+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июнь 2021, 15:10

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун дүртенсе өлөшө

Тик бер көн уйламаған хәл булды. Делянкаларҙы ҡыҙырып йөрөп килгән Борис Федорович, ашап алып мейес алдында тәмәке көйрәтеп ултырған еренән ҡапыл тороп баҫты ла, ынтылып, плитәләге һурпаһын болғап торған Хәтирәне ҡосаҡланы ла алды.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Ун дүртенсе өлөшө
Тик бер көн уйламаған хәл булды. Делянкаларҙы ҡыҙырып йөрөп килгән Борис Федорович, ашап алып мейес алдында тәмәке көйрәтеп ултырған еренән ҡапыл тороп баҫты ла, ынтылып, плитәләге һурпаһын болғап торған Хәтирәне ҡосаҡланы ла алды. Көтөлмәгәнлектән тайшанып өлгөрмәгән ҡатын, уның көслө беләктәре ҡармауында ҡалып, нимәлер уйлап өлгөргәнсе, ир ауыҙынан араҡы һаҫығы бөркөтөп, уның ирендәрен һурып үпте, бөтә тәне менән мейескә ҡыҫты. Ул арала ҡалтыранған бармаҡтары ашығып түшенә үрмәләгәйне... иҫенә килеп өлгөргән Хәтирә, уны йән көскә этеп ебәрҙе лә, һыңар ҡулындағы балаунигы менән, киҙәнеп тороп, яңағына һалды ла ебәрҙе. Алюмин балауник бөгөлөп төштө. Үҙе шул арала, йүгереп барып, утын ағасына йәбеште:
– Килеп ҡара! Үлтерә һуғам!
Бындайҙы көтмәгән хужа, яңағын һыйпап, һаман һөжүм итте:
– Һин нимә?.. Алйотһоңмо әллә? Кемгә һуҡҡаныңды беләһеңме һин, аңра бисә, ә?
– Килмә! Башыңды иҙә һуғам!
– Бисә икәнеңде белмәй икән, тип уйлайһыңмы? Һинең кеүектәргә ҡайҙа ир, ә? Төрмәлә ултырғаныңды ла беләбеҙ. Һин бында кемде ышандырмаҡсыһың? Ташла утыныңды. Ташла, тиҙәр, һиңә... – ыҫылдап һаман килде.
Хәтирә, ярҙам эҙләп, алан-йолан ҡаранды, тик эргәлә, эргәлә генә түгел, был ваҡытта башҡа өйҙәрҙә лә йән әҫәре юҡ. Барыһы ла урманда. Хатта урамға сығып ҡысҡырыуҙан да фәтүә булмаҫ... Шул уйынан һуң ишеккә ташланды үҙе. Тик сығып ҡасып өлгөрмәне. Һөжүм итеүсе уны, һыңар ҡулынан эләктереп алып, өйөрөлтөп ебәреп, оҙон өҫтәл ыңғайына һуҙылған һикегә сойорғотто. Һаман утынын ташламаған ҡатын урындыҡҡа менеп баҫып торҙо.
– Борис Федорович! Үтенәм... Нимә эшләйһегеҙ ул һеҙ?!
– Шаулама... Һиңә бер зыян булмаҫ, балда-майҙа йөҙөп кенә йәшәрһең. Дядя Боря бисәләрҙе ҡыйырһытмай ул, – тип килеп, мөйөшкә һырынып баҫҡан ҡатындың итәгенән эләктереп, һелкетә тартҡайны... башына утын ағасы төшөүҙән “лып” итеп йөҙ түбән ауҙы. Шаңҡып ята бирһә лә, иҫен юймаған ине ул. Яйлап ҡына тороп, сәс араһын һыйпап ҡараны ла, ҡанлы бармаҡтарына текәлә биреп торғас, ҡарашын һаман шул урынында ағасын ҡосаҡлап ҡобараһы осоп торған Хәтирәгә күтәрҙе.
– Все... былай булғас. Крышка һиңә! – шул һүҙҙәренән һуң ҡыҙыу атлап барып туны менән кәпәсен кейеп, тупһаға етте лә: – Төрөмшик! – тигәнде теше араһынан ҡыҫып сығарып, ауыр ишекте һелтәп ябып, сығып та китте. Ҡатын шул еренә шыуып төшөп ултырҙы.
– Ни эшләнем мин... Ай, Аллам! Нишләп һуҡтым?! Нишләп...
