+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Июнь 2021, 15:07

ЙЫЛДАР АУАЗЫ Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Аяманы “Чапай” Өфө ҡунағын. Халыҡтың нисек йәшәүен дә һөйләне, фәҡирлеген, икмәк-сәйҙә ултырыуын да йәшереп торманы. Вәлиулла Ғәлиулловичмы һуң инде ҡурҡа торған кеше?– Дөрөҫ һөйләйһең, – тине ҡоро ғына итеп тегеһе. – Ә халыҡ бит дәртләнеп эшләй.– Ойошторғас, эшләй инде, – тип ныҡышты Хәкимов-“Чапай”. Шул ваҡыт Арыҫланғәлиев Шакировты “Чапай”ҙың тырнаҡтарынан ҡотҡарыу юлын тапты:– Бына колхоз рәйесе Исламов иптәш – Фаяз Фәрит улы! – тине ул, ҡысҡырып, тип әйтерлек. – Колхозында ла, өйөндә лә – өлгөлө тәртип!

ЙЫЛДАР АУАЗЫ
Хикәйә
Өсөнсө өлөшө
Аяманы “Чапай” Өфө ҡунағын. Халыҡтың нисек йәшәүен дә һөйләне, фәҡирлеген, икмәк-сәйҙә ултырыуын да йәшереп торманы. Вәлиулла Ғәлиулловичмы һуң инде ҡурҡа торған кеше?
– Дөрөҫ һөйләйһең, – тине ҡоро ғына итеп тегеһе. – Ә халыҡ бит дәртләнеп эшләй.
– Ойошторғас, эшләй инде, – тип ныҡышты Хәкимов-“Чапай”.
Шул ваҡыт Арыҫланғәлиев Шакировты “Чапай”ҙың тырнаҡтарынан ҡотҡарыу юлын тапты:
– Бына колхоз рәйесе Исламов иптәш – Фаяз Фәрит улы! – тине ул, ҡысҡырып, тип әйтерлек. – Колхозында ла, өйөндә лә – өлгөлө тәртип!
Шакиров Хәкимовтың ҡулын ҡыҫып, байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙо. Нисә комбайн нисә гектарҙа иген йыйыуы менән ҡыҙыҡһынды. Уларҙың әңгәмәһе төшкө аш ваҡытында ла дауам итте. Шунда уҡ ялан эргәһендә аш ойошторғайнылар. Комбайнерҙар килеп ҡушылды, кем уҙарҙан, нимә эләгә, шуны эләктерҙеләр. Өфө ҡунағы ашаманы, тип әйтерлек. Башҡаларға эйәреп, шашлык алып сәйнәне, туҡмас биргәйнеләр, уныһын да бер-ике генә ҡапты ла, этеп ҡуйҙы. Ә халыҡ һыпырҙы ғына!
Осрашыуҙың аҙағында Шакиров Исламов хаҡында мәғлүмәттәрҙе яҙып алырға ҡушты. Быныһы тиктәҫкә булмаған икән. Аҙаҡтан, асыҡланыуынса, һайланмаған председатель туп-тура кадрҙар резервына инеп киткән. Элек шундай эшкә һәләтле (хәйер, араларында бер-икәүһе киреһенсә лә булғандыр) кешеләрҙән исемлек төҙөлә торғайны.
Ҙур түрәнең үтеп китеүе хаҡындағы уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ ике-өс көн көн үҙәгендә торҙо ла, яйлап онотолдо һәм легендаға әүерелә башланы. Арыҫланғәлиев үҙенең туранан-тура етәксеһен өлкә сигендә оҙатҡансы, байтаҡ ҡына һорауҙарға яуап бирҙе.
– Хәкимовҡа бәйләнмә, – тине “Беренсе”. – Ыңғайына һыпырып тик тор. Һуғышта булған, яраланған, уға еңел түгелдер. Ә Исламовты күтәрергә кәрәк.
Алатауҙың “Беренсеһе” нимә тип әйтһен инде, артығын тырыштыҡ, өс-дүрт хужалыҡты комбайндарын килтереп ҡуштыҡ, һеҙҙе алданыҡ, хатта шаҡ ҡатырҙыҡ, тип һөйләп тормаҫ инде. Рауил Хөснулла улы был хаҡта бик йыш иҫкә төшөрәсәк, ҡайһы ваҡыт үкенеп тә ҡуясаҡ. Хәйер, донъя күргән “Беренсе” әле генә булып үткән ваҡиғаларҙың үҙенең тормошона ҙур йоғонто яһарын, хатта үкенергә мәжбүр итәсәген уйламай ҙа, күҙ алдына ла килтермәй ине. Сөнки аҙна ла үтмәне, Исламов Фаяз Фәрит улының барлыҡ документтары партияның өлкә комитеты урынлашҡан йәшел йорттоң иң бейек өҫтәлдәрендә күренә башланы. Арыҫланғәлиев тәүҙә үҙенең эргәһендә “тимер ҡоршау”ҙың көндән-көн нығыраҡ ҡыҫылыуын һиҙҙе. Сөнки “СовПартХозАктив” тип аталған номенклатур даирәләрҙә Арыҫланғәлиев Шакировҡа Исламовты маҡтаған, уныһын ике йылға Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға ебәрәләр һәм, уҡып бөткәс, ошонда “Беренсе” итеп ҡуясаҡтар тигән хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Тәүҙәрәк уйҙырма рәүешендә, аҙаҡ хәл ителгән, халыҡ хуплаған директива сифатында. Ә быға тиклем Исламов Фаяз, юҡ, Фаяз Фәрит улы бер комиссия менән килеп төшөп, Рауил Хөснулла улын байтаҡ йонсотоп, Алатауҙағы хәлдәр бик үк имен-аман түгел, тигән һығымталар яһап ҡайтып китте. Шунан һуң, “һуҡмыш” “Чапай”, Исламовты күреп: “Онотма, ҡустым, минең комбайндар менән ожмахҡа үтеп киттең”, – тип һөрәнләп ҡалған. Ә Фаяз Фәрит улы ыһ та итмәгән, ишетмәмеш булып, ҡара “Волга”ның салонына инеп улырған да, ары киткән.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Вәлиулла Ғәлиулла улы Арыҫланғәлиев янына ла кергән, Исламовты “башкиҫәр” тип атаған: “Нисауа, ҡайтһын ғына, мин уны эшләргә өйрәтермен”, – тигән.
Белмәйем, Хәкимовтың уға буйы етер инеме икән? Элек ике һүҙҙе бәйләп, һөйләм дә төҙөй алмаған, алан-йолан ҡаранып ҡына йөрөгән Исламов Шакировтың йылы ҡосағында иң яуаплы фармандарҙы тормошҡа ашырып йөрөүсегә әйләнгән.
Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ғына һөйләүҙәренсә, Фаяз Фәрит улының да эштәре лә, әхлаҡи йөҙө лә бик үк таҙа булмаған. Хәҙер әйткәнсә, ҡул ҡулды йыуа һәм бит тә таҙа була, тиһәләр ҙә, Исламовтың биографияһында партия ағзаһын бик үк өлгөлө итеп күрһәтмәгән миҫалдар ҙа табылған. Исламов бит өйләнгән булған. Ни ғиллә менәндер, коммунист башы менән шым ғына никах уҡытҡан да, совет ғаиләләренә ярашлы, ЗАГС-ын теркәтеп тормаған. Ул ғына ла түгел, Өфөлә өйләнгән һәм йәш, сибәр кәләше менән номенклатура хеҙмәткәрҙәре йәшәгән тын мөйөштә әллә ҙур ике, әллә бәләкәйерәк өс бүлмәле фатирҙа йәшәп ята икән. Был шикәйәт Исламов өсөн Алатауға юлды ябыу менән тамамланды. Һәм бындай кешене кем маҡтаһын, ҡурсалаһын? Уны тиҙ генә артта ҡалған райондарың береһенә тәүҙә райбашҡарма комитеты рәйесе вазифаһына һайлатып ҡотолдолар. Һуңынан асыҡланыуынса, был көрәштә Исламовтың йәш ҡатыны обком әһелдәренән дә көслөрәк булып сыҡҡан. Эйе, ҙур ике бүлмәлеме, әллә бәләкәй өс бүлмәлеме фатирын ҡатын кире тапшырыуҙан һәм иренә эйәреп, “һөргөн”гә китеүҙән баш тартҡан. Етмәһә, никах ҡағыҙын һәм ике балаһының, малай менән ҡыҙ, тыуыу тураһындағы таныҡлығын сығарып һалған һәм башҡарма комитеты рәйесенән айырылыуы хаҡында иғлан иткән.
Был ваҡиға тураһында тәүҙәрәк ауыҙҙан-ҡолаҡҡа, ҡолаҡтан ауыҙға ғына һөйләһәләр, аҙағыраҡ быныһын да оноттолар. Ә ҡатындың йылғырлығы һәм йүнселлеге башҡалар өсөн байтаҡ йылдар өлгө һәм уҡыу әсбабы булып хеҙмәт итте. Аһ, ул номенклатур урамдағы фатирҙар мәсьәләһе! Хәйер, беҙҙең һүҙ ул хаҡта түгел. Тормош дауам итә, кешеләр яңынан-яңы һынауҙарға дусар булалар. Исламовтың тау-ташлы, урманлы районға, хәҙер исемен дә хәтерләргә ҡыйынһынам, китеп олағыуы һәм онотолоуға дусар ителеүе кемгә хәжәт инде?
Ара-тирә район мәшәҡәтәрен юллап, һирәк-мирәк Өфөгә килеп сыҡһа, берәйһе уның хаҡында, кем ул, тип һораһа, белмәйем, тип әйтеүселәр күберәк ине.
Шулай итеп, ун биш йллап ғүмер үтеп тә китте. Арыҫланғәлиев Рауил Хөснулла улы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем күп алда “Чапай” тигәнебеҙ, Хәкимов Вәлиулла Ғәлиулла улы яҡты донъя менән бәхилләште. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын, оркестр саҡыртып, мылтыҡ аттырып, ҙур хөрмәт менән ерләнеләр. Ә йәшәрлеге бар ине. Шулай, ғүмерен заяға үткәрмәне, һуғышта алған ғәҙәттәрен ташламаны, һәр эшкә, һуңғы атакаға барған һымаҡ, ең һыҙғанып, башҡаларҙы әйҙәп, артынан эйәртеп йөрөнө. Арыҫланғәлиев та арығайны. Республика кимәлендә лә ҙур ғына үҙгәрештәр булды. Шакиров урынына ла икенсе кеше килде.
Ә Исламовҡа килгәндә, тарих ҡына түгел, үҙе лә үҙе хаҡында онотҡайны, буғай. Дөрөҫ, уйнап йөрөмәне, районға юлдар төҙөттө, хатта газ үткәреү мәсьәләһен дә күтәреп йөрөнө, бер-ике хат яҙҙы, бер-ике емерелергә торған мәктәпте яңыртты. Тыуған яҡтарына ҡайтҡаны булманы, бәйләнештәрен өҙҙө, тинеләр. Балаларын күрмәй, һағынмай, ниндәй йөрәк менән йәшәгәндер? Ҡырҡып ташлаған һымаҡ, бәйләнеште өҙҙө, онотто ла ҡуйҙы.
Ә Алатауҙа онотманылар. Ваҡыт-ваҡыт иҫкә төшөрөп, кәрәкһә, һоҡланып, кәрәкмәһә, хихылдашып ҡуя торғайнылар. Ә теге ике ҙур, әллә өс бәләкәй бүлмәле фатир хужабикәһе, урамда күҙ бәйләнгәс, кеше танымаҫлыҡ булғас, Фаяз Фәрит улын ҡабул иткеләгән, тинеләр. Хәйер, быныһы ҡыҙыҡ түгел.
90-сы йылдар тирәһендә Фаяз Фәрит улының ҡабул итеү бүлмәһенә бер егет килеп инде лә, район хужаһына ҡабул итеүгә керергә теләүен белдерҙе.
– Исламов Ғаяз, – тип таныштырҙы ул үҙен.
– Фаяз Фәрит улында ниндәй йомошоғоҙ бар? – тип ҡыҙыҡһынды секретарша.
– Институт тамамлайым, ошонда эшкә урынлашыу мөмкинлеген белешергә ине, – тип яуапланы егет, күҙҙәрен ситкә алып.
– Фаяз Фәритович, һеҙгә эшкә урынлашыу мәсьәләһе буйынса килгәндәр, – тине селектор аша секретарша.
Кабинет хужаһы нимә әйткәндер, ишетелмәне, ләкин секретарша урынбаҫарға мөрәжәғәт итергә ҡушты.
Ләкин егет сығып китергә ашыҡманы:
– Миңә Фаяз Фәритович менән осрашырға кәрәк, – тип ныҡышты. Секретарша, алдында ятҡан бер-ике ҡағыҙҙы эләктереп, кабинет хужаһы эргәһенә инеп китергә мәжбүр булды.
Байтаҡ торҙо, ә егет ҡымшанманы ла, көтөп ултырыуын белде.
Аҙаҡ секретаршаға тағы шылтыраттылар.
– Үтегеҙ, – тине ул битараф ҡына.
Исламов кабинетына иҫәнләшеп килеп кергән кешегә күтәрелеп тә ҡараманы. Ул кем килгәнен былай ҙа белә ине.
– Һаумыһығыҙ, – тине егет һәм ҡаршылағы ултырғысҡа ултырҙы.
Рәйес өндәшмәне, ниндәйҙер ҡағыҙҙы бик ентекләп уҡығандан һуң, ҡултамғаһын ҡуйҙы ла, егет яғына боролоп та ҡарамайынса:
– Йә, килдеңме? – тине.
– Эйе, килдем, – тине егет.
– Эшкә урынлашырға теләйһеңме?
– Эйе.
– Кем ебәрҙе? Әсәйеңме, әллә ағайҙарыңмы?
– Берәү ҙә ебәрмәне, үҙем килдем.
Ошо урында кабинет хужаһы беренсе тапҡыр егеткә башын күтәреп ҡараны һәм үҙенең 70-се йылдар башындағы күсермәһен күрҙе һәм йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Сит кеше түгел бит, Арыҫланғәлиев менән сәй эсеп ултырғанда үҙенең батҡаҡлы ҡулдары менән өҫтәлгә үрмәләгән, район хужаһының салбарын таплаған, аҙаҡ хужаның алдында ашарға һорап ултырған малай. Ул ваҡытта малайға ике-өс йәш булһа, хәҙер 24 йәшме икән? Институт тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Районға бик кәрәк белгес. Бындай төпкөлгә стоматологтар көн һайын килеп ишек ҡаҡмай.
– Беҙҙә эшләргә теләйһеңме? – тип көлөмһөрәне Исламов.
– Эйе, – тине егет шым ғына.
Ниндәй йәтеш кандидатура! Стоматолог юҡ, тигәйнеләр, бер-ике йыл шунда йөрөтһә, аҙаҡ мөдир итеп ҡуйһа, үҙен күрһәтһә, баш табиптың урынбаҫары, шунан һуң бәлки баш табиптың үҙе...
Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр шундай кәрәкле һөнәр эйәһенең бынауы йәһәннәм аръяғына урын һорап килеүе. Бында ғына түгел, арыуыраҡ районда ҡуш ҡуллап аласаҡтар, фатир төҙөп бирәсәктәр, өрмәгән ергә ултыртмаясаҡтар. Исламовтың аңын сирек быуат буйы, тип әйтерлек, борсоған, уйландырған уйҙар баҫып алды. Ярай, эшкә алыр, ярҙам итер, фатирын да бирер, ә халыҡ быны нисек баһалар? Кешеләр нимә тип әйтер? Күрмәйһеңме ни, һинең улың һине юллап килгән? Ул бәлки был хаҡта һин киткәндән бирле, ғүмер буйы хыялланғандыр. Ярай, теге ваҡыт, фирҡә ағзаһы булараҡ, обкомға ышыҡланып, ғаиләңде ташлап киттең, шуға ҡарамаҫтан, карьера яһаның, арыу кешеләр рәтендә йөрөнөң, ил, дәүләт алдында бурысыңды үтәнең.
– Әсәйең ни хәлдә? – тине Исламов.
Һорау егетте һиҫкәндерҙе. Ул атаһына күҙ һирпте, күҙҙәрендә асыулы һәм ҡайғылы осҡондар күренеп ҡалды:
– Әсәй быйыл ҡыш үлде...
Икеһе лә шым ҡалдылар.
Бер аҙ ултырғас, кабинет хужаһы:
– Бөгөн-иртәгә ваҡыт бир. Хәл итеү юлдарын табырбыҙ, – тип егеткә ишек яғына ымланы.
Аҙағы бар.
Читайте нас: