Иртәнге аш мәле. Рифан Ғариф улы ғәҙәт буйынса иң тәүҙә өҫтәл артына килеп ултырҙы. Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, ҡатыны Тәслиә тәрилкәһен ултырта һалды, сәйен ҡойҙо. Шым ғына Эльвира килеп ултырҙы. Ҡалала техникумда уҡыған ҡыҙҙары һуңғы арала йомороланып китте. Быға хатта атаһы ла иғтибар итергә мәжбүр булды. Үҫә, өлгөрөп бара ҡыҙыҡай, тип уйлағайны. Әсәһе кисә кис еңелсә генә төшөндөрөп бирҙе – ҡыҙыҡайҙың эштәр хәҙер ҙурға киткән. Була торған хәл тип тынысландырғайны үҙен аталары. Эльвира өйҙә генә ултыра торған ҡыҙыҡай ине, һуңғы өс-дүрт айҙа әхирәттәре менән йыш аралаша башланы, бер нисә тапҡыр йыйылышып, сәй эстеләр. Рифандың эше ауыр, ҡайһы ваҡыт һуң ҡайтырға тура килә, шуға ҡарамаҫтан ҡыҙының кәйефе менән дә, уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһынырға ваҡыт таба. Ә әсәһе табип булғас, ҡайһы ваҡыт ҡасан ҡайтырын, нисек ҡайтырын да белеп булмай. Ошо арала Эльвира күҙ уңынан да, ҡулдан да ысҡынды шикелле. Бөтәһен дә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтап ҡына ҡуйып булыр ине, бер баланы ҡарауға күпме генә ваҡыт кәрәк инде?
– Йә, ҡыҙым, хәлдәр нисек? – тине ул тыныс ҡына.
– Һәйбәт, атай, уҡыу буйынса хатта өстәрем дә юҡ.
– Афарин, ҡыҙым, – тине атаһы. – Әсәйеңә оҡшағанһың. Әсәйең дә шулай һәйбәт уҡыны. Ә иптәштәрең менән мөнәсәбәттәрең нисек?
– Яҡшы, – тине ҡыҙыҡай, һағайҙы.
– Ә дуҫлашып йөрөгән егетең бармы? – һорауҙы ҡәтғиерәк ҡуйҙы атаһы.
Эльвира тағы нығыраҡ һағайҙы, бер атаһына, бер әсәһенә ҡараны. Ә үҙе ҡабаланып ашай.
– Илшат менән дуҫлаштыҡ, – тине ул.
– Ул ҡайҙа уҡый?
– Мәктәптә, быйыл ун беренсе класты бөтә.
– Уның атаһын-әсәһен беләһеңме?
– Атаһы ошонда ҡайҙалыр директор, әсәһе мәктәптә уҡыта.
– Ярай, – тине тыныс ҡына атаһы. – Һин Илшатты өйгә саҡыра алаһыңмы?
– Саҡыра алам, ләкин ул килмәйәсәк.
Әсәһе менән атаһы һағайҙы.
– Нисек инде килмәйәсәк? – тине әсәһе. – Һинең ниндәй хәлдә икәнеңде беләме?
– Белә. Ул миңә биш мең һум аҡса бирҙе, дауаханаға бар, тине.
– Биш мең һум?! – Әсәһенең күҙҙәре йоп-йоморо булды.
– Эйе, биш мең һум, – тине лә ҡыҙ аҡсаны сығарып һалды. – Бына ул, мин уны тотонманым.
– Ә һин, ҡыҙым, Илшатҡа әйтә алаһыңмы, атайым һинең атайың менән һөйләшергә теләй, тип?
– Мин уға әйткәйнем, әсәйем белә, атайыма әйтә, тип.
– Ул нимә тине?
– Мин ҡасып Мәскәүгә китәм, тине.
– Мәскәүҙә нимә эшләргә итә инде?
– Эшкә урынлашам, ти, өлкән ағаһы шунда эшләй.
– Өйләнеү хаҡында һүҙ булманымы?
Ҡыҙ ҡыҙарынды, башын түбән эйҙе.
– Мин уға әйткәйнем, һин миңә өйләнмәйһеңме ни, тинем. Беҙгә өйләнешергә иртә, мин мәктәпте тамамлайым, уҡырға инәм, һөнәр алам, һуңынан ҡарарбыҙ, тине.
– Ә, ҡыҙым, ул һине яратамы һуң? – тине әсәһе.
– Элек көн һайын яратам тип әйтә торғайны, хәҙер... өндәшмәй.
– Өндәшмәйме? – тине әсәһе.
– Эйе, өндәшмәй, әсәй, – тине ҡыҙ аптыранған һымаҡ.
– Телефондан шылтыратамы һуң?
– Шылтырата, көн һайын шылтырата.
– Шылтыратып, нимә һөйләй? – тип һораны әсәһе.
– Килә лә, сыҡ, мин һине һағындым, тип саҡыра, – тине ҡыҙыҡай, ҡыҙарынып.
Атаһы менән әсәһе бер-береһенә мәғәнәле генә ҡарашып ҡуйҙы. Икеһе лә үҙҙәрен уңайһыҙ тоя. Ҡыҙҙары көн һайын эргәләрендә, күҙ яҙлыҡтырмай үҫтерҙеләр, ә нисек өлгөрөп еткәнен дә күрмәй ҡалғандар.
Өйрәнелгән маршрут буйынса сығып, эшкә ҡуҙғалдылар. Ҡыҙҙары техникумда ҡалды, атаһы менән әсәһе эшкә китте.
Әсәләре ни әйтергә лә белмәй, үҙен ғәйепле тоя, сөнки Рифан көн һайын, ҡыҙыңды ҡара, Эльвираны күҙ уңынан ысҡындырма, тип әйтә ине. Әсә кеше ҡыҙ балаға яҡыныраҡ була шул. Ана, күрмәй ҙә ҡалған.
– Нимә эшләйбеҙ? – тине Тәслиә.
– Башым етмәй, – тине атаһы. – Мин бындай осраҡты көтмәгәйнем.
– Мине ғәйепләйһеңме? – тине ҡатыны.
– Юҡ, мин ғәйеплене эҙләмәйем. Беҙгә был хәлдән сығыу юлын табырға кәрәк.
– Нимә эшләп ҡарарға уйлайһың?
– Һин әсәһе менән ҡыҙыҡһын, мин атаһын табырға тырышырмын. Бындай хәлдәр булып тора, атаһы, бәлки, берәй аҡыллы фекер әйтер.
– Нимә әйтергә итәһең атаһына?
– Нимә тип әйтәйем, бына улығыҙ биш мең һум аҡса килтергән, шуны һеҙгә ҡайтарырға булдым, тиәйемме? Аҡсаһын алыр ҙа сығарып ебәрер, үҙ яйығыҙҙы үҙегеҙ ҡарағыҙ, тип әйтер.
– Рифан, әйҙә етди һөйләшәйек, уйынға борма.
– Уйынға бормайым, мин үҙемде шулайтып тынысландырам.
– Һуң, биш меңен илтеп бирәм, тиһең түгелме?
– Һөйләшеүҙе башларға кәрәк бит, барам да биш меңде алдына һалам. Аҡса кәрәкмәй, мәсьәләне үҙебеҙ хәл итербеҙ. Беҙ өләсәй-олатай булырға йыйынабыҙ, тип әйтермен.
– Ҡыуандыраһың икән, – тип көлөп ебәрҙе ҡатыны.
– Ҡыуандырмай нишләйем? Һеҙҙе беҙгә ҡушылырға, олатай-өләсәй булырға тәҡдим итәм тиәм.
– Ярай, үҙең ҡара, – тине ҡатыны. – Ни булһа ла була инде. Башыңа төшкәс, ҡайҙа бараһың, нимә эшләйһең? Атаһын барып күрергә тура килә.
Рифан машинаһын туҡтатты, ҡатынына боролдо.
– Мин был хәлде ҡатмарлаштырыу яғында түгелмен. Биш меңдең беҙгә кәрәге юҡ. Беҙ ҡаршы төшә алмайбыҙ. Дауахана хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Әсәһе дауаханала эшендә тороп ҡалды. Ул кабинетына кереүгә эш телефоны шылтырай башланы.
– Һаумыһығыҙ, Тәслиә Саматовна, – тинеләр теге башта. – Клара Сафина шылтырата. Әгәр белмәһәгеҙ, Илшат тигән егеттең әсәһе.
– Беләбеҙ, – тине Тәслиә.
– Белгәс, бигерәк тә яҡшы, һеҙ минең шылтыратыуҙы көткәнһегеҙҙер?
– Эйе, тип әйтергә мөмкин, – тине Тәслиә.
– Тимәк, һеҙ хәлде яҡшы беләһегеҙ?
– Эйе, был хаҡта мин һеҙгә шылтыратырға тора инем.
– Уныһы яҡшы, – тине Клара. – Юғиһә мин һеҙҙе ифрат бошмаҫ, борсолмаҫ кешеләр тип күҙ алдына килтергәйнем.
– Һеҙ был хаҡта ҡасан белдегеҙ?
– Һеҙгә нисек әйтергә? Аҙна-ун көн тиһәм, күп булыр һымаҡ. Бер ай тиһәм, ышанмаҫһығыҙ.
– Нисек бер ай? – Тәслиә шаңҡып ҡалды.
– Эйе, бер ай. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ, юҡ, ҡыҙығыҙ көн дә беҙҙә, дәрестән һуң килеп етә.
– Клара Хәмитовна, ғәфү итегеҙ, беҙҙең ҡыҙыбыҙ өйҙә генә ултырҙы, мин уның көн һайын һеҙгә барып йөрөүе хаҡында белмәй инем. Ул дәрестән һуң һәр ваҡыт өйгә ҡайта торғайны, – тип аҡланды Тәслиә.
– Белмәйем, бәлки, һеҙгә шулай тойолғандыр, күршеләребеҙ һөйләүенсә, ҡыҙығыҙ хатта килеп көткөләп тә торған. Һәр хәлдә быйыл улыбыҙҙың мәктәпте тамамлаясағы, алда дәүләт имтихандары торғаны һеҙгә мәғлүмдер, тип уйлайым.
– Әлбиттә, әлбиттә, – тине Тәслиә. – Беҙ уның уҡыуына зыян килеүен теләмәҫ инек.
– Быныһы яҡшы, – тине Клара Хәмитовна. – Һеҙҙең менән беҙ уртаҡ тел табырбыҙ, тип уйлайым.
– Мин дә шуға өмөт итәм, – тине Тәслиә.
– Ярай, – тине Клара Хәмитовна. – Ҡыҙығыҙға минең улым биргән биш мең тәңкә һеҙҙе ҡәнәғәтләндерәме, әллә өҫтәргәме? Өҫтәргә булһа, күпме өҫтәргә кәрәк?
Ошо урында Тәслиә нимә әйтергә лә белмәй шаңҡып ҡалды. Биш мең биреп ҡотолорға итә түгелме был?
– Алло, алло, һеҙҙең яуабығыҙҙы ишетмәйем, – һәм бәйләнеш бөтөнләй өҙөлөп ҡалды.
Ә был ваҡытта Рифан Дәүләтов “Водоканал” йәмғиәте директоры Фаршат Йәнғәлиндең ҡабул итеү бүлмәһе эргәһендә инергәме-инмәҫкәме тип икеләнеп тора ине. Ҡатыны шылтыратты.
– Әле генә Илшаттың әсәһе миңә бәйләнешкә сыҡты, – тине Тәслиә.
– Йә-йә, нимә хаҡында һүҙ булды? – тине ире.
– Нимә хаҡында булһын? Биш мең һеҙгә етәме, әллә бер аҙ өҫтәйекме, ти, күпме өҫтәйек, ти.
Был хаҡта ишеткән Рифан ҡалтыранды ла китте. Етмәһә, шул ваҡыт кабинетынан директор үҙе килеп сыҡты һәм берәүгә лә иғтибар итмәй:
– Мине хакимиәткә саҡырталар, ҡасан килерем билдәһеҙ, – тип сығыуға йүнәлде.
Рифан уның артынан шәп-шәп атлап ҡыуып етте лә:
– Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе борсорға мәжбүрмен, – тине.
– Нимә булды? – тине директор уға боролоп та ҡарамай.
– Һеҙҙең улығыҙ Илшат минең ҡыҙым Эльвира менән дуҫлашып йөрөй.
– Йә, шунан ни булған?
Ул машинаһының ишеген асты.
– Булған инде, шул хаҡта һөйләшергә кәрәк.
Ошо урында директор туҡтаны, тәүге тапҡыр Рифанға боролоп ҡараны, баштан аяҡ баһаланы, саҡ ҡына йылмайғандай итте.
– Ә-ә, бер ҡыҙыҡай күренә ине, шуның атаһымы һеҙ? – тип һораны. – Исеме Эльвира ине шикелле.
– Эйе-эйе.
– Ярай әтеү, – тине директор. – Мин һеҙҙе киске алтыға көтәм.
Дауамы бар.