Өсөнсө көн ашханаға бер төркөм тикшереүселәр килеп төштө. Ашхананы ябып алып, бөтөн ҡағыҙҙарҙы ҡутарып, склад тауарҙарын теҙеп һалдылар ҙа, һанауҙар башланды. Ике көн барған был тикшереү комиссияһы, ашнаҡсының елкәһенә күпмелер икмәк, тушенка һәм ит хаҡы сығарып документ төҙөнө лә, Хәтирә эшенән бушатылып, өйөнә ҡайтарылды. Тик ул инде был ҡайтыуҙың шартлы ғына икәнен аңланы. Шул көндө кис әле бер нәмә белмәгән әсәһе менән икеһе араһында шундай һөйләшеү булды.
– Әсәй, – тине ул әле йоҡламаһа ла, урын йәйеп ятҡан әсәһенә. – Мин бумаһам, нишәр инең?
– Нинәмә? – тегеһе ҡапыл ғына аңламаны, шуға үҙенекен һөйләне. – Нинәмәһен тәҙрәгә текәлеп утыраң төн йөҙөндә? Кит, шайтан ҡарар!
– Шайтан ҡурҡыныс түгел ул, әсәй... Эргәңә ятайыммы?
Сәғиҙә, нимәлер булғанын йөрәге менән һиҙһә лә, быны икенсерәккә юраны. Юрған ситен күтәрҙе:
– Ят һуң.
Хәтирә әсәһенең ҡуйынына һыйынды.
– Кейәүҙән берәй һәбәр-һәтер бармәллә?
Ҡыҙы яуап бирмәне, танауы менән әсәһенең түшенә төртөлөп ята бирҙе.
– Киләм, тиһә ней... килә-китә йөрөһөн, әйҙә. Ул һиңә һарам түгел дә, үҙ йәмәғәтең...
– Әсәй, мин алыҫҡа китеп барһам... һин түҙә алырыңмы?
– Әпкитәм, тейме әллә? – әсәһе, тәҙрәнең өҫкө өлгөһө аша төшкән ай нурында ҡыҙының йөҙөн күрергә теләп, башын ҡалҡытты.
– Кем алып китһә лә... бер үҙең йәшәп тора алаңмы?
– Әпкитәм, тиһә, ней... Йәшәремде йәшәйем инде мин, баллар етем ҡалышып, йәшәп ятҡанды.
Бер аҙ һүҙһеҙ яттылар. Һәр кем үҙенсә уйланы. Унан әсәһе, көрһөнә биреп, үҙ хәбәрен теҙҙе:
– “Китәйек” тиһә, ҡарышма, миңә лә ҡарама. Әҙәм күрәсәгең күрмәй, гүргә инмәй. Минекен һин, һинекен мин йәшәй алмабыҙ. Ҡыҙ баланың яҙмышы ағастан өҙөлгән япраҡ һымаҡ, тигән була торғайны әсәм мәрхүмә, уны һәҙер тотоп алып ҡына кире йәбештереп бумай...
Икенсе көн килгән УАЗ-икка сығып ултырғанында, әсәһе, иламһыраһа ла, күҙ ҡараштарындағы ҡәнәғәтлеген йәшерә алманы. Ябай кейемдәге кешене ул кейәүе ебәргән әҙәмгә һананы. Быны аңлаған Хәтирә ҡыуанды ғына, әйҙә, иренә китә икән, тип тынысланһын да ҡалһын...
Был юлы йылдар уның тәүге киткәнендәге түгел ине, “халыҡ дошманы” тигән төшөнсәгә лә ҡараш бер аҙ йомшарған, уның кеүек “дәүләт милкенә ҡул һуҙыусы”ларҙан һорау алыу ҙа язалау формаһынан ситләшкән икән. Хәҙер Хәтирә үҙе лә күпкә аҡыллы. Бында килеп эләккәс, нимәлер иҫбатлап тороуҙың бер фәтүәһе лә юҡлығын яҡшы белә. Бөтөн ғәйепләүҙәр менән дә килешеп, “гонаһтарын” танып, оло үкенес белдереүе тураһында бит-бит аңлатмалар яҙҙы. Тәфтишселәрҙең йәненә тейерлек һүҙҙәр, фекерҙәр әйтмәҫкә тырышты. Яңылышыуын, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, дәүләт милкенә ҡул һуҙыуын һәм был хатаһын тыуған иле алдында хеҙмәт тире менән йыуырға әҙерлеген әйтте. Уны тыңланылар, аңлауын хупланылар һәм, икенсе тапҡыр бер үк статья менән килеүен иҫәпкә алып... һигеҙ йылға хөкөм иттеләр.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: