+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Июнь 2021, 12:18

БИШ МЕҢЛЕК Хикәйә Өсөнсө бүлек

Кабинет хужаһы өҫтәлгә күрһәтте:– Йә, ҡоҙа, нимәнән башлайбыҙ?Тегеһе башта нимә әйтергә белмәне, хатта баш тартырға ла уйлағайны, ләкин көнө буйы йөрөп арыуын, хатта асығыуын иҫкә төшөрҙө. Ниңә баш тартырға?– Һин хужа, Фаршат Рәхмәтович. Бөгөн эш күп булды, нимә бирһәң дә, ашайым, нимә ҡойһаң да эсәм.– Үҙемә оҡшағанһың, – тине Фаршат. – Һинең менән уртаҡ тел табырбыҙ тип уйлайым.Рифан үҙенең машина менән килеүен иҫкә алды һәм был хаҡта хужаны киҫәтеүҙе кәрәк тип тапты. Фаршат шунда уҡ күҙгә күренмәгән төймәгә баҫты һәм бүлмәгә уның шоферы килеп инде.

Кабинет хужаһы өҫтәлгә күрһәтте:
– Йә, ҡоҙа, нимәнән башлайбыҙ?
Тегеһе башта нимә әйтергә белмәне, хатта баш тартырға ла уйлағайны, ләкин көнө буйы йөрөп арыуын, хатта асығыуын иҫкә төшөрҙө. Ниңә баш тартырға?
– Һин хужа, Фаршат Рәхмәтович. Бөгөн эш күп булды, нимә бирһәң дә, ашайым, нимә ҡойһаң да эсәм.
– Үҙемә оҡшағанһың, – тине Фаршат. – Һинең менән уртаҡ тел табырбыҙ тип уйлайым.

Рифан үҙенең машина менән килеүен иҫкә алды һәм был хаҡта хужаны киҫәтеүҙе кәрәк тип тапты. Фаршат шунда уҡ күҙгә күренмәгән төймәгә баҫты һәм бүлмәгә уның шоферы килеп инде.

– Тыңлайым, Фаршат Рәхмәтович.

– Насар тыңлайһың, ҡустым, бына ҡунаҡ килгән, аты ҡаралмаған, һоло һалынмаған, септәһе ябылмаған.

– Хәҙер эшләйбеҙ, Фаршат Рәхмәтович.

– Һиңә өс сәғәт ваҡыт, машинаһын минең гаражға кертәһең, боҙон эретәһең, йыуаһың һәм киптереп төнгөлөккә һаҡларға ултыртаһың.

– Эшләрбеҙ, – тип, егет нисек килеп инһә, шулай юҡ булды.

Матур ғына һөйләшеп ултырҙылар.

– Клара һеҙҙең хаҡта барлыҡ мәғлүмәтте туплаған, – тине Фаршат. – Минең бисәне беләһең бит инде, Сафиндың ҡыҙы бит. Бармағыңды күрһәтһәң, ҡулы менән бергә өҙөп алыр. Малай менән һинең ҡыҙыңдың мөнәсәбәттәрен законлаштырыуға мин ҡаршы түгел. Кеше балаһы тип тормам, ярҙам итермен. Хәмит Әхмәтович та ыңғайлар, ул ейәнен бик ярата. Ҡыҙ менән малай әле йәш, уларҙы тәрбиәләргә һуң түгел әле. Хәйер, уларға беҙҙең тәрбиә кәрәкмәй ҙә, интернетта бөтәһе лә бар.

Бер сәғәт самаһы шулай әңгәмәләшкәндән һуң Фаршат өлкән Сафинды иҫкә төшөрҙө:

– Ҡартты әйтәм, күптән күренгәне юҡ, әллә саҡырайыҡмы?

– Үҙең ҡара, – тине Рифан.

Тегеһе трубканы алып шылтырата һалды.

– Һаумыһығыҙ, Хәмит Мәхмүтович, кейәүегеҙ борсой. Фаршат була инде, Фаршат... Эйе, эштәбеҙ, эштә. Ҡала халҡы һыу эсеүҙән мәхрүм ҡалырға тейеш түгел. Әле бына кәңәшмә үткәреп ултырам. Көн тәртибендә бер мәсьәлә: йәштәрҙең яҙмышын хәл итеү... Эйе, Хәмит Мәхмүтович, һеҙҙең ейәнегеҙ миңә улымдан яҡыныраҡ. Бәлки, һеҙ ҙә ҡушылырһығыҙ? Егерме минуттан машина һеҙҙең подъезд алдында торасаҡ.

Арлы-бирле иткәнсе ыҡсым ғына тун кейгән яғымлы ғына ҡарт килеп инде. Иҫәнләштеләр, таныштылар, хәл белештеләр. Ҡарт артығын тотмай икән, рюмкаға ирендәрен тейҙереп кенә ҡуйҙы (“Һәнәк” эсеүгә ҡаршы).

– Йәгеҙ, мине ниңә саҡырҙығыҙ? – тине ҡарт Рифан менән Фаршаттың икеһенә алмаш-тилмәш ҡарап. – Сәй эсерер өсөн генә түгелдер бит?

– Эш былайыраҡ тора. Донъя емерелерлек бер ни ҙә юҡ, Рифан Ғариф улы менән беҙҙең ғаиләнең туғанлашыуы ихтимал. Уларҙа ҡыҙ үҫә, ә беҙҙә егет, йәйгә, Аллаһы бойорһа, аттестат аласаҡ.

– Аңлашылды, – тине ҡарт һуҙып ҡына. – Һеҙ бит инде минән башҡа хәл иткәнһегеҙ. Әгәр техникум уҡыусыһы менән ун беренсе класс егете өйләнешә икән, тимәк, был яҙмыш. Мин уға ҡаршы төшә алмайым. Фаршат, һин беләһең, бер тапҡыр мин ҡыҙымды тәрбиәләргә тырышып ҡарағайным, килеп сыҡманы.

– Юҡ, Клара менән бәйле һеҙҙең бер ғәйебегеҙ ҙә юҡ, – тине Фаршат. – Был осраҡта яуаплылыҡты беҙ икәү бүлешәбеҙ.

– Минән нимә талап ителә? – тине Хәмит Мәхмүт улы.

– Һеҙҙән, иң мөһиме, рөхсәт, йәғни фатиха талап ителә, – тине Фаршат. – Сөнки һеҙҙең һүҙегеҙ Клара өсөн хәл иткес буласаҡ.

– Улар бер-береһен тапҡан икән, мин ҡаршы түгел, – тине ҡарт. – Тормошта була торған хәл, әйҙәгеҙ, йәштәргә бәхет кенә теләйек.

Рифан Хәмит Мәхмүт улының тәүәккәллегенә һәм аҡылына һоҡланды. Ғүмер буйы етәксе вазифаларҙа эшләгән ҡарттың кәңәше бөгөн дә ярап ҡалды.

Шул ваҡыт телефоны телгә килде, ҡатыны шылтырата. Ире һуңлағас, борсолалыр инде.

– Бик мөһим кәңәшмәлә ултырам, – тине ул теле көрмәлеп. – Ҡайтҡас та аңлатырмын.

– Төн уртаһы етеп килә, ниндәй кәңәшмә һөйләйһәң? – тине ҡатыны.

– Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарайбыҙ, ә беҙгә уның туранан-тура мөнәсәбәте бар.

Хәмит Мәхмүт улы оҙаҡлап торманы, шунда уҡ ҡыҙына шылтыратты.

Хәл-әхүәл белешкәндән һуң:

– Иртәгә мин һеҙгә килһәм, нисек булыр икән? – тине Хәмит Мәхмүт улы.

Иртәгә киске етелә осрашырға һөйләштеләр.

Клара нимә тураһында һүҙ булырын һиҙә, күрәһең:

– Атай, һин Фаршат янындамы? – тип һораны.

– Шул тирәлә, – тип кенә яуап бирҙе атаһы.

Әлегә шундай фекер менән таралыштылар.

Фаршат Рифанды өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы.

– Борсолма, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, – тип ышандырҙы ул. – Иң мөһиме, улар бер-береһенән баш тартмаһын. Беҙҙең эш иң еңеле – уларға йәшәү өсөн шарттар булдырыу.

Рифан өйгә ингәндә апаһы менән ҡатыны йоҡламағайны әле – борсолоп уны көтәләр.

– Борсолмағыҙ, – тине Рифан, бөтәһе лә хәл ителгән ҡиәфәт менән. – Ҡоҙалар көтөгөҙ, никах уҡытып, загсҡа барып, эште түңәрәкләп ҡуйырбыҙ.

– Белмәйем, – тине ҡатыны Тәслиә. – Клара Хәмитовна менән һөйләшмәгәнһегеҙ бит әле.

– Уның менән атаһы Хәмит Мәхмүтович һөйләшәсәк.

– Ә Хәмит Мәхмүт улының был эшкә ни мөнәсәбәте бар?

– Туранан-тура мөнеәсәбәте бар, – тине Рифан, – сөнки Хәмит Сафин – Илшат Сафиндың олатаһы.

– Белмәйем, – тине Тәслиә, – әгәр ул, Хәмит Сафинды әйтәм, минең Саматтың ҡыҙы икәнде белһә, беҙҙең менән туғанлашыуҙан баш тартасаҡ.

Рифан, аптырап, ҡатынына ҡараны:

– Ни өсөн, быны нисек аңларға?

– Күптән булған хәл, ләкин был хаҡта хәтерләүселәр байтаҡ әле, – тине Тәслиә. – Атайым менән Сафин икеһе бер төҙөлөш ойошмаһында эшләгән. Сафиндың яуапһыҙлығы арҡаһында урындағы комбинатты төҙөгәндә ҙур ғына хаталарға юл ҡуйылған. Атайым уны партиянан сығарыуҙы, вазифаһынан бушатыуҙы талап иткән.

– Шунан был эш нимә менән бөткән? – тип һораны Рифан.

– Сафин менән атайыма бик оҙаҡ судлашырға тура килгән.

– Белмәйем, тура килеүен әйт әле.

Икенсе көнөнә Фаршат ҡатыны Клара менән Рифандарҙың фатирына килде. Күренеп тора: Клара ханым тиҙ генә ипкә килерлек түгел. Уҡытыусы кеше бындай осраҡтар хаҡында ишетеп-күреп йөрөгәс, ҡыҙ менән улын байтаҡ ҡына шелтәләп алды.

– Атайым йәштәрҙең өйләнешеүенә ҡаршы түгел, – тине Клара Хәмитовна. – Хәҙер мин дә күнергә мәжбүр булырмын һымаҡ, ләкин халыҡ араһында ниндәй фекерҙәр тыуыуы мине борсой.

– Була торған хәл, – тине Фаршат. – Уларҙан бәләкәйерәктәр ғаилә ҡорорға мәжбүр булғаны бар. Мин үҙебеҙҙекеләргә бәхет теләйем.

– Ә йәштәр үҙҙәре нисек уйлай һуң әле? – тине Клара Хәмит ҡыҙы. – Хәйер, бөгөн мәктәптә дискотека шикелле, шунда киткәндәрҙер.

– Хәҙер йәштәр балалар һымаҡ бит, – тип аҡланғандай итте Тәслиә. – Әле бейеп-йырлап туймағандар. Өйләнешергә йөрөйҙәр.

Дауамы бар.

Читайте нас: