Йәйге туҙандан ҡойон уйнатып килеп ингән һыбайлыларҙы буталышлы замандарҙа һаҡ булырға өйрәнеп бөткән халыҡ, нисектер, аңғармай ҡалды. Шунлыҡтан ситән ҡапҡа янына туҡтап аттарын бәйләгән һалдаттарҙы яңы күреп ҡалған өйҙәге ҡатын-ҡыҙ, сар-сор килеп, этешә-төртөшә кеме баҙға, кеме урындыҡ аҫтына ташланды. Улар шул ҡәҙәр ҡурҡышып ашыҡты ки хатта сәңгелдәктә яңы йоҡоһонан уянып ултырған ике йәштәрҙәге сабыйҙы ла онотто. Бала, күҙҙәрен селт-селт йомғолап, бында ни булғанын аңлай алмай, һаман ойоп китеп ултыра бирер ине лә, ишек шар асылып, унан ике ят кеше килеп инде. Инеүселәр ҡараштары менән берсә буш өй эсен ҡапшаны, берсә күҙҙәре төймәләй булған балаға ҡараны. Әлбиттә, улар йорттағыларҙың йәшенеп бөткәнен дә, яҡынса ҡайҙа булырға мөмкин икәндәрен дә белә - ана бит, хатта сәй эскән табындарын ташлап ҡасҡандар: самауырҙары боһорап ултыра. Тик быларҙың эҙләнеп йөрөргә теләктәре лә, күрәһең, ваҡыттары ла юҡ. Ҡырағай ауыл бисәләре менән йәшенмәк уйнар саҡмы һуң? Арттан аҡтар эҙәрлекләп килә.
Ҡыҙылармеецтарҙың береһе, алан-йолан ҡаранып, тәҙрә аша йылға аръяғындағы үҙәктән төшкән юлды күҙәткәнсе, икенсеһе урындыҡ һәм һике өҫтөндәге ашарға ярағандай аҙыҡ-түлекте тоғона һыпырып төшөрҙө, унан соланға сығып, синдек ишеген тибеп асып, унан да нимәләрҙер тапты.
Эстә, тәҙрә төбөндә, ҡарауылда торғанына баланың шаңҡып ултырыуы ҡыҙыҡ булып киттеме, ул, иңендәге күн сумкаһынан ҡағыҙ бите сығарып, унда сатай-ботай эре хәрефтәр менән нимәлер яҙып, артына шапылдата төкөрҙө лә, сабыйҙың маңлайына йәбештерҙе. Бала күҙен ҡаплаған нәмәне алып ташларға үрелмәй ҙә, өн дә сығармай, һаман шулай ташҡурсаҡ булып ултыра бирҙе. Ҡыҙылармеец, был күренештән шарҡылдап көлә-көлә, иптәше артынан сығып йүгерҙе. Бер нисә минут эсендә ауыл халҡын талап өлгөргән ҡыҙылдар, саң болото аҫтында, ауылдан сығып та сапты.
Өйҙә һиллек урынлашҡас, ул-был ерҙән, тараҡандар шикелле булышып, йәшеренеүселәр күренде. Иң беренсе урындыҡ аҫтында йәнен ус төбөндә ҡыҫып тотоп ятҡан Сәғиҙә сығып, балаһына ташланды.
– Балаҡайымды, ҡолонсағымды! Ҡороғорҙар ҡотон алды инде! Суҡынған урыҫтар, йәлсемәгерҙәр!
Уның артынан эйәргән өс ҡыҙ бала, нимә әйтергә белмәй, үгәй әсәйҙәрен тирәләп килеп баҫып торған булды.
– Нимә яҙғандар шул ҡороғорҙар, баламдың башына йәбештереп тороп, сәнселгерҙәр! – Сәғиҙә теге ҡағыҙҙы ҡыҙҙарға һондо. Ҡыҙҙарҙың олорағы яҙылғанды саҡ-саҡ ижекләп уҡыны: «Б-б-бо-о-л-л-л-ше-в-в-ви-ик».
– Бәлшәүник?! Ҡыҙ бала бәлшәүник була микән, алйоттар, малай тип уйлағандар инде! Сәсе ҡырылғас ней, минең ҡыҙымды, бирермен мин уларға бәлшәүникте!
Сәғиҙә, туй артынан - дөмбөр тигәндәй, тегеләрҙең артынан әрләп-ҡарғап күңелен бушатҡас, тупылдатып һөйә-һөйә, балаһын имеҙергә ултырҙы, үҙе ҡыҙҙарға күрһәтмәләр бирҙе:
– Йә, моғайын, инде килмәҫтәр, сәйҙе яңыртығыҙ. Ҡороғорҙар, бер нәмәне ҡалдырмағандар, бар, Ҡәнифә, һин баҙҙан май ман бал апсыҡ. Камилә, усаҡтағы көлсә өлгөргәндер, һөрәп ал, ярай, теге аран ауыҙҙар уныһын аңғармаған...
Бер-береһенә етеп килгән өс ҡыҙ бала, үҙе лә шуларҙан саҡ ҡына олораҡ сырайлы үгәй әсә һәм ҡатын итәгендәге яңы ғына «Бәлшәүник Хәтирә» тигән ғүмерлек ҡушамат алған сабый яңынан урындыҡ өҫтөнә йыйылды.
Хәтирә атаһының йәш ҡатынынан тыуған беренсе бала булды. Атаһы Саҙрытдин уның әсәһен, үтмәй ултырған егерме ете йәшлек Сәғиҙәне, ҡатыны ауырып үлеп киткәс алған. Инде ир төҫө күреүҙән өмөтөн өҙгән һәм өйөндә артыҡ тамаҡ булып һанала башлаған «ҡарт ҡыҙ», Саҙрытдиндың һоратыуын оло бәхет итеп ҡабул итеп, етем ҡалған өс бала өҫтөнә килгән һәм уға тағы ла ике бала тапҡан.
Хәтирә олоғайып, бала һөйөүҙең ҡәҙерен белә башлаған атаһының иркәһендә, апайҙарының ҡурсыуында ғына, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ булып, ирәүәнләнеп үҫте. Шуғалырмы, әллә тәбиғәтенәнме, сая, хатта еңмеш тә ине. Өс йәше тулыуға, әсәһе ҡулына икенсе балаһын алһа ла, апайҙары уны ергә баҫтырманы – ҡайҙа ла йөкмәп кенә йөрөттөләр. Бигерәк тә оло апаһы Ҡәҙриә яратты. Имсәк ташлауҙан алып үҙе менән йоҡлатты, йыуындырып, сәсен үреп, һөйөп кенә торҙо. Теле асылыуға, йыр-таҡмаҡтар ятлатып, күмер менән мейескә һүрәт төшөртөп, үҙе шуларҙан ирмәк табып уйнатты.
Бына ошо ҡәҙерле апаһы менән ҡасандыр айырылышырға кәрәк булыр, тип уйларлыҡ йәштә түгел ине әле ул. Бары биш йәш кенә ине бит әле үҙенә лә. Ә апаһына? Апаһына ла ни бары ун ете булған икән.
Берҙән-бер көндө ғаиләләге оло ҡыҙҙы һоратырға ялан яғынан яусы килеп төштө. Байҙар иҫәбендә тормаһа ла, хәлле генә кеше икән, яңы урынлашып килгән хөкүмәткә яраҡлашҡан, шунда эшләп йөрөй. Ҡатыны ауырыуҙан ятҡан, ғүмере лә оҙаҡ ҡалмағандай, ике балаһы бар. Яусы киткәс, уйларға вәғәҙә биреп ҡалған йортта тауыш сыҡты.
– Йәш көйө икенсе бисәлеккә бирмәйек инде, үҙ тиңе табылыр әле, – тип, үҙ фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты үгәй әсә.
Атай кеше быны оҡшатманы:
– Үҙ тиңен ҡайҙан алаң?! Бынау буталыш замандарҙа егет-елән йә аҡтарҙа, йә ҡыҙылдарҙа йөрөп, ҡырылып бөттө. Ҡыҙҙы һоратылған урынына биреп ебәреү хәйерле, китеп ултырһын.
– Ҡабат һоратмаҫтар, тейһеңме әллә? Булыр әле...
– Үҙең һымаҡ ҡартайғансы ултырһын, тейһеңме?! Булғанын көтөп!
Зитына тейгән был һүҙҙәрҙәнме, әллә ҡартының ҡыҙып барыуын һиҙепме, ҡатын өндәшмәҫ була. Ҡыҙҙар иһә аталарынан ҡурҡыуҙан һүҙ ҙә ҡата алмай. Ике бәләкәсерәге, ҡашын төйөп, яман ҡарап торған апайҙарына йәлләп баҡтылар ҙа шым ғына илашырға керештеләр.
Нишләп шул саҡта апаһы телгә килмәне икән, нишләп ҡарышманы ла тауыш ҡуптарманы? Был хаҡта аҙаҡ, тиҫтәләгән йылдар үткәс, күп уйлағаны булды Хәтирәнең. Урамда бит егерме өсөнсө йыл ине. Ҡыҙ баланы көсләп кейәүгә биреүҙәр тыйылған. Тик һаман да кейәүгә сығыу түгел, ә кейәүгә биреү төшөнсәһе көслөрәк булғанмылыр, әллә ирке сикләнгән булыу мосолман ҡатын-ҡыҙының аңына шул тиклем һеңгәнме, апаһы ризаһыҙлығын бөтөн йөҙ-башына сығарып тумһайып, атаһына арҡыры ҡарап йөрөһә лә, бер ҡаршылыҡ та күрһәтә алманы. Бесән бөтөүгә, уны алырға килделәр.
Апаһын кейәүгә биреү күренеше Хәтирәнең йөрәгендә бала сағының иң йәмһеҙ, ҡараңғы ваҡиғаһы булып иҫендә ҡалһа, йәшәй бара, ул бының аяныслы ла, ҡыҙғаныс та булыуын тағы ла нығыраҡ аңланы.
... Бәләкәй Хәтирә аласыҡ тишегенән эстә ҡоҙағыйҙарҙың аш-һыу йүнәтеүен күҙәтә. Мискә кеүек йыуан бер ҡатын ҡаҙыларҙы, нишләптер, биленә урап үлсәп ҡарап ҡаҙанға һала. Икенсеһе, был яҡҡа ят булғанса, оло-оло шаҡмаҡтар итеп, һалма ҡырҡа. Шунан уларҙы тоҙлоҡта ғына ҡайнатып алып, батмусҡа өйә. Был тәмле аштың татлы еҫе кескәй ҡыҙҙың танауын рәхәт ҡытыҡлап эскә инергә әйҙәһә лә, ул таш булып ҡатҡан аяҡтарын тыңлата алмай.
Ҡәҙриә апаһын алып киткән ат арбаһы алыҫлаша башлағас ҡына, эштең нимәлә икәнлеген аңланы, ахыры, Хәтирә: уны яратҡан апаһынан айыралар бит! Бала, кескәй усын һыға ҡыҫып тотҡан Ҡәнифәнән ҡулын һелкетә тартып алды ла йәнфарман арба артынан ташланды:
– Апайымды ҡалдырығыҙ! Ҡалдырығыҙ апайымды! Апа-а-ай!!!
Ошоно ғына көткән кеүек, апаһы ла, тоторға ынтылған ҡулдарҙы этәреп, һикереп төшөп, һеңлеһенә ҡаршы йүгерҙе. Ике яҡ та, уртала осрашып һыға ҡосаҡлашҡан был икәүгә тын ҡалып ҡарап ҡатты. Ниһайәт, Саҙрытдин һушына килде:
– Нимә ҡарап торағыҙ!? Алығыҙ баланы! Бисура! Кемегеҙ ебәреп тора шуны?!
Ҡәнифә менән Камилә, кемуҙарҙан, тыпырсынып илаған Хәтирәне ҡайырып алғансы, апаһы һеңлеһенең тумалаҡ сикәләрен устарына ҡыҫып тотоп:
– Алтыным, матурым... Илама... илама... – тип алмаш-тилмәш үпте лә үпте. Ә үҙенең йәштәре субырлап ҡойолдо.
Тәгәрләп ятып, биҙунланып, үҙәге тартылғансы үкһене ҡыҙыҡай шул мәлде. Атаһы екереп тә, әсәһе әүрәтеп тә, сәпәкләп тә ҡараны – бала тынманы. Аҙаҡтан уға ҡушылып апайҙары, бәләкәй ҡустыһы, унан әсәһе буҙланы. Аталары ҡул һелтәне лә, сығып, лапаҫ аҫтында йүкә ишергә ултырҙы. Өй эсенән, әле оҙаҡ ҡына, өҙөп-өҙөп үкһеүҙәр ишетелеп торҙо.
Ҡәҙриә апаһының яҙмышын шулай уҡ ҙурайғас ҡына белде Хәтирә. Апаһы барған ирҙең йәш ҡатыны йәшендәге ҡыҙы ла була. Улар әхирәт булышып ала. Кистәрен ҡайҙалыр оҙаҡлаһалар, атай һәм ир булған кеше, уларҙы йәшенеп кенә көтөп тора ла, ҡапыл килеп сығып, ҡамсылап ҡыуып алып ҡайта икән. Ҡатын иренә өс бала таба. Уның нисек һәм ни рәүешле йәшәүен берәү ҙә һорамай, күңелендәген дә бер кем белмәй. Әммә егерме дүрт йәшендә генә иренән тол ҡалғас, уның да йөрәге һөйөү утын кисерә. Ҡырҙан хеҙмәттән ҡайтҡан ике туған ҡәйнешенә һушһыҙ ғашиҡ булып, унан бер ир бала таба ла тыуған яҡтарына күсеп ҡайта. Аҙаҡ бар ғүмерен ошо кинйәһенә арнап, шуға бауырын баҫып, шул кеше төҫөндәге бәхетенә йыуанып йәшәй.
... Хәтирә бик сая ҡыҙ булып үҫте. Хәҙер уны, «Бәлшәүник Хәтирә»һенә өҫтәп, «Атаман Хәтирә» тип тә ебәрәләр. Икенсе йыл инде ауыл комсомол ойошмаһын етәкләй. Уйындарҙы ла башлап йөрөүсе, концерт-пьесалар әҙерләп, ауылдан-ауылға концерттар ҡуйҙырыусы ла, комсомолдарҙы йыйып алып, район-ара спорт ярыштарында ҡатнаштырыусы ла – ул. Әленән-әле район, өлкә комсомол комитеты ултырыштарына делегат итеп һайлана. Ҡыҫҡаһы, йәштәр өсөн күҙ өҫтөндәге ҡаш була.
Атаһы Саҙрытдин ҡарт, заманалар үҙгәреү сәбәплеме, әллә олоғайыуы етепме, күпкә йыуашайған – йәштәргә атаман булып йөрөгән ҡыҙына артыҡ бер ни ҙә өндәшә алмай. Шулай ҙа, бөтөнләй үҙенең барлығын онотоп ташламаһындар типме, ураған һайын ҡатынын игәп, ҡыҙҙың кейәүгә сығырға йәше еткәнлеген, тауыш-маҙар сығармаҫ борон, урынлашып ҡалырға тейешлеген тылҡып ҡына тора. Сәғиҙә инде ятлап бөткән ишеткәндәрен, ҡолаҡ аша үткәреп ултырһа ла, йөпләгәнен белдереп, баш ҡаға. Юғиһә, ҡойон ҡубып китәрен көт тә тор! Сыраһыҙ тоҡанып китә торған Саҙрытдин бит әле ул.
Сәғиҙәгә килгәндә, ул ҡыҙының йөрәге кем өсөн янғанын күптән белә инде. Тик йәштәр үҙҙәре ҡабаланмағас, йөрөй бирһендәр, ҡамыт кейеп өлгөрөрҙәр әле, тип уйлай. Уҡытыусы Факиһаның Сәғитенә ғашиҡ бит уларҙың Хәтирәһе. Тегеһе лә ҡыҙҙың «һайт» тигәненә «тайт» итеп торғандай. Урамда килеп осрағанда, әллә ҡайҙан ҡояш ише балҡып: «Сәғиҙә апай, һаумыһығыҙ!» – тип, йөрәккә үтерлек итеп өндәшә. Сәғиҙә тура ҡарамай ғына, «Шәппеҙ әле»һен шыбырлағас, ойоҡ ҡуңысын рәтләгән йәки итәк осон һыпырғылаған булып, егет артынан күҙәтә биреп ҡала ла: «Ҡупшы шул, суҡынған, күҙ-ҡашы ла, атлап китеүҙәре лә, төҫө барҙан төңөлмә тигән һымаҡ, ниндәй ҡыҙ быға ғашиҡ булмаҫ», – тип уйлап ҡуя. Унан, Аллаға шөкөр, Хәтирәм дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, һыуға һалһаң, ҡалҡып сыҡҡандай ҡыҙ тип, үҙен-үҙе һауаландырып, эйәген күтәрә биреп, юлында була.
... Урып-йыйыу эше йомғаҡтарына бағышланған йыйылыш ярты төнгәсә дауам итте. Колхозсылар менән бер рәттән, алдынғы комсомолецтарҙы ла, хатта пионерҙарҙы ла бүләкләнеләр, маҡтанылар, райондан килгән түрәләр ҡат-ҡат ҡулдарын ҡыҫып, рәхмәттәрен белдерҙе. Хәтирә, колхоз рәйесе Таһир ағай, бригадир Хәйҙәр, депутат Мәлиха апайҙар һәм килгән хужалар менән бер рәттән, сәхнә түренә ҡуйып, ҡыҙыл япма менән ҡапланған өҫтәл артында ултыра. Үҙенә һүҙ бирелгәс, ялҡынланып телмәр тотто, ауылдаштарын ҡотлап, ҡулдарын ҡыҫты ул да. Әле Мәлиха апайҙың һөйләгәнен тыңлаған ваҡытта, янында яурынға-яурын терәлеп тигәндәй ултырған Ғимран Ғәлимович алдындағы ҡағыҙына ниҙер яҙҙы ла Хәтирәгә ҡарай шылдырҙы. Уны-быны уйламаған ҡыҙ, эйелеп тороп уҡып алды ла «Хәтирә туташ, сез миңа ошыйсыз» тигән һүҙҙәрҙән, керпектәрен леп-леп иттереп, күршеһенә боролоп уҡ ҡараны. Теге ерән сәсле, ерән ҡашлы, хатта аҡһыл күк күҙҙәрен уралтҡан йөн төктәре лә ерән булған әҙәм күп тартыуҙан һарғая башлаған эре тештәрен ыржайтып йылмайҙы. «Аб-бау! Шөкәтһеҙ...» Хәтирә, бик етди төҫ алып, алдына әйләнде лә, халыҡ араһынан быға тиклем күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап ултырған ҡәҙерле һынды яңынан эҙләп тапты.
Тик теге ерән ныҡыш бәндә булып сыҡты. Ул ҡыҙҙы йыйылыштан һуң ойошторолған уйында ла эҙәрлекләне, бейей белһә-белмәһә лә, һикерәнләй-һикерәнләй түңәрәккә баҫты ла Хәтирәнең ҡулын ҡыҫа биреп тоторға, парлашҡанда биленән эләктереп алырға самаланы. Ҡыҙ иһә был йәштәр араһында алаҡандап йөрөгән әҙәмде бер ҙә егет итеп түгел, ә бары тик райондан килгән етәксе итеп кенә ҡабул итә. Етмәһә, йәше лә утыҙҙан кәм түгелдер. Шунлыҡтан, Ғимрандың артығыраҡ ҡыланғанын аңғарһа ла, башҡаларҙы ҡыуған кеүек, борхолдатып әрләп кенә ебәрә лә алмай. Быларға өҫтәп, түрәлеге лә, район колхоздарының ҡайҙандыр сит өлкәнән саҡыртып алынған берҙән-бер зоотехнигы булыуы, комсомол эштәрендә лә актив ҡатнашыуы, нисек кенә булғанда ла, хөрмәт уята. Оҙатып килгән Сәғитенең район түрәһенең ҡыланышына ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеүенә лә ул ошоларҙы дәлилгә килтерҙе, ҡала кешеһе булып, ауыл ғәҙәттәрен белмәһә, үҙенсә, шулай уйнайҙар, тип уйлайҙыр инде, тип йыуатты һөйгәнен. Тик Сәғит асыулы ине.
Дөрөҫкә сыҡты Сәғиттең һүҙҙәре… Үкенескә ҡаршы… Ноябрь байрамы алдынан комсомол етәкселәрен район үҙәгенә йыйҙылар, бик шау-шыулы йыйылыш булды. Һәр ауыл йәштәре бөтөн ғәм алдында отчет бирҙе, түрәләрҙең кәңәшен тыңланы, әрләнгәндәр ҙә, маҡталғандар ҙа булды. Әлеге Ғимран Ғәлимович Хәтирәне район етәкселәре алдында бик ҙурлап ташланы, уның етәкселегендәге комсомолдарҙың ниндәй эштәр башҡарыуын һанап үтте, башҡаларға үрнәк итеп ҡуйҙы. Ныҡ ҡыуанды быға Хәтирә, хатта был йәмһеҙ кеше лә уға хәҙер нисектер һөйкөмлөрәк булып күренде. Шунлыҡтан йыйылыштан һуң Ғимрандың комсомол эштәрен тағы ла йәнләндереп ебәреү өсөн Өфөнән алып ҡайтҡан бик файҙалы ҡағыҙҙарын башҡаларға түгел, ә тап уға ғына бирергә теләгәнен ишеткәс, түбәһе күккә тейә яҙҙы. «Яңы методика менән эште яйға һала алһаң, һине бында, районға, алырбыҙ, беҙгә һинең кеүек тырыштар бик кәрәк», - тип ебәреүе утҡа май ғына өҫтәне.
Яңғыҙаҡ ирҙең эшселәр барагындағы бүлмәһенә эйәреп барыу ҙа, ҡыҫтап-ҡыҫтап сәйгә ултыртыуына күнеү ҙә бер ни кеүек түгел ине, инде хушлашырға тип тороп баҫҡан ҡыҙға яҡын уҡ килеп:
– Хәтирә, аппагым, ник күрмисең, син тип жан атам бит, –тип һалмаһа егет.
Ҡыҙ телһеҙ ҡалды. Унан, әйтелгәндәр башына барып еткәс, шаталаҡлығына барып, пырхылдап көлөп ебәрҙе. Ах, шул ваҡыт көлмәһә, саялығына барып уҫал һөйләшһә йәки этәреп кенә сығып китһә икән. Тик көлдө шул, һене ҡатып, эскерһеҙ көлдө. Ә егет быны үҙенсә аңланымы, ризалыҡ тип ҡабул иттеме, турғайға ташланған ҡарсыға кеүек, ҡорбанына ташланды. Бындай көтөлмәгән һәм әшәке һөжүмдән шаңҡыған ҡыҙ хатта ихласлап ҡаршылаша ла, ауыҙ тултырып ҡысҡыра ла алманы…
… Шул уҡ йомала Хәтирәгә район түрәһенән яусы килде. Әсәһен шаңҡытып, атаһын ҡыуандырып, риза булды ҡыҙ. Ҡырҙа мал ҡышлатыуҙа ятҡан Сәғит белмәй ҙә ҡалды. Ауылда Хәтирәнең ҙур түрәгә кәләш булыуын бер мәртәбә, дан итеп һөйләп алдылар.