+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Июнь 2021, 17:10

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Унынсы өлөшө

... Төн уртаһында ҡапыл шау-шыу ҡупты, сатыр-сотор килеп лампалар янды, ризаһыҙ мығырҙашҡан тауыштар геү булып үтте. Ишектәр шап-шоп асылып-ябылып, бер төркөм ҡыҙыу атлап килгән аяҡ тауыштары вагонды дер һелкетте. Хәтирә лә башын ҡалҡытты: нимә булып китте тағы?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Унынсы өлөшө
... Төн уртаһында ҡапыл шау-шыу ҡупты, сатыр-сотор килеп лампалар янды, ризаһыҙ мығырҙашҡан тауыштар геү булып үтте. Ишектәр шап-шоп асылып-ябылып, бер төркөм ҡыҙыу атлап килгән аяҡ тауыштары вагонды дер һелкетте. Хәтирә лә башын ҡалҡытты: нимә булып китте тағы?
Төркөмдөң алдынан килгән өс-дүрт хәрби, ашығып йөрөп, йоҡлап ятҡан ҡатындарҙы төрткөләне, биттәре ябыҡтарҙың битен асып ҡараны. Бер туҡтауһыҙ: “Һеҙ Сорокина түгелме? Һеҙ Сорокина түгелме?” –тигән һорауҙы бирҙе. Шулай геүләшеп килә торғас, улар тәңгәленә еттеләр. Хәрбиҙәрҙең береһе Инна Петровнаға эйелде лә: “Иптәш начальник!” – тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Уның был аһына битараф була алмаған Хәтирә лә һонолоп ҡараны ла, һушын юйып, саҡ ҡолап төшмәне. Инна Петровна ҡанһыраған эсен тотоп, күҙҙәре асыҡ килеп ятып ҡатҡан ине...
Килеп еткән хәрбиҙәр араһынан бер сал сәсле олпаты айырылып, үлек эргәһенә килеп сүгәләне һәм, балаларса һыҙылып, һыңҡылдап тороп илап ебәрҙе:
– Инна!.. Инночкам!.. Өлгөрә генә алманым!.. Инночкам...
Башҡалар хайран ҡалып ҡарап тик торҙо. Өҫтә Хәтирә йоҙроғо менән ауыҙын баҫып, иргә ҡушылып һыҡраны: Инна Петровна!.. Ниңә улай? Инна...
Мәйетте алып китеүгә, итек өсөн йән алыусы теге ҡатынды ла, ҡулдарын артҡа ҡайырып, туҡмай-туҡмай алып сығып киттеләр. Бер нисә минуттан шәмдәр һүндерелеп, тирә-яҡты һиллек алды. Әйтерһең, әле генә берәүҙең йәне ҡыйылмаған да, әле генә ҡот осҡос хәл ҡылынмаған. Ысынында, күптәр йоҡламағандыр ҙа инде. Күптәр, Хәтирә кеүек үк, йәшһеҙ күҙҙәрен ҡараңғыға секерәйтеп, сараһыҙлыҡ упҡынына осҡандыр.
Тағы ла дүрт-биш көндәй бәүелгәндән һуң, Ҡаҙағстан менән сиктәш ерҙә урынлаштырылған лагерь ҡаласығына килеп төштөләр. Һалдаттар кеүек, йүгертеп йөрөтөп, тикшереү үткәрҙеләр, кейем-һалым алдырҙылар, сәстәрен ҡырҙылар... Быға ҡайғырырға ла, хатта ытырғанырға ла хис-тойғолары ҡалмағайны Хәтирәнең, көҙгөләге үҙенең шөкәтһеҙ сағылышына ла, бала саҡтан бәпләп тәрбиәләп үҫтергән оҙон толомдарының аяҡ аҫтында йылан һымаҡ булып бөгәрләнеп ятыуына ла иғтибар итмәҫтән, тороп сығып китте. Ашыҡтырып мунса индергәс, уңып бөткән ҡырҡ ямаулы спецовкалар кейҙереп, мал өйөрө кеүек итеп, ашауға ҡыуҙылар. Әле рәт мәғәнәһен, бойороҡ-тәртип төшөнсәһен аңлап етмәгән, ҡулға алынғандан язалап-туҡмауҙан ҡурҡып та, шул сәбәптән аңралана биреп ҡалған ҡатын-ҡыҙ, өркөтөлгән ҡаҙ көтөүе шикелле, аңҡы-тиңке килде. Өйөрөлөшөп, кеме беренсе булып ҡайҙа ыңғайлай, башҡалары шуның артынан эркелеште. Был ҡылыҡтары өсөн әр менән йәбере әҙер: һаҡсылар ҡулындағы шыйтылдаҡ нәҙек тимер, көтөүсе сыбыртҡыһы һымаҡ, һауала уйнап ҡына тора.
Аныҡ ҡына нимә ашағандарын да белмәйҙәр. Бер яҡтан, ул мөһимме инде? Үлмәҫкә ҡалған йәнде тотор, ҡыбырлап йөрөгән тәнде ҡолатмаҫ өсөн ауыҙға тыҡҡандың атамаһы ла, тәме лә ҡыҙыҡһындырмай. Сәйнәлгәне сәйнәлеп, сәйнәлмәгәне тереләй йотола ла, балсыҡ икмәк киҫәге менән тәрилкә ялтыратылғас, ризыҡ тигән нәмәнең артынан көрөшкәләге ҡайнар һыу йыуып төшөп китә. Ҡасан ғына тамаҡты ҡабаланмай, ләззәтләнеп ашауҙы, сәй эсеүҙе бер күркәм йола итеп ҡабул итергә өйрәнгән Хәтирә хәҙер үҙен бәйле тотолоуҙан аҙыҡҡа ҡарһалан булып күнеккән эт итеп тойҙо. Алдындағын ҡарамай тамағына ҡойорға мәжбүр булыуынан үтә лә кәмһенде, ғәрләнде. Йыш ҡына ошо мәлдә күҙҙәренә йәш эркелде. Тик ашамай ҙа сара юҡ – йәки хәл бөтөп йығылаһың, йәки туҡмаҡ көтәһең. Баштағы, әле тәүге көндәрҙәге, кисерештәре ине былар ҡатындың.
Тәүге көн үк начальник бүлмәһенә сиратлап индереп, эшкә бүлделәр. Тегеү цехы менән ферма араһынан һыйыр һауыуҙы һайланы ул. Бәләкәйҙән белгән, таныш эш. Хатта ниндәйҙер кимәлдә күңеле лә күтәрелеп киткәндәй булғайны, ни тиһәң дә, һыйырҙар бит уға таныш, хатта яҡын кеүек. Әммә осо күренмәгән оҙон аҙбарҙағы буралай ҡаралы-алалы һәүкәштәр янына барып инеп, уларҙың табаҡтай елендәре менән үҙенең бәләкәс устары айҡамаҫ йыуан имсәктәрен күргәс, баҙап ҡалды. Унан ул һөтө бөтмәҫ аҡ елендәргә башын терәп илаған, малҡайҙарҙың муйынын ҡосаҡлап һыҡтаған саҡтары аҙ булманы. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән бармаҡтарҙың көсө юҡ, ә һыйырҙарҙың һөтлөлөгө! Тамсыһын ҡалдырып ҡара, артыңдан тикшереп, буш елендәрҙе ҡапшап килеүселәр бихисап. Күбекләнеп торған йылы һөт еҫе танауҙарҙы ҡытыҡлап мейегә үтә лә, уныһы ҡоҫҡоно килтереп, ашҡаҙанды эшләтеп ебәрә. Тойғанын ала алмаған организм, ахырҙа, уҡшытып һары һыуын сығарта. Исмаһам, күбеген генә ялап булһасы...
Шул ас халыҡты, ваҡыты-ваҡыты менән, мәшәҡәттәренән туҡтатып, ниндәйҙер оло күл буйына ҡамыш йыйҙыртырға алып сығалар. Саҡ ҡыбырлашҡан, йонсоу ҡатындарҙы эткеләп-төрткөләп, ҡамышты яланғас ҡул менән һындырып йыйып, утын итеп өйҙөртәләр. Ҡамыштар ҡаты, йәш ағас ҡалынлығындай бар, һынмай, өҙөлөп сыҡмай ыҙалата. Устары ҡанға туҙып, тишек-тошоҡ аяҡ кейемдәре һалҡын һыуға иҙелеп бөтә. Тик бында берәүҙең дә эше юҡ. Аҡыралар ҙа баҡыралар.
Нисәнселер көн ошолай сыҡҡандарында, яр башында ҡапыл ҡаҙаҡ бала-сағаһы пәйҙә булды. Улар нимәләрҙер тип ҡысҡырышып, эләкләп, таш яуҙыра башланы. Таштарҙы итәктәренә йыйып алғандар, ҡәһәр төшкөрҙәре. Асыҡлыҡтағы ҡатындар йәшеренер урын тапмай йүгереште, балаларҙы әрләп-ҡарғап, йоҙроҡ күрһәтте. Тик тегеләр ҙә мәргән – таштары ябыҡ арҡаларға, баштарға “шаҡ-шоҡ” итеп кенә ҡала. Һаҡсыларға мәрәкә, һаһылдашып күҙәтеп, ситтә тәмәке көйрәтәләр.
Хәтирә күл ситенә инеп үк баҫҡан ине. Балаларҙың шулай ҡанһыҙ булғанына хайран булып тора. Шул саҡ бер таш уның эргәһенә, һыуға, “сөп” итте. Батты ла, төшкән ере нисектер ағарып, боламыҡланып китте. Был ни булды әле тип, теге ташты һәрмәп алһа – ҡорот. Ҡорот бит был! Тышы ыҫланғандан ғына ҡара!
Ҡатын ризыҡты бер генә эйелеп сайҙы ла, ҡытырлатып тешләп, бүлеп алды. Күҙҙәрен йомоп ебәреп һурҙы. Э-эй, тәмлелеге! Ожмах ризығымы ни!
Унан, иҫенә килеп, яр буйлап боҫошҡан ҡатындар араһына инеп шыбырланы:
– Был – ҡорот! Ҡорот был, таш түгел.
Аңламағандарға ҡулындағы “ташын” ялап, кимереп күрһәтте. Бер аҙҙан ҡатын-ҡыҙҙар, ипләп кенә йөрөп, теге таштарҙы йыя башланы, ҡулдарына эләгеү менән, ҡамыш араһына инеп йәшеренеп, йыуып ашарға керештеләр. Илай-илай, рәхмәттәрен уҡый-уҡый ашанылар.
Тағы бер нисә айҙан таш сығара барғандарында ла, шул ҡылыҡтарын ҡабатланы ҡаҙаҡ балалары. Үҙәктә туңҡанлап йөрөгән ҡатындарҙы тағы өҫтән килеп “таш” менән бәргеләп, үсекләп, һаҡсыларҙы ышандырыу өсөн, осаларын асып күрһәтеп, мыҫҡыллап ташланылар. Аҫтағы ҡатындар ҙа күтәреп алды “уйынды”. Әрләп, һыҙғырып, ҡысҡырышып ҡалдылар. Балалар ҡапыл хасил булды ла ҡапыл юғалды. Ә ҡылған изгелектәре әле әллә нисә көн мәхлүк ҡатындарҙың кеҫәһен йылытып, үҙәген ялғап йөрөнө.
Килгәндә тирә-яҡты байҡар хәл дә, теләк тә булмағанғамы, үҙенең тап ҡайһы тирәлә икәнлеген дә белмәй ине Хәтирә. Тора-бара күнеккәс, адресын һорашып алды, ата-әсәһенә хат яҙып һалды. Башта нисек кенә был хәлен белдерергә теләмәһә лә, һағыныуы шул саҡлыға етте – ғорурлығын еңде. Етмәһә, улар ҙа йөҙ төрлө һүҙ ишетеп, алйышып ултыраларҙыр бит.
Хатҡа тотонғайны, күҙ йәштәрен тыя алмаҫ булды ла китте, бығаса тыйылып ҡына йөрөгән икән. Илай-илай яҙғандарын уҡыһа – шиғыр әллә? Бәй, ул шиғыр сығарып ҡуйған бит. Яҙып ултыра, ҡойолоп тора, һыҡтай-һыҡтай ҙа тағы яҙа. Шулайтып, ике табаҡты тултырып ташланы. Уны күҙәтеп ятҡан күршеһе Зинаида-Зинка өндәшә:
– Ирка, һин поэма яҙаһың түгелме?
Хәтирә, йәш пәрҙәһе аша ҡарап, уны аңламай:
– Ә?..
Хәтирәнән “Ира” яһап алған карауатташ күршеһе өҫкө ҡаттан башын һәлендереп көлөп ята:
– Илай-илай мөхәббәт хаты яҙаһыңмы?
Эй, ошо бошонма белмәҫ Зина! Уға бындай зар танышмы?!
– Мөхәббәт һиңә...
Шул саҡ йөрәге семетте. “Мөхәббәт” тигән һүҙҙәнме, шул һүҙ нимәнелер иҫенә төшөрөүҙәнме. Был бит уның телендә ғүмерҙә лә әйтелмәгән һүҙ. Тойолған, әммә әйтелмәгән. Тойолған, әммә тыйылған, тонсоҡтороп үлтерелгән. Шулай тип уйлай ине. Ә ул... ул үлмәгән, ахыры. Үлгән булһа... күҙ алдына килер инеме ул йөҙ? Иң ауыр, иң хәсрәтле мәлдәрҙә? Күҙ алдында йөҙө торор инеме лә, шул күренешкә әүрәп, тирә-яғын, ауыртыу-һыҙланыуҙы, кәмһетелеүҙе, йәбер-золомдо тоймаҫ-күрмәҫ инеме? Үлгән булһа... ул тойғо?
Хәтирәләге үҙгәреште һиҙгән осҡор Зина “һә” тигәнсе аҫҡа төшөп тә ултыра. Яҡынлап алып уҡ битенә төбәлә:
– Ирка, йә инде, һөйлә шул тарихты миңә? Һөйләһәң, еңелерәк булып ҡала. Мин бит һиңә тормошомда булғандарҙы бушҡа һөйләмәйем, күңел бушатыу өсөн. Йә?
– Нимә һөйләйем инде мин... – ҡатын йыуаш йылмая. – Һөйләһәм дә, һин яҡшылап аңламаҫһың, руссам икмәк-тоҙлоҡ ҡына.
– Аңлайым мин үҙемә кәрәген, – яңы әхирәте ҡуямы инде ул. Бик үткен ҡатынҡай ул, шундай сая. Иректә йәшәгәнендә врач булдым, ти, ире лә ғалиммы – кемдер. Икеһен дә бер-бер артлы ҡулға алғандар, уныһының ҡайҙа икәнен дә белмәй, төрлө төрмәләргә хаттар яҙып эҙләүенә инде йылдан ашыу икән. Шул хәлендә лә һәр кемгә ярҙам итергә ынтылып тора. Хәтирәне бөтөнләй үҙ итте, руссаға ла өйрәтә.
– ... Минең ауылым урман-тауҙар араһында ята... ҡарағай урманы эсендә. Күрһәң, матурлығына иҫең китер... Ауыл ҡаршыһында ғына тау бите... Тау итәгендә йылға ағып ята. Бетерә... исеме йылғаның... – битенән юлаҡлаған йәштәренән оялмай ине ул инде. – Бәләкәс кенә йылға, шаршылы. Шаршылары ваҡ таштар өҫтөнән йүгерә лә йүгерә...
– Шунда һинең мөхәббәтең йәшәйме?
– Мөхәббәтем... йәшәйҙер... күрәһең, - был асышты үҙенә лә тәүгә асыуы, тәүгә шулай асыҡтан-асыҡ әйтә алыуы ине Хәтирәнең.
– Белмәйһеңме хәҙер?..
– Белмәйем. Һуғышталырмы, терелерме – белмәйем.
– Минең кеүек икән һин дә... Нисек осраштығыҙ, нисек хушлаштығыҙ, ниндәй һүҙҙәр әйтте һиңә? – Зина һөйләшеүҙе аһәңле юҫыҡҡа күсермәксе.
– Хушлашырға... минең уның менән осрашҡаным да булманы.
– Бәтәс! Ә мөхәббәт һүҙҙәре?!
– Булманы ундай һүҙҙәр ҙә, бер ни ҙә...
– Кит, һеҙҙә сәпсим! Егет менән күрешергә лә ярамаймы ни?
– Ярамай шул. Тик теләгәндәр күрешә. Беҙ бер-беребеҙҙе аңлап етмәй, өлгөрмәй ҡалдыҡ.
– Һуғышҡа алындымы?
– Юҡ. Мин кейәүгә сығып киттем.
– Кейәүгә?! Башҡаны яратҡан көйгәме?
– Шулай була, күрәһең...
– Ирка, һин комсомолкамы, юҡмы? Ул ниндәй мещандар заманы хәбәрен һөйләйһең!
– Мещандар, тип... Беҙҙә шулай. Намыҫ бөтә нәмәнән дә юғары. Һөйөүҙән дә, бәхеттән дә... хатта үлемдән дә...
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: