+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Июнь 2021, 18:00

ИКМӘК КӨТКӘНДӘ... Хикәйә Икенсе өлөшө

– Ишетеп ҡалғайным шул, – тине Рафиға. – Донъяның рәте китте шул. Кеше ғүмерен бар, тип тә белмәйҙәр. Ҡыҙым, ҡайтып, һөйләгәйне, илай-илай, буҫығып бөттөм. Эй, балаҡай, ниңә улай иткәндер инде?– Был хаҡта беҙ һөйләштек инде, – тине Сара. – Әйҙәгеҙ, осрашыу шатлығын ҡайғылы хәбәрҙәр менән боҙмайыҡ.


ИКМӘК КӨТКӘНДӘ...
Хикәйә
Икенсе өлөшө
– Ишетеп ҡалғайным шул, – тине Рафиға. – Донъяның рәте китте шул. Кеше ғүмерен бар, тип тә белмәйҙәр. Ҡыҙым, ҡайтып, һөйләгәйне, илай-илай, буҫығып бөттөм. Эй, балаҡай, ниңә улай иткәндер инде?
– Был хаҡта беҙ һөйләштек инде, – тине Сара. – Әйҙәгеҙ, осрашыу шатлығын ҡайғылы хәбәрҙәр менән боҙмайыҡ.
– Нисек ҡайғылы хәбәр? Ҡайғы ғына түгел был. Олоғара фажиғә. Баш етмәҫлек эш, – тип таҡылдай башланы Рафиға. – Минең быға зиһенем етмәй. Ошо хаҡта иҫемә төшһә, илауҙан тыйыла алмайым.
– Шулай шул, – тине Сара, – шуға Зәйнәптең килмәүенә ғәжәпләнмәнек тә. Хоҙай уға түҙемлек бирһен. Осрашыу ҡайғыһы түгелдер.
– Эй, беҙҙең балалар бәлә булды инде! Бәлә инде, бәлә! – тине Миңниса. – Ана, минеке лә башты ҡатырҙы ла ҡуйҙы.
Шул ваҡыт Хәмиҙәнең телефоны шылтыраны:
– Ҡайҙа йөрөйһөң ул? Ҡымыҙыңды ҡайҙа ҡуйып киттең? Бында һабаҡташтар һине таптыра. Эшеңде бөтөр ҙә, ҡайтып ет!
Әхирәттәр бер-береһенә ҡарашып алды. Ҡунаҡ бар, тип тормай, ҡайһылай бабайын ныҡ тота был.
– Сыҡты ла, юғалдымы? Улар ни, ҡапҡа аша сығыу менән, өйҙәрен онота торған. Ана, минеке, бер көнгә китһә, ике-өс көндән саҡ ҡайта торғайны, – тип үҙенең барлығын иҫкә төшөрҙө Хәмдиә.
– Ҡайһыһын әйтәһең? Хәтерем алдамаһа, һинекеләр икәү булған шикелле, – тип төрттөрҙө Сара.
– Нисәү булһалар ҙа, үҙемдекеләр. Икеһенән, бер түгел, ике донъя ҡалды, – тип яуап бирҙе Хәмдиә.
– Ҡайһылай йәтеш булған, – тине Сара. – Үҙҙәре менән алып китә алмағандарҙыр шул. Хәмиҙә, һин дә бабайыңды ҡарап йөрө, бына, унлап ҡатын йыйылдыҡ, беребеҙҙән-беребеҙ йәшерәк, иреңде әйтәм, килеп сығып, берәйебеҙгә ғашиҡ булып ҡуйһа.
Хәмиҙә, ғәҙәттәгесә, яңғыратып көлөп ҡуйҙы:
– Ҡуй инде, Сара, бабайым ғүмер баҡый үҙем менән булды. Алла бойорһа, киләсәктә лә шулай булыр.
Аш эсеп бөткәс, оҙаҡлап ултырып, сәйгә тотондолар. Самауыр сәйе самалы ғына шул, маҡтай-маҡтай эсә торғас, уныһы ла туңҡайып ҡуйҙы. Хәмиҙә, йүгертеп, ҡымыҙын килтереп еткерә һалды. Берәр кәсә ауыҙ иткәс, ҡатындар тамам ауырайҙы, эс серҙәре менән бүлешә башланы.
– Һаман башым етмәй, аптырап, Зәйнәптең балаларын уйлап тик йөрөйөм, – тине Рафиға. – Кешенең яуапһыҙлығына аптырарһың.
– Күңелде шомландырып тик тораһың, – тип ҡыҫылды Хәмиҙә. – Ҡот осорлоҡ нимә булған һуң?
– Ҡыҙым әйтә, бынау апай аҡыллы ғына, ипле генә күренә, нисек шулай әрләне икән, – тине Рафиға. – Мөмкин булһа, бер кәңәшем бар: балаларығыҙҙы ҡарағыҙ.
– Хәмиҙә – маладис, бабайыңа рәхмәт, ҡымыҙы шәп! – тип тел шартлаты Сара. – Быйыл беренсегә эсәм. Уй, яндырып төшөп китеүҙәре! Ҡарағыҙ әле, тирләтте лә ҡуйҙы! Юҡ, быуынға ултырҙы был. Аяҡты һелкетеп булһа, ярар ине. Рафиға, тот әле мине. Тот!
– Бигерәк ауырһың! Һин нисә кило ул?
– Нисә кило? Ун йыллап элек үлсәнгәйнем, 70 кило инем. Хәҙер баҫҡаным юҡ.
Рәхмәттәрен уҡый-уҡый, йәйге баҡсалағы күләгәгә сығып ултырҙылар.
– Тәк, хәҙер беҙгә нимә етмәй инде? – тине Сафия серле генә итеп. – Йә, әле, Хәмиҙә, ауылығыҙҙа беҙгә ярашлы бабайҙар бармы? Килтер бер ете-һигеҙен бында!
Ҡатындар, гөр итеп, көлөштөләр. Эргәләге ихатала бер эт, асыуланып, өрөп ҡуйҙы. Бында нимә эшләйһегеҙ, тигән һымаҡ, бер әтәс үрелеп ҡараны.
– Ауылда бөтәһе лә бар. Етмәгән бер нимә лә юҡ, – тип һуҙып ҡына башланы Хәмиҙә. – Тик...
– ...бабайҙар ғына юҡ, – тип тамамлап ҡуйҙы Сара. – Ниңә шул тиклем йонсойһоң? Сафия, әллә һиңә бабай кәрәкме?
– Кәрәкме, тип, үҙең күрәһең, ҡымыҙ эскәс, башҡа сыҡты, төрлө уйҙар килә башланы. Ейәнем әйтмешләй, “симка”м әүҙемләшкәс, ҡаным ҡыҙҙы. Шуны уйлай башланым.
– Тағы шул ғына ҡалғайны! – тине Миңниса. – Ана, минеке, икенсе ҡыҙымдан ейәнсәремде әйтәм, утҡа һалды ла ҡуйҙы. Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән ҡара, тип дөрөҫ әйтәләр икән.
– Ауырға ҡалғанмы? Нисә айлыҡ? – тип һораны Сара.
– Ҡалғанмы, тип, әйтмәй йөрөгән. Ваҡыты үткән инде. Әсәһе йығылды ла ҡуйҙы, – тип мөңгөрләне Миңниса, әхирәттәренең йөҙөнә алмаш-тилмәш ҡарап.
– Егете ҡасҡандыр, моғайын, – тине Рафиға, – беҙҙекеләр шулай инде – ҡыҙ күрһәләр, артынан ҡалмайҙар, ҡатлана ҡалһа, ҡасыу юлын эҙләйҙәр.
– Эйе шул! Себергә ҡасҡан. Аҡса эшләйем, туйлыҡ аҡса йыймайынса, ҡайтмайым, тип әйтә, ти, – тип илауланы Миңниса.
Шул ваҡыт, ҡымыҙ тулы һауыт күтәреп, Хәмиҙә әхирәттәре янына килеп ҡушылды. Маҡтай-маҡтай, тағы берәрҙе эстеләр.
– Теймәҫтең ҡымыҙын элек тә маҡтай торғайнылар. Быныһын әллә муйыл усағында ыҫлағандар инде? Шоморт тәмәйтә, – тине Сафия.
Шуны ғына көткән һымаҡ, Хәмиҙә йырлап та ебәрҙе:
“Сафия, ҡара әле,
Алда ғүмер бар әле!
Һөймәһәләр, һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйгәндәре бар әле”.
Йырлашып, байтаҡ ултырҙылар.
– Шул да булған йыр! “Алда ғүмер бар әле”. Ҡайҙан булһын! Беҙҙеке үтте инде! – тине Рафиға. – Томан һымаҡ, таралды ла ҡуйҙы. Эй, әхирәттәр! Беҙ ҡыуанышып ултырабыҙ, ә унда Зәйнәбебеҙ ут йота. Хоҙай үҙе генә ярҙам итһен инде!
– Зәйнәп тә, Зәйнәп, тинегеҙ, ул бер ҙә бирешә торғандарҙан түгел ине, нимә булған һуң? – тип аптыранды Сара. – Ишетмәгәс, тыйған булғайным, һөйләмәгеҙ, тип.
Ҡатындар бер-береһенә һыйыныбыраҡ ултырҙы.
– Ҡот осҡос булған инде! Ике ҡыҙ үҫтерәләр ине бит, шуларҙың өлкәне элегерәк кейәүгә сыҡҡан булған, балаһы менән айырылып ҡайтҡан, – тип һөйләй башланы Рафиға. – Шунан ауылда бер егеткә йәрәшкәндәр. Уныһы ҡалаға сығып киткән дә, ҡайтмаған да ҡуйған. Зәйнәп ейәнсәренә бер аҙ әйткеләгән. Был бала ғәрләнгәндер инде, малайын етәкләп, тау яғына үткәнен күргәндәр, бик оҙаҡ ҡайтмағандар. Юллап сыҡһалар, малайы бер үҙе генә илап ултыра, ти. “Әсәйең ҡайҙа?” – тип һорағандар. “Әсәй осто”, – тигән. Ҡараһалар, ҡаянан аҫта ята, ти. Саҡ төшөп алғандар. Ярғас, тағы ла ауырлы икәнлеге билдәле булған.
Әхирәттәр тағы ла ҡайғырыштылар, аһ-та оһ килделәр. Шул ваҡыт Миңнисаның йөҙө асылып киткәндәй булды:
– Кит әле, бушҡа ҡайғырып, үҙемде йонсотоп ултырам. Минең бәләм бәләме һуң инде? Бала тыуа бит! Шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы? Ҡыҙыма әйтәйем әле, тапһын, алда ғүмер бар әле, күмәкләшеп, үҫтерербеҙ.
Хәмиҙә, самауырын күтәреп, аш бүлмәһенә сығып китте.
– Хәмиҙәне әйтәм, ниңә бер үҙе йүгерә әле, бабайына эш ҡушмай? Бая икмәк алып ҡайтты, мунсаһын тоҡандырҙы, ошонда йөрөй, тигәйнеләр. Ниңә күренмәй икән? Ултырһын ине, беҙҙең мәжлесте йәмләп, – тип һөйләнде Хәмдиә.
– Ниндәй бабай һөйләйһегеҙ? – тип аптыранды Сафия. – Кисәнән бирле йөрөйөм, бер бабай ҙа күргәнем юҡ.
– Кит әле! Ысынлапмы? – тип аптыранды Сара. – Бушты һөйләнеме икән ни? Һуң, үҙем ишеттем, икмәккә ебәрҙем, тине.
– Эйе шул, икмәккә киткән, тинеләр, – тип өҫтәне Фәрзиә. – Бер булһа ла, күренергә тейеш бит инде? Мин дә ишеттем. Нимә, икмәктең бешкәнен көтөп ултырамы икән?
Әхирәттәр тыйнаҡ ҡына көлөштө.
– Сеү! Өндәшмәгеҙ! – тине Сафия. – Барыһы ла дөрөҫ. Бабайы бар уның, икмәккә китеүе лә хаҡ, үҙе һөйләне... Сеүегеҙ!
Һелкетә баҫып, Хәмиҙә үҙе килеп инде.
– Һеҙ килгәс, донъям йәмләнеп ҡалды, – тине ул шат тауыш менән. – Эх, шулай йышыраҡ осрашып торорға ине. Минеке ни, ҡартты әйтәм, тағы ҡымыҙ килтереп ҡалдырҙы. “Әхирәттәрең менән туйғансы ҡымыҙ эсеп, йырлашып ултырығыҙ”, – ти. Эйе, шулай, ти. Әллә үҙен саҡырайыммы?
Әхирәттәр тағы аптыранды, бер-береһенә йылмайышып ҡарашты. Хәмиҙәнең шат, ҡәнәғәт йөҙөн күргәс, тағы тынаһы иттеләр. Ни әйтһәң дә, артыҡ булыр, йә уңайһыҙ хәлгә ҡуйырҙар. Өндәшмәнеләр.
Ҡояш байыуға ыңғайланы, көтөү ҡайтҡаны ишетелде. Хужабикә, әхирәттәрен ҡалдырып, ҡапҡа асырға йүгерҙе.
– Йә, бөгөн икмәк буламы, әллә юҡмы? – тип ҡәтғи һорау ҡуйҙы Сара.
– Икмәк бар, – тине Сафия. – Бөтәһе лә дөрөҫ. Еҙнәне әйтәм, Хәмиҙәнең ирен инде, икмәккә, тип киткән. Бөгөн ҡайтамы, тиһегеҙме? Белмәйем.
– Аңлатып һөйләһәңсе. Икмәк бар, икмәк ҡайтҡан. Ә икмәк ташыусы – юҡ, – тип ныҡыша Сара.
– Ярай, әйтһәм, әйтәйем, тик үҙенә өндәшмәгеҙ! – тип киҫәтте Сафия. – Берәр һүҙ сыҡһа, эйе, эйе, тип йөпләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ. Еҙнә 4-5 йыл элек, икмәк алып ҡайтам, тип кенә сыҡҡан да, юғалған да ҡуйған. Байыҡта элекке бер әхирәте булған, күпкә йәшерәк, ти, шуға йортҡа ингән. Ә Хәмиҙә көтә. Кисә кис тә әйтте, бер заман, барыбер, миңә әйләнеп ҡайта ул, ти.
Шул ваҡыт Хәмиҙәнең шат көлгәне ишетелде:
– Бына еҙнәгеҙҙең икмәге! Хуш еҫ бөркөп тора! Әйҙәгеҙ, яңы һауған һөт менән тағы ла сәй эсеп алайыҡ! Төн беҙҙеке, ҡабаланыр еребеҙ юҡ, аулаҡлап ултырып, һөйләшәйек. Һеҙҙе күргәс, хатта йәшәгеләр килә башланы.
Аҙағы.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: