+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Июнь 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Өсөнсө өлөшө

Ире бошондо микән был хәлгә, әллә артыҡ иғтибарға алманымы? Хәтирәгә был аңлашылманы. Беләме ул табиптарҙың ни әйткәнен? Аңлаймы ҡағыҙҙарына ниҙәр яҙылғанын? Үҙен ғәйепле һанау тойғоһо көндән-көн нығыраҡ үҫте ҡатын күңелендә, һәм бер аҙҙан ул был йөктө яңғыҙы ғына күтәрә алмай башланы.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Өсөнсө өлөшө
Ире бошондо микән был хәлгә, әллә артыҡ иғтибарға алманымы? Хәтирәгә был аңлашылманы. Беләме ул табиптарҙың ни әйткәнен? Аңлаймы ҡағыҙҙарына ниҙәр яҙылғанын? Үҙен ғәйепле һанау тойғоһо көндән-көн нығыраҡ үҫте ҡатын күңелендә, һәм бер аҙҙан ул был йөктө яңғыҙы ғына күтәрә алмай башланы.
– Ғимран, – тине ул бер кис урындыҡта салҡан ятып гәзит уҡыған ире янына яйлап ултырып, – һин Биләрит враштары менән һөйҙәштеңме?
– Нимә тураһында? – ҡапыл ғына һорауға һорау менән яуапланы ире, һәм был яуаптан уның барыһын да белгәнлеген аңланы ҡатын.
– Балабыҙ булмаҫ микән?.. – Хәтирә моңһоуланған ҡараштарын тәҙрәгә күсерҙе.
Ғимран да тороп ултырҙы, гәзитен ситкә һалып, ҡатынының яурынынан ҡосоп, үҙенә тартты:
– Ҡайғырма, көҙгә мин һине Мәскәү бальнисына алып барам. Уҡыған ерем – ҡаланы беләм, таныштарым да бар.
Өҫтөнән ауыр бер ташты һелкеп төшөргәндәй булды ҡатын. Бына бит, уның ире ниндәй аҡыллы, кешелекле. Ә ул сығып китеү уйына барып еткәйне. Хәтирә, һулҡылдап, иренә һыйынды.
Көҙгә Мәскәү яҙманы уларға. Уларҙың ғына түгел, миллионлаған кешеләрҙең уй-хыялдарын селпәрәмә килтереп, шул йәй һуғыш башланды. Аҙна һайын ауылдарҙан арба-арба ир-егеттәр килделәр ҙә, военкомат алдында йөк машиналарына тейәлеп, ҡалаға оҙатылдылар. Йәй аҙағында уҡ ҡара ҡағыҙ алыусылар ҙа, ул ҡағыҙҙы көҙгәрәк устарына йомоусылар ҙа булды. Ир-егет ҡулынан яҙған көрәк-балталар ҡатын-ҡыҙҙар, балалар беләгенә ятты, ат башында ла, тракторҙарҙа ла, урман эстәрендә лә яулыҡ-итәктәрҙе күреү береһен дә аптыратмай хәҙер. Сыбыртҡы тотоп йөрөгән бригадир ҙа – Даша апай бит. Район етәкселегендә райком рәйесе лә, баш зоотехник булған Ғимран ҡалды ирҙәрҙән. Улар, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ҡат-ҡат ғариза яҙһалар ҙа, тота килделәр. Сөнки тыл да – үҙенә күрә фронт. Аҙналар буйына күрмәне ирен Хәтирә. Әле был ауыл фермаһында мал аҙығы етмәй, әле икенсеһендә һыйырҙар күтәрткән, өсөнсөһөндә – һарайҙы йылытырға, ит, һөт нормаһын тапшыртырға. Тәүлектәр юғалып тороп, арып-йонсоп ҡайтып инеп, мунса төшөп, өҫ-башын рәтләтә лә тағы сығып юғала. Былай ҙа ҡаҡса кәүҙәһе бөтөнләй кибеп-ҡатты. Анау брезент плащын кейеп алһа, тот та баҡсаға ҡарасҡы итеп ҡуй үҙен. Йәлләй ҙә ирен, ғорурлана ла. Ул бит ил өсөн, еңеү өсөн шулай йән аямай йөрөй. Ысын коммунист шул ул. Белмәй ҡалдырмағандарҙыр әле, совхоз унһыҙ ҙа ҡалһа нишләр?
Хәтирә лә тракторҙар курсына йөрөй башланы. Ул да иренән ҡалышырға теләмәй, файҙалы булғыһы килә. Яҙғы сәсеүгә төшкәндә ҡорос атҡа ултырмаҡсы әле. Шундай ҡанатлы уйҙар менән иренең сисеп киткән кейемдәрен ышҡый ине, салбар кеҫәһендә нимәлер бар һымаҡ тойолдо. Кәрәкле ҡағыҙын һыулаттым микән, тигән уйҙан ҡурҡып, керен шаптырлатып һыу эсенән һурып алып, өҫкә күтәрҙе. Кеҫәһенә ҡулын тыҡһа, ысынлап та, ҡағыҙ. Йә инде, эй, эшкинмәгән бисә! Шуны ҡарап һалһа, ней булмаған! Бәләкәйләткәнсе тәҫләнгән ҡағыҙ киҫәген ипләп кенә асып тағатып, көлдөксәгә һалды ла, өрөп киптерерҙәй булып, яҙылғандарына күҙ һалды ҡатын. Аһ, урыҫса түгел дәһә, башҡортса, хатта... ҡатындар ҡулы менән яҙылған. Хәтирә, хәҙер инде әллә ҡат-ҡат уҡыуҙан, әллә кеҫәлә оҙаҡ йөрөтөүҙән таушалып бөткән һыулы битте тотоп, тәҙрә янына, яҡтыға күсте. Күсте лә, ҡулындағына күҙ йүгертеп сыҡҡас, урындыҡ ситенә сүгеп ҡалды. “Ҡыҫыр бисәңде ҡалдыр ҙа миңә күс, дүрт айлыҡ ауырым бар. Баш тартыр булһаң, райкомға барам, коммунистан төшөртәм” тип яҙылған ине был “документта”. Нисек инде “ҡыҫыр бисә”, нисек инде “ауырлы”? Нимә, был хат уның иренә яҙылған буламы? Һуң атыу, үҙенә булмаһа, нишләп уны алып йөрөһөн? Кемдән һуң ул? Кем яҙған? Уның ире менән... икенсе ҡатын? Булмаҫ! Мөмкин түгел... Ул бит Хәтирәнән башҡа ҡатын-ҡыҙға күҙ ҙә һалмай! Нисек инде... Ә был нимә?..
Ире ялға ҡайтты, мунса төштө, ҡырынды, аш артында бындағы хәл-әхүәлде һорашты. Һәүетемсә генә һөйләштеләр. Ғимрандың арыған, талсыҡҡан төҫөнә ҡарап, үҙен-үҙе әрләне хәҙер Хәтирә. Бында кеше эт шикелле булып йөрөй, ә ул унан ғәйеп эҙләп ултыра. Донъя болғар өсөн яҙылған бер ғәйбәттән.
Ашап алғас, ҡултыҡлашып, клубҡа юлландылар. Яҙғы сәсеү эштәре буйынса йыйылыш ҡуйылған ине. Райком етәксеһе ҡаланан ҡайтып етә алмаған, уның урынына Ғимран сығыш яһаясаҡ. Әллә нисә ауылдан йыйылған делегат ҡатын-ҡыҙҙың һорары ла, һөйләре лә күп булып, йыйылыш төн ауғансы барҙы. Әлһерәшеп ҡайтып ингәйнеләр генә, арттарынан уҡ ишек шаҡынылар. Ҡатын менән ир бер-береһенә ҡарашып алды: кем булырға мөмкин? Ғимран инде күлдәген һала башлағанлыҡтан, ҡатынына баш иҙәне – ҡара. Хәтирә, өй ишеген асып, соланға башын һуҙҙы:
– Кем ул?
– Мин инем. Асығыҙ әле, һүҙ бар.
Келәне ысҡындырыуға, ишекте ҡыйыу ғына һелкә тартып асып, Һабанлы ауылы Рәйсә апай килеп инде. Был апайҙы, алдынғы доярка булараҡ, районда ла беләләр, Хәтирә лә танып тора.
– Бә-әй, һаумыһығыҙ, Рәйсә апай түгелме? – йәш ҡатын аптырауын йәшереп йылмайҙы.
– Тап үҙе. – Килеүсе, хужабикәне беләге менән ситкә эткәндәй итеп, өй ишегенә ынтылды. – Мин, һеңдем, Ғимран ҡустыға.
– Ә-ә, үтегеҙ әйҙә, - Хәтирәгә апай артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ҡатын инде, ишек төбөндә туҡтап, бер аҙ өй эсен байҡап алды ла, быймаларын һалып үтеп, урындыҡ ситенә терәлде. Хәтирә асыҡ ҡарашын ҡатынға, тегеһе ап-аҡ итеп ҡырып йыуылған буяуһыҙ иҙән таҡталарына күсерҙе. Һәр береһе, кемдеңдер һүҙ башлауын көткәндәй, тынып ҡалды. Шунан, ултыра торғас, апай, ҡапыл бөтә кәүҙәһе менән Ғимран яғына боролдо. Аһ, уныһы нимәһен, ен күргәндәй булып, ағарып ҡатҡан һуң?!
– Нишләп өндәшмәйһең, Ғимран ҡусты? – апайҙың тауышы шундай талапсан яңғыраны, хужалар хатта юғалып ҡалды. «Нисек инде уның иренә, түрәгә, ниндәйҙер бер ябай бисә улай ҡаты бәрелә ала?» Бала саҡта ла, үҫкәс тә, ғаиләлә атаһына ҡаршы өн сығарырға ярамағанлығы ҡанына һеңгәс, эсендә ниндәй асыу ҡайнағанда ла иренә екереү йәки яуап талап итеү уның өсөн баш еткеһеҙ ҡурҡыныс хәл кеүек ине. Шунлыҡтан, Ғимрандың да, атаһы кеүек, донъя туҙҙырып, ҡыҙып китеренән ҡото алынып, ипләп кенә ҡарашын күтәрһә, ҡайҙа ул ярһыу, иренең башы һәлберәп төшкән. Хас та эш боҙған үҫмер малай, тиерһең. Ниндәй ғәйебе бар уның был апай алдында?! Хәтирә, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, бер ҡатынға, бер иренә ҡараны.
– Бына шулай, иптәштәр, оятты ҡапланым да килдем. Баламды әрәм иттерер хәлем юҡ.
– Ә... нимә булған һуң?..
– Атаң башы буған! Минең ҡыҙға тейгән бит ирең! Бөтә ғәм шуны һөйләй, бутта, һин ишетмәй ултыраң?!
Сайҡалып китте әллә Хәтирә, ипләп кенә арҡаһы менән мейескә һөйәлде.
– Кит, апай, юҡтыр...
– Юҡ булырға, ҡорһағы етешеп килә. Еңгәһе вис һөйләтеп алды, фермала ҡарауылда ҡалғанда Ғимран ағай көсләне, тигән.
– Хат! – Хәтирәнең “келт” итеп иҫенә теге хат төштө.
– Мин яҙҙым ул хатты, аптырағандан, – ҡатын, уфтанып, усы менән маңлайын баҫты. – Йә, нишләйбеҙ?! Берәй яры хәл итмәһәң, Ғимран, хатта әйтелгәнсә, райкомға ла, обкомға ла барам. Франтауик балларынан көлөп, көсләп йөрөй, тип фаш итәм. Аның атаһы менән ағаһы һуғышта ҡан ҡоя!
Ҡатын ошо юғары нотала өҙөлөп, барып быймаларын кейҙе лә сығыр алдынан:
– Бөгөн-иртәгәле көтәүелләйем дә – үҙеңә ҡарап үпкәлә, каммунис тип тормам, – тигән дәшһәтле янауын эстә ҡалдырып, ишекте япты. Хәтирә менән Ғимран шул шаңҡыуҙарынан арына алмай ултырып ҡалды.
Ҡалған көндәрҙәге хәл-ваҡиғалар Хәтирәнең үҙе менән булманы кеүек. Әллә нишләне лә ҡуйҙы ул. Ғимрандың, күҙҙәренә йәш алып, хәлде аңлатыуына ла тыныс ҡалды, ваҡытлыса ятаҡҡа күсеп торорға өгөтләүенә лә күнде, хатта ире эйәртеп алып ҡайтҡан оло ҡорһаҡлы, бала сырайлы ҡыҙға ла бер ҡаты һүҙ әйтә алманы. Һыйырын һауып индереп, һөтөн һикегә ҡуйҙы ла, урындыҡ ситендә аңшайып ултырған көндәшенә: “Ана, сипарат аҫта, әрәм итмә, үткәреп ал”, – тип, сыҡты ла китте. Ғимран сумаҙанын күтәрешеп алып барышмаҡсы ине, уға ла: “Кит, кеше көлдөрөп йөрөмә!” – тип һеңгәҙәткәнсе әйтеп китте. Көндөҙ, теге ҡатынды алып килмәҫ элек үк, китмәне йә. Яҡтыла урамдан үтә алырына ышанманы шул, ҡараңғыға ҡалып, бур шикелле, ҡаса-боҫа ғына ташлап китте ул өйөн. Ғимран: “Был хәл ваҡытлыса ғына, бала тыуып, баш-күҙ алһа, мин уны кире әсәһенә ҡайтарам”, – тип ураған һайын тылҡыһа ла, был йортҡа ҡабаттан аяҡ баҫмаҫын аңланы шул саҡ Хәтирә. Эте лә, бесәйе лә, һыйыры ла ҡабат уны был ихатала тап итмәйәсәк, уларҙы икенсе ҡулдар иркәләйәсәк, тәрбиәләйәсәк бынан ары.
Район үҙәгендә генә түгел, бөтә район бисә-сәсәһе телендә улар булғандыр һуңғы мәлдә. Тегеләргә нисектер, Хәтирәгә һәр кем уның йөҙөнә төбәлеп ҡарай, йәлләй, йә аҫтыртын көлә кеүек тойолдо. Кәмһенеүе, ғәрләнеүе үҙәген өҙһә лә, ул сер бирмәне. Киреһенсә, юҡ-барға шарҡылдап көлдө, уйындарҙа таҡмаҡ әйтеп, беренсе булып шартлатып бейергә төштө, иртәнән ҡара кискәсә тракторында ер аҡтарҙы. Унан төндө көнгә ялғар сәсеү башланды. Хәтирәгә ал да, ял да кәрәкмәне, тамаҡ ялғап, трактор кабинаһында ғына серем итте лә, ҡорос атын кире ҡабыҙҙы. Бригадир Даша апай туҡтатманы ла, тыйманы ла уны, “Ир бирмәк – йән бирмәк, башҡа нимә менән баҫһын инде йөрәген”, – тип кенә ҡуйҙы.
Сәсеүҙе тамамлағас, йәйләүгә сыҡҡан ауыл фермалары өсөн концерт әҙерләп йөрөгән мәлдә, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырлап, Ғимрандың балаһы тыуыуы хаҡында хәбәр килтереп еткерҙеләр. Иғтибарға алмаған булһа ла, бер һуң ғына ҡайтып килешләй, әллә ни ғиллә менән аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре шул яҡҡа тартты ла, урлашырға килгән ҡараҡ шикелле йәшенә-боҫа өйҙәренең алғы баҡсаһына төшөп, ҡорған тартылған тәҙрәнең бер ситенән генә эскә күҙ һалды шул. Ғимран, моғайын, өйҙә лә юҡтыр, уттай ҡыҙыу эш мәлендә ҡырҙа яталыр. Теге бисә нишләгән була икән? Бала бәүетеүҙән күҙе тоноп бөткән яңғыҙ ҡатынды йәлләмәксе булып үрелгәйне, күргәндәренән, ауыҙын асып, ҡатып ҡалды. Йәй башы булыуға ҡарамаҫтан, мейес тултырып ут яғып ебәргәндәр, уныһы, ялҡындарын күңелле бейетеп, йылы бөркөп тора. Мейес алдына ултырғыстар ҡуйып, оло кәритә ултыртҡандар ҙа... бәпес йыуындыралар. Ғимрандың йөҙө! Эре һары тештәрен асып, килбәтһеҙ ауыҙы ҡолағынаса йырылған, туҡтауһыҙ нимәлер һөйләгән була. Өҫ-башы һыуланып бөткән, унда иһә эше лә юҡ, ибәтәйһеҙ ҡулдарына сей генә балаһын тотоп алған да берсә һыуға тыға, берсә өҫкә сығара. Теге әргендәк кенә бисәһе, һабын күпертеп, шул бер бармаҡ башындай ғына нәмәләрен йыуып-йыуған була.
Ярһып илаған баланы ҡатын йүргәккә төрөп алып киткәйне, Ғимран, етеҙ ҡыланып, һыуҙарҙы түгеп инде, хатта туңҡанлап иҙәнгә түгелгәндәрен һөртөп алды ла бәпәй имеҙергә ятҡан ҡатыны ҡаршына барып, ауып китте. Кит, шуның имсәгенә ҡарап ята микән! Ары Хәтирәнең күҙәтеп торор хәле ҡалманы. Тәҙрәне онтай һуғасаҡ, йә шунда хәле бөтөп ҡолаясаҡ ине ул. Асыуынан һаҡлыҡты ла онотоп, үҙе ултыртҡан сирен ҡыуаҡтарын шаптырлатып йырып сығыуға ыңғайлағайны, баҡса тәңгәленә килеп үк, эте ләңкелдәп ебәрҙе. “Аҡтүш! Аҡтүш...” – тип танытайым тигәнсе, эстән кемдер килеп, тәҙрәгә ҡапланды. Саҡ башын алып өлгөрҙө. Ул арала булмай, хужа соландан: “Эй, кем бар унда?”- тип өндәште. Сыҡты ла осто Хәтирә. Ҡараңғыла әллә ниндәй түмһәләргә барып менде, эләгеп ҡоланы, тағы тороп йүгерҙе. Әйтерһең дә, Ғимран уның артынан ҡыуа төшкән, әйтерһең дә, хәҙер елкәһенән эләктереп ала ла таный. Ысынында, Ғимрандан түгел, үҙенән ҡаса ине ул. Баҙрап торған ут күҙле өйҙәр күренмәй, эттәр абалауы ишетелмәй башлағас ҡына, ҡатын үҙенең инде ҡасабанан күпкә алыҫлашыуын аңлап ҡалды. Төн йөҙө булһа ла, ыңғайлаған юлын таныны ул: ауылына ҡарай сыҡҡан бит. Шул асыштан тағы ла ярһып йүгерә лә, тамам хәле бөтһә, аһылдай-аһылдай атлауға күсә, унан тағы сәсәгәнсе йүгерә. Шулай йүгерә-атлай тиҫтәнән ашыу саҡрымдарҙы һанай. Ә күҙ алдында һаман шул бер күренеш: бала тотҡан Ғимрандың бәхетле йөҙө. Эш өҫтөндә тимәгән, йоҡларға өйөнә ҡайтҡан бит әле. Етмәһә, ғүмерҙә күрелмәгәнсә, ир башы менән бала ҡойондороп йөрөй. Һыуын түгә, иҙәнен һөртә. Ул бит һуң, ике йылдан ашыу ҡатыны булып йәшәп тә, ундай Ғимранды белмәне. “Һинһеҙ йәшәй алмайым, бары ла мөхәббәттән булды”, – тип инәлеп-ялбарып күндергәйне бит кейәүгә сығыуға ла теге хәшәрәт хәлдән һуң. Үҙ-ара саҡтарында ла “жаныйым” тип кенә торҙо, хатта ошо ҡыҙҙың ауырлы булыуы асыҡланғас та: “Саҡ ҡына түҙ, һинһеҙ миңә тормош юҡ”, – тип ялбарҙы, аулаҡта һағалап, күрешеү эҙләп аптыратты. Әле, балаһы тыуғас, донъяһын онотҡан. Шул саҡ Хәтирә өйҙәренә килеп инһә лә, танымай, кем икәнен аңламай торор ине. Бөтә аңын, ғаләмен ҡулындағыһы биләгән ине. Бәхетле ине ул! Нисек кенә ышанғыһы килмәһен, нисек кенә әсе булмаһын, тойомлағаны хаҡ – Ғимран әлеге ҡатыны һәм балаһы менән бәхетле. Ә ниңә әсенә әле Хәтирә? Үҙен көскә тотоп йәшәтте, иркә-наҙҙарын күҙ йомоп ҡабул итергә өйрәнде, донъяһын күтәрә һуғып сығып китеүҙән саҡ тыйылып ғүмер итте түгелме һуң? Таң яҡтырыр-яҡтырмаҫтан уянып, килер көнгә әҙерләнде, кис төшөүгә, һағайып, төндө көттө. Теләктәрен тыйҙы, быуҙы, башын эйелергә, күнергә мәжбүр итте. Йөрәгенең төбөндә һурып алмаҫлыҡ булып тамырланған ғәзиз һынды ла оноторға маташты. Һәм булдырғайны кеүек тә һуң? Тик Хоҙай Тәғәлә бына ошолай итеп үҙенсә хәл итте лә шул әҙәмдең ҡатыны булыуҙан ҡотҡарғайны түгелме уны? Бына ул азат, ирекле ҡош кеүек, хатта төн йыртып йөрөп ята, ҡырын ҡараған кеше юҡ. Ниңә улай тулай йәне, ниңә һыҡтай бынау күкрәк тәңгәле? Тапалған ғорурлыҡтанмы? Улай тиһәң, ул ғорурлыҡ күптән саң араһында лаһа. Кәмһенеүҙәнме? Кәрәкһеҙлегеңде, яңғыҙлығыңды тойоуҙанмы?
Таңдан алда барып төштө Хәтирә ауылына ауышҡан тау итәгенә. Һаман мейеһен быраулап шаулатҡан уйҙар шауҡымынан арына алмайынса атланы ла атланы, битенә, беләгенә тал-сыбыҡтың әсеттереп һуғыуын да, балтырҙарын ҡара кесерткән көйҙөрөүен дә тойманы. Шаптырлап һыуға барып ингәс кенә туҡтап ҡалды. Аһ-һ! Йылғаға килеп төшкән бит. Туфлийы-ние менән шаршыла баҫып тора. Һалҡын ағым ҡурып алып, аҡылына ҡайтарҙымы, ҡатын, ярға сығып сүгәләп, түңәрәк зәңгәр шарҙың аҡһыл нурҙары аҫтында ап-асыҡ булып шаҙраланып ятҡан ағымға ҡарап ҡалды.
Читайте нас: