+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июнь 2021, 09:10

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун беренсе өлөшө

Бөйөк Еңеүҙе ошонда ҡаршыланы Хәтирә. Оло шатлыҡтан ҡосаҡлашып иланылар, яулыҡтарын күккә сөйҙөләр, таҡмаҡ әйтеп, биҙрә төбө сиртеп бейештеләр. Шул көндән башлап, барыһы ла үҙгәрер, ҡапыл бөтөн хәлдәр тик яҡшыға юл алыр ҙа, донъя таҙарып, яҡтырып ҡалыр кеүек булғайны...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Ун беренсе өлөшө
Бөйөк Еңеүҙе ошонда ҡаршыланы Хәтирә. Оло шатлыҡтан ҡосаҡлашып иланылар, яулыҡтарын күккә сөйҙөләр, таҡмаҡ әйтеп, биҙрә төбө сиртеп бейештеләр. Шул көндән башлап, барыһы ла үҙгәрер, ҡапыл бөтөн хәлдәр тик яҡшыға юл алыр ҙа, донъя таҙарып, яҡтырып ҡалыр кеүек булғайны... Тик улар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәне. Шулай уҡ ҡара таңдан торҙолар ҙа, дежурный ҡысҡырып һанап сыҡҡансы, һоро ярма өйрәһен шөрпөлдәттеләр ҙә һарайҙарына таралыштылар һәм уларҙан ҡараңғыһыҙ ҡайтып инә алманылар. Мал аҙығы менән еҫе тәндәренә үтәнән-үтә һеңеп, башҡа еҫте айырмаҫ булдылар. Хәҙер инде алты йыл ағымында ҡул-беләктәренә ныҡлы көс ултырған Хәтирәгә лә егерме биш-утыҙ һыйырҙы сажлатып һауып алып тапшырыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Үҙенекеләрҙе тәрбиәләп бөтөп, хәлһеҙерәк, яйыраҡ булғандарға ярҙамға йүгерә әле. Күҙ алдында кемделер туҡматыу ауыр уға. Бигерәк тә быуындары ла ҡатып етмәгән, аяҡ-ҡулдары ептәй генә булған йәш ҡыҙҙарҙы, һыйырҙы тәүгә күреп, хайран булған ҡала ҡатындарын. Шулай булғаны өсөн яраталар ҙа үҙен. Өлгөрлөгөн, эште һыпыра һуғып башҡара белеүен күҙәтеүселәр ҙә, етәкселек тә аңғарып алды. Баракта ла уның һүҙенә ҡолаҡ һала, кәңәштәрен тыңлай торған булып киттеләр. Ниндәй генә ҡаты һәм аяуһыҙ замандар булып, рәхимһеҙ тормош кисергәндә лә, кешелеклекте берәү ҙә юҡҡа сығара алмай ине шул.
Азат ителеү хәбәрен дә артыҡ осонмай, хатта моңһоҙораҡ булып ҡабул итте Хәтирә. Өмөт тигән нәмәнең, янып-янып та утын һалыусыһы булмаған усаҡ шикелле, инде ялҡынһыҙ һәм йылыһыҙ ғына быҫҡыуынан инеме был?
– Ҡайтыр ерең юҡмы? – Любовь Гавриловна, төрмә начальнигы урынбаҫары, башҡалар таралып бөткән рәттә һаман ҡатып ҡалған ҡатын ҡатарынан өндәшеп уҙҙы. Үҙе яуапты көтөп тә торманы. Уныһы кәрәк тә, мөһим дә түгелдер инде. Илдә миллиондарса халыҡҡа ҡайтыр урын юҡ. Төрөмшиктәр ҡайғыһымы? Шулай ҙа был айнытып ебәрҙе Хәтирәне.
– Урыным... бар... Бар... минең ҡайтыр ерем, – үҙе башта атланы, унан барагына ҡарай йүгерә үк башланы. – Бар... бар... минең ауылым... Бетерәм бар...
Юлда поездан-поезға күсеп ултырып, вагондарға ҡыҫылышып ингәндә проводницаларға күрһәткән ҡағыҙҙарынан оялһа ла, ҡырын-мырын ҡараған ҡараштарҙы тойоп ут йотһа ла, күкрәгендә елпегән күбәләктәй генә бер нәмә тотош тәнен йылытып, йәненә рәхәтлек биреп тик торҙо. Был тойғо ауылына етә барған һайын ҙурайҙы, үҫте һәм тора-бара уны баштан-аяҡ солғап алды. Шул шауҡымда әллә күпме йәйәү тәпәйләүенән арыу ҙа тойманы. Бына ул көҙгө һоро саңға батҡан ауыр һалдат ботинкаларын сисеп, оло аяҡ кейеме эсендә еҫләнеп ҡатҡан ойоҡтарын һалғас, тупаҫ буҫтауҙан тегелгән, ҡасандыр ҡара төҫтә булып та, күп йыуыуҙан буҙарып-уңып бөткән күлдәк итәктәрен бер ситенән бөрә тотоп, ялан-аяҡлап йылғаға төштө. Сентябрҙең офоҡҡа ҡолап барған һаран ғына ҡояш нурҙарында уйнап, иркәләнеп йымылдаған шаршының үтә күренеп ятҡан ваҡ ҡырсыны, ҡытыҡлатып, аяҡтарын күмде. Һыуы һалҡынайған. Улай тиһәң, был йылғаның холҡо миҙгелгә ҡарап артыҡ үҙгәрмәй. Ул йәй ҙә, ҡыш та һөйәккә үтерлек итеп өтә белә.
Бетерәм... Минең кендек ҡанын йыуған изге һыуым. Балалыҡ шатлыҡтарымды уртаҡлашыусы, үҫмерлек тойғоларымды кисерешеүсе, һөйөү серҙәремде тыңлаусы, ҡайғы-хәсрәттәремде һыпырып алыусы йылғам. Ҡан тамырым минең... Туҡтауһыҙ шылтырап ағып, шаршыларыңда бәрҙе ҡарпытып, сөмдәреңдә күкте сағылдырып, күҙ алдымдан китмәйсә, тарттың да торҙоң. Һинең тартыу көсөңдө шул ҡәҙәр тойҙом... гүйә йөрәгемә тулҡын-тулҡын булып һуғылыусы, уны эшләтеп тороусы ла һин инең. Минең кеүек нисә балаң һиңә ошолайтып ҡайтып, ялтыр көҙгөңдә үҙ һүрәтен күргәнсе текәлде лә әсе күҙ йәштәренә һыуыңды ҡушып йыуынманы икән... Бетерәм... Тыуған ерем, ғәзиз төйәгем минең!
Серегән йүкәһендә саҡ эләгеп торған артҡы ҡапҡанан үтте ҡатын. Күрәһең, был яҡҡа сығыусы мал күптән юҡтыр, шуға ла был һуҡмаҡ күптән үлән менән ҡапланған. Оло өй яғына күҙ һалһа ла, аласыҡҡа атланы. Был ваҡытта ауыл халҡы әле аласыҡта көн итә. Өрөп сыҡҡан эт тә юҡ. Быныһы ла – йортта ир кеше булмау билгеһе. Ир булһа, ихатала эт тә була, ат та була. Ирһеҙҙәрҙә, тимәк, ошолай ҡоймалар хәл өҫтөндә, ҡайҙа ауып, ҡайҙа ҡыйшайып, ишек-ҡапҡалар һәленешеп, һикәлтәләр сереп-ҡарайып тора. Тыранса аласыҡ алдына еткәс, әллә нишләп эскә үтер ҡыйыулыҡ тапманы, шунда торған, ҡасандыр атаһы ҡунаҡлар булған, йышылып йылтыраған бүкәнгә сүгәләне. Күпме ултырғандыр шулай, берәү аласыҡ урындығын шығырлатып тороп, килеп, ишекте эстән төртөп ебәрҙе:
– Кем булдың шу? Нишәп үтмәйең?
Әсәһенең тауышынан һиҫкәнде лә һүренке генә йылмайҙы:
– Үттем, әсәй. Үтеп ултырам.
Сәғиҙә “Аһ!” итте. Ямаулы йөнойоғо өҫтөнән ҡаптыр калушын һыйҙыра алмай сәбәләнде лә, уларын туҙҙыраһынан ситкә тибеп, ойоҡсан көйө тупһаны ашатланы:
– Балам!.. Балаҡайы-ым... – алға һуҙылған ҡулдары килеп етеп, ҡыҙын ҡосҡансы, түгелеп илап та ебәрҙе. – Күрһәтмәй үлтерер был мине, тигәйнем би-и-ит... баламды күрһәтмәҫ инде, тигәйне-ем...
Ҡасандыр йоморо ғына булған әсәһе бөтөнләй ябығып, ҡоро һөйәккә ҡалып, бала шикелле генә булып, түшенә һырынған. Эй, әсәкәйем!.. Күпме хәсрәттәр йотторҙом һиңә...
Ҡатындар шул торған ерҙәрендә берсә өҙөк-йортоҡ итеп бутала-бутала һөйләшкәндәй ҙә итте, берсә кире сеңләп илауға күсте, унан тағы кемуҙарҙан бер-береһен һорауҙар менән күмделәр, унан тағы күҙ йәштәренә быуылдылар. Был хәл әсә кеше тамам хәлдән тайып, быуындары йомшарып төшкәнгәсә дауам итте. Хәтирә әсәһен ҡултыҡлап, аласыҡҡа алып инде, урындыҡҡа ултыртты. Үҙе ҡаршыһына сүгәләп, Сәғиҙәнең хәҙер инде әбейҙәрсә итеп йәйеп ябынған яулығынан туҙып сыҡҡан сал сәстәрен ипләп, кире тыҡты.
– Илама, әсәй, илама. Инде барыһы ла һәйбәт булыр. Беҙ хәҙер икәү, беҙ бергә.
Сәғиҙә лә тиреһе йоҡарған йомшаҡ устары менән ҡыҙының олоғайып киткән ҡаҡса битен һыпырҙы, йоҡа фуфайкаһының яғаларын ипләне:
– Ошолайтып утырғаныбыҙҙы нисәмә рәт төштә күрҙем бит... Ҡотоҡ яғынан һыу көйәнтәләп килгәнеңде лә күрҙем... Э-эй, бәпкәмде... Ней күрәтмәне был донъя беҙгә лә... илгә лә...
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: