхит Вәлимә менән алыҫтан ғына, күңелһеҙ генә итеп иҫәнләште. Һуң, иҫәнләшмәй, Кифая – Вәлимә түгел, уның менән йәшәү бәхет түгел икән. Әмәлгә ҡалғандай, Кифая каратэ түңәрәгенә яҙылып алған. “Һиңә ышаныс юҡ, – тигән ул Вәхиткә. – Ташларһың да ҡасырһың, ә миңә үҙемде ҡарарға кәрәк”.
Ентекләберәк ҡараһағыҙ, Вәхиттең уң күҙендә саҡ ҡына күк күрерһегеҙ. Ул, әлбиттә, бер һүҙ ҙә өндәшмәҫ, ә бына Кифая һөйләр: ни өсөн һуңлап ҡайтҡанын һәм киләсәктә лә һуңлаһа, нимә буласағын.
Бер ай ҙа үтмәгән, Вәхит шаҡтай “йоҡарған”, элекке мин дә мин, мин – донъяның кендеге! – тип йөрөгән Вәхит түгел инде. Мазһарға һөйләнгән шикелле, нимә тигән: “Ҡайҙалыр емеш-еләк магазины тота, иртәнгә – еләк менән черешня, кискә – кишер менән кәбеҫтә. Ярай, төшкө ашҡа ашханала бутҡалыҡ йөҙ тәңкә бирә”. Хатта бер тапҡыр Кифаяға, минең тоғом менән сумаҙаным ҡайҙа ул, тип өндәшкәнме, тегеһе ҡыҙып киткән дә, тоғо менән сумаҙанын түгел, күрмәгәнен күрһәткән дә ҡуйған.
Ә Вәхит бирешмәй. Емеш-еләк диетаһына ултырыуым үҙемдең файҙаға булды, еңеләйеп ҡалдым, тип маҡтанған, тик кейемдәрем бушаны, тип зарланған. Ана, Вәлимә менән Хәлил икеһен дә тағы ҡунаҡҡа саҡырғандар, тиме? Ниндәй ҡунаҡ ул әйләнгән һайын? Тегеләрҙең бәпес туйы икән! Кемдәрҙең, тисе, Хәлил менән Вәлимәнеке инде! Ул ҡунаҡтар йыйылған, теге ҡарсыҡтар ҡыуаныша! Вәлимәне өрмәгән ергә ултыртмайҙар икән! Хәлиле эсеүен ташлаған, ти! Кифая шунда, Вәхитен ҡосаҡлап, йыр йырлаған. Шул йыр инде, һеҙ белгән:
“Һин матур, һин сибәр,
Ниңә һине күрмәйҙәр?
Ниңә һине зоопаркка
Маймыл итеп ҡуймайҙар?..”
Халыҡ тәгәрәшеп көлгән, кәнишне.
Икенсе көнөнә Вәхите сығып ҡасырға ла самалаған, тиҙәрме? Тик, баяғы, ҙур сумаҙаны менән тоғон таба алмаған. Кифая ла хәйләкәр бит, йәшереп ҡуйған. Ә тегеһе, ысынлап та, матурланып киткән, ти. Кемдер, матурланмаған – ябыҡҡан, ти. Элекке, сикәләре һелкенеп, күҙҙәре янып торған Вәхит түгел инде! Урынына ултырған, шымған.
– Ниңә минең сумаҙаным менән тоҡто йәшереп ҡуйҙың? – тип һөйләнгән дә ул...
– Сумаҙаныңды күрмәнем, тоғоңдо белмәйем, – тип әйткән дә, тегеһе секцияға киткән.
Вәлимә үҙенең секцияларын уға ҡалдырған, ти.
Шулай, тормош дауам итә. Берәүҙе лә өгөтләп тә, өйрәтеп тә булмай, һәр кем үҙе теләгәнсә эшләй. Бәй, шулай эшләргә күптән ваҡыт бит инде.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: