-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Июнь 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Икенсе өлөшө

Шундай замандар ине. Эшләнеләр. Емертеп, ал-ял белмәй, төн йоҡоларын йоҡламай эшләнеләр. Эштән йәм, тәм таптылар. Ә иң мөһиме, уларҙы шул эшләгән, башҡарған эштәре өсөн хөрмәт иттеләр, яраттылар, ҙурланылар бит.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Икенсе өлөшө
Яҙмыш
Шундай замандар ине. Эшләнеләр. Емертеп, ал-ял белмәй, төн йоҡоларын йоҡламай эшләнеләр. Эштән йәм, тәм таптылар. Ә иң мөһиме, уларҙы шул эшләгән, башҡарған эштәре өсөн хөрмәт иттеләр, яраттылар, ҙурланылар бит.
Хәтирә район үҙәгендә лә комсомол ойошмаһын етәкләне. Был вазифаны уға ире түрә булғаны өсөн түгел, ә үҙенең осҡон ише янып-баҙлап йөрөүенән йөкмәттеләр. Арыу-талыуҙы белмәй, йәштәрҙең йә йыйылышын, йә концертын, йә спорт ярыштарын ойошторҙо ул, берәүһенә ятаҡ, икенсеһенә эш урыны йүнләште, берәүҙәрҙең ғаилә ыҙғышын тикшерҙе, икенселәрҙең никахына шаһитлыҡ ҡылды, берәүҙәрҙең ҡайғыһын, икенселәрҙең шатлығын бүлеште. Йәштәр уны үҙҙәренең етәксеһе итеп ҡабул итте, һүҙенә ҡолаҡ һалды, кәңәштәрен тотто. Шулай һәр бере күҙ терәп торған кеше нисек итеп, “яратмаған кешем менән йәшәйем” тип, йәш түгеп ултырһын йәки хатта моңайып, һағышланып йөрөй алһын. Юҡ, әлбиттә. Бөрөгә тулышҡан хистәрен төбөнән йолҡоп уҡ ташлай алмаһа ла, уларҙы ете йоҙаҡҡа бикләп, мәңгелек ҡараңғы зинданда һарғайып кибеүгә дусар итте. Һис кенә лә күҙ алдынан китергә теләмәгән шаян ҡарашлы һөйөклө йөҙҙө нисек тә күңеленән юйып ташларға, хәтерләмәҫкә, исемен тиҫбе тартҡандағы кеүек, ҡабатлап йөрөмәҫкә тырышты. Шунлыҡтан ауылдан килгән әхирәттәре менән дә бер ваҡытта ла уның хаҡында һөйләшмәне, тегеләре егеттең ҡара яныуы хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда, үҙенең етәксе, түрә ҡатыны булыуын һәм шул кимәлгә торошло икәнлеген иҫтәренә төшөрөүҙе хуп күрҙе. Йәнәһе – ундай ғишыҡ-мишыҡ бала-сағалыҡ, йәшлек мауығыуы ғына булған, хәҙер ул – оло тормош кешеһе. Ә шул ваҡытта үҙенең йөрәге семетеп-семетеп ала ине.
Йәш ҡатыны менән ғорурланды, маһайҙы Ғимран. Оҙон үңәсле үҫмерлек ҡоронда ла, ҡолғалай һуйҙайып, бөгөлә биреп, оҙонлоғо арҡаһында салбар балағы һәр саҡ ҡыҫҡа булып күренеп йөрөгән студент йылдарында ла һәм хатта, инде дипломлы белгес булып, төрлө райондарҙа эшләгәндә лә ҡатын-ҡыҙ иғтибарынан гелән ситтә ҡала килә ине ул. Үҙҙәренә яҡынайтманы уны гүзәл заттар нишләптер, күҙ һалғандары моронон күтәрҙе, хат тапшырғандары яуап бирмәне. Хатта берәүгә яусы ла ебәреп ҡарағайны, тегенеһе, бала менән тол ҡалып ултырыуына ҡарамаҫтан, йөҙ сәбәп тапҡан булып, тәҡдимен кире ҡаҡты. Ғиллә нимәлә булғандыр инде? Уйлап ҡараһаң, шау шаҙра, сөгөн төбөнән дә ҡарасманыраҡ, сатан-сулаҡ ир-егеттәр ҙә, бынамын тигән ҡатындарға хужа булып, бала-саға үрсетеп йәшәп яталар бит? Аңламаҫһың был ҡатын-ҡыҙҙы, көнө килһә, уларға матурлыҡ та, батырлыҡ та, хатта, йәмһеҙлек тә һан түгел, әллә ниндәй, үҙҙәренә генә билгеле, йәшерен ҡылдарын сиртә алырҙайҙы тойорға тейештәр микән…
Хәтирәне тәү тапҡыр күргәндә ул, ошо ҡыҙ ҡатыным булыр тигән уйҙы, әлбиттә, башына ла килтерә алмай ине. Һауалағы торнаға ымһына алмаған кеүек. Бары йәшлек дәрте аңҡытып, күҙҙәре тонйорап көлөп торған, үҙе терегемөштәй етеҙ, осҡор ҡыҙға тын да ала алмай тексәйеп тороуҙан үтә алманы. Аҙаҡ бергә эшләргә лә тура килде. Ҡарт егет йәш ҡыҙҙың үтә лә бер ҡатлылығын, хәйләһеҙлеген, ауыл балаһына ғына хас артыҡ ышаныусанлығын шунда уҡ аңғарып алды. Баш тарта алмай ине ул бындай затлы бүләктән. Юҡ, һис ҡасан да…
Әле бына ҡатыны булғас, барыһын да тейешенсә ҡабул иткән, күнгән кеүек йөрөй. Күпселек ҡатын-ҡыҙ кеүек, яҙмышына буйһоноуымы әллә... әллә Ғимранды ире итеп ҡабул итеүеме? Быларын белмәй ир булған кеше һәм, моғайын, бер ваҡытта ла белмәҫ тә. Уларҙың ир-ҡатын булыуы ла түшәк бүлешеүҙән һәм уртаҡ эш хаҡында һөйләшеүҙән уҙмай. Хатта бер-береһенә тура ҡарамай ҙа бит улар. Икеһе лә, нимәгәлер уңайһыҙлыҡ кисергәндәй, ҡараштарын йәшереп өйрәнгән һәм был халәт уларҙың ғәҙәтенә инеп киткән.
Бик йәлләй ҡыҙын Сәғиҙә. Уның хәлен, кисерештәрен үҙе аша үткәргәндәй булып йөрөй. Йә инде, ҡыҙы ла шул бер яҙмышты ҡабатлай. Тота килеп, йән дә, тән дә тартмаған әҙәм ҡуйынына инсәле! Үҙе ултырып ҡалыуҙан ҡурҡып шулай итһә, Хәтирәһе нимәнән ҡурҡты – ояттанмы? Ысынында, икеһен дә ҡатын-ҡыҙ күндәмлеге сараһыҙ итте инде. Үҙе һуң, ултырып ҡалһа, ней булған да, ҡыҙы кейәүгә сығыуҙан баш тартһа, ней булған? Юҡ шул, улар ана шулай, ояттан да, ҡурҡыуҙан да ир артына йәшеренеп өйрәнгән, унда улар, йәшен тамағына йотоп ҡанын ялаһа ла, ҡурсаулы, яҡлаулы тоя үҙҙәрен.
Кейәүҙә булған ҡыҙҙарына ата-әсәнең йыш йөрөү ғәҙәте юҡ был яҡтарҙа. Быны ерле халыҡ өнәмәй. Килен булған ҡыҙ ҙа ата тупһаһына, бер ауылда йәшәп тә, бик һағындырып ҡына аяҡ баҫа. Ҡанун ҡоло булған Сәғиҙә лә был тәртиптән ситләшә аламы инде? Хәтирәһенең донъяһын барып күреүгә зар-интизар булһа ла, өсөнсө айын тултырып, саҡ ҡуҙғалды. Унда ла бер-ике көн алдан күрше-тирәһенә: “Кейәү, килмәйһегеҙ, тей ҙә ҡала, ней заман торалар, ишек бауҙарының ней нәмәнән икәнен дә белмәйем”,– тип аҡланды әле. Ярай, бабайы барып, бураларын бурашты, күтәреште, һыңар һыйырҙарын ҡайғыртып, бесәнен дә тейәп апарҙы. Ысынында, кейәүҙәре лә саҡырмай тормай, теге юлы һуғылғанында ла, ҡыҙынан “килеп етһен” тигән сәләм ҡалдырып китте. Был ике ауыҙ һүҙ эсендә күпме һағыш һәм зар барлығын тоймаймы ни әсә күңеле?
Әле ҡыҙының аш-һыу араһында сымыры ғына ҡыбырлап йөрөгәнен күҙәтеп ултырған көнө. Килеп төшкәс тә, ай йөҙлө, тығыҙ тәнле балаһының яңаҡтары тартылып, ҡобараһы осҡандай, ағарып ябыҡҡан, хатта нисектер моңһоуланып ҡалған төҫ-ҡиәфәтенән бер аҙ шаңҡып торҙо ла сеңләп кенә илап ебәргәйне. Бабайы булһа: “Дыу-у! Мәрйә ғошап олоп. Мынауынан!” – тип, киҙәнә биреп, екереп тә ебәргән булыр ине. Бәхетенә, дилбегәне үҙенә генә тотторған. Тупһаға ултырып, ҡосаҡлашып илап, күңелдәрен бушатҡас, инеп, сәйгә күстеләр. Сәғиҙә һаман һыҡтай-көлә хәбәрен теҙҙе. Әленән-әле сәйен яңырттырҙы ла, ебеп киткән танауын, тирҙән һәм йәштән сыланған күҙ төптәрен, күлдәк итәген әйләндереп, һөртөп-һөртөп алды. Ҡыҙын күреп, танһығы ҡанмай, һағыштан һарғайып барғандай төҫөнә ҡарап, үҙәге өҙөлһә лә, сынъяһау итеп донъя көтөп ятҡанына һөйөнә, бер яҡтан. Әллә балаһы булһа, әүерәү булмаҫ инеме икән, тип тә уйлай. Уйлап ҡына тормай инде Сәғиҙә.
– Буйыңда бар мәллә, бигерәк һурылғанһың?
– Ю-у-уҡ! – тип ҡырҡа башын сайҡай ҡыҙы, әйтерһең, бер ярамаған нәмә һорай.
– Буһа-булыр ҙа, орлоғо Бохарала түгел дәһә, – тип ныҡыша әсә. Хәтирә һүҙҙе икенсегә бора һала:
– Атай нисек?
– Биреште әле ул атаң быйыл, ҡуҙғалыуы ауырайҙы сәпсим. Улай-былай булып ҡуйһа, мал да аһырап булмаһ микән, тип ҡуям.
– Китсәле, атайға ни булһын, – тип, бындай хәлгә ышанмаҫҡа итә Хәтирә.
– Атаң ғүмере лә арҡыры ағасҡа бәйҙәп ҡуйылмаған. Яман күҙе менән яман һүҙе лә, суҡмар йоҙороғо ғына ҡалған инде, уларын үлем түшәгендә лә болғап ятыр ул, –Сәғиҙәгә бабайына зарланып алыуға форсат сыҡты. – Ней, Рәхимйән ситтә төптәнде, ҡайтһа ла, һалдат булып өйрәнгән әҙәм мал араһында толҡа тапмаһ...
Уйламаҫтан, әллә ҡайҙа ятҡан ҡаланан төпкөлгә килеп, малайҙарҙың сәләмәтлектәрен, яҙыу-һыҙыуын тикшереп, хәрби училищеға йыйып алып киткәйнеләр бер йылы. Кинйәләре Рәхимйән дә эләкте шунда. Аптырашып ҡалған ата-әсәһен военком үҙе өгөтләп күндереп, сығарып ебәргәйнеләр ун дүрт йәшендә, шунан ҡойроғон тотторғаны юҡ. Уҡыуын тамамлағайны, әллә ҡайҙағы ер сигенә хеҙмәткә ебәрҙеләр, яҙған хаттары ла, ай тултырып, саҡ урап килә. “Ул һөкүмәт балаһынан ней һәтеүә”, - тип көрһөнә хәҙер Сәғиҙә.
Рәхимйән тураһында ла, башҡаһы хаҡында ла ҡояш һарҡыуға ауышҡансы һөйләшеп ултырҙылар әсәле-ҡыҙлы. Унан Сәғиҙә: “Мал килгәнсе, ҡайта һалайым, атаң быҙау-һыйыр менән маҙаланып йөрөмәһ”, – тип, өтәләнеп китте. Бәләкәй сағындалай, ат арбаһына ултырып, әсәһен ауыл осонаса оҙата сыҡты Хәтирә. Матур ғына итеп хушлаштылар. Сәғиҙә:
– Ирҙән ирҙең артығы юҡ, шул арала ҡандай матур донъя төҙөп алғанһығыҙ, ир тапмаһа, буламы ул, түрә түрә инде, – тип, ҡыҙы алдында кейәүенең бәҫен күтәрергә лә тырышты. Өндәшмәне Хәтирә. Был хаҡта һөйләшер һүҙе юҡ уның.
Ваҡыт тигән нәмә кешенең бәхетлеме-бәхетһеҙме икәнен һорап тормай ҙа инде. Ул, һин ни халәттә йәшәп ятһаң да, ағымын туҡтатмай икән. Яҙҙы ҡыуып, йәй килә лә, ни аралалыр уныһын көҙ алмаштыра. Шуның кеүек, Хәтирәнең кейәүҙә булыуына ла йыл булды. Былтыр ошо һалҡын буранлы ҡышта ул ат санаһына тейәлгән аллы-гөллө күпмәләр өҫтөндә ауылынан оҙатылып киткәйне. Бына тағы ҡыш килде. Көнө лә, төнө лә, бергә уҡмашып, оҙайлы бер мәлгә әйләнгән. Был миҙгелдә эш тә аҙ. Кистәрен һалҡын клубта йәштәрҙе йыйып тотоу ҙа ауырлашты. Булғандарына кино-маҙар алдынан политинформация үткәреп ала ла китапханаға килгәндәргә китаптар өләшә. Әле һуңғы көндәрҙә комсомолдарҙың Белорет ҡалаһында үтәсәк ҡышҡы ярышына әҙерлек менән мәшғүлдәр. Көн үҙәгендә, егет һәм ҡыҙҙарын теҙеп алып, урман-тауҙар гиҙеп, саңғыла йүгертеп әйләнә. Район етәксеһе, ярыш-маҙарҙы үҙе яратҡан кеше, мотлаҡ беренсе урын беҙгә булырға тейеш, тип алдан уҡ киҫәтеп тә ҡуйған. Былай әлегә тиклем һынатҡандары юҡ, моғайын, был юлы ла мах бирмәҫтәр. Тик бына Хәтирә үҙе генә һуңғы ваҡытта йүгергәндә талсығамы, хәле тиҙ бөткәндәй, тауға үрмәләгәндә лә теҙ быуындары ҡалтыранып, йомшарып киткәндәй. Әле ҡата башындай ғынанан атаһы эшләп биргән ҡалтағай саңғыларҙа, уға эйәреп, һунарға сыға ине бит ул. Һис ҡалышмаҫтан эйәреп йөрөй, бихисап саҡрымдар үтә ине. Шунлыҡтан көслө лә, таҫыллы ла булып үҫте, ауырып-маҙар ятҡаны ла булманы. Хәҙер килеп, арыйым тип, команданан сыға алмай бит инде. Урынына ла ҡуя һалыр ҡатын-ҡыҙ юҡ.
Көтөлгән көнө лә тиҙ килеп етте. Өс саҡрым уның кеүек бешеккән кеше өсөн бер ни түгел дә, аҙыраҡ хәлемде ҡыҫа төшөрмөн инде, тип йүгереп сығып киткәйне, йөрәкһеүе булды – күңеле болғанды. Бер нисә ерҙә туҡтап, уҡшып алды алыуын, әммә старттан үҙе менән сыҡҡандарҙы күҙ күреме ерҙә ҡалдырыуға өлгәште Хәтирә. Был трасса уға таныш, йылға яры буйлап, оҙон ғына яланды үткәс, анау күренеп ятҡан тауҙы ҡыялатып буйлайһың да, аръяғы гел һарҡыуға китә. Тау түбәндәрәк, һөҙәктә, трамплиндары ла була торған. Иң мөһиме, тауҙы үрмәләү, шуға ғына хәле етһен.
Тик саҡ ҡына көсөн самаламаны йәш ҡатын. Түбәгә етәрәк, артыҡ көсәнеүҙән башы әйләнде, күҙ алдары ҡараңғыланды. Шулай ҙа, ял итеп алыу тураһында уйлап та тормаҫтан, ул, бар хәленсә таяҡтарында этенеп, аҫҡа кәйелде. Хәҙер, хәҙер тәне хәл алыр, тип өмөтләнгәйне, киреһенсә, мускулдары бушау менән, таралып китә яҙҙы. Юлды сама менән тойомлап ҡына эйә торғас, ян-яҡта ялпылдап ҡалған ағастар алдында өйөрөлә башлағандай тойолдо. Һәм саңғысы, ел тиҙлеге менән трамплин осонан ысҡынып, һауаға атылды ла... упҡынға убылды.
Ете ят урында иҫенә килде. Теше-тешкә теймәй ҡалтыраныуҙан. Ҡайҙандыр килгән һыуыҡ елеккә үтә. Туҡта, ул һалҡын ошо... күкрәк аҫты тәңгәленән килә түгелме? Һыңар ҡулын саҡ ҡыбырлатып, эсе тәңгәленә һуҙғайны, уны берәү эләктереп алып, туҡтатты:
– Ярамай! Ярамай, – тине уның битенә яҡын уҡ килеп кемдер.
Русса һөйләшә, был һүҙҙе аңлай ҡатын, ишеткәне бар. Ята торғас, өндәшеүсегә башын борҙо – аҡ косынка ябынған тумалаҡ алһыу битле олораҡ ҡатын. Күҙҙәре күм-күк... мәрйә...
– Өш-шө-ййөм... – бының аңларына өмөт булмаһа ла, өшөү тәҡәтте ала. Санитарка, ысынлап та, аңламай уны. Шул бер һүҙен ҡабатлап, күтәрергә иткән ҡулдарын кире тартып һала ла ҡуя. Сараһыҙҙан, Хәтирәнең йәштәре урғылып сыҡты ла күҙ ситтәре буйлап сәс араһына аҡты. Туҡтатырға тырышып ҡараны – булманы, киреһенсә, ҡалтыратып уҡ алып китте. Яндағы ҡатын ҡурҡты, ахыры, сыға һалып, кемделер саҡырып килде. Оҙон буйлы йәшерәк ҡатын инде. Инде лә олорағына иҙәп күрһәткәйне, тегенеһе сепрәккә төрөлгән боҙ киҫәген Хәтирәнең эсенән алды. Ах, шул нәмә өшөттөргән икән, эсен өткән әсетеү кәмеп ҡалды.
– Бедная. Что с ней будет? – тип йәлләп кенә әйтеп ҡуйҙы шул ваҡыт мәрйәләрҙең олоһо.
– Да ничего не будет, просто детей она больше иметь не сможет, - тине икенсеһе иҫе китмәй генә. Санитарка Хәтирәне сәнскеле тышһыҙ одеял менән ябып, сит-ситтәрен ҡымтыны ла сығып киттеләр. Тәне йылынған һайын, нығыраҡ ойотто, һәм ҡатын бил тәңгәлендә нимәһенеңдер өҙөп-өҙөп һыҙлауын тойоп, йоҡоға китте.
Кемдеңдер маңлайына ҡағылыуына күҙҙәрен асһа – ире ултыра. Ниһайәт, бер яҡын кешеһен күреү шатлығынан да, ошо хәлдә ятыуына оялыуҙан да тағы йәштәр быуҙы. Таныш булмаған, үҙен аңламаған һәм тел белмәгән ерҙә ярҙамһыҙ булып ятыу аҡылдан яҙҙыра ине уны.
– Бөттө... бөттө, – Ғимран, ибәтәйһеҙ генә итеп, ҡатынының сәстәрен һыйпаны.
– Ал-лып ҡайт мине-е, – Хәтирә иренә тәүге тапҡыр шулай ялбарып, ярҙам һорап өндәшә.
– Ҡайтырбыҙ... Ҡайтырбыҙ, аҙыраҡ һауыҡ та...
– Нимә булған? – ҡатын йәшле күҙҙәрен иренә күсерә.
– Нимә тип... Ауырлы булғаныңды белмәгәйнеңме ни?
– Ау-уыр-лы?.. – Уф, кеше был хаҡта ир менән һөйләшәме ни?!
– Баланы юғалттыҡ, һиңә операция яһанылар. Сабырлығыңды йыйып, бер аҙ дауаланырға тура килер.
Ҡайтҡас, күпмелер ваҡыт үтеп, Хәтирә теге мәл дауаханала урыҫ ҡатындарының һөйләшеүен хәтерендә өйөрөлтә торғас, Даша апайҙан һорамай булдыра алманы. Инде бер ғүмер башҡорттар араһында көн итеп, үҙе лә шуларға оҡшап ҡалған апай, Хәтирәнең әйткәндәрен тыңлап, өндәшмәй ҡалды.
– Нимә, Даша апай? Һин дә аңламайһыңмы әллә?
– Аңлайым да... яңылыш ишетмәнең микән, тейем.
– Нисек яңылыш ишетәйем мин, урыҫ һүҙен икенсе урыҫ һүҙе менән алмаштыра белмәйем дә инде, – йәш ҡатын ҡылтайып китә яҙҙы. – Төшөнмәһәм дә, мин урыҫсаны хәтәр шәп ятлап алам, бер ишеткән дикломацияны ла һеңдерәм дә ҡуям. Аңламайым ғына, мына...
– Һе-е, – Даша был үткен бисәнән ҡотола алмаҫын белә һәм һәр һүҙен үлсәп кенә сығара. – Балаң... булмаҫ микән... тигәндәр.
Ике ҡатын да тынып ҡалды. Һәр береһе үҙ уйына сумды. Ярай әле, олоһо йыуатырға һүҙ тапты:
– Тороп тор әле, тота килеп, яҙа-йоҙа хәбәрҙән әллә нимәләр хәл итмә. Мин ошонда килен булып төшкәс, дүрт йыл тыу йөрөнөм. Нимә тип кенә сәйнәмәнеләр. Ауырға ҡалғанымды белгәс, урманда бурала ятҡан иремә барып әйтәйем тип, Ағиҙелде йөҙөп сыҡтым. Унан ана, тоҡтоң ауыҙы сиселгәйне, һанап ҡына өлгөр – һигеҙ иттем дә ҡуйҙым.
Читайте нас: