-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Июнь 2021, 19:02

ЙЫЛДАР АУАЗЫ Хикәйә Икенсе өлөшө

Өйөнә ҡайтып килә Рауил Хөснулла улы һәм хужалыҡтар, уларҙың етәкселәре тураһында уйлана. Үҙенә хужалыҡ рәйесе булып эшләргә тура килмәне. Әлеге институт бөтөрөп, шул араға партия сафына инеп, 4 йыл эшләнеме, юҡмы, Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Ике йылға! Уныһын тамамлап, Обкомда инструктор тигән яуаплылығы ла самалы, яуапһыҙлығы билдәһеҙ бер һөнәр бар ине.

ЙЫЛДАР АУАЗЫ
Хикәйә
Икенсе өлөшө
Өйөнә ҡайтып килә Рауил Хөснулла улы һәм хужалыҡтар, уларҙың етәкселәре тураһында уйлана. Үҙенә хужалыҡ рәйесе булып эшләргә тура килмәне. Әлеге институт бөтөрөп, шул араға партия сафына инеп, 4 йыл эшләнеме, юҡмы, Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Ике йылға! Уныһын тамамлап, Обкомда инструктор тигән яуаплылығы ла самалы, яуапһыҙлығы билдәһеҙ бер һөнәр бар ине. Хатта ҡатыны, бер килеп, Өфөнө күреп, һоҡланып, шым ғына театрға ла барып инеп, ошонда күсенәбеҙ, тип дәртләнеп ҡайтҡайны. Хатта бер иштән туфли менән күлдәк тә ҡараштырғайны. Тәжрибәлерәк хеҙмәткәрҙәр менән шым ғына һөйләшә торғас, ул бында төртөп күрһәтеү менән сабырға торған әллә ат, әллә эт хәлендә икәнлегенә төшөндө. Шул арала бер нисә районға барып, ҡағыҙ-мағыҙ әҙерләп, юҡ ғәйебен бар итеп, барын – юҡ итеп, беренсе секретарҙарҙы эшенән алдырыу, йә партия язаһына тарттырыу һымаҡ ҡара эште лә башҡарып өлгөрҙө. Мәҫәлән, ни ҡыҙығы булһын инде, беренсе секретарь үҙенән күпкә йәш секретаршаһы менән мауығып киткән. Ул ханымдың зарланып һөйләгәндәрен яҙһаң, теге йүнһеҙ, өйләнәм, тип алдаштырған, ҡағыҙ шытырлап йыртылырлыҡ.
Арыҫланғәлиев үҙенең Алатау районына килеп урынлашыуын, әллә “батыуын” һиҙмәй ҙә ҡалды. Бына һиңә – бер иштән туфли менән күлдәк! Күнде ҡатынҡайы, ҡайҙа барһын. Шым ғына эшләп йөрөй инде.
Барған ыңғайы, беренсе секретарь, баяғы, Ишембаевты хәтеренә төшөрҙө. 20 йыллап эшләгән, күпме изгелек ҡылған легендар шәхес. Ул колхоз рәйестәре үҙҙәре һәр береһе – үҙенсәлекле шәхес. Ишембаев хаҡында шулай, тип һөйләйҙәр: ҡышҡы һыуыҡмы, йәйге ҡоролоҡмо, көн һайын, иртәнге һигеҙҙән кабинетында ултыра. Алдында – ҡырлы графин. Сейфынан алып, шунда бер литр араҡы ҡойоп ҡуя. Ул ғына етмәй, тәҙрәнән, баҫтырып тотоп, бер-ике себенде графинға һалып ҡуя һәм йәйге эҫелә, мәҫәлән, шым ғына имеп ултыра.
– Эҫе, эсергә һыуың юҡмы? – тип һорай килгән ҡунаҡ, графиндағы тап-таҙа һыуға ҡамшанып.
– Ана ултыра, эс, – ти хужа, графинға төртөп.
Ҡунаҡ ҡараһа, тегендә ике себен йөҙөп йөрөй. Ундай һыуҙы кем эсһен инде. Хәкимов менән дә шулай булмағайы. Ҡуй, бәйләнмәйек. Эсмәйенсә, килмәҫ, аҙаҡ йырлайым, тип мыжыр. Шакиров оҡшатмаҫ. Ә инде Исламовҡа килгәндә, Фаяз әле боҙолмаған. Балалары ла күп, үҙен тота беләлер.
Кабинетына инеүгә, тағы ла Өфөнән шылтыраттылар. Әлеге, Шакировтың сәфәре менән бәйле, өйрәтеүселәр харап күп икән! Машина юлға сыҡҡан, унда бер инструктор маршрутты ҡараясаҡ, етешһеҙлектәрҙе барлаясаҡ һәм төҙәтәсәк. Әллә ҡәйнәһенә инеп йөрөгәнме, йәш кенә инструктор 11-ҙәргә килеп етте. Арыҫланғәлиев кем менән эш иткәнен белә, хәҙер ҡараңғы – юл да, комбайндар ҙа күренмәй, тип һатыулашып булмай бит инде. Юғиһә, һуңынан Алатауҙың беренсе секретары хаҡында, “тиҫкәре, тыңлауһыҙ”, тип кабинет һайын һөйләп йөрөйәсәк. Ярай, Исламов көтөп торған, хужа ҡараясаҡ баҫыуға тиклем барып еттеләр. Комбайнерҙар, ысыҡ төштө, яҫмалар тығыла, тип туҡтап ҡына йөрөйҙәр ине.
– Бында нисә комбайн? – тине обком әһеле.
Рауил Хөснулла улы Фаязға ҡараны.
– Дүрт, – тине Фаяз.
– Ужас! Был бит бигерәк әҙ! Беренсе секретарҙың кәйефен боҙорға итәһегеҙме? Немедленно райондан егерме биш комбайн ошонда йөрөргә тейеш! Егерме биш! Егерме биш комбайн! Әллә һеҙ дүрт комбайн менән коммунизм төҙөргә итәһегеҙме (пип-пип)?
– Булыр, – тине Арыҫланғәлиев, ә үҙенең был “көсөк”тө тәгәрәтә һуҡҡыһы килде. Төнгө икелә ҡайҙан егерме биш комбайн алаһың? Ярай, “Чапай”ҙыҡылар – унау, “Һалҡын Шишмә” бишәүҙе бирһә... “Малайка”нан – өсәү. Юҡ, барыбер егерме биш сыҡмай.
Райкомға яңынан әйләнеп ҡайттылар. Инструктор таңғы биштә Обкомдың ауыл хужалығы бүлеге мөдиренә шылтыратты.
– Бында эштәр бик насар, Фәләнбай Фәләнғолович, – тине ул.
– Нимә, шул тиклем мине уятырлыҡмы ни? – тине мөдир.
– Эйе, Фәләнбай Фәләнғолович, Арыҫланғәлиев яуапһыҙлыҡ күрһәтә. Баҫыуҙа, һеҙ талап иткәнсә, 25 түгел – 22 генә комбайн буласаҡ.
– Ә ул комбайндар кемгә кәрәк һуң? – тине мөдир. Һиҙелә, ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.
– Һуң, иртәгә бит, Алатау аша “Беренсе” үтәсәк.
Ауыр кәүҙәнең ҡапыл күтәрелеүенән тимер карауаттың асыулы шығырҙағаны ишетелде.
– Үҙе ҡайҙа? Арыҫланғәлиевты әйтәм.
– Эргәмдә тора, Фәләнбай Фәләнғолович.
Рауил Хөснуллович телефонға йәбеште:
– Хәйерле төнмө, хәйерле иртәме, Фәләнбай Фәләнғолович! Тыңлайым һеҙҙе!
– Тыңламай, ҡайҙа бараһың? Эргәңдә торған алйотҡа әйт әле, әллә ул, ысынлап та, етмәгән ике комбайнды минең иртәнге йоҡомдан мөһимерәк, тип уйлаймы? Әллә беренсе секретарға бына был баҫыуҙа утыҙлап комбайын иген йыя, тип әйтә белмәйһегеҙме? Миҙхәт Закирович һәр комбайнды берәмләп һанар, механизаторҙарҙың исемлеген талап итер, һәр береһенә награда бирер һәм һеҙҙе лә онотмаҫ, тип өмөт итәһегеҙме? – тине лә трубканы ташланы.
Обкомдан килгән әһел күҙ алдында тыны сыҡҡан шарға әйләнде һәм ҡыҙғаныс тауыш менән Рауил Хөснулла улына өндәште:
– Һинең теге... ни... бында берәй нәмә ултырмаймы?
Ни эшләп ултырмаһын, әлбиттә, ултыра! Башланғаны ла, башланмағаны ла бар. Коньяк та, “аҡ” та, шарап та. Ләкин фронтта булған, донъя күргән “Беренсе” үҙенән ике тапҡыр йәш малайға ҡаты итеп:
– Юҡ! – тине. – Партия беҙҙе эсмәйенсә эшләргә һәм йәшәргә өйрәтте.
“Чапай”ҙың комбайндарын Исламовтың баҫыуҙарына йүнәлтеү өсөн Арыҫланғәлиевҡа инструктор менән, ниндәй һүҙҙәр табырға тура килгәндер, белмәйбеҙ. Был хаҡта ләҡәптәр күп йөрөй. Иң ышандырырлығы, йәнәһе, Арыҫланғәлиев: “Иптәш Хәкимов, социалистик хеҙмәт геройы булғығыҙ киләме? Комбайндарығыҙҙы тиҙ арала күрше хужалыҡтың Яңғыҙ Ҡайын баҫыуында туплағыҙ”, – тип әйткәнме, әллә бойорғанмы. Сәғәт ун тула, тигәндә, комбайндар бөтәһе лә баҫыу ситендә теҙелешеп торалар ине. Рауил Хөснулла улы, ышаныслыраҡ булһын өсөн комбайндарҙы һанап ҡарағайны, иҫәбенә сығырһың, буғай. Баҫыуҙы дүрт мөйөштән һырып алғандар ҙа, газға баҫып, төтәтәләр ҙә, төтәтәләр һәм, ауылса әйтһәк, яулыҡ болғағанды көтәләр, йәғни бойороҡ төшкәнен аңдып торалар. Шакировтың эш мәшәҡәтле. 11:50-лә ҡаршы ала, 12:25 – Яңғыҙ Ҡайын баҫыуы, 12:30 – механизаторҙар менән әңгәмә, 13:00 сәғәт –төшкө сәй, 14:00 сәғәттә – Ырымбур өлкәһе сигендә хушлашыу.
Был хаҡта әле лә һөйләйҙәр. Халыҡ хәтерен ваҡыт менән генә юйып булмай шул. Тик шуға иғтибар иттем, хәкиҡәттән бигерәк, уйҙырма күберәк. Ул тиклем шаштырыу нимәгә кәрәк булғандыр.
Теге “Чапай” өҫтәлен ҡорған ҡороуын. Тулҡынланғас, бер-икене “тотҡан”дыр инде. Ҡыҫҡаһы, эште уйған да ҡуйған.
Эш былайыраҡ булды, тиҙәр шунда ҡатнашҡандар: “Чапай”ҙы әйтәм, Вәлиулла Ғәлиулловичты, бер этлек ҡылмаһа, уныңса булмай бит инде. Бер йәш малайҙың комбайнына ултырып, баҫыу буйлатып киткән дә барған. Күҙ алдына килтерегеҙ: утыҙлап комбайн баҫыу иңләп килә. Саң! Ҡояш ҡыҙҙыра. Шакировтың шат йөҙөн күрһәгеҙ икән!
– Афарин, егеттәр! – тигән ул, хатта күҙҙәре йәшләнгән, Арыҫланғәлиевтың ҡулын ҡыҫҡан, Исламовты ҡосаҡлап алған, эргәһендә йүгерешкән фотохәбәрселәргә: “Мине түгел, бынау баҫыу батырҙарын төшөрөгөҙ!” – тип күрһәтмә биргән. Шул арала, комбайны менән, саң туҙҙырып, Хәкимов килеп еткән дә, йүгереп төшөп, ҡулын сикәһенә ҡуйып, хәрбиҙәрсә:
– Советтар союзының Коммунистар партияһының Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Беренсе секретары, КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы, СССР Юғары советы депутаты, СССР Юғары советы президиумы ағзаһы – иптәш Шакиров Миҙхәт Закирович! Хужалыҡ рәйесе Хәкимов Вәлиулла Ғәлиуллович һеҙҙең заданиеларығыҙҙы үтәргә әҙер! – тигән.
Был һүҙҙәрҙе аяғында саҡ баҫып торған “Чапай” бер тынала әйтеп һалған һәм барыһын да таң ҡалдырған. Шакиров ундай хужалыҡ рәйесен танымай буламы һуң инде, еңелсә ҡултыҡлап алған да:
– Әйҙә әле, һөйлә, бында нимәләр ҡыйратаһығыҙ? – тигән.
Тегеһе лә юғалып ҡалмаған:
– Был хаҡта башҡорттар аяҡ өҫтө түгел, ултырып, кәсәләрҙе тултырып, һөйләшә, – тигән.
Йыйылғандар, ултырғандар, дөрөҫ булһа, теге инструктор, комбайндарға ышыҡланып, йөрәген тотоп, саң араһында күренмәй генә торған. Вәлиулла нимә инде, яуҙан иҫән-һау ҡайтҡан кеше, ҡурҡып торамы һуң, Шакировҡа һөйәлеп, костюмын саңлап бөткән. Арыҫланғәлиев ике тапҡыр тартҡылап та ҡараған. Юҡ, теге һис тә тыйылырлыҡ түгел, һөйләй ҙә, һөйләй икән.
Ярай әле, аҙмы-күпме донъя күргән Арыҫланғәлиев бар, төшкө ашты иҫтәренә төшөрөп, сәғәтенә күрһәткән.
– Әллә сәй ҙә буламы? – тип һораған Шакиров.
– Була! – тигән уны аймап алған “Чапай”, эргәһенә берәүҙе лә һаман яҡын ебәрмәй. – Ҡабаланма, туған! Тәүге килеүең, бындағы халыҡтың нисек йәшәгәнен күреп ҡайт.
Нимә эшләһен инде Шакиров, эйәреп китә был “Чапай”ға. Эргәһенән, ыңғырашып, башҡалар йүгерә. Һуңынан Арыҫланғәлиев әйткән, тиҙәр, был һөнәрҙе һайлауыма түгел, был донъяға ник тыуыуыма үкендем, тигән. Ә унда нимәләр булған, ниндәй хәбәрҙәр ишетелгән һуң?
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: