+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Июнь 2021, 21:00

ЙЫЛДАР АУАЗЫ Хикәйә Дүртенсе өлөшө (Аҙағы)

Исламов ике ут араһында ҡалды.Хәҙер уға үткәндәр менән киләсәк араһында һайларға тура киләсәк. Дөрөҫ, күҙ йомоп, егетте эшкә алыуҙан, уның өсөн бер ауырлыҡ та янамай, киреһенсә, был аҙым төпкөл район өсөн мөһим бер мәшәҡәтте ыңғай хәл итәсәк. Егет былай әрһеҙ күренә, үҙ урынын табырға тейеш һымаҡ.

ЙЫЛДАР АУАЗЫ
Хикәйә
Дүртенсе өлөшө
(Аҙағы)
Исламов ике ут араһында ҡалды.
Хәҙер уға үткәндәр менән киләсәк араһында һайларға тура киләсәк. Дөрөҫ, күҙ йомоп, егетте эшкә алыуҙан, уның өсөн бер ауырлыҡ та янамай, киреһенсә, был аҙым төпкөл район өсөн мөһим бер мәшәҡәтте ыңғай хәл итәсәк. Егет былай әрһеҙ күренә, үҙ урынын табырға тейеш һымаҡ.
Ғаяз район үҙәгендәге берҙән-бер шыҡһыҙ ҡунаҡхананың өс карауат ҡуйылған номерында атаһы менән осрашыуҙан ҡалған тәьҫораттарҙы барлай. Хәйер, ниндәй тәьҫораттар булһын инде, егет үҙенең аҡсаһын тотоноп бөтә яҙҙы, ғөмүмән, ҡунаҡханала туҡталыу уның пландарында юҡ ине. Егетте атаһының сәйер холҡо уйландырҙы. Ҡайҙан бындай мөнәсәбәт? Исмаһам, бер боролоп ҡараһасы. Ағаларының, апаһының хәлен белешһәсе.
Ҡапыл егет шуға төшөндө: атаһы уны бында күрергә теләмәй. Күрергә теләмәй генә түгел, үҙенең балаһын бер артыҡ мәшәҡәт, тип иҫәпләй. Ҡайҙан бындай нәфрәт? Ғаяз, карауатын шығырҙатып, тороп ултырҙы, тышҡа күҙ һалды, әсәһен хәтеренә төшөрҙө. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәһе мәрхүмә Ғаязды уҡытыуға күп көс һалды. Өлкән ағалары менән апаһы уҡый алмаһа ла, Ғаяздың тырыш, әрһеҙ булыуы оҡшай ине. Хатта ҡиәфәте менән генә түгел, холҡо менән дә улым атаһына оҡшаған, тип ғорурланып һөйләне. Фаяз Фәрит улы ла был төн бик йоҡлай алманы. Таң яҡынлаша башлағас, әллә шофёрына шылтыратып, Өфөгә сығып китергәме икән, тип тә уйлап ҡуйғайны. Бармаҫ ине, райондың кураторы, Солтанбаев, һуңғы һөйләшкәндә, телефон аша ғына: “Был яҡҡа юл төшһә, инерһең әле”, – тип теләк белдергәйне. Көн дә һөйләшеп торған кеше, йыш ҡына осрашҡылайҙар, бәлки берәйһе ялыу яҙғандыр. Был урынды байтаҡ йылдар биләгән Исламов инде нығынған, бешеккән кеше, ваҡ-төйәккә генә бирешеп тормаҫ.
Исламов шулай итергә булды: иң тәүҙә водителен машинаһы менән саҡыртып алды, урынбаҫарына шылтыратып, ҡапыл Өфөгә саҡырып алыуҙары хаҡында һөйләне. Шик-шөбһә уянманы, ышандылар.
Ғаяз әле был хаҡта белмәй. Район үҙәген ҡарап сыҡты, бында йәшәрлек, тип тапты. Ҡыҫҡаһы, уға бында оҡшаны. Үҙе лә һиҙмәҫтән, район үҙәгенең дауахана ҡаласығына килде, поликлиника буйлап үтте, үҙенән бер-ике йыл алда уҡып бөткән бер егет менән осрашты. Бер ятаҡта йәшәгәйнеләр, шуға бер-береһен тиҙ танынылар.
– Әллә бында эшкә килдеңме? – тине Әлфир исемле егет.
– Юҡ, әлегә разведкаға ғына, – тине Ғаяз.
– Иҫән-һау сағыңда, ысҡын бынан, – тине танышы. – Мин бында яңылыш ҡына килеп эләктем. Әгәр белгән булһам, ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем.
– Шулай уҡ насармы?
– Насар ғына булһа икән! Бында йәшәрлек түгел. Үткән быуатта нисек ҡалһа, шул килеш йәшәп тик яталар.
– Миңә ниндәй кәңәш бирәһең? – тип аптыранды Ғаяз.
– Үҙем, ҡасырға йыйынғас, һине маҡтай-маҡтай, ошонда ҡалдырып китер инем, ләкин намыҫым ҡушмай. Һин бында йүнәлтмә буйынсамы?
– Юҡ, мин үҙем килдем.
– Во даёшь! Ул үҙе килгән! Бөгөн, мәҫәлән, бында теш врачы бөтөнләй юҡ. Ни өсөн юҡ, беләһеңме?
– Юҡ, белмәйем.
– Мөнәсәбәт шундай.
Өфөгә килеп еткән Фаяз Фәрит улы төштән һуң куратор эргәһенә инде. Исламов уның көсөргәнешле йөҙөнә ҡарап, хәл иткес көндөң килеүенә төшөндө.
– Үҙең беләһең, Фаяз Фәритович, – тип тантаналы башланы куратор, – заманалар үҙгәрҙе, командалар яңыра, һеҙгә хаҡлы ялға сығырға тура киләсәк.
Был хәбәр Исламовты аптыратманы. Ул әҙер тип әйтеү генә етмәҫ, ул быны теләй ине һәм шунда уҡ ҡулын кураторға тотторҙо:
– Рәхмәт йөҙөнән, – тине ул.
Тегеһе хатта баҙап ҡалды. Сөнки бөгөн иртән бер райондың етәксеһен байтаҡ өгөтләргә, хәта бөгөргә тура килде. Бөгөлмәгәс, һындырып ҡына ҡуйҙы.
Икәүләшеп, шунда уҡ ойоштороу бүлегенә йүнәлделәр. Ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫар уларҙы һағыраҡ ҡабул итһә лә, Исламовтың шат йөҙөн күргәс, тынысланды:
– Һеҙ, Фаяз Фәрит улы, башҡаларға өлгө күрһәтәһегеҙ. Һеҙ ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнегеҙ. Өфөгә күсенеү, эшкә урынлашыу мәсьәләһе тыуһа, беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Һеҙҙең ҡарамаҡта – дауахана, әгәр кәрәк булһа, ял итеү мөмкинлектәре бар. Әлбиттә, ҡатынығыҙ менән.
Ғаяз район советына барғас, Исламовтың ҡабул итеү мөмкинлеген белешкәйне, кисә уны ҡабул иткән секретарша:
– Фаяз Фәрит улын ҡапыл Өфөгә саҡыртып алдылар, уның ҡайтып етеүе бик икеле, – тип аптыратты.
Ғаяз нимә әйтергә лә белмәне. Кисә һөйләшкәс-килешкәс, ярҙам итер һымаҡ тойолғайны.
Секретарша уға бер аҙ ҡарап торғандан һуң:
– Һеҙгә бер һорау бирергә мөмкинме? – тине.
– Әлбиттә, мөмкин, – тине Ғаяз.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ беҙҙең Фаяз Фәритовичҡа оҡшағанһығыҙ. Фамилияғыҙ аҙ тура килә. Һеҙ уның кеме? Улымы, әллә яҡын туғанымы?
Хәҙер Ғаяздың үҙенә ғәжәпләнергә сират етте. Атайым, тип әйтһә, әллә нимә уйлауҙары бар. Бәлки атаһы оҡшатмай ҡуйыр. Ҡустыһымын, тиһә, алдаған һымаҡ була. Хәйер, был һорауға,һөйләшкәндән һуң сығып киткән атаһы үҙе яуап бирҙе шикелле. Улын, әгәр таныһа, урынлаштырыр өсөн нимәлер эшләр, аҙ ғына булһа ла, ярҙам итер ине. Ә ул, ана, Өфөгә үк сығып киткән. Кем белә, бәлки ҡасҡандыр.
– Ә һеҙ бик оҡшағанһығыҙ. Кисә ҡапыл ҡарағас, хужа үҙе килеп керҙе икән, тип торам.
Ғаяз ҡапыл сәмләнгәндәй итте:
– Юҡ. Мин уның бер кеме лә түгел. Кешеләр беҙҙе йыш ҡына бутай. Фамилиябыҙҙың тура килеүе лә, оҡшашлығыбыҙ ҙа осраҡлы. Мин уның бер кеме лә түгел. Хатта, дөрөҫөн әйткәндә, мин был хаҡта уйламайым да.
Ғаяз район советы бинаһынан сығып киткәс тә, секретарша оҙаҡ ҡына тәҙрәнән уны ҡарап торҙо. Юҡ, был егет нимәлер йәшерә. Ана, атлап, ҡулын киҙәнеп, хәрәкәтләнеүенә тиклем, Фаяз Фәритовичты хәтерләтә. Ул да шулай дәртләнеп, ныҡ баҫып, ҡулдарын һелтәп атлай.
Ғаяз үпкәләгәйне һәм ныҡ ҡына ҡыҙғайны. Хатта атаһына асыуланып әйтеп, һүҙҙәрҙе лә уйлап ҡуйҙы. Ҡасандыр ташлап киткәйнең, хәҙер, эргәңә килгәс, танымамыш булаһыңмы? Ғаяз бында эше иреккәндән килмәне бит. Йә, ярай. Юҡ икән, юҡ. Ҡайтып китергә тура килерме икән? Аяҡтары үҙенән-үҙе автостанция яғына алып китте. Тағы ла уң яҡҡа ҡайырылып ҡараны һәм күҙенә больница ҡаласығы салынды. Ә үҙе ниндәй матур урында урынлашҡан! Эх, ошонда ең һыҙғанып, кинәнеп эшләһәң ине!
Тәүәккәлләне Ғаяз, яңынан дауахана эргәһенә килде. Дауахана хакимиәте һәм поликлиника урынлашҡан ике ҡатлы бинаның ишеге аша эскә үтте, баш табиптың ҡайҙа ултырыуын һорашты. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, иң төптәге ҡабул итеү бүлмәһе алдында туҡтаны һәм һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Эстән, үтегеҙ, тигән тауыш ишетелде. Керҙе Ғаяз. Баш табип, уны танырға теләгән һымаҡ, тәүҙә баштан-аяҡ ҡарап сыҡты. Керегеҙ, ултырығыҙ, тип эргәһенә саҡырҙы.
– Ниндәй үтенес менән килдегеҙ? – тине ул Ғаязға һынсыл ҡараш ташлап.
Егет тәүҙә аңғармаҫтан яңылыш һүҙ әйтеп ҡуймайым, тигән һымаҡ тын ғына торҙо ла:
– Мин эш эҙләп йөрөйөм. Һеҙгә эшкә урынлашырға мөмкинме? – тине.
Тәүҙә баш табиптың ауыҙы асылды. Һорау бирергә теләне, ләкин тотлоғоп ҡалды.
– Э-э-эшкә урынлашырға?
– Эйе, эшә урынлашырға.
– Һеҙҙең документтарығыҙ бармы? – тип һораны баш табип.
Егет өндәшмәй генә документтарын сығарып, баш табип алдына һалды.
Тегеһе паспортты, дипломды ҡат-ҡатҡарап сыҡты, бер нисә тапҡыр Ғаязға күҙ һалды:
– Тимәк, һеҙ Фаяз Фәритовичтың улы булаһығыҙмы? – тине.
Ғаяз шуны аңланы: тап ошо вағытта уның яҙмышы хәл ителәсәк. Ул дөрөҫөн әйтә ала, ләкин был уға бер ниндәй өҫтөнлөк тә бирмәйәсәк.
Ғаяз тәүҙә оҙаҡ ғына уйланып ултырҙы:
– Мин дөрөҫөн әйтергә мәжбүрмен. Ысынлап та, мин – уның улы. Ләкин беҙҙе быға тиклем бер нимә лә бәйләмәне. Киләсәктә лә шулай буласаҡ.
Шул ваҡыт эш өҫтәлендә баш табиптың телефоны шылтыраны. Оҙаҡ ҡына тыңлағандан һуң, трубканы һалып ҡуйҙы.
– Иртәгә иртән сәғәт унда район советы сессияһы буласаҡ. Унда ойоштороу мәсьәләһе ҡарала. Фаяз Фәрит улы Исламов, хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдыра. Һеҙгә шуны әйтә алам, әгәр һеҙ атайығыҙҙың ярҙамына иҫәп тотоп, бында эшкә килгәнһегеҙ икән, әлегә был ниәтегеҙҙән баш тартырға һуң түгел.
Ғаяз ике лә уйлап торманы:
– Минең бында килергә теләүем көсәйҙе генә. Мин уның ярҙамына өмөт итмәйем. Үҙ көсөм менән урынлашҡым һәм эшләгем килә. Һеҙ миңә ниндәй эш тәҡдим итә алаһығыҙ? – тине.
Аҙағы.
Читайте нас: