Быйылғы йәйҙең хозурлығын күр әле! Әллә апрель аҙаҡтарынан һауа йылынғанға, яҙ булмай, шунда уҡ йәйгә һикерҙе лә ҡуйҙы көндәр. Эйе, июнь баштарында саҡ ҡына һыуытып алғайны, йәйге көндәр икенсегә килгән һымаҡ булды ла ҡуйҙы.
Июнде, үҙегеҙ беләһегеҙ, – иң йәмле ай – һабантуйҙар, хушлашыуҙар, осрашыуҙар, туйҙар ошо айҙа күп була.
Хәмиҙәләр өсөн бигерәк йәмле был ай. Һабаҡташтар осраша торған ваҡыт. Үҙенә күрә, яйын да, юлын да таптылар. Йыл һайын, бер һабаҡташта осрашыу көтә. Осрашыу, тигәс тә, баяғы, ашап-эсеү генә түгел инде. Бер-береһенең тормошон баһалайҙар, нимәгә өлгәшкәнен күрәләр, күбеһе – пенсияла, эш уларға түгел, хәҙер йәштәргә бик эләкмәй. Шулай булғас, биш ерҙән ҡыҫып, шым ғына, өндәшмәй генә йөрөүгә етәме һуң инде. Былтыр Баҡый районында Фәрзиәгә йыйылғайнылар. 2-3 көнгә, тип килешһәләр ҙә, ҡайта алманыҡ, тигән һылтау менән 5-әр-6-ар көн яттылар ҙа ҡуйҙылар. Ҡунаҡлашыуҙары шул кимәлгә етте, һарай мөйөшөндә, селтәр аҫтында, бер көтөү һимеҙ тауыҡ күренә ине, ҡайтҡанда әллә яртыһы ҡалдымы, юҡмы.
Быйыл Хәмиҙәгә иртүк йыйыла башланылар. Сафия, юл алыҫ, тип бер көн алда килде. Ҡалғандары төшкә йыйылып бөттө. Хәмиҙәнең донъяһы ныҡ икән. Ныҡ булмай, эргәһендә – ире, балалары ла ҡайтып йөрөй, ти. Ирен әйтә, Иректе инде, нимәгә тотонһа ла, еренә еткермәйенсә ҡуймай. Әле лә эш менән саба икән. Иртүк тороп, лесхозға барам, ҡайтышлай, икмәк тотоп ҡайтырмын, тигән.
Дөрөҫөн әйткәндә, йыйылғандарҙың береһенең дә юрған бүлешер йәмәғәте юҡ. Ни хәл итәһең, һатып ала торған тауар түгел. Ана, Хәмдиә икәүгә барып ҡараған, ни фәтеүә инде, береһе – аварияла, икенсеһе, ауырып китеп, ҡапыл ғына вафат булған да ҡуйған. Ундай хәбәр тиҙ йөрөй, ишетелеп тора. Баяғы, ҡапылда үлеп киткәнен дә бик үк ауырымаған, үҙ-үҙенә ҡул һалған икән, тип тә һөйләйҙәр. Ҡуй, ҡуй, тәүбә, яҡындарыңа күрһәтмәһен! Быларын үҙ-ара ғына һөйләштеләр.
– Бәлә инде, бәлә! – тип Миңниса, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ, әйтеп ҡуя ла, ярҙам эҙләгәндәй, әхирәттәренә ҡарай. Тегеләренә нимә, күберәк белгеләре, нимәгә тарығанын ишеткеләре килә. Хәйер, бәлә тип ыңғырашып ултырһа ла, бик үк бәлә лә түгел инде. Был осраҡта Сара үҙен бик тәжрибәле һанай.
– Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ! – тине ул, бөтәһенә лә күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң. – Ейәнсәрем былтыр ун беренсе класты бөттө. Уҡырға инеү хәбәрен алғас, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡайтышлай, ҙур магазинға инһәк, теге нәмәләр һатыла...
– Нимә һуң ул? – тип төпсөй Хәмдиәһе.
– Һиңә бөтәһен дә һөйлә тағы, – ти Сараһы. – Улыңдан, йә ҡыҙыңдан, “галош” нимә була ул, тип һора.
Әхирәттәр әҙәпһеҙ итеп, бер-береһен этеп, хихылдаштылар.
– Шуны нимә? Баш ҡатыраһың?! “Резинка”, тип әйт тә ҡуй, – тип тағы ҡыҫылды Миңниса. – Эйе, кәнфиттәр эргәһендә ята. әллә унлап төрлө, ниндәйе генә юҡ.
– Шунан, бер һыпырып, алғанһыңдыр инде? Кем белә, бәлки кәрәге тейер.
– Беҙгә-әме һуң инде... Алдым да, ейәнсәремә тотторҙом: “Үҙем күрҙем, үткән сағыңда егеттәр боролоп-боролоп ҡаранылар. Оҙаҡ йөрөтмәҫтәр. Бына һиңә – ун дана, бер үк, балам, уйнаштан тыуған бала алып ҡайтма инде!” – тинем.
– Үҙе, үҙе нимә тине? Ейәнсәреңде әйтәм.
– Ҡыҙарынды-бүртенде, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Шым ғына алып, сумкаһына һалып ҡуйҙы.
Әхирәттәр ошо йүнәлештә Хәмиҙәне ҡызыҡлай башланы.
– Һинең бабай, шәп ҡарайһың, егеттәр һымаҡтыр инде?
– Төнө буйы йоҡламайһығыҙҙыр?
– Ҡайҙа инде? – тип уңайһыҙланды Хәмиҙә. Беҙҙең мөнәсәбәттәр күптән инде дуҫтарса.
– Уныһы нисек була инде? – тине Сара. – Етәкләшеп кенә йөрөйһөгөҙмө?
– Какой етәкләшеү. Иртән – “хәйерле иртә!”, кисен – “хәйерле кис!” Уф, ашымды онотҡанмын, ҡайнанымы икән инде? – тип сығып та йүгерҙе.
Әхирәттәр уны артынан әллә йәлләп, әллә көнләшеп ҡарап ҡалды.
– Хәмиҙә даланлы инде, – тине Миңниса. – Пенсияһы ла арыу икән, икеһенә бер 30 мең алаларҙыр...
– Ул бабайҙы ҡарарға ла кәрәк бит әле, – тине Саралары. – Һеҙ нисектер, мин белмәйем. Мин, үҙемдекенән ҡотолғас, еңел тын алып ҡуйҙым. Һуңғы биш йылын, баш та күтәрмәй, ныҡ ятты. Оҙатҡанда илай ҙа алманым. Тәрбиәләгәндә күҙ йәштәрем ағып бөткәйне.
– Ә ниңә пансионатҡа, йә хосписҡа ғына тапшырып ҡуйманың? – тип һораны Хәмдиә.
– Һин нәмә!? – тине Сара, тоҡанып киткәндәй булды. Минме? Ғүмер буйы йәшәгән бабайымды кеше көнлө итергә? Үҙем ҡараным. Ыһ та итмәнем. Ә һин беләһеңме, минең бабайым ниндәй кеше ине? Ул ғүмер буйы минең күҙҙәремә генә ҡарап торҙо. Мин утын ярыуҙың, һыу ташыуҙың, бесән ҡутарыуҙың нимә икәнлеген белмәнем. Салғы тота белмәйем, картуф утарға өйрәнмәнем.
– Дөрөҫ эшләгәнһең. Бабай булғас, донъяңды ҡараһын ул! – тине Хәмдиә.
Ғәҙәт буйынса, тағы ла һәр береһе үҙенең бабайҙарын иҫкә төшөрҙө. Маҡтанылар, маҡтаныштылар. Бер-береһенә ҡараштылар...
– Ә бының, Хәмиҙәне әйтәм, бабайым магазинға китте, тигәйне, икмәк алам, тигәнме? Хәҙер ҡайтып етәлер.
Шунда уҡ Хәмиҙә үҙе лә килеп инде:
– Әйҙәгеҙ, бер бүлә аш эсеп алайыҡ. Юлдан асығып килгәнһегеҙҙер.
– Бабайыңды көтмәйбеҙме ни? – тине Сара, хужабикәнән бигерәк, әхирәттәренә төбәп әйтте.
– Ҡайтты бит ул?! – тине аптыранған Хәмиҙә. – Икмәген дә алып ҡайтҡан. Мунса яғып йөрөй ине.
Барыһы ла эргәләге мунсаға боролоп ҡараны. Уның оҙон, ҡап-ҡара мөрйәһенән мул төтөн сыға ине. Бабайы егәрле икән, тип уйлаштылар. Үҙе шулай өйрәтеп алдымы икән? Мунсаһына тиклем яҡтыртып, йонсотмаһа инде. Йәйге йортҡа инеп, өҫтәл тирәләп ултырҙылар. Хәмиҙәнең тәрилкәһе эргәһендә тағы ла берәү ултыра, тик уныһы ҙурыраҡ. Ир кешегә күберәк кәрәк шул. Елтерәтеп эшләткәс, мул итеп ашата белергә лә кәрәк.
– Эсәбеҙме? – тине хужабикә. – Магазиндан алғаны ла, үҙемдеке лә бар.
Ҡатындар бер-береһенә ҡарашты, ҡапылда нимә әйтергә белмәнеләр шикелле.
– Юҡ, эсмәйбеҙ, – тине Сара. – Эскәндәр араһында йөрөп, ғүмер заяға үтте. Араҡыны сығарған кешене, мин уны, үҙен тотоп, тал-сыбыҡ менән түгел, таяҡ менән туҡмар инем.
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине Миңниса. – Бәлә инде, бәлә. Минекеләр ҙә, ҡайтып кереүемә, айныҡ торһа, ярар ине.
– Мин дә шулай уйлап торам, – тине Фәрзиә. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Үҙем ун йыллап ауыҙға ла алғаным юҡ.
– Хәмиҙә, бабайыңды әйтәм, ул ғына һорап тормаһа...
– Һорамаҫ. Был яҡтан минең тәртип ҡаты ҡуйылған, – тине Хәмиҙә.
– Зәйнәп күренмәйсе, – тип иҫенә төшөрҙө Сара. – Иң яҡыны шулай һуңлап йөрөмәһә.
– Бәй, ишетмәнегеҙме ни? – тип шомло ғына өндәште Миңниса. – Ул хаҡта бит гәзиттә лә яҙҙылар.
Аш ҡайғыһы китте, барыһы ла аптыраулы ҡараштарын Миңнисаға төбәне. Уныһы тегеләрҙең иғтибарын һәм аһ-оһ-тарын көҫәп, ауыҙын ҙур ғына итеп асҡайны, Сара ҡәтғи рәүештә тыяһы итте:
– Миңниса, әйҙә, был хаҡта, кәрәк тип тапһаҡ, һуңыраҡ һөйләшербеҙ. Ҡыуанырлыҡ хәбәр түгел.
Аптыраштылар. Шундай хәбәр булһын да, уның нимә хаҡында икәнлеген дә белмәй, тыныс ҡына ашап ултыр, имеш. Ашай башланылар, һүҙ араһында Хәмиҙәне маҡтанылар. Аш-һыуға электән оҫта булды. Ятаҡтың аш бүлмәһендә, ҡалаҡ тотоп, иртәнән-кискә тиклем, ул йөрөнө. Бәләкәй генә һөйәктән дә тәмле-тәмле һурпалар ҡайнатып ҡуя торғайны. Үҙе маҡтауҙарынан уңайһыҙландымы икән, ишек яғына боролоп-боролоп ҡарап ҡуйҙы. Бабайын көтәлер. Уныһы мунсаһын йыуып йөрөмәйҙер ҙә инде? Ана, ашы ултыра, һыуынып.
Ҡапҡа асылып-ябылғаны һәм ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Килмәй ҙә, килмәй, тип ҡайғырышалар ине, Рафиға түгелме һуң? Рәхмәт төшкөрө, ҡайҙан килеп еткән! Силәбелә үк йәшәй, тигәйнеләр. Барыһы ла, һыпырылып, өҫтәл артынан сыҡты. Һуңлаған ҡунаҡты ҡосаҡлап алдылар. Ҡулын йыуҙыртып, өҫтәл артына ултырттылар.
– Әллә ҡайҙарҙан килдем, килеп етеп булмай ҙа ҡуя! Һеҙҙе күрә алмайым, тип күҙем тондо ла ҡуйҙы! – тип илауланы Рафиға. – Былтыр килә алмағайным, шул тиклем үкендем, быйыл, мин әйтәм, таш яуһа ла, барам!
Яңынан өҫтәл артына ултырҙылар. Рафиға Хәмиҙәнең эргәһенән урын алды. Һуңлап килгән ҡунаҡ – аш өсөн, ти. Хәмиҙә тәрилкәләге ашын яңыртып бирҙе.
– Зәйнәпте күрмәйемсе? – тине Рафиға, әхирәттәрен барлап сыҡҡандан һуң.
– Килмәһә лә, ғәжәп түгел, – тине Миңниса. – Шул хәтле ҡайғынан һуң, бында килерлек түгелдер инде.