-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Июнь 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Дүртенсе өлөшө

Шаршы! Бетерә шаршыһы... Уны ошо ерҙә тыуҙырған, үҫтергән йылғаның йүгерек бөҙрә тулҡындары. Кендеген ҡырҡҡас, уны ошо шаршы һыуында ҡойондорғандар, йәне сығып осҡан тәнен дә ошо уҡ шаршы һыуы менән паклап һаласаҡтар. Нисә быуат, нисә быуын ошо ер халҡы шулай иткән. Нисә быуат, нисә быуын ошо йылға һыуын һыулағандыр, зар-ҡайғынан йәки яҙмышында яуап эҙләп ошо шаҙра ялтырауыҡтарға төбәлгәндер.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Дүртенсе өлөшө
Шаршы! Бетерә шаршыһы... Уны ошо ерҙә тыуҙырған, үҫтергән йылғаның йүгерек бөҙрә тулҡындары. Кендеген ҡырҡҡас, уны ошо шаршы һыуында ҡойондорғандар, йәне сығып осҡан тәнен дә ошо уҡ шаршы һыуы менән паклап һаласаҡтар. Нисә быуат, нисә быуын ошо ер халҡы шулай иткән. Нисә быуат, нисә быуын ошо йылға һыуын һыулағандыр, зар-ҡайғынан йәки яҙмышында яуап эҙләп ошо шаҙра ялтырауыҡтарға төбәлгәндер. Хәсрәтемде ағын һыу алып китһен тип, серҙәремде шаршы тыңлаһын тип, яр ситенә килеп ҡолағандыр. Шаршы!.. Алып китһәңсе уның да зарҙарын! Йәнен иҙгән, йөрәген талаған хәсрәттәрен ағыҙһаңсы... Ниңә өндәшмәйһең? Танымайһыңмы әллә? Һиндә, ошонда, итәге менән селтей һөҙөп, ҡырсынташтарыңды йыйып уйнаған үҙең кеүек йүгерек, тиктормаҫ ҡыҙсығыңды оноттоңмо ни? Нәҙек бармаҡтары менән ҡомоңдо тырнап алып, ҡомған ялтыратҡан көләкәс үҫмер ҡыҙҙы хәтерләмәйһеңме? Итәк бөрөп, ҡолас ташлап кер сайҡаған сая ҡарашлы, үткер телле һылыуыңды иҫләй алмайһыңмы? Уның, эшен бөткәндән һуң, әлегеләй шаршыңа ҡулын тығып, сер-хыялдарын һөйләүен, теләктәр теләп, бит-ҡулын сайыуын, йылға һыуы эсемгә бармаһа ла, һине үпкәләтмәҫ өсөн, услап, һыуыңды уртлауын, ризалығың өсөн таш араһына зыңҡылдатып баҡыр аҡса ташлауҙарын онота булдыңмы?.. Юҡтыр... Ана бит, һалҡынлығыңдан, яйлап, ҡыҙыңдың томаланған аңы асылды. Йөрәгендәге ҡара көнсөллөк аҡ беләктәре, нәфис бармаҡтары аша һурылып сығып, ағым йүгеректәрендә ирене, үҙен йәлләгән, кәмһеткән бахыр уйҙары таралып, ғорурлығы уянды. Йән инде уға, сәм менән ғәм өҫтәлде. Зәңкеп туңған ҡулдарын һыуҙан алып, туҙып ялбыраған сәстәрен һыйпап рәтләне лә, яйлап ҡына ҡалҡынып тороп, итәгенә һарылған ҡырсынташтарҙы ҡағып төшөрҙө һәм тамам тынысланған, хатта, бөтөнләй бушанып, туғарылып ҡалғандай булып, ауылға сыҡҡан тыранса баҫмаға ыңғайланы.
Беләгенә һыңар биҙрәһен элеп алып, ауыҙын ябып иҫнәп, йыбанып ҡына ялан кәртәгә ыңғайлаған йоҡоло әсәһен тертелдәтеп, “ялп” итеп артҡы ҡапҡанан килеп инде Хәтирә.
– Һаумыһың, әсәй!
Ҡыҙын таныған Сәғиҙә, быға тиклем ишеткән-белгәндәрен эсенә йыйып түҙеп йөрөгән булһа, әле килеп, ғәзиз балаһы күҙе алдына килеп баҫыуҙан күңеле тулып, буҙлап илап ебәрҙе. Бигерәк йомшаҡ инде әсәһе, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла йөҙ һыуы менән йыуа торған кеше. – А-ай, ниндәй ҡайғың бар? – тас атаһы булып өндәште ҡыҙы, уның һүҙҙәре менән. Йомшаҡлыҡты яратмаған Саҙрытдин ҡарт ҡатынының күҙе дымланғанда шулай тип бурылдап ҡуя торған.
– Эй, Аллам, балаҡайым, көйөп-янып ҡына көн итеп ятаңмы-ы? – Сәғиҙә биҙрәһен шалтыратып төшөрөп ебәреп, үсеккән бала кеүек, шундағы бүкәнгә сүгәләп, мал араһына кейгән керле алъяпҡыс итәге менән күҙ-битен һыпырҙы. – Ы-ы-ыһ... Баламды... Ҡороғор! Йөҙө йөҙтүбән киткер, түпәһе уйылғыр абышҡа! Алма кеүек баламды әрәм итте... Бер эрәхәт күрмәһен, әйҙә, сәнселгер!
Хәтирә әсәһе йәнәшенә – бүрәнә осона терәлеп, әйтер, йыуатыр һүҙ тапмаҫтан, тынып ҡалды. Быуаһы йырылған Сәғиҙә, һаман буҙлай-һамаҡлай яттан әрләп, күңелен бушатты:
– Дастуйный ирҙәр һуғышып ятҡанда, был ней, күте ҡорттаған нәмә, бисәләр күҙҙәгән инде! Йәлсемәгер! Бүре йыҡҡы-ыр, әҙәм ишетмәгәнде ҡыланып – ҡатын айырып! Бисәнән бисәнең артығы бар тей микән, нишана?! Һуғышҡа ебәреп, кәрен ҡайтартыр кәрәк...
Шул ваҡыт был тамашаны ҡапыл туҡтатҡан бер хәл булды: солан ишеге эстән дарһылдата төртөп асылды ла, тотҡа-йоҙаҡтары зыңҡылдап, таҡта ҡоймаһына бәрелде. Ишек ауыҙында таяғына таянып, һөҙөргә әҙерләнгән үгеҙ ише аҫтан ҡарап, Саҙрытдин ҡарт тора ине. Бына ул туҡылдап алға ынтылған таяғы артынан, калушлы аяҡтарын шылдыра-шылдыра, һикәлтәнән төшә башланы. Бабайының холҡон белгән Сәғиҙә, тиҙ генә аунап ятҡан биҙрәһен эләктерә һалып, танауын мышҡылдата-мышҡылдата, һыйырҙарына йүнәлде, Хәтирә иһә атаһына ҡаршы атланы.
– Атай... нихәл?
Бабай, ҡыҙын күрмәгәндәй булып үтеп китеп, әле генә ҡатындар буҙлашҡан бүрәнәгә терәлде лә, таяғын ҡолатып һалғас, ауыр ҡарашын күтәрҙе:
–Шәппеҙ.
Тынып ҡалдылар. Хәтирә атаһы алдында ни тип аҡланырға белмәне. Ғәйепләйме икән Саҙрытдин ҡыҙын, әллә башҡамы уның фекере?
–Ништәйең, күсеп ҡайтаңмы?
–Юҡ.
–Ҡалайтаң?
– Мин, атай, Биләриткә эшкә сыҡмаҡсымын.
– Ҡасан?
– Бөгөн ял итәм дә дүшәмбенән ғариза яҙам.
– Һе.
Аҙаҡ, өсәүләшеп сәй эскәндә лә, ҡаралтыларын сығарып элеп, һыпырып донъя таҙалап сығып, киске ихата сиҙәмендә туҡмас ашағанда ла, ҡарт был һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтманы. Бары икенсе көн һары таңдан ҡыҙын алып барып ҡуйып, ҡайтырға тип арбаһына кире менеп ултырғас ҡына, көрһөнә биреп:
–Дә-ә, йыйын урыҫ араһында еңел булмаҫ... – тип ҡуйҙы.
Хәтирә бары кисә генә атаһының ауыр ҡараштары аҫтында башына килеп әйтеп өлгөргән хәбәренән кире ҡайта алмай ине инде:
–Урыҫ та кеше инде, ашамаҫтар әле.
– Айыуҙан ҡурҡма, кешенән ҡурҡ тигәндәй, әҙәм башын әҙәм ашай торған көндәр... Аңғарып, һин анда.
Атаһы артынан ҡарап тороп ҡалды ҡыҙы. Ҡартайып, бәләкәсәйеп ҡалған икән. Әсәһе дөрөҫ әйткән – ҡартайған атаһы.
Атаһының знакумына көн һарҡыуға ғына килеп инде Хәтирә. Ауылдан һөт алып сыҡҡан алама машина, юлда ҡырҡ боҙолоп, Ҡағыға саҡ килеп етһә, һөт феләктәре араһында ҡыҫылышып килгәндәр ҡара саңға батты. Унан ҡалаға тиклем атына ла, машинаһына ла эләгеп-һарҡып килеп, төшөп ҡалды. Знакум тигәндәре – башҡорт ул, Һатыбал ағай. Уны ниңә “знакум” тигән булалыр инде атаһы, урыҫ шикелле итеп. Ҡатыны ла үҙҙәренең яғынан – Файза еңгә.
Һатыбал ағай ҙа, ҡала урыҫтарынан күрмәксе, бәйгә ҡуйып, ажғыр эт тота. Уныһы хужанан башҡаны ҡан дошманы күреп, һеләгәйҙәрен ағыҙып ябырыла ла ҡуя. Бәйе генә тота хашшаҡты, ысҡынып китһә, ашамаҫ тимә. Быны белгән Хәтирә күн сумкаһы төбөнә мөнйөлгән тауыҡ һөйәктәрен гәзиткә төрөп һалып алған инде. Юлға сығыр алдынан уҡ уйлаған ул быны. Әле ҡапҡанан ингәс тә, татлы еҫен юғалтып өлгөрмәгән һөйәктәрҙе сабырһыҙланып оянан килеп сыҡҡан маъмай алдына ырғытты. Ят әҙәмде күреүҙән үк күҙе аларып өлгөргән януарҙың асыуы һыпырылып төштө лә ҡуйҙы. Аҙау тештәре араһында һөйәктәр сатыр-сотор итеп кенә ҡалды ла, теге, ҙур ялбыр башын әле был, әле икенсе яҡҡа ҡыйшайтып, ымһынған бала ҡарашы менән әле генә өҙгөләп ташларға уҡталғанының бер битенә, бер ҡулдарына төбәлде. “Йә, тағы нимәң бар?” – ти ине мәхлүктең теремек күҙҙәре. Ошондай дәү ялбыр ғифриттың бер ҡатлылығынан көлөп ебәрҙе Хәтирә. Инде лә зыян итмәҫен аңлап, яҡын уҡ килеп, ҡулын һуҙҙы. Эт баяғы тәмле һөйәк еҫе килгән ҡулды “ялп-йолп” иттереп ялап та ебәрҙе. Ҡатын уның йөнтәҫ маңлайынын һөйҙө лә муйынын ҡыҫҡан ҡайыш аҫтын ыуаланы. Тамам ирене маъмай, башын үргә сөйөп ирәйеп үк китте. Шул мәл өйҙән сыҡҡан берәү быларҙың тыныслығын бүлде. Файза еңгә икән. Оло ҡатын солан ишеген йоҙаҡлап, әйләнеп баҫты ла, эт эргәһендәге кешене күреп, тертләп китте:
–Ай, әттәгенәһе! Кем икән, тиһәм…
– Файза апай, мин был, Саҙрытдин ҡарттың…
– Таныйым! Әллә танымай тора тейеңме? – хужабикә йоҙаҡтарын кире асып, солан ишеген эскә төртөп ебәрҙе. – Эт менән торғасың ғына ҡурҡтым ҡапыл. Ялбыр, ней, беҙҙең ят кешене яҡын да ебәрмәй бит ул, шундуҡ тауыш бирә торғайны. Әйҙә, ин!
Ике ҡатын эскә үтте. Файза ҡысҡырып һөйләй-һөйләй алдан атланы. Әллә нишләп шарылдап һөйләшә ошо апай, ҡолаҡҡа ҡаты тиһәң, ишетә кеүек.
–Төнгә китергә сығып барам! Аҫтағы Сашаға эләгеп китәм! Сәрмән диттумында төнгө нәне булып йөрөйөм! Ағаң алынғас, сыҡтым, тамаҡ аҫырар хәл кәрәк бит!
– Һатыбал ағайҙы ла алдылармы ни? Оло ла инде…
– Алдылар! Алмай… Унан олораҡтар ҙа китеп бөтөп бара. Тора-бара сәпсим бисә-сәсә лә бала-саға ғына ҡалып бөтөрбөҙ инде. – Ҡаҙан ситендә ҡырын төшөп ятҡан самауырын, һыңар ҡолаҡсаһынан һөйрәп алып, усаҡ алдына ҡуйҙы ла “ялп” итеп ҡунағына ҡарап алды. – Һинеке лә шундалыр?
Бындай һорауҙы көтмәгән Хәтирә ҡыҙарып китте. Ул быға саҡлы ла иренең һуғышҡа алынмағанынан оялып йәшәне, барыһы ла сәбәбен белеп торһа ла, үҙен кәм итеп тоя, йәшерен генә ғәрләнә ине. Әле килеп, унда бер эше лә юҡ та кеүек, әммә барыбер оят ине.
–Юҡ… Ул брондә.
– Ә-ә…– хужабикәнең ҡарашында ниндәйҙер ышанмаусанлыҡ билгеһеме әллә, миңә барыбер, былай ғына һорайым, тигән уймы сағылып ҡалды. Шулай ҙа ул был хаҡта һүҙ ҡуйыртманы. –Мына, самауыр ҡуйырың!Анау йәшшиктә икмәк менән шәкәр бар! Мин сыға һалайым, атыу ҡороғор урыҫ көтмәй китеп барыр!
Ҡабаланып ишеккә ыңғайлаған ҡатын ҡунағының соланда ултырып ҡалған оло төйөнсөгөнә иғтибар иткәс, ҡайырылып өндәште:
–Ҡуна ҡалаңдыр бит?
Хәтирә тағы албырғаны:
–Файза апай, мин… эш эҙләп килдем.
– Аһ! Ул нисек һине алайтып сығарып ебәрҙеләр? Ирең…
– Ирем менән түгел мин, бер үҙем генә.
Ҡатындың ишеткәненән бер генә һирпелеп ҡарап алды ла сығыуға ынтылды:
–Ярай, иртән һөйләшербеҙ!
Хужабикә артынан ишек ябылғас та, самауырға тотонорға ынтылманы Хәтирә. Хәле сәй эсерлек түгел. Эсе бошто. Ят ҡаланан, ят донъянан, ят йорттан ятһыраны. Кемдәрҙер күҙәтеп торған һымаҡ, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыуаланды. Тәҙрәләр араһында, урамдан үткән-һүткәндәрҙе күҙәтеп йөрөп, ҡараңғыны ҡуйыртты. Инде тыш күренмәй башлағас, ут тоҡандырып тормай ғына, апай күрһәтеп киткән карауатҡа урын йәйеп ятты. Унда ла күҙе өйрәнгән ҡараңғылыҡҡа төбәлеп, ни уйларға, ни буҙларға белмәй, шаңҡып ҡалды.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: