-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июнь 2021, 14:31

Биш меңлек Хикәйә Икенсе бүлек

Ҡыҙ менән егеттең ҡайҙа осрашып йөрөүҙәре ике ғаилә ағзаларын ҡыҙыҡһындырмаһа ла шул көнөндә үк билдәле булды. Уныһы ла осраҡлы ғына килеп сыҡты.

Биш меңлек
Хикәйә
Икенсе бүлек
Ҡыҙ менән егеттең ҡайҙа осрашып йөрөүҙәре ике ғаилә ағзаларын ҡыҙыҡһындырмаһа ла шул көнөндә үк билдәле булды. Уныһы ла осраҡлы ғына килеп сыҡты.
Сәғәт өстәрҙә Рифандың ауылдан килгән апаһы Фариза, берәйһе барҙыр, булмаһа көтөрмөн тип ишек ҡаҡты. Әлбиттә берәү ҙә юҡ ине. Фариза әллә нимә уйламай, подъезд алдында көтөп ултыра ине. Бик булмаһа күстәнәстәремде күршеләренә ҡалдырырмын тигәйне. Күп тә үтмәне йүгерә-атлай, әллә осоп, әллә ашҡынып бер ҡыҙ менән егет килеп сыҡты һәм ишекте асты. Үҙенең күҙ алдында үҫкән Эльвираны танымай буламы һуң Фариза:
– Балаҡайым, Эльвира, һин түгелме һуң?
Ҡыҙ менән егет туҡтаны һәм бер-береһенә ҡарашты. Күҙ алдында кәйефтәре төштө. Ҡыҙ юғалып ҡалманы:
– Эйе, мин Эльвира! – А вы кто?
– Бәй, бәй, Фариза инәйең бит. Танымайһың что ли? – Ауылдан килдем.
Фатирға саҡырҙылар. Ингәс, сәй эсерҙеләр. Ә үҙҙәре шым ғына бер бүлмәгә инеп бикләнделәр. Фариза ни эшләһең инде, сәйен эсте, ял итте. Аҙаҡ тағы йомошо менән сығып килергә булды. Ә тегеләр ишекте асырға уйламай ҙа. Бүлмәнән музыка ишетелә. Фариза йоҙаҡ ярығынан ҡарайһы итте һәм телһеҙ ҡалды... Йәштәрҙә уның ҡайғыһы юҡ ине. Күпте күргән ауыл ҡатыны был хаҡта ҡустыһына һәм уның ҡатынына хәбәр итеүҙе кәрәк, тип тапты һәм бының бик уңайлы һәм йәтеш юлын һайланы. Быныһы кискәрәк булыр, күмәкләп өҫтәл артына йыйылғас. Сөнки, Тәслиә ханым эштән алтыларҙаң һуң ғына ҡайтасаҡ. Ә Рифан Ғариф улы “Водоканал” директоры янына, Илшаттың атаһы менән һөйләшергә шул ваҡыттараҡ барасаҡ.
Кисен Фариза егеттең ҡасаныраҡ сығып киткәнен аңғармайыраҡ ҡалды. Ә бына Эльвираның ваннаға ингән сағына тап булды.
Ҡыҙыҡай хатта шат, күңелле итеп Фариза инәйен ҡосаҡлап алды. Икәүләп ултырып сәй эстеләр. Ул арала булмай, Тәслиә лә килеп инде. Күҙ менән ҡаш араһында Эльвираһы юҡ булды. Фариза менән Тәслиә үҙ-ара серләшеп алдылар. Фариза түҙмәне:
– Әллә ҡыҙығыҙҙы кейәүгә бирәһегеҙме? – тип һораны.
Тәслиә был һорауға яуап бирә алманы:
– Әллә тағы! – тип кенә ҡуйҙы. – Техникумда ғына уҡый бит әле.
Өс бала үҫтергән, килен менән йәшәгән ҡатын йәшереп, суралтып торманы:
– Һеҙҙең ҡыҙығыҙ еткән, ауырлы түгелме? – тип һораны.
Табип ханым был һорауға тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәһә лә, аҙаҡ барыһын да һөйләп ишеттерҙе. Сөнки тоҙһоҙҙо, күҙһеҙ ҙә белгән һымаҡ йәшереп тороуҙан фәтүә юҡ ине.
Фариза өсөн бындай хәл яңылыҡ түгел ине. Була торған хәл. Килене алдында теүәл һәм үтәлерлек бурыстар ҡуйҙы. Кейәүҙе табырға, елкәһенән тоторға һәм икеһен бергә ҡушырға, өйләндерергә.
– Белмәйем инде, – тине Тәслиә аптыранып.– Егеттең әсәһе миңә үҙе шылтыратты, аҡса тәҡдим итәләр. Улы алдан Эльвираға биш мең һум биргән инде, өҫтәргә иҫәптәре бар.
– Аҡса биргән? Алаһы булмағыҙ! – тип сәсрәп китте Фариза. – Аҡса менән ҡотолорға итәләр. Үҙегеҙгә гонаһ алмағыҙ. Күргәс, танымай торҙом, килеп ҡыҙығыҙ үҫеп киткән. Элек бәләкәй генә ине. Эйе, танымайым, үҙенә килешкән икән. Тапһын, үҫтерегеҙ, үҙегеҙгә бер ирмәк булыр. Мин әйтте тиерһегеҙ, һеҙгә лә олатай, өләсәй булырға ваҡыт.
Ә тегеләр менән ни эшләрбеҙ икән ?
Улармы? Улар һеҙгә нимәгә ? Әллә бер баланы ҡарай алмабыҙ тиһегеҙме? Ҡарарһығыҙ! Йәйгә миңә килтерерһегеҙ. Бына, фатирығыҙға бәпес кенә инһен, һеҙҙе бөтөнләй икенсе тормош көтә. Ошо сабыйһыҙ нисек йәшәнек икән, – тип әйтерһегеҙ. Эльвираға нисә йәш әле.
– Йәйгә ун ете була инде!
– О-о-о, минең йәш, мин ун алтым тулғас та кейәүгә сыҡтым.
Тәслиә ханым моңһоу ғына итеп йылмайып ҡуйҙы.
Тап ошо минуттарҙа Рифан «Водоканал» директоры янына инеп бара ине.
Директор Рифанды таныманы шикелле:
– Мин һеҙҙең улығыҙ, Илшат Сафин мәсьәләһе буйынса, Эльвираның атаһы...
– Ҡайһы Эльвира! Ә, иҫемә төштө. Ултыр, һөйләшербеҙ. Кеше балаһы, кешенеке инде. Илшаттың әсәһен Клара Сафинаны беләһеңдер инде.
– Ишеткәнем дә, күргәнем дә бар.
Белмәһәң – бел, ул минең икенсе ҡатыным. Тимәк, Илшат өсөн мин шартлы рәүештә генә яуап бирә алам. Шуға, иптәш, миңә ҡаты һорауҙар ҡуйма. Юғиһә, миндә лә һорауҙар бар. Ҡыҙығыҙ ниңә ул малай менән бәйләнешкә ингән? Әсәһе нимә ҡараған? – Ниңә һаҡланыу саралары хаҡында һөйләмәгән. Әгәр белһә, әсәһе өйрәтһә, беҙ һинең менән бөгөн осрашып, баш ҡатырып ултырмаҫ инек.
Рифан был һоруҙарҙың береһенә лә яуап бирә алманы, хатта унда һөйләшеү түгел, ишекте шым ғына ябып сығып китеү теләге уянды, ләкин түҙергә, тыңларға ҡарар итте:
– Беҙгә бер ни ҙә кәрәк түгел, – тине ул. – Аҡсағыҙға ла мохтажлыҡ юҡ. Беҙ, Эльвира бәпәйҙе табыр тигән уйҙабыҙ.
Улайһа, ниңә бында килдең һуң?
– Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ, тинек.
– Ярай, белдек, һеҙгә еңелме.
– Илсегә үлем юҡ, тигәндәй, һеҙҙең белеүегеҙ насар түгел. Ә хәҙер миңә ҡайтырға рөхсәт итегеҙ.
– Әйттем бит, Илшат Клараның эйәреп килгән малайы. Теге, Хәмит Сафинды беләһеңдер, шуның иркә ҡыҙы инде. Берәү менән ғаилә ҡорорға йыйынған, ҡабаланғандар, Сафин ҡарт ҡаршы төшкән, тегеләр ҙә баш тартҡан. Хәҙер шул малайҙы мин ҡарайым инде.
Кеше балаһын ҡарауы ҡыйын түгелме?.
– Ҡыйын булһа ни эшләйһең инде. Үҙе атай тип, өтәләнеп тора.
– Ә үҙегеҙ ниңә был хаҡта һөйләп йөрөйһегеҙ?
– Ә был хаҡта белмәгән кеше бармы икән? Ниңә уны йәшереп торорға?
– Һеҙ үҙегеҙ Сафиндарҙың улының балаһын тәрбиәләргә йыйынаһығыҙ. Һеҙгә ҡыйын түгелме?
– Түгел, әлбиттә. Мин ул сабыйҙың фатирыма килеп ингәнен түҙемһеҙләнеп көтәм. Ҡатыным да шулай, ти. Ул көн беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе буласаҡ.
– Шулай уҡмы?
– Ундай тойғо минең өсөн ят. Әйткәндәй, һеҙгә биш мең биргәндәр, өҫтәргә лә тәҡдим иткәндәр. Һеҙ баш тартҡанһығыҙ. Һуңынан үкенергә булмаһын. Башҡа тәҡдимдәр булмаясаҡ!
– Борсолмағыҙ! Беҙ һеҙҙе башҡа мәшәҡәтләмәйәсәкбеҙ. Ә артабан нисек булыр, ҡарарбыҙ. Беҙ әле Хәмит Сафин эргәһенә барып еткәнебеҙ юҡ. Ҡыҙыҡ, был мәсьәләгә ул нисек ҡарар икән. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ. Ейәненең балаһы тыуыуына ҡыуанырмы икән.
Был һорауҙы ишеткән директор ҡапыл бөршәйеп ҡалды. Бер аҙ ултырғас, иҫенә килде һәм былай тине:
– Һөйләшеүҙе тап ошонан башларға ине. Юғиһә, ваҡ-төйәк мәсьәлә күтәрәһегеҙ. Ғәфү ит, исемеңде оноттом, Рифат буғай, ҡартты мин дә оноттом. Ә уны оноторға ярамай. Әйҙә, һөйләшәйек.
– Директор Рифанды төпкө бүлмәгә саҡырҙы. Унда матур ғына өҫтәл ҡоролғайны.
Дауамы бар.
Читайте нас